БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.92K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Рәсәй һәм Америка президенттары араһында осрашыу файҙалы булды

Был турала Владимир Путин белдерҙе. - Рәсәй һәм Америка етәкселәре 4 йылдан ашыу осрашманы. Был ҙур ваҡыт. Уҙған йылдарҙа ике арала мөнәсәбәттәр һалҡын һуғыш йылдарынан һуң иң түбән кимәлгә төштө. Был беҙҙең илдәр һәм донъя өсөн яҡшы түгел, - тине Рәсәй етәксеһе. Дональд Трамп белдереүенсә, Украиналағы хәлдәрҙе көйләүҙең ҡайһы бер өлкәләре буйынса уртаҡ фекер юҡ, әммә килешеү төҙөү өсөн ҙур мөмкинлектәр бар. Владимир Путин һәм Дональд Трамп Аляскала осрашты. Һөйләшеү өс сәғәткә яҡын барҙы. Ике ил башлыҡтарының киләһе осрашыуы Мәскәүҙә үтеүе ихтимал.
3
Башҡортостан спортсыһы һыбайлы көрәш буйынса турнир еңеүсеһе

"Ауҙарыш" тигән уйындар Татарстандың Арса районында үтте. Баймаҡтан Вилдан Яманғолов алтын миҙал яуланы. Был турала район хакимиәтенән хәбәр итәләр. Ярыштарҙа Башҡортостан, Удмурт, Ҡарасәй-Черкес, Ҡабарҙы-Балҡар республикалары, Пенза, Ульяновск, Липецк өлкәләре, Төмән, Мәскәү, Санкт-Петербург вәкилдәре ҡатнашты.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Алтын Урҙа осорондағы ҙур кәсепселек үҙәге табылды

Башҡортостандың ысынлап та Евразия йөрәге икәнлеген беҙҙең археологтар яҡшы белә. Республика биләмәһендә улар төрлө дәүерҙең хайран ҡалырлыҡ артефакттарын таба, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Хөкүмәте эшҡыуарҙар менән йәнле аралашыуҙы дауам итә

Гигабайтлап электрон хаттар менән түгел, ә йәнле аралашыу. Республика хөкүмәте сираттағы тапҡыр урындағы эшҡыуарлыҡ даирәләре менән аралашты. Был юлы министрҙар кабинеты десанты Бөрйән районына барҙы. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге эшлекле осрашыуҙа районға хас бизнес алып барыу мәсьәләләре, эшҡыуарлыҡты киңерәк йәйелдереүгә ҡағылышлы һорауҙар күтәрелде.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлилдә балалар өсөн яңы спорт майҙансығы асылды

Социаль яуаплы инвесторҙан күп функциялы спорт майҙансығы. Әбйәлил районында «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙамы менән «Ирәндек»спорт-һауыҡтырыу лагерында күп функциялы яңы спорт майҙансығы файҙаланыуға тапшырылды.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда онкология сирен үткәргәндәр өсөн фотопроект ойошторолдо

«Химия булды, әммә беҙ айырылыштыҡ». Рәсәйҙә онкология сире диагнозы ҡуйылған пациенттарҙың психологик һәм эмоциональ хәлен яҡшыртыу маҡсатында даими рәүештә фототерапия уҙғарыла. Башҡортостанда йәшәүселәр ҙә бер нисә йыл рәттән социаль проектта ҡатнаша. Сираттағы фотосессияға төрлө район-ҡалаларҙан 17 кеше саҡырылғайны. Эш процесында улар үҙҙәренең мәкерле сирҙе еңеү тарихы менән дә таныштырҙы.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө студенттары Санкт-Петербургта халыҡ-ара ярышта өсөнсө урын яуланы

Вуз-ара кампусының юғары уҡыу йорто-резиденты командаһы Санкт-Петербургта үткән Халыҡ-ара ярышта уңышлы сығыш яһаны. Рәсәй, Ҡытай һәм Төркиәнең алдынғы техник университеттарынан торған ике тиҫтәләп инженер команда үҙ ҡулдары менән йыйған болидтарын тәҡдим итте. «Электр болид» класындағы дөйөм иҫәп йомғаҡтары буйынса «Угату рейсинг» командаһы өсөнсө урын яуланы.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Затон биҫтәһендә «Хужа эҙләйем» тип исемләнгән хәйриә акцияһы үтте

Бөтә донъя йортһоҙ хайуандар көнөнә арналған сара баш ҡалала һигеҙенсе тапҡыр ойошторолдо. Акция барышында «Тулҡын» мәҙәниәт һәм ял паркында приюттарҙан килтерелгән бер нисә эткә яңы хужалар табылды. Битараф булмағандар дүрт аяҡлыларға ашамлыҡтар һәм дарыуҙар ҙа килтерҙе.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Байрам өҫтәле урынына ирекмәнлек ғәмәле

Шаран районы Йәрәмкә ауылында йәшәгән Илзиә һәм Нурмөхәмәт Күсмөхәмәтовтар зөбәржәт туйҙарын махсус хәрби операция яугирҙары өсөн ҡаҡ ҡойоп уҙғарған. 55 йыл татыу ғүмер иткән бәхетле парға ярҙамға ата-әсәһен ҡотларға ҡайҡан балалары па килгән.
14
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан командаһы «Архипелаг-2025» программаһында беренсе урын

Мәскәүҙең Сколково инновация комплексында «Уфимец» ойошмаһында етештерелгән пилотһыҙ осоу ҡоролмалары һәм двигателдәр юғары баһаланды.
Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты. «Пилотһыҙ осоу системаһы-киләсәк технологияһы» халыҡ-ара форумы күргәҙмәһендә Рәсәйҙең 76 төбәгенән компаниялар стенды ойошторолдо.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан аграрийҙары быйыл рекордлы күләмдә майлы культуралар йыйып алырға өмөтләнә

Был турала Хөкүмәт Премьер-минстры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Ведомство етәксеһенең уңыш булмаһа бәлә, ә күп булһа бөтөнләй фажиғә тип әйткән һүҙҙәре лә хәтерҙә. Сөнки ашлыҡты һаҡлау урыны булмаһа, уны мул туплауҙан файҙа юҡ. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров ашлыҡ киптереү комплекстарын төҙөү буйынса республика программаһын булдырырға ҡушты. Дәүләт һәм ауыл хужалығы предприятиелары менән берлектә йыл һайын өсәр комплекс төҙөгәндә лә табыш үҙебеҙҙә ҡаласаҡ, тине Андрей Назаров
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республиканан махсус хәрби операция биләмәһенә иҫәп буйынса 158-се гуманитар ылау оҙатылды

«Башҡортостан» полкы һәм башҡорт батальондары транспорт сараларынан тыш, дрондар һәм эсәр һыу менән тәьмин ителәсәк. Шулай уҡ хәрбиҙәргә шәхси посылкалар ҙа әҙерләнгән. Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов билдәләүенсә, гуманитар ярҙам күрһәтеү буйынса беҙҙең төбәк илдә алдынғылар иҫәбендә.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Асҡын районында йәштәр аварияға осраған

Сәғәтенә 100 саҡрым тиҙлектә хәрәкәт иткән водитель идара итеү һәләтен юғалтып урындағы кибет ҡапҡаһына төкәлгән. Машина ҡапҡаны емереп, һаҡлау контейнерына барып бәрелгән. Көслө бөрелештән водителдең аяҡ кейемдәре сығып оса, маңлайы емерелә. Бәхеткә, башҡа пассажирҙар зыян күрмәй. Тикшереү күрһәтеүенсә, водитель айныҡ булған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлебаш районында балалар ағыуланыуы осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды

Стәрлебаш районы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында балалар ағыуланыуы осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йәкшәмбе Стәрлетамаҡ дауаханаһына лагерҙа ағыуланған 25 кеше мөрәжәғәт итә. Уларҙың өсәүһе-вожатый, ҡалғандары балалар. Табиптар тикшереүенән һуң, 16 кеше дауаханағап һалына, ҡалған ун кеше өйҙәренә ҡайтарыла. Пациенттарҙың хәле уртаса тип баһалана.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Алданған туристар бергәләп енәйәт эше асылыуын талап итә

Путевкаһыҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа ҡалғандар. Республиканан ике тиҫтәнән ашыу кеше үҙҙәрен туристик агент эшмәкәрлегенән зыян күреүсе тип иҫәпләй. Билдәләнгән ваҡытта сит илдә ял итеү буйынса алдан килешеүҙәр төҙөлә, авиабилеттар һәм ҡунаҡханала йәшәү урындары өсөн түләүҙәр башҡарыла. Әммә менеджер ваучер һәм башҡа тейешле документтарҙы клиенттарына тапшырыр урынға вәғәҙәләр менән генә ымһындыра башлай. Йыл ярымдан ашыу дауам иткән аңлашылмаусанлыҡтар тураһында киләһе яҙма.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Сәләмәт булыу шәп!» акцияһы еңеүселәре бүләкләнде

Өфөлә «Мөмкинлектәр донъяһы» партия проектының «Сәләмәт булыу шәп!» Бөтә Рәсәй акцияһы еңеүселәре тәбрикләнде. Федераль этап һөҙөмтәләре буйынса Дүртөйлө районы һәм Нефтекама ҡалаһынан биш уҡыусы «Артек» лагерына путевкалар менән бүләкләнде. Үҫмерҙәр йыл дауамында үҙҙәренең белем усағында сәләмәт йәшәү рәүеше һәм дөрөҫ туҡланыу тураһында асыҡ дәрестәр уҙғарған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Көйөргәҙе районында «Кәсептәр йәйғоро» асыҡ республика фестивале үтте

Мәртәбәле сара Мәләүез, Федоровка, Күгәрсен һәм башҡа райондарҙан илленән ашыу оҫтаны берләштерҙе. Кейеҙ баҫыу, балаҫ һуғыу, милли биҙәүестәр яһау, милли музыка ҡоралдары етештереү булһынмы, ағасты семәрләп эшләүме-һәр кем күргәҙмәлә ҡатнашып, кәсеп өлгөләре һәм шөғөлө менән таныштыра алды. Майҙанда теләүселәр өсөн ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә уҙғарылды.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Самауыр байрамы үтте

«Арт-квадрат» майҙанында уҙғарылған мәҙәни сарала самауырҙар күргәҙмәһе, театрлаштырылған тамаша ойошторолдо. Ҡунаҡтар Башҡортостан милли музей коллекцияһы самауырҙары менән танышып хуш еҫле үләндәрҙән әҙерләнгән сәйҙәр тәмләне. Ижади майҙансыҡтарҙа белгестәр самауыр тарихы, төрлө халыҡтарҙа сәй эсеү менән бәйле йолалар тураһында һөйләне.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ижади коллективының йәйге ялы тамам

Театрҙың ҙур залында артистар һәм театр етәкселеге ҡатнашлығында тәүге йыйылыш уҙғарылды. 106-сы миҙгелде башлауға рәсми старт октябрҙә биреләсәк, әммә спектаклдәр август һәм сентябрҙә лә ҡуйыласаҡ. Яңы ижад миҙгеленә пландар ҙур, тип билдәләне театр етәксеһе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай районында Торатау майҙанында «Спорт ере-2025» марафоны үтте

Тәбиғәт ҡосағында ойошторолған сәмле ярышта республиканың төрлө райондарынан йыйылған 600 кеше көс һынашты. Әүҙем ял ваҡытын яратыусылар араһында төрлө һөнәр эйәләре-табиптар, уҡытыусылар, төҙөүселәр, аграрийҙар, хоҡуҡ һаҡсылары булды. Улар волейбол, футбол, күңелле старттарнҙа ҡатнашты, үҙҙәрен ГТО үҙен һынап ҡараны.