БСТ | Яңылыҡтар
2.44K subscribers
5.09K photos
7.65K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Мәләүездә: сәнәғәт, аҙыҡ-түлек һәм спорт торошо менән танышты

«Мәләүез минераль ашламалар» предприятиеһы 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Химия сәнәғәте һәм ауыл хужалығы тармағы өсөн ҙур күләмдә аммиак селитраһын етештереүсе ҡеүәтле завод хеҙмәткәрҙәрен юбилей уңайынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе Мәләүез һөт-консерва комбинаты эшмәкәрлеге менән танышты, төҙөкләндерелгән «Спартак» стадионын асыу тантанаһында ҡатнашты.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Нуриман районында Йәмил Төхбәтовҡа мемориаль таҡтаташ асылды

Һәр ваҡыт кешеләргә ярҙамға килергә әҙер ине. Бөгөн Нуриман районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы сержант Йәмил Төхбәтовҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Уны Павловка ауылының Эҙләү-ҡотҡарыу отрыды бинаһында урынлаштырҙылар. Йәмил Рәмил улы тап Павловка отрядында ҡотҡарыусы булып эшләй. Мобилизацияланған яҡташыбыҙ теүәл бер йыл элек хәрби бурысын үтәгәндә вафат була. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда табипҡа яҙылыу 92 процент дистанцион рәүештә башҡарыла

Башҡортостанда табипҡа яҙылыу 92 процент дистанцион рәүештә башҡарыла. Был йәһәттән республика һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу планын уҙып китә. Төбәк «беренсел медицина-санитар ярҙамдың һөҙөмтәлелеген арттырыу» пилот проектында ҡатнаша.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Турахан» симпозиумы Башҡортостанда халыҡтар мәҙәниәтен берләштерә

Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан - Башҡортостанда «Турахан» өсөнсө халыҡ-ара этнохудожество симпозиумы старт алды. Ул Евразия күсмә цивилизациялар музейы башланғысы менән ойошторолған. Сарала төрлө быуын рәссамдары ҡатнаша.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районындағы «Әкиәттә ҡунаҡта» аллеяһында яңы скульптуралар ҡуйылды

Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районындағы «Әкиәттә ҡунаҡта» аллеяһында яңы скульптуралар ҡуйылды. Әкиәт геройҙарын балалар матур тамаша менән ҡаршы алды. Вологода урамында урынлашҡан аллеяға үткән йылда төҙөкләндереү эштәре уҙғарылған, бында яңы асфальт түшәлгән, яҡтыртыу ҡоролмалары, эскәмйәләр ҡуйылған. Әммә аллеяның төп биҙәге булған әкиәт геройҙары емерек хәлдә ҡалған.
1👍1
Александр Беленов йәнә "Өфө" ҡапҡаһын һаҡлай

Башҡортостан футбол клубы ҡапҡа һаҡсыһы менән килешеү төҙөнө. Александр Беленов Өфө өсөн 2017 йылдан 2022 йылға тиклем сығыш яһаны. Башҡортостан командаһы Беренсе лигала уйнай. Чемпионат 19 июлдә башлана.
👍1🔥1
Баҡалы районы Иҫке Маты мәктәбе "Беренселәр хәрәкәте" конкурсында еңеү яуланы

Был турала район хакимиәте башлығы Олег Ефимов хәбәр итте. - Уҡыусылар һәм уларҙың остаздары 200 мең һум менән бүләкләнде. Был аҡсаны үҙ проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн тотоналар, - тине ул. "Беренселәр хәрәкәте"нең башланғыс бүлексәләре конкурсы икенсе тапҡыр уҙғарыла. Быйыл көҙ проекттың яңы этабы башлана.
1👍1👎1
Башҡортостанда ике меңдән ашыу юл яны сервис объекты булдырылған

Был турала Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров белдерҙе. 700 яғыулыҡ станцияһы, 500-ҙән ашыу магазин, 230 кафе, 22 ҡунаҡхана, 58 электромобиль зарядлау станцияһы бар. - Башҡортостанда юл яны сервисын үҫтереү концепцияһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды. Тағы 1 меңдән ашыу объект төҙөү һәм шунсаһын төҙөкләндереү маҡсаты ҡуйылған, - тине министр.
Өфөлә Миҙхәт Шакиров исемендәге сквер төҙөкләндерелә

Бының өсөн 85 миллион һумдан ашыу аҡса тотонола. Аҡса ҡала һәм республика бюджетынан бүленә, тип яҙа РБК агентлығы. Әле эште башҡарыусы компания һайлана. Контракт буйынса төҙөкләндереү быйыл ноябргә тиклем тамамланырға тейеш. Уҙған йылда был скверҙа Радий Хәбиров булды. Ул биләмәне тәртипкә килтереү кәрәклеге һәм КПССтың Башҡортостан өлкә комитеты беренсе секретарына һәйкәл ҡуйыласағы тураһында белдерҙе.
Башҡортостан муниципалитеттары стелаһын таныта ала

1 августан Бөтә Рәсәй конкурсына ғариза ҡабул ителә башлай. Уның барышында ауыл-ҡалаларға һәм йәмәғәт биләмәләренә ингән урындарҙағы стелаларға баһа бирелә, иң яҡшылары һайлана. Еңеүселәр декабрҙә тауыш биреү юлы менән асыҡлана.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы юғары дәүләт наградалары менән бүләкләне

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы юғары дәүләт наградалары менән бүләкләне. Яугирҙарҙы тәбрикләү сараһы Республика менән идара итеү үҙәгендә аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә үтте. Алғы һыҙыҡта ватан өсөн көрәшкән хәрбиҙәр генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Медицина взводының медицина бүлеге командирына генерал Шайморатов миҙалы тапшырылды.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ районында үлемесле авария теркәлгән

Өс кеше һәләк булған, икәүһе дауаханала. Үлемесле авария Стәрлетамаҡ районы Ашҡаҙар ауылы тәңгәлендә - Өфө-Ырымбур трассаһының 135-се километрында теркәлгән. «Киа Оптима» менән Лада Ларгус» автомобилдәре бәрелешкән. Аварияла Кианың 22 йәшлек водителе, «Лада Ларгуста ултырған 40 һәм 51 йәштәге ике ҡатын һәләк булған. Тағы ла ике кеше Стәрлетамаҡ дауаханаһына килтерелгән. 21 йәшлек ҡыҙ ауыр хәлдә реанимация, 44 йәшлек ир травматология бүлектәренә урынлаштырылған. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында Иван купала байрамы билдәләнде

Белорус халҡының быуаттар төпкөлөнән килгән байрамы 90-сы йылдар башында райондың ошо милләт вәкилдәре күпләп йәшәгән Балтик ауыл советы биләмәһендә тергеҙелә. Әлеге ваҡытта ул республика байрамы статусына эйә. Ғәҙәттәгесә, байрам майҙансығында төбәктең ҡул эштәре оҫталары, шулай уҡ белорус милли аштары күргәҙмәләре ойошторолдо.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүездә төҙөкләндерелгәндән һуң «Спартак» стадионы үҙ ишектәрен яңынан асты

Мәләүездә төҙөкләндерелгәндән һуң «Спартак» стадионы үҙ ишектәрен яңынан асты. Спорт һөйөүселәрҙың шатлығын Радий Хәбиров уртаҡлашты. Былтыр республика етәксеһе объектты реконструкциялауҙы тамамларға ҡушҡайны. Бының өсөн бюджеттан 54 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә сәйәси партияларҙың йәштәр берләшмәләре вәкилдәре мини-футбол буйынса турнирҙа ҡатнашты

Эш кейемдәрен спорт формаһына. Өфөлә сәйәси партияларҙың йәштәр берләшмәләре вәкилдәре мини-футбол буйынса турнирҙа ҡатнашты. иптәштәрсә матчтар тәүге тапҡыр «Нефтсе» стадионында үтте һәм бер юлы ике ваҡиғаға арналды. Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 30 йыллығы. Быға тиклем командалар шундай уҡ волейбол турнирына иң көслөнө асыҡлағайны.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров яугирҙарҙы бүләкләне, баҡыр ятҡылығын күҙәтеүгә алды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы юғары дәүләт наградалары менән бүләкләне. Тәбрикләү тантанаһы Республика менән идара итеү үҙәгендә аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә үтте. Көн тәртибендә йылытыу миҙгеленә әҙерлек һорауҙары ҡаралды. Төбәк башлығы Радий Хәбиров Әбйәлил районында баҡырҙы геологик разведкалау кампанияһын шәхми контролгә алды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районында геологик разведка йәмәғәт контроле аҫтында үтә

Бөтә эштәр асыҡ һәм законға ярашлы булырға тейеш. Әбйәлил районының Ҡырҡтытау һырты янында геологик разведка эштәре урынында йәмәғәт күҙәтеү советы ағзалары һәм эксперттар булды. Улар «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең геологик разведка эшмәкәрлеге менән танышты. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының шәхси составы өсөн яңы туҡланыу урыны асылды

Ер аҫтындағы ашхана. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының шәхси составы өсөн яңы туҡланыу урыны асылды. Уҡыу полигондарының береһендә урынлашҡан ҡоролма 150 квадрат метр майҙанды биләй. Бында бер юлы өс тиҫтәгә тиклем яугир туҡлана ала.
👍31🤬1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәскәүҙең «Коломенское» музей-ҡурсаулығында һабантуй байрамы үтте

Уҙған шәмбе Мәскәүҙең «Коломенское» музей-ҡурсаулығында һабантуй байрамы үтте. Унда Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡтаншаты. Республика төбәктрендә кеүек үк, быйыл Мәскәү һабантуйы ла Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Алғаҙы ауылының 300 йыллығы уңайынан «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтте

Баймаҡ районы Алғаҙы ауылының 300 йыллығы уңайынан «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтте. Тантана бай тарихлы ауылда тыуып үҫкән, ситтә йәшәгән замандаштарҙы бергә йыйҙы. Осрашыу уларҙы бергә тупланы, туғанлыҡ хистәрен яңыртты. Артабан киләһе сюжетта.
1