БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.98K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай

Рәсәй вуздарында һәм колледждарында уҡып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар йөклөлөк һәм бала табыу буйынса арттырылған пособие аласаҡ. Уның күләме стипендияға түгел, төбәктәге йәшәү минимумына ҡарап иҫәпләп сығарыла. Башҡортостанда 2025 йылда йәшәү минимумы 17 202 һум кимәлендә билдәләнгән, тимәк, республикала йәш әсәләр өсөн 140 көнлөк отпуск өсөн түләү – 80 мең һум. Тағы бер үҙгәреш бар. Элек аҡсаны уҡыған урын буйынса бирһәләр, хәҙер ул Рәсәй Социаль фонды ҡарамағына тапшырылған. Пособие алыу өсөн ғаризаны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша, Социаль фондтың клиент хеҙмәттәрендә йәки күп функциялы үҙәктә бирергә мөмкин.
Башҡортостанда инвестиция һабантуйына әҙерлек бара

Премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙә ошо турала хәбәр итте. - Был етенсе форум. Йыл һайын ул төрлө. Состав, программа үҙгәрә, әммә маҡсат бер - бизнесты, иҡтисадты үҫтереү, эшлекле даирә менән бәйләнештәр булдырыу, - тине ул. Сибайҙа инвестиция һабантуйы 4-6 сентябрҙә уҙғарыла. Унда сит ил делегациялары ла ҡатнашыуы көтөлә. Инвестиция һабантуйы барышында шулай уҡ бизнес-шерифтар форумы уҙғарыла.
👍1
Башҡортостанда Волга буйы округындағы иң ҙур мәктәп төҙөлә

Ул Өфөлә урынлашҡан. Кузнецов Затонындағы объектты йыл аҙағына тиклем файҙалыныуға тапшырыу планлаштырыла. Был турала баш ҡаланың Киров район хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов белдерҙе. - Әле эске биҙәү, биләмәне төҙөкләндереү эштәре бара, - тине ул. Төҙөлөш 2023 йылда башланды. Мәктәп тулыһынса заманса йыһазландырыла. Унда 2 мең 200 бала белем аласаҡ.
1👍1
Өфөлә ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек бара
Өфөлә ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек бара

Ҡала урамдарын боҙлауыҡҡа ҡаршы препараттар менән эшкәртеү өсөн 26 миллион һум бүленә. 872 тонна махсус гранула һатып алыу планлаштырыла. Уның 500 тоннанан күберәге быйыл килтерелергә тейеш. Боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдың ҙур өлөшө Киров һәм Ленин райондарында ҡулланыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда бер юлы 5 биләмә уңайлы ҡала мөхите Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты. Октябрьскийҙа: «Мираҫ һаҡлау», Дүртөйлөлә «Иванай баҡсаһы», Шишмәлә «Дуҫлыҡ шишмәһе», Үрге йәркәйҙә «Дуҫлыҡ ептәре» һәм Кушнаренко ауылында «Топорниндар һуҡмағы» проекттары билдәләнде. Беҙҙең муниципалитет командаларына, Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығына һәм Башҡортостан ҡалаларын һәм ауылдарын үҫтереү Институтына оло рәхмәтемде еткерәм. Иҫегеҙгә төшөрәм, был конкурс йыл һайын «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йәйге каникулда 5,5 меңдән ашыу студент эш урыны тапты

Студенттар отрядтарына яҙылған 5 мең ярымдан ашыу егет-ҡыҙ йәйге каникул осоронда хеҙмәт урыны менән тәьмин ителгән. Уларҙың күпселеге төрлө предприятиеларҙа эшләп, яңы һөнәр үҙләштерә. Хеҙмәт хаҡтары-20 мең һумдан 110 мең һумға тиклем етеүе билдәле. Балалар һауыҡтырыу лагерҙарында вожатый булараҡ эшкә урынлашыусылар араһында педагогия колледждары студенттары ла бар. Өфө районындағы «Огонёк» балалар һауыҡтырыу лагерында ла йәштәр практикала үҫеп килгән быуын менән эшләргә өйрәнә. Иллегә яҡын вожатый араһында егермеһе-студенттар отряды вәкилдәре.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төбәктең медицина учреждениелары реабилитация өсөн яңы мөмкинлектәр тәҡдим итә

Милли проект буйынса дауаханаларға заманса тренажерҙар һатып алына, әйтергә кәрәк, улар-республика предприятиеларында етештерелә. Компанияларҙың береһе әле производство ҡеүәттәрен арттырыу буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Яҡын киләсәктә 2 мең ярым реабилитация аппараты етештереү маҡсаты ҡуйылған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Рәсәйҙә Дәүләт флагы көнө билдәләнә

Рәсәйҙә бөгөн Дәүләт флагы көнө билдәләнә.Илебеҙҙең өс төҫлө әләме 300 йылдан ашыу тарихҡа эйә. Дәүләт флагы 17-се быуат аҙағында барлыҡҡа килә. Тәүге тапҡыр сәмреғош сигелгән был байраҡ «Орел» хәрби карабында күтәрелә. Аҙаҡ Петр Беренсе указына ярашлы флагтың өлгөһө, горизонталь һыҙаттарҙың тәртибе раҫлана. Өс төҫлө байраҡ 1991 йылдың 22 авгусында тергеҙелә. Ул Рәсәй Федерацияһының гербы һәм гимны кеүек үк дәүләт суверенитеты символикаһы булып тора.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың баш ҡалаһында йәшәүселәр Рәсәй флагы көнөн рух күтәренкелеге менән ҡаршылай

Алты тиҫтәгә яҡын автоһәүҫкәр Салауат Юлаев майҙанынан Өфөнөң Еүеү паркына тиклем автоуҙышта ҡатнашасаҡ. Улар өсөн Рәсәй флагындағы аҡ, күк, ҡыҙыл төҫтәр -ябай буяу ғына түгел. Унда быуаттар төпкөләнән килгән тарихи ваҡиғалар, илебеҙгә һынылыш килтергән еңеүҙәр һәи киләсәккә булған ышаныс сағылдырылған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбуллала «Ғаилә» үҙәге яугирҙар әсәләре өсөн арт-терапия ойошторҙо

Хәйбулла районында «Ғаилә» үҙәге әүҙем эшләп килә. Уның хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яугирҙарҙың әсәләре өсөн арт-терапия үткәрҙе. Ойоштороусылар әсәләр менән үҙенсәлекле күнекмәләр ойошторҙо, улар ҡатын-ҡыҙҙар күңеленә хуш килде. Бындай саралар Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса ойошторола. Осрашыуҙар ваҡытында әсәләргә оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар һәм тренингтар үткәрелә. Маҡсат-махсус хәрби операция яугирҙарының әсәләре тураһында хәстәрлек күреү. Сарала ҡатнашыусылар билдәләүенсә, бындай осрашыуҙар уларҙың кәйефенә ыңғай йоғонто яһай.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районында мопед менән идара итеүсе 15 йәшлек үҫмер аварияға тарып һәләк булған

Илтуған ауылы Почта урамында мопед водителе идара итеү хәрәкәтен юғалтып КАМаз аҫтына инеп тапала. Йәш егеттең ғүмере ваҡиға урынында уҡ өҙөлә. Республикала был аҙнала балалар ҡатнашлығында дүртенсе авария теркәлде. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары, ата-әсәләргә балаларҙы үҙаллы юлға сығармаҫҡа, транспорт саралары менән иғтибарлы булырға саҡыра.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала йылытыу миҙгеленә әҙерлек дауам итә

Быйыл ойошмалар алдында 1 сентябргә йылытыу миҙгеленә әҙерлек эштәрен тамамлау бурысы ҡуйылғайны. Шаран районындағы «Тепловик» йәмғиәте район үҙәгендәге ике ҡаҙанлыҡты һәм оҙонлоғо 17 километрға яҡын йылылыҡ трассаһын хеҙмәтләндерә, барлығы 73 ойошма һәм учреждениены йылылыҡ менән тәьмин итә. Алдағы йылытыу миҙгеленә әҙерлек барышында косметик ремонттан тыш, ойошманың төп ҡаҙанлығында йылытыу системаһы ремонтлана, батареялар һәм башҡа ҡорамалдар алыштырыла.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» хәйриә акцияһына ҡушылды

«Ғаилә» үҙәге белгестәре ишле ғаиләлә тәрбиәләнгән малай-ҡыҙҙарҙы ҡыуандырҙы. Быйыл акция 15-се тапҡыр ойошторола. «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!» акцияһы сиктәрендә Баймаҡ районының эшҡыуарҙары, предприятие-учреждение коллективтары, айырым кешеләр ауыр тормош хәлендә ҡалған, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләүгә йылдағыса ихлас ҡушылды.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районында тәүге тапҡыр милли ризыҡтар фестивале үтте

«Тура-хан» визит үҙәге бер көнгә тәм-том, татлы ризыҡтар, милли аштар майҙансығына әйләнде. Гастро-фестиваль сиктәрендә биш район вәкилдәре тауыҡ итен табын ашына әҙерләү оҫталығында көс һынашты. Еңеүсе тип фестиваль хужалары-Шишмә районы ашнаҡсылары билдәләнде. Аш-һыу оҫталары тәҡдим иткән күргәҙмәлә төрлө халыҡтарҙың милли аш-һыуҙарын ауыҙ итеү мөмкинлеге булды. Урындағы кәсепселәрҙең ҡул эштәре күргәҙмәһе, бай йөкмәткеле концерт тамашасыларға байрам кәйефе бүләк итте.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров республика халҡын Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө менән ҡотланы

Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә төбәк етәксеһе өс төҫлө әләмдең 300 йылдан ашыу тарихҡа эйә булыуын, уның 17-се быуат аҙағында уҡ барлыҡҡа килеүен билдәләгән. Өс төҫлө байраҡ 1991 йылдың 22 авгусында ҡабат тергеҙелеп, берҙәм, көслө һәм бөйөк илдең символына әүерелде. Дәүләт флагы ысын мәғәнәһендә илебеҙҙең еңеүҙәре, бойондороҡһоҙлоғо, алға ынтылышы, рухи ҡиммәттәр һәм йолаларға тоғролоғон сағылдырған символыбыҙ, тип белдергән төбәк етәксеһе.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Рәсәй оборона министрлығының «Армия мәҙәниәте көндәре» федераль проекты старт алды

Илһөйәрлек һәм рух байрамы. Башҡортостанда Рәсәй оборона министрлығының «Армия мәҙәниәте көндәре» федераль проекты старт алды. Республика башлығы Радий Хәбиров башланғысы һәм Хөкүмәт ярҙамында уҙғарылған фестиваль 27 авгусҡа тиклем дауам итә. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк бүлексәһе лә проектты тормошҡа ашырыуға әүҙем ҡушылды. Өфөнөң Колонна залында «Ғаилә ҡунаҡханаһы» клубы түңәрәк өҫтәл ойошторҙо.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала «Армия. Мәҙәниәт. Берҙәмлек». Девизы аҫтында төрлө саралар үтә

«Армия. Мәҙәниәт. Берҙәмлек». Ошондай девиз аҫтында 22-нән 27 авгусҡа тиклем Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы оборона министрлығының «Армия мәҙәниәте көндәре»федераль проекты үтә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүсе Илгиз Ишмаев тыумыштан ҡулһыҙ булыуға ҡарамаҫтан, таксист булып эшләй

Буш ваҡытта водитель ирекмән булараҡ изге эштәр башҡара . Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына дарыуҙар, аҙыҡ-түлек ташый. Ә инде таксиға мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ултырғанда ул юл өсөн аҡса алмай.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Силәбе өлкәһенең яҙыусылар берекмәһе ағзалары менән ижади осрашыу уҙғарылды

Башҡортостан Яҙыусылар союзында ут күршеләребеҙ, Силәбе өлкәһенең Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге яҙыусылар берекмәһе ағзалары менән ижади осрашыу уҙғарылды. « Силәбе яҙыусылары осрашыуға саҡыра» пилот проектында шағирҙар, яҙыусылар, композиторҙар ҡатнашты.
🥰1