БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.84K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө юридик институты 51-се тапҡыр лейтенанттар сығарҙы

Дәртле көйҙәр урынына гимн, ә дискотеканы вальс һәм парадта үтеү алмаштыра. Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты 51-се тапҡыр лейтенанттар сығарҙы. Уҡыу йортонда диплом тапшырыу тантанаһы үтте. Баш ҡаланың Совет майҙанында, Шайморатов һәйкәле янында уҙғарылған байрамда республика башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән Силәбегә тәүге электропоезд юлға сыҡты

Бөгөн Өфөнән Силәбегә тәүге электропоезд юлға сыҡты. Юғары тиҙлекле тимер юл транспорты Дим биҫтәһендә асылған яңы вокзалдан ҡуҙғалды. Ул аҙнаһына өс тапҡыр йөрөйәсәк. Яңы ҡала-ара маршрутҡа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Куйбышев тимер юлы етәксеһе Вячеслав Дмитриев старт бирҙе.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ҡаланың тарихи өлөшөндә Октябрь революцияһы урамын реконструкциялау дауам итә

Өфөлә ҡаланың тарихи өлөшөндә Октябрь революцияһы урамын реконструкциялау дауам итә. Проект Ленин урамынан Салауат Юлаев проспектына тиклем тергеҙеү эштәрен, шулай уҡ 20 мәҙәни мираҫ объектына ингән йорт-усадьбаларҙы реставрациялауҙы күҙ уңында тота.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика клиник онкология диспансерында фәнни-практик конференция старт алды

Республика клиник онкология диспансерында йола буйынса ике көнгә иҫәпләнгән фәнни-практик конференция старт алды. Был юлы уның темаһы итеп «Яман шештәрҙе дауалау тактикаһын камиллаштырыу» һайланған. Сара барышында Рәсәйҙең алдынғы онкологтарының оҫталыҡ дәрестәре үтте.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда 150 меңдән ашыу кешелә шәкәр сире асыҡланған

Башҡортостанда 150 меңдән ашыу кешелә шәкәр сире асыҡланған. Эпидемия кимәлендә таралған яман сиргә ҡаршы көрәш саралары көнүҙәк. Ил Президенты Владимир Путиндың дәүләтте үҫтереүҙәге милли маҡсаттар указына ярашлы, Башҡортостанда «Шәкәр диабеты менән көрәш» республика программаһы раҫланды. Уның аша пациенттарға ниндәй ярҙам һәм дауалау алымдары ҡаралған? Теманың дауамы киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы торба етештереү заводында яңы цех асылды

Туймазы торба етештереү заводында яңы цех асылды. Республикала пластик торбалар эшләү буйынса иң ҙур предприятиела айына 700 тонна продукция етештерелә. Сифатлы торбалар һыу һәм зәңгәр яғыулыҡ өсөн файҙалана. Цех киңәйеү менән Туймазыла яңы эш урындары булдырылған.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операция яугирының ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға - ҡыҙҙары тыуған

Сабый Республика клиник перинаталь үҙәгендә 3 килограмм 170 грамм ауырлыҡта, буйы 53 сантиметр булып донъяға килгән. Уға Алһыу тип исем ҡушҡандар.
Ҡыҙҙың атаһы әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта ил һағында тора. Әсәһе - Лениза ханым махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындарына ярҙам итә, гуманитар ылау туплауҙа ҡатнаша, төрлө саралар ойоштора.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙә һауа-десант ғәскәрҙәре көнө билдәләнде

Бөгөн Рәсәйҙә һауа-десант ғәскәрҙәре көнө. Ҡанатлы гвардия ветерандарын һәм шәхси составты байрам менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Төбәк етәксеһе «Патриот « хәрби - илһөйәрлек паркында Рәсәй геройы Максим Серафимов иҫтәлегенә һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашты һәм бер төркөм ир-егеттәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы . Өсөнсө йыл рәттән ошо майҙанда уҙғарылған байрамда пилотаж төркөм әҙерләгән сағыу тамаша күрһәтелде.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй Геройы Руслан Ғәрифуллинға «Алтын Йондоҙ» тапшырылды

Данлыҡлы 116-сы махсус тәғәйенләнештәге «ҡорос» бригадаһы командиры хәрби хеҙмәт барышында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн дәүләттең юғары наградаһы менән билдәләнде. Руслан Ғәрифуллинға «Алтын Йондоҙ»ҙо Росгвардия етәксеһе Виктор Золотов тапшырҙы. Награданы Рәсәй геройы тәүгеләрҙән булып яҡташтарына күрһәтте. Йәрмәкәй районында үткән осрашыу тураһында киләһе сюжет.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ ялдан һуң йәнә фронтҡа юлланды

Отпускыға бергә ҡайтҡан кеүек, махсус хәрби операция биләмәһенә лә яугирҙар ойошҡан рәүештә юллана. Ир-егеттәрҙе хеҙмәт урынына «Башавтотранс» автобустары алып бара. Маршрут республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторола.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Өршәк йылғаһы аша һалынған күперҙе ремонтлау ваҡытынан алда тамамланды

Өфө районы Булгаково ауылы эргәһендәге объектты төҙөкләндереү эштәре план буйынса август урталарына тиклем күҙалланғайны. Әммә транспорт хәрәкәте әле үк тулыһынса тереҙелде. . Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1980 йылда төҙөлгән һәм авария хәлендә тип танылған объектта ремонт һуңғы тапҡыр бынан 11 йыл элек яһалған. Өршәк йылғаһы аша күпер республиканың күпселек райондарына һәм туристик урындарға илткән трассала урынлашҡан. Көн һайын унан 58 меңгә яҡын автомобиль үтә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Учалы районы Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүсел звеноһын яңыртыу программаһы буйынса быйыл республикала 134 модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын урынлаштырыу күҙаллана. Былтыр ҙа ошо уҡ күләмдә медицина учреждениеһы файҙаланыуға тапшырылған. Учалы районы Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы улар иҫәбендә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Дим биҫтәһендә ҡулайлаштырылмаған һәм тыйылған һыу инеү урындарына сираттағы рейд үтте

Был юлы Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре менән 11 йәшлек Кәрим Хәбибуллинды ла алды. Мәктәп уҡыусыһы йәмәғәт контролен башҡара һәм ул бындай рейдтарға йыш сыға. Инде биш йыл самаһы ул ведомствоның ирекмәне булып тора.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың 36 районында хужалыҡтар иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар урып-йыйыуға тотонған

1 авгусҡа игенселәр 77,7 мең гектарҙы һуғып алған. Был дөйөм күләмдең 5,5 проценттан ашыуы. 300 мең тоннанан ашыу ашлыҡ ырҙын табаҡтарына оҙатылған. Республика хужалыҡтарында ужымды урып йыйыу барышы хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍21
Туймазылағы тимер юл вокзалы мәҙәни мираҫ тип танылды

Ул республика әһәмиәтендәге ҡомартҡылар исемлегенә индерелде. Бина 1959 йылда төҙөлгән. Ул әле лә ҡулланыуҙа. 1964 йылдың авгусында ҡалаға илдең Министрҙар Советы рәйесе Никита Хрущев килә. Ул ошо бинала ла була. Тимер юл вокзалы яңыртылған, әммә биҙәлешендә Совет йылдарындағы үҙенсәлектәр һаҡланып ҡалған.
👍1
Үҫмерҙәр Ағиҙелде матурлауҙа ҡатнаша

Ҡала хакимиәте башлығы Динис Ирназаров ошо турала социаль селтәрҙә яҙа. Йәштәрҙе берләштергән хеҙмәт отряды йәй аҙағына тиклем ҡаланы таҙартыу һәм йәшелләндереү эштәрен башҡара. “Был уларҙың тәүге тәжрибәһе. Беренсе тапҡыр аҡса эшләп ҡарау мөмкинлеге. Шулай уҡ ҡалалары өсөн яуаплылыҡ тойоу, уны тағы ла йәмлерәк итеү форсаты. Теләгәндәрҙе эшкә саҡырабыҙ. Ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итегеҙ”, - тигән Динис Ирназаров. Быйыл Башҡортостанда 3 мең ярым студент хеҙмәт урыны менән тәьмин ителгән.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһынан бушатылды

Был турала Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Республика башлығы әйтеүенсә, Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы икенсе эшкә күсерелә. Министр вазифаһында ул бер йылдан ашыу эшләне. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығын быға тиклем иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары булып эшләүсе Светлана Верещагина етәкләйәсәк.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан юл сифаты буйынса рейтингта бер баҫҡысҡа күтәрелеп 16 урынды биләне

Күрһәткестәр буйынса, республикалағы төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы юлдарҙың 68 проценттан ашыуы нормативтарға тап килә. Рейтингтың тәүге урындарын Мәскәү, Ханты- манси автономлы округы һәм Силәбе өлкәһе бүлешкән. Был төбәктәрҙә мең квадрат километрға тура килгән ҡаты япмалы юлдар күләме Башҡортостан менән сағыштырғанда күпкә әҙерәк. Волга буйы федераль округында республика был күрһәткестәр буйынса беренсе урында.
👍2
Башҡортостан мәктәптәренә капиталь ремонт эшләнә

Республикала мәктәп һәм колледждарҙа 15 авгусҡа тиклем капиталь ремонт тамамланырға тейеш. Һүҙ “Йәштәр һәм балалар" милли проектына ярашлы төҙөкләндерелгән белем усаҡтары тураһында бара. Быйыл 35 мәктәп, 3 колледж һәм 2 балалар баҡсаһы яңыртыла. Бының өсөн 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда һунарсылыҡ итеүгә квоталар билдәләнде

Ҡырағай хайуандар аулауға рөхъсәтте Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы бирә. Республика башлығы ҡул ҡуйған документҡа ярашлы, 1 августан алып киләһе йылдың ошо осорона тиклем республиканың һунарсылыҡ биләмәләрендә 3256 мышы, шул уҡ сама себер ҡоралайы, 77 һеләүһен, 16 болан ауларға мөмкин. Айыуҙарҙың саманан тыш артыуын иҫәпкә алып уларҙы атыуға 600 квота бирелә. Шулай уҡ 880 бурһыҡҡа һунар рөхсәте бирелә. Дөйөм тәғәйенләнештәге һунарсылыҡ биләмәләрендә ауға сығыу өсөн рөхсәт ҡағыҙҙары йәрәбә нигеҙендә таратыласаҡ.
👍2