БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.22K photos
8.38K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың урта махсус уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы 25 ноябргә тиклем оҙайтылды

26 колледжда барлығы 680 бюджет урын ҡалған. Был, тәү сиратта, сентябрҙә Дөйөм дәүләт имтихандары тапшырған 9-сы синыф уҡыусыларына урта һөнәри белем биреү программалары буйынса уҡыуын дауам итеү мөмкинлеге бирә. Кушнаренко ауыл хужалығы техникумында ла абитуриенттарҙы көтәләр.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан яугирҙары Курск өлкәһендә ҡатындарҙы үлемдән ҡотҡарған

Яу ҡырында яралған дуҫлыҡ ғүмерлеккә һаҡлана. Башҡортостан яугирҙары Курск өлкәһенең Новоивановка ауылын азат иткәндә ике ҡатынды үлемдән алып ҡала.
🔥5👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаев исемендәге премияға Рита Өмөтбаева һәм Сулпан Асҡарова тәҡдим ителде

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салуат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүәселәрҙән конкурстың йомғаҡлау этабында ҡатнашыусылар һайлап алынған. Улар араһында билдәле продюсерҙар һәм хореографтар ҙа бар. «Байыҡ» телевизион проекты авторы һәм продюсеры Рита Өмөтбаева, «Салауат Юлаев» көндәре республика байрамының ҡуйыусы режиссеры Сулпан Асҡарованың ижади порттретары хаҡында киләһе яҙмала.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан халыҡ артисы Олег Ханов вафат булды

Бөгөн башҡорт сәнғәте ауыр юғалтыу кисерҙе. Күренекле актер, режиссер һәм педагог Олег Ханов вафат булды. Уға 74 йәш була.
😢2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә "Мин яратам һине, тормош!" ун дүртенсе республика фестиваленең гала-концерты уҙҙы

Бөгөн Торатау Конгресс-холында өлкәндәрҙең "Мин яратам һине, тормош!" ун дүртенсе республика фестиваленең гала-концерты уҙҙы. Ижади бәйгелә быйыл 55 йәштән өлкән 2580 кеше ҡатнашҡан. Республика төбәктәрендәге этаптарҙа еңеп финалға сыҡҡандар баш ҡала сәхнәһендә тормошто яратыуын иҫбатланы.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Рәсәй энергетика форумын һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһен асты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» 31-се Халыҡ-ара күргәҙмәһен асыу тантанаһында ҡатнашты. Телекүпер режимында ул йылытыу электр станция ҡорамалдарын яңыртыу федераль программаһы буйынса реконструкцияланған Ҡарман дәүләт район электр станцияһының-энергия блогы эшенә старт бирҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн бурыстарҙы түләтеү буйынса рейдтар үтә

Суд приставтары республика буйынса бурыслыларҙың йәшәгән урынына бара. Бурысты түләүҙән баш тартҡан осраҡта түләмәүселәргә ҡарата мәжбүри саралар ҡулланыла: банк иҫәптәренә арест һалына, сит илгә сығыуға сикләү индерелә, мөлкәт тартып алына. Йыл башынан суд приставтары торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр буйынса бурыслыларҙан 722 миллион һум аҡса түләткән, мөлкәткә 1088 арест һалған.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Балаҡатай районы Түбәнге Исҡуш ауылында теркәлгән янғында 73 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлгән

Хаҡлы ялдағы ҡатындың кәүҙәһен ҡотҡарыусылар ут ялмап алған ағас йорт эсендә тапҡан. Тикшереү фаразына ярашлы янғын иҫке мейестән сығыуы ихтимал.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Восход» етәкселегендәге Башҡортостан мотоуҡсылар полкы алдынғылар рәтендә

Рәсәй Оборона министры 67-се мотоуҡсылар дивизияһы яугирҙарын Донецк Халыҡ республикаһының Кировск тораҡ пунктын азат итеү уңайынан тәбрикләне. «Берләшмә хәрбиҙәре юғары һөнәри оҫталыҡ һәм батырлыҡ күрһәтеп, Ватанға, хәрби антҡа тоғролоҡ өлгөһө булып тора»,-тиелә министрҙың ҡотлау телеграммаһында. Башҡортостан мотоуҡсылар полкы 67-се дивизия составында алыша. Полк менән бер йылдан ашыу инде «Восход» ҡушаматлы командир идара итә. Рәсәй Ҡораллы көстәренең ҡоро ер ғәскәрҙәре көнө уңыйынан хәрби хәбәрсебеҙ полк менән идара итеү үҙәгендә булды.Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләрен хөрмәтләү тантанаһы үтте

Шаран районы Дүртөйлө ауыл биләмәһендә Алексей Кондратьев исемендәге мәктәптә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләрен хөрмәтләү тантанаһы үтте. Кисә халыҡ-ара ололар көнөнә арналды. Өлкәндәр алдында мәктәп уҡыусылары йыр-бейеү менән сығыш яһаны.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районы Таутөмән ауылында төҙөкләндереүҙән һуң мәҙәниәт йорто асылды

1979 йылда сафҡа ингән бина Кесе Ватан мәҙәниәте федераль проекты сиктәрендә тәртипкә килтерелде. Ремонт барышында ауыл клубының матди-техник базаһы яңыртылған. Тамашасылар залына яңы мебель, видеоҡоролмалар, музыка ҡоралдары һәм сәхнә костюмдары һатып алынған. Дөйөм алғанда, Кесе Ватан мәҙәниәт проекты буйынса республикала бөтәһе 19 мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың баш федераль инспекторы итеп Александр Окатьев тәғәйенләнде

Ведомствоның яңы етәксеһе менән Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров таныштырҙы. Александр Окатьев хеҙмәт юлын 1993 йылда прокуратурала башлай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров Өфө кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын ҡараны

Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы эшмәкәрлеге менән танышты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда энергетика инфраструктураһына 20 миллиард һум инвестиция йүнәлтелде

Республиканың энергетика тармағы ил кимәлендә иң күләмле һәм һөҙөмтәле эшләгәндәр иҫәбендә. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» халыҡ-ара күргәҙмәһен асыу тантанаһында билдәләне. Алдынғы компанияларҙың экспозициялары менән танышыуҙан тыш, ул телекүпер режимында электр уты менән тәьмин итеүсе яңы объекттарҙы сафҡа индереүҙә ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан алдағы өс йылда илдең иҡтисади йәһәттән иң тиҙ үҫешкән ун төбәге иҫәбенә инәсәк

Өҫтәүенә, республика был исемлектә Волга буйы федераль округы субъекттарынан берҙән-бер төбәк. Бындай фараздарҙы Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкилдәре бирә. Эксперттар эске төбәк продуктының үҫеш темптары йылына дүрт процентҡа тиерлек етәсәк тип фаразлай. Ғалимдар фекеренсә, республикала иҡтисадты үҫтереү өсөн кәрәкле ресурстар бар. Атап әйткәндә, инфраструктура булдырыла, юғары уҡыу йорттарына кампус төҙөлә, фән һәм сәнәғәт предприятиелары араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан предприятиелары һаҡсыл производствоны индереү буйынса федераль проектта ҡатнаша

Етештереү процесын оптималләштереү, ваҡытты һәм материалдарҙы юҡҡа сарыф итмәүгә йүнәлтелгән программала быйыл 23 предприятие ҡатнашырға теләк белдергән. Ил кимәлендә уникаль продукция сығарған завод эшмәкәрлеге менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Олег Ханов менән хушлашыу 2 октябрҙә Өфө драма театрында үтәсәк

Күренекле актер, режиссер Олег Ханов менән хушлашыу, 2 октябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында үтә. Матәм митингы сәғәт 12-гә билдәләнгән. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы 75-се йәшендә ҡапыл арабыҙҙан китте. Бөгөн танылған яҡташыбыҙ менән хушлашыу Максим Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрында үтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан санкциялар шартында ла үҫеш юлдарын таба

Ҡатмарлы заман ябай булмаған ҡарарҙар талап итә. Башҡортостан башлығы политологтар һәм республиканың эксперт берләшмәһе вәкилдәре менән төбәктең ағымдағы социаль-иҡтисади хәлен тикшерҙе. Осрашыу башында Радий Хәбиров, бөгөн Рәсәйҙең бөтә субъекттары ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, илдең оборона һәләтен нығытыу буйынса әүҙем эш алып барыуын билдәләне.