Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Торатау Роберт Юлдашевтың «Ел моңо» фестивален ҡабул итә
Торатау Роберт Юлдашевтың «Ел моңо» фестивален ҡабул итә. Билдәле сәхнә оҫталары һәм йәш музыканттар ҡатнашлығындағы күләмле музыка һәм бейеү фестивале 7-9 августа Ишембай районында үтә. Әле ойоштороусылар сараға әҙерлек эштәре, репетициялар уҙғарыу менән мәшғүл.
Торатау Роберт Юлдашевтың «Ел моңо» фестивален ҡабул итә. Билдәле сәхнә оҫталары һәм йәш музыканттар ҡатнашлығындағы күләмле музыка һәм бейеү фестивале 7-9 августа Ишембай районында үтә. Әле ойоштороусылар сараға әҙерлек эштәре, репетициялар уҙғарыу менән мәшғүл.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Инвестиция сәғәте»ндә сәнәғәттә һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар ҡаралды
Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сираттағы «Инвестиция сәғәте»н үткәрҙе. Ултырышта сәнәғәттә һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар ҡаралды. «Башмаркет» компанияһы етәксеһе Лилиә Ғәскәрова Әбйәлил районы үҙәгендә күп функциялы сауҙа-сервис комплексын төҙөү пландары хаҡында һөйләне.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ойлтиммаш» Күмертауҙа 940 миллион һумлыҡ проектты тормошҡа ашыра
2017 йылдан республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фонды ярҙамында төбәктә 200-ҙән ашыу проект тормошҡа ашырылған. Былтыр иң ҙур займдарҙың береһен Күмертау ҡалаһындағы «Ойлтиммаш» компанияһы алған. 940 миллион һум производствоны яңыртыуға йүнәлтелгән. Шулай уҡ предприятие эшмәкәрлеге киңәйтелә, яңы ҡорамалдар һатып алына.

Өфөлә йәшәүсе ҡыҙ интернет аша төҙөүсе яллап алданған
Башлаған да ташлаған. Өфөлә йәшәүсе ҡыҙ интернет аша төҙөүсе яллап алданған. Алина ипотекаға фатир һатып алып ремонт эшләтергә була. Оҫтаны ул интернет -сервистан таба. Эш өсөн тейешле күләмде лә тулыһынса тапшырып ҡуя. Шул көндән алып уның күңел тыныслығы ла, ремонт та юҡ. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡортостанда квадрокоптерҙар юл ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы күҙәтә
«Һауалағы» рейд. Башҡортостан буйынса дәүләт автоинспекцияһы квадракоптер ярҙамында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы асыҡлай. Сираттағы рейд Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында үтте.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан баҫыуҙарында урып-йыйыу эштәре дауам итә
Башҡортостан баҫыуҙарында урып-йыйыу эштәре дауам итә. Төбәк аграрийҙары 200 мең тонна бойҙай һуғып алған. Туймазы районы ауыл хужалығы эшсәндәре лә бойҙай уңышына ҡыуана. Яҡын арала улар борсаҡ , кукуруз, етен һуғыуға әҙерләнә . Район аграрийҙары барлығы 11 мең гектар майҙанда уңыш йыйып алырға ниәтләй.

Балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһе Ҡоролтайҙа тикшерелде
Туған телде өйрәнеү балалар баҡсаһынан башлана. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында үткән ултырыш мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһенә арналды.

❤3
“Ишембайфильм” командаһы “Урал батыр” эпосы буйынса йәнһүрәт төшөргән
Йәнһүрәттең премьераһы 2 сентябрҙә ҡала мәҙәниәт һарайында була. Экранда тамашасылар Ишембай районы халҡын күрә ала. Күп кенә персонаждар – мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы артистарҙың образдары. Әле коллектив 3-сө серия өҫтөндә эшләй, тип хәбәр итә район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов социаль селтәрҙә.

Башҡортостанда белем усаҡтарындағы капиталь ремонт 15 авгусҡа тиклем тамамланасаҡ
«Йәштәр һәм балалар» милли проектының капиталь ремонт программаһы буйынса мәғариф учреждениеларында ремонт эштәре 15 авгусҡа тиклем тамамлана. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзалары белем усаҡтарында булып, проект үтәлеше менән танышты. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Инорс биҫтәһендә теркәлгән үлемесле авария сәбәптәрен асыҡлай
Уҙған төндә Сельская Богородская урамында 41 йәшлек ҡатын «ВАЗ» автомобиле аҫтында ҡала. Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә йәйәүле ауыр йәрәхәттәр менән реанимация бүлегенә оҙатыла, һуңынан вафат була. Билдәле булыуынса, ҡазаға тарыусы ер аҫты үткәүеле була тороп юл аша рөхсәт ителмәгән урындан сығырға уйлаған. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.

Өфөлә яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте
«Хәрби кәйеф менән еңеүгә!». Өфөлә яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. Ватан һаҡсыларын оҙатырға ҡатындары, балалары һәм яҡындары килде. Хеҙмәт урынына уларҙы уңайлы автобустар алып барасаҡ.
«Хәрби кәйеф менән еңеүгә!». Өфөлә яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. Ватан һаҡсыларын оҙатырға ҡатындары, балалары һәм яҡындары килде. Хеҙмәт урынына уларҙы уңайлы автобустар алып барасаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡтан фронтҡа күңел йылыһы менән әҙерләнгән аш-һыу оҙатыла
Ватан һаҡсылары өйҙә әҙерләнгән ризыҡтарҙы бик ярата. Сөнки унда яҡын кешеләрҙең күңел йылыһы һалына. Шуға ла Баймаҡ районында йәшәүссе ҡатын-ҡыҙҙар хәрбиҙәр өсөн төрлө аш-һыу даими әҙерләй. Былау бешереү хаҡында киләһе репортаж. .
Ватан һаҡсылары өйҙә әҙерләнгән ризыҡтарҙы бик ярата. Сөнки унда яҡын кешеләрҙең күңел йылыһы һалына. Шуға ла Баймаҡ районында йәшәүссе ҡатын-ҡыҙҙар хәрбиҙәр өсөн төрлө аш-һыу даими әҙерләй. Былау бешереү хаҡында киләһе репортаж. .
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 145 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль кисә үтте
Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Башҡортостандың беренсе халыҡ шағирының тыуыуына 145 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль кисә үтте. Сара мәҙәниәт фонды тарафынан ойошторолдо. Бындай саралар әҙәби мираҫты һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур этәргес бирә. Сара сиктәрендә авторҙың ижади юлы тураһында һирәк материалдар менән күргәҙмә асылды.

Башҡортостанда йәш педагогтарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә
Йәш педагогтар ауылға ҡайта. Республика программалары сиктәрендә ауылға эшкә урынлашҡан белгестәр һөнәрен камиллаштырып ҡына ҡалмай, йорт төҙөү өсөн миллион һумлыҡ финанс ярҙам ала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы алтынсы йыл эшләй. Уға ярашлы, ауыл-ҡасабаларға һәм 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға күсеп килгән уҡытыусыларға бер тапҡыр бирелә торған компенсация ҡаралған.

«Ватан» һәм «Шурави» футбол командалары иптәштәрсә уйын үткәрҙе
«Ватан» һәм «Шурави» футбол командалары иптәштәрсә уйын үткәрҙе. Өфөнөң «Динамо» стадионында уҙған осрашыу Һауа-десант ғәскәрҙәренең 95 йыллығына арналды. Майҙанға дәүләт власы органдары вәкилдәре, уларға ҡаршы элекке ҡанатлы пехота яугирҙары һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар сыҡты.

❤1
Өфөнән Силәбегә "Ҡарлуғас" йөрөй башланы
Бөгөн Өфөнән Силәбегә “Ҡарлуғас” электр поезының беренсе рейсы юлға сыҡты. Ул Дим станцияһынан ҡуҙғалды. Тантаналы сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Куйбышев тимер юлы етәксеһе Вячеслав Дмитриев ҡатнашты.
Радий Хәбиров:
“Приятное, радостное событие – постоянное расширение линейки поездок. Это большая слаженная работа с Куйбышевской железной дорогой. Мы практически 50 процентов железнодорожного состава поменяли на наших пригородных путях. Это на самом деле очень интересный маршрут. До Челябинска можно доехать и поездами дальнего следования, но новый маршрут очень удобный, комфортный и достаточно доступный с учётом скидок, возможностей для студентов. Мы еще больше приближаем друг к другу Челябинск и Республику Башкортостан. Впереди у нас планы точно такую же историю сделать с Самарой, с Магнитогорском, поэтому всё только начинается. Спасибо вам за ваш труд.”

Өфө юридик институты 51-се тапҡыр лейтенанттар сығарҙы
Дәртле көйҙәр урынына гимн, ә дискотеканы вальс һәм парадта үтеү алмаштыра. Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты 51-се тапҡыр лейтенанттар сығарҙы. Уҡыу йортонда диплом тапшырыу тантанаһы үтте. Баш ҡаланың Совет майҙанында, Шайморатов һәйкәле янында уҙғарылған байрамда республика башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Өфөнән Силәбегә тәүге электропоезд юлға сыҡты
Бөгөн Өфөнән Силәбегә тәүге электропоезд юлға сыҡты. Юғары тиҙлекле тимер юл транспорты Дим биҫтәһендә асылған яңы вокзалдан ҡуҙғалды. Ул аҙнаһына өс тапҡыр йөрөйәсәк. Яңы ҡала-ара маршрутҡа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Куйбышев тимер юлы етәксеһе Вячеслав Дмитриев старт бирҙе.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ҡаланың тарихи өлөшөндә Октябрь революцияһы урамын реконструкциялау дауам итә
Өфөлә ҡаланың тарихи өлөшөндә Октябрь революцияһы урамын реконструкциялау дауам итә. Проект Ленин урамынан Салауат Юлаев проспектына тиклем тергеҙеү эштәрен, шулай уҡ 20 мәҙәни мираҫ объектына ингән йорт-усадьбаларҙы реставрациялауҙы күҙ уңында тота.
Өфөлә ҡаланың тарихи өлөшөндә Октябрь революцияһы урамын реконструкциялау дауам итә. Проект Ленин урамынан Салауат Юлаев проспектына тиклем тергеҙеү эштәрен, шулай уҡ 20 мәҙәни мираҫ объектына ингән йорт-усадьбаларҙы реставрациялауҙы күҙ уңында тота.
❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика клиник онкология диспансерында фәнни-практик конференция старт алды
Республика клиник онкология диспансерында йола буйынса ике көнгә иҫәпләнгән фәнни-практик конференция старт алды. Был юлы уның темаһы итеп «Яман шештәрҙе дауалау тактикаһын камиллаштырыу» һайланған. Сара барышында Рәсәйҙең алдынғы онкологтарының оҫталыҡ дәрестәре үтте.