БСТ | Яңылыҡтар
2.38K subscribers
5.23K photos
8.54K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ағиҙелдә һыу аҫты һунарсылары йәйге миҙгелде япты

Ағиҙел ҡалаһында Башҡортостандың һыу аҫты спорты федерацияһы йәйге миҙгелде япты. Тантанала республиканан һәм күрше төбәктәрҙән һыу аҫты һунарсылары ҡатнашты. Иң тәжрибәле балыҡсы Наил Аҡһаҡал ауырлығы 7 килограмға еткән һыла тотоуға иреште.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ФСИН етәксеһе итеп Сергей Кудрявцев тәғәйенләнде

Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһы Сергей Кудрявцевҡа йөкмәтелде. Был туралағы указға Рәсәй президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған. Бөгөн төбәк башлығы Радий Хәбировты ведомствоның яңы етәксеһе менән таныштырҙылар.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда йыл башынан миллион ярым турист ял иткән

Йыл башынан Башҡортостанда миллион ярым кеше ял иткән. Туристар ағымы буйынса республика Волга буйы федераль округында өсөнсө, ә Рәсәй кимәлендә-17 урында. Шифаханалағы ялға ихтыяж буйынса ла ул ил кимәлендә алдынғы биш төбәк исемлегендә. Был турала төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Көн тәртибенә шулай уҡ йәмәғәт биләмәләрен, юлдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләләре лә сығарылды.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Транспорт сәғәте»ндә юлдарҙы яңыртыу мәсьәләһен тикшерҙе

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сираттағы «Транспорт сәғәте»н үткәрҙе. Унда төбәктең юл селтәрен яңыртыу мәсьәләләре тикшерелде. Быйыл төбәктә дөйөм оҙонлоғо 150 километр тәшкил иткән 56 төбәк һәм муниципаль-ара трасса участкаһы ремонтланған. Юл-ремонт миҙгеле аҙағына тиклем «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса тағы ла 350 километр юлды тәртипкә килтереү күҙаллана.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районы үҙәгендә Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовҡа бюст асылды

Һәйкәл булып ҡалҡты тыуған ерендә. Әбйәлил районы үҙәгендә Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовҡа бюст асылды. Уны скульпторҙар Хәлит Ғәлиуллин һәм Рафаэль Зиннуров эшләгән. Тантанала район етәкселеге, яугирҙың яҡындары һәм яҡташтары ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө баҡсасылары алманан бизнес ойоштора

Алманы серетеп түкмәҫкә, ә аҡса итергә. Өфөләге «Йәйғор» баҡсасылар ширҡәтендә йәшәүселәр быйылғы мул уңыштан килем аласаҡ. Башҡорт дәүләт агарар университеты менән берлектәге проект агростартап конкурсында ҡатнашмаҡсы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә гармун һәм баяндарға арналған музей булдырыласаҡ

Башҡортостанда беренсе гармун музейы асылыуы ихтимал. Өфөлә музыка ҡоралдарын ремонтлаусы ойошма яҡын арала һирәк осраған гармун, баян, аккордеондан торған экспозиция булдырырға ниәтләй. Бөгөн уның тиҫтәләп төрө йыйылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса эш дауам итә

Программала ҡатнашҡан компанияларҙың береһе төтөн торбалары производствоһын яңыртыуға 100 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алған. Яңы станоктар етештереү ҡеүәтен арттырырға булышлыҡ итәсәк. Уңышлы башланғыс тураһында киләһе сюжетта.
1👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ун автомобиль ҡатнашлығындағы аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлдө

Дәүләт автоинпекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Новожженов урамы менән Өфө шоссеһы киҫелешендә «Шакман» йөк автомобиленең тормоздары тотмай, юғары тиҙлектә 11 автомобилде бәрҙерә. Һөҙөмтәлә еңел автомобилдә ултырған ике кешенең ғүмере өҙөлә. Йәрәхәтләнеүселәр буйынса мәғлүмәт тупалана. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынында ҡотҡарыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм тәфтишселәр эшләй.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда йәйге һауыҡтырыу кампанияһына йомғаҡ яһалды

Өс ай дауамында республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзалары балалар ялын ойоштороусы 55 учреждениела булып, тикшереүҙәр үткәрә. Мәғариф буйынса комиссия рәйесе Марина Таран мониторинг йомғаҡтарын тәҡдим итте.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Салауат Итбаевтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте

Ваҡытында ул Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе була, 200-ҙән ашыу театрлаштырылған концерт программалары ҡуя. Салауат Мостафа улы эстрада артисынан күп яҡлы профессиональ белемгә эйә булған киң ҡарашлы, үҙенсәлекле, танылған режиссерға тиклем юл үтә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы Салауат ҡалаһында яңы сәнәғәт объекттары төҙөлөшөн ҡараны

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Салауат ҡалаһында тормошҡа ашырылған күләмле инвестиция проекттары менән танышты. Битум предприятиеһы резервуар паркын киңәйтһә, «Алға» айырым иҡтисади биләмәһендә резидент тарафынан яңы производство төҙөлөшө алып барыла. Шулай уҡ төбәк етәксеһе ҡала эшҡыуарҙары менән осрашты, федераль конкурс буйынса төҙөкләндереү эштәре алып барылған йәмәғәт биләмәһен ҡараны.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Салауатта махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты

Салауатҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты. Бөтә хәрбиҙәрҙең дә ҡаһарманлығы ил президенты Указы менән Батырлыҡ ордены менән билдәләнгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тәфтиш комитеты Өфөлә ике кешенең ғүмерен өҙгән юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты

Ҡот осҡос авария бөгөн иртәнсәк Новоженов урамы менән Өфө шоссеһы киҫелешендә теркәлде. Беренсе мәғлүмәттәр буйынса, ҡом тейәлгән «Шахман» машинаһы, светофор утына туҡтаған автомобилдәргә барып бәрелгән. Фажиғәгә төп сәбәп булып, тормоз системаһының сафтан сығыуы фаразлана.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Ватан һаҡсыһы атаһы» миҙалы менән бүләкләү тантанаһы үтте

Атайҙар көнө алдынан Колонналар залында «Ватан һаҡсыһы атаһы» йәмәғәт миҙалы менән бүләкләү тантанаһы үтте. Награда хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың аталарына тапшырылды. Ике махсус хәрби операция ветераны еңел автомобиль асҡысы алды. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә «Батырлыҡ ордены»,«Ҡаһарманлыҡ өсөн»миҙалы, Генерал Шайморатов ордены тапшырылды.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта «шайморатовсылар» сафы яңы уҡыусылар менән тулыланды

Йәш шайморатовсылар-Башҡортостан киләсәге. Ошо көндәрҙә Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатының»шайморатовсылар«сафы яңы уҡыусылар менән тулыланды. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлө мәктәп уҡыусыһы «Киләсәк ғалимдары» халыҡ-ара конкурсы финалына сыҡты

Мәктәп партаһынан уҡ етди ғилми проекттарға. Өфөнөң 119 сы мәктәбе 11 класс уҡыусыһы Рамаҙан Йәнбәтов «Пилотһыҙ системалар» номинацияһында «Киләсәк ғалимдары» абруйлы халыҡ-ара йәш тикшеренеүселәр конкурсында ҡатнашып финалға үтә. Яңы инновацион проекттар авторы һәм уның остазы менән беҙҙең ижади төркәм дә осрашты. Йәштәргә техник һөнәр һайлауҙа яңы алымдар хаҡында киләһе яҙмала.
1