Башҡортостанда мутлашыусыларҙан алданыусылар бар
Өфөнән 26 йәшлек ҡатынға шылтыратыусылар үҙҙәрен Үҙәк банк хеҙмәткәре тип танытҡан. Дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинетҡа мутлашыусылар үтеп инеүе тураһында белдергәндәр. 300 мең һум аҡсаһын йәнәһе лә хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә күндергәндәр. Стәрлетамаҡтан 34 йәшлек ҡатынды ошондай уҡ юл менән 450 мең һумға алдағандар. Октябрьскийҙан 63 йәшлек ҡатындан түләнмәгән пенсияһын түләргә вәғәҙәләп СМС кодты әйттергәндәр, уның 750 мең һумы юҡҡа сыҡҡан. Был турала Эске эштәр министрлығынан хәбәр итәләр.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яңы хирургия корпусы тәүге айҙарҙа 5 меңдән ашыу операция һәм тикшеренеү үткәрҙе
Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы асылыу менән табиптар 5 мең 300-ән ашыу тикшеренеү һәм операция уҙғарған. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы асылыу менән табиптар 5 мең 300-ән ашыу тикшеренеү һәм операция уҙғарған. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән 100-гә яҡын яугир махсус хәрби операция биләмәһенә китте
Ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Өфөнән отпускыла булған хәрбиҙәрҙең сираттағы төркөмө-100-гә яҡын яҡташыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.
Һауа торошона бәйле, оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» комплексы фойеһында үтте. Хәрбиҙәрҙе оҙатырға баш ҡалаға яҡындары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре килде.

Өфөлә 41 йыл хеҙмәтен Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына арнаған генерал-майорҙы оҙаттылар
Өфөлә генерал-майор Марат Латиповтың Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса баш идаралығының байрағы менән хушлашыу тантанаһы үтте. Быйыл июндә ул отставкаға китергә ғариҙа яҙҙы һәм уға «Башҡортостандың атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы» типгән маҡтаулы исем бирелгәйне. Марат Латипов төбәк идаралығына ун йылға яҡын етәкселек итте. Ошо ваҡыт эсендә ойошма күп тапҡырҙар илдә иң яҡшыһы тип танылды.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Технопром» заводы киңәйтелә
Заманса производство. Башҡортостанда автомобиль двигателдәрен һәм сәнәғәт ҡоролмаларын етештереүсе завод майҙанын киңәйтеү күҙаллана. Өҫтөнлөклө инвестиция проектына ярашлы, «Технопром» заводы Өфөнөң Дим биҫтәһендә төҙөлә башлаған. Заманса проект производство ҡеүәтен арттырырға, яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирә.

Өфөлә ритейл көндәре үтә
Сауҙа өлкәһе мәсьәләләрен тикшереү өсөн республикаға 700-ҙән ашыу бизнес һәм ведомство вәкилдәре йыйылды. Форумда ҡатнашыусылар ҡулланыусылар баҙарын үҫтереүҙәге яңы тенденциялар, шулай уҡ ярҙам сараларын тикшерә. Юл буйы сервисын үҫтереү маҡсатында мәҫәлән, киләсәктә урындағы халыҡ етештергән продукция төрҙәрен тәҡдим иткән автокибеттәр асыу күҙаллана.

Өфө сәхнәһендә «Севиль сәс алыусыһы» операһы яңғыраясаҡ
Республика сәхнәһендә донъя классикаһы. 88-се яңы ижад миҙгелендә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында яңы премьера: Джоаккино Россиниҙың «Севиль сәс алыусыһы» операһы ҡуйыласаҡ. Яңы операға йәлеп ителгән рәссамдар, костюмерҙар, бутафор цехы хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлеге менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты.

❤1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Гөлназ Мусина: халыҡ һаулығын һаҡлап, күңелдәрҙе йыр менән дауалай
Республиканың иң яҡшы табип-офтальмологы Гөлназ Мусина күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, йырҙар яҙа башлаған. Яңыраҡ ҡына ул «Туғандарым булғанда» тип исемләнгән йырына клип та төшөргән. Ижадтан эшкә илһам алған медицина хеҙмәткәре менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты.

🥰1
Башҡортостанда мобиль сауҙа объекттарын урынлаштырыу тәртибе ябайлаша
Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, республикала 32 меңдән ашыу сауҙа объекты бар. Уларҙың 7 меңдән күберәге мобиль нөктәләр. - Республикала 800-ҙән ашыу ауылда кибет юҡ. Мобиль сауҙаны үҫтереү халыҡты иң кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә, - тине Андрей Назаров. Башҡортостанда мобиль сауҙаны үҫтереү концепцияһы әҙерләнә. Ул 2028 йылға тиклем иҫәпләнгән.

Өфө урамдарына яңы троллейбустар сыға
Өфө трамвай-троллейбус заводында йыйылған тағы 5 машина ҡалаға тапшырылды. Улар 90 пассажирға иҫәпләнгән. Быйыл яҙ ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев заводта булды, унда 15 яңы заманса троллейбус алыу тураһында килешелде. 10 техника августа тапшырылырға тейеш. Тағы бишәүһен киләһе йыл башында сығарыу планлаштырыла.