Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан юлдарын бушатып, автомобиль хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк
Башҡортостан юлдарын бушатып, автомобиль хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк. Был аҙнала ил президенты Владимир Путин видеоконференция режимында М-12 «Көнсығыш» федераль трассаһының дүрт һыҙатлы Дүртөйлө-Әшит юлын асыуға старт бирҙе. Яңы транспорт артерияһы төбәктең инвестиция ҡеүәтен арттырып, сауҙа, производство, эске туризм үҫешенә яҡшы йоғонто яһар тип көтөлә. Киләсәк маҡсаттар тураһында киләһе сюжетта.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Былтыр Иглин районында 19 юл буйы сервисы файҙаланыуға тапшырылған
Былтыр Иглин районында 19 юл буйы сервисы файҙаланыуға тапшырылған. Быйыл тағы ла өс объект асыу планлаштырыла. Был аңлашыла, сөнки төбәк аша һалынған М-5 «Урал» трассаһы буйлап тәүленә 10 мең самаһы автомобиль үтә. Шуға күрә бында юл буйы сервисын үҫтереү водителдәрҙең һәм пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген һәм уңайлылығын тәьмин итеү өсөн бик мөһим.

«Русь» аҙыҡ-түлек банкы вәкиле -«Аҙыҡ-түлек» төбәк банкынан 33 меңдән ашыу мохтаж кешегә ризыҡ тапшырылған
«Русь» аҙыҡ-түлек банкы вәкиле -«Аҙыҡ-түлек» төбәк банкынан 33 меңдән ашыу мохтаж кешегә ризыҡ тапшырылған. Социаль йүнәлештәге ярҙам йыл дауамында ауыр тормош хәленә тарыған ғаиләләрҙең балаларына, яңғыҙ ҡалған өлкәндәргә күрһәтелә.

❤1
Өфө-Иглин-Ҡыҙыл Яр-Павловка юлы тәртипкә килтерелгән
Ремонт “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы башҡарылған. Эшселәр Иглин һәм Нуриман райондарында 4 участкала юл ҡатламын яңыртҡан, уның ситтәрен нығытҡан, һыҙаттар төшөргән. “Ауыл халҡы өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы юл булды. Был трассанан Павловка һыуһаҡлағысына һәм башҡа матур урындарға бик күп туристар йөрөй”, - тип белдерҙе Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Благовар районында ике инәй 100 йәшен билдәләй
Бер быуатлыҡ юбилярҙар Әҡлимә Ғәниева һәм Сәғиҙә Әхмәтшина тураһында район хакимиәте башлығы Марат Йосопов яҙған. Әҡлимә Әхкәметдин ҡыҙы 40 йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләй. Бөгөн мәғариф ветераны балалары менән йәшәй. Сәғиҙә Мәзит ҡыҙы - комбайнсы. Ул 4 бала тәрбиәләп үҫтергән. “Инәйҙәр яҡташтарының хөрмәтен ҡаҙанды. Юбилярҙарға ғаилә бәхете, йылы осрашыуҙар, яҡындар хәстәрлеге теләйем”, - тип яҙған телеграм каналында Марат Йосопов.

Ике ай эсендә Башҡортостанда 50 кеше һыуға батып һәләк булған
Ике ай эсендә Башҡортостанда 50 кеше һыуға батып һәләк булған. Үлемесле осраҡтарҙың сәбәбе һәр ваҡыттағыса хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иңҡар итеү менән бәйле. Спиртлы эсемлек эсеп һыу төшөү, рөхсәт ителмәгән пляждарға йөрөү, балаларҙы һыуҙа ҡарауһыҙ ҡалдырыу һәм башҡа сәбәптәр йылдағыса фажиғәләргә килтерә. Ҡотҡарыусылар эҫе көндәрҙә даими рейдтар ойоштора. Улар ял итеүселәргә хәүефһеҙлек талаптарын аңлатып һыу ингәндә уяу булырға кәңәш итә.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тәбиғәт ҡосағында ял иткәндә таҙалыҡ тураһында оноторға ярамай
Шул уҡ ваҡытта тәбиғәт ҡосағында ял иткәндә таҙалыҡ тураһында ла оноторға ярамай. Был хаҡта Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы иҫкә төшөрә. Ведомство һыу ятҡылыҡтарында ял итеүселәрҙе таҙалыҡты һаҡларға саҡырып мөрәжәғәт итте. Был үтенес айырыуса ҡырҙа шешлек ҡурыусыларға, балыҡ ҡармаҡлаусыларға, һыу инеүселәргә ҡағыла.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай районы Һайран ауылында янғын һүндереүселәр ярышты
Ишембай районы Һайран ауылында янғын һүндереүселәр ярышты. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүҙе һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙе, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүселәрҙең һөнәри кимәлен күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған һөнәрмәндәр бәйгеһе республиканың төрлө район-ҡалаларынан 100-ҙән ашыу ҡотҡарыусыны берләштерҙе.
Ишембай районы Һайран ауылында янғын һүндереүселәр ярышты. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүҙе һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙе, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүселәрҙең һөнәри кимәлен күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған һөнәрмәндәр бәйгеһе республиканың төрлө район-ҡалаларынан 100-ҙән ашыу ҡотҡарыусыны берләштерҙе.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Иорданияға урта рус бал ҡорттарының башҡорт популяцияһынан 200 күс экспортҡа оҙатылды
Иорданияға урта рус бал ҡорттарының башҡорт популяцияһынан 200 күс экспортҡа оҙатылды. Ветеринария һәм фитосанитория күҙәтеүе федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, барлыҡ лаборатория тикшеренеүҙәре тулы күләмдә уңышлы ойошторолған һәм импортер ил талаптарына яуап бирә.
Иорданияға урта рус бал ҡорттарының башҡорт популяцияһынан 200 күс экспортҡа оҙатылды. Ветеринария һәм фитосанитория күҙәтеүе федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, барлыҡ лаборатория тикшеренеүҙәре тулы күләмдә уңышлы ойошторолған һәм импортер ил талаптарына яуап бирә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районынан Исламовтар төбәктең бәләкәй эшҡыуарлығын күтәреүгә өлгәшкән
Ябай ҡыҙыҡһыныуҙан ҙур компанияға тиклем үҫкән бизнес. Ҡырмыҫҡалы районынан Исламовтар алтаҡталар, картина кеүек тиҫтәләрсә төр әйбер етештереп төбәктең бәләкәй эшҡыуарлығын күтәреүгә өлгәшкән. Шулай уҡ урындағы халыҡты эш урындары менән тәьмин иткән.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Первушин» аэродромы «Асыҡ күк» Бөтә Рәсәй слетын ҡабул итте
Башҡортостанға авиация һөйөүселәре йыйылды. «Первушин» аэродромы «Асыҡ күк» Бөтә Рәсәй слетын ҡабул итте. Сарала самолеттар күргәҙмәһе, авиашоу, парашютсылар сығышы ойошторолдо.

👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда күпләп күперҙәр төҙөлә һәм ремонтлана
Башҡортостанда күпләп күперҙәр төҙөлә һәм ремонтлана. Әле бер нисә тиҫтә ҡоролмала эш алып барыла. Уларҙың дүртәүһе федераль магистралдәрҙә төҙөлә. Тағы ла М-5 «Урал», М-7 «Волга» һәм Р-240 трассаларындағы 14 күперҙә планлы ремонт бара. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, шулай уҡ төбәк һәм муниципаль юлдарҙа 16 күпер һалына.

Капиталь ремонт башҡарылған барлыҡ мәктәптәр ҙә 15 авгусҡа тиклем әҙер булырға тейеш
Капиталь ремонт башҡарылған барлыҡ мәктәптәр ҙә 15 авгусҡа тиклем әҙер булырға тейеш. Илдә белем усаҡтарын уҡыу йылы башланғансы тиклем сафҡа индереү ҡаралған. Башҡортостан етәкселеге мәғариф учреждениеларын файҙаланыуға тапшырыу ваҡытын ярты айға алға күсерергә ҡарар иткән. Балалар 1 сентябргә тулыһынса әҙер мәктәптәргә килергә тейеш, тине Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев оператив кәңәшмәлә. Радий Хәбиров капитал ремонт һүлпән алып барылған объекттарҙа эште йәнләндерергә һәм тапшырыу ваҡытын һуҙмаҫҡа ҡушты.

Өфөлә мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына илткән юлдар төҙөкләндерелә
Өфөлә мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына илткән юлдар төҙөкләндерелә. Был ҡала мэры Ратмир Мәүлиев тәҡдиме буйынса «Белемгә юл» проекты сиктәрендә башҡарыла. Ул тротуарҙарҙы төҙөкләндереү программаһының дауамы булып тора. Уға ярашлы 81 объектты ремонтлау планлаштырыла, уларҙың 67-һе мәктәптәр һәм балалар баҡсалары. Өҫтәмә рәүештә проект сиктәрендә яңы светофорҙар ҡуйыу һәм элеккеләрен яңыртыу, биләмәләрҙе яҡтыртыу эштәре планлаштырылған

Тыуған ерҙә көс туплағандан һуң йәнә ватан һағына
Тыуған ерҙә көс туплағандан һуң йәнә ватан һағына. 60-тан ашыу яҡташыбыҙ үҙ хәрби позицияларына ҡайта. «Өфө-арена» алдындағы майҙанда яугирҙарҙы фронтҡа оҙатыу тантанаһы үтте. Сарала власть органдары һәм хәрби комиссариат вәкилдәре ҡатнашты. Сығыш яһаусылар ил һаҡсыларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, уларҙың батырлығын һәм фиҙаҡәрлеген билдәләне.

«Патриот» паркында «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектының тәүге уҡытыу модуле старт алды
Яңы быуын идарасылары. Шишмә районындағы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектының тәүге уҡытыу модуле старт алды. Һайлап алыу этаптарын уңышлы үтеп, финалға сыҡҡан 70 кеше лекция-семинарҙарҙа ҡатнашыуҙан тыш, төбәктең идарасы командаһындағы остаз ҡарамағында эшләйәсәк-тармаҡты һәр кем үҙе һайлай ала. Курс тыңлаусылары менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты.

Йәрмәкәйҙәр айыҡ тормош һәм сәләмәт йәшәү рәүешен һайлай
Йәрмәкәйҙәр айыҡ тормош һәм сәләмәт йәшәү рәүешен һайлай. Район 2019 йылдан алып «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша. Пионер, Спартак ауыл биләмәләре республика күләмендә финалға сығып 25 мең һумлыҡ аҡсалата бүләккә лайыҡ булған. 2023 йылдағы конкурста Бекетов ауылы биләмәһе еңеү яулаған.
Йәрмәкәйҙәр айыҡ тормош һәм сәләмәт йәшәү рәүешен һайлай. Район 2019 йылдан алып «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша. Пионер, Спартак ауыл биләмәләре республика күләмендә финалға сығып 25 мең һумлыҡ аҡсалата бүләккә лайыҡ булған. 2023 йылдағы конкурста Бекетов ауылы биләмәһе еңеү яулаған.
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүсе Таисия Павлова 7-се тапҡыр әсәй булған
Өфөлә 7-се тапҡыр әсәй булған Таисия Павлова бала табыу йортонан өйөнә ҡайтты. Бәхетле әсә менән сабыйҙы ғаилә башлығы Сергей Сергеевич ҡаршыланы. Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә 20 ярҙам сараһы ғәмәлдә. Уларҙың дөйөм суммаһы 4 миллиард һумдан ашыу. Йыл һайын баш ҡаланың перинаталь үҙәгендә 4 мең бала донъяға килә. Был һәр дүртенсе сабый тап ошонда тыуа тигән һүҙ. Перинаталь үҙәктә шулай уҡ республиканың 14 районынан йөклө ҡатын-ҡыҙҙар хеҙмәтләндерелә.

Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында «Атайлыҡ» тип исемләнгән үҙенсәлекле лагерь эш башланы
Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында «Атайлыҡ» тип исемләнгән үҙенсәлекле лагерь эш башланы. Йәйге ял майҙансығы балаларҙың тирмәләрҙә йәшәп, этник рухта һуғарылған сараларҙа ҡатнашыуын күҙ уңында тота. Сираттағы смена ҡыҙҙар өсөн ойошторолдо.
Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында «Атайлыҡ» тип исемләнгән үҙенсәлекле лагерь эш башланы. Йәйге ял майҙансығы балаларҙың тирмәләрҙә йәшәп, этник рухта һуғарылған сараларҙа ҡатнашыуын күҙ уңында тота. Сираттағы смена ҡыҙҙар өсөн ойошторолдо.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Өфө» футбол клубы Беренсе лиганың яңы миҙгелендә старт алды
«Өфө» футбол клубы Беренсе лиганың яңы миҙгелендә старт алды. Ике айлыҡ тәнәфестән һуң Омари Тетрадзе командаһы «СКА-Хабаровк» менән осрашты.

👍2❤1