БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.98K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы ирекмәндәре сираттағы гуманитар ылау менән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Баймаҡ районынан «Беҙ бергә» ирекмәндәр ойошмаһы сираттағы гуманитар ылау менән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Был юлы улар үҙҙәренең сәфәрен Бөйөк Ватан һуғышы яуҙарында алышҡан ата-бабаларыбыҙ иҫтәлегенә бағышланы.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Урман» операцияһы дауам итә

Республикала «Урман» операцияһы бара. Оператив -профилактик сарала хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, урман инспекторзары ҡатнаша. Урманды файҙаланыу ҡануниәтен боҙоу, шул иҫәптән урман ултыртылған урындарҙы законһыҙ ҡырҡыу осраҡтарына юл ҡуймау һәм уларҙы иҫкәртеү өсөн үткәрелгән рейд тураһында тулыраҡ киләһе репортажда.
👍2
Башҡортостан Конституцияһына төҙәтмәләр индерелде

Документты республика парламенты ҡарауына Радий Хәбиров тәҡдим итте. Уға ярашлы, Башҡортостан Башлығы һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға вәкәләттәр өҫтәлә. Хөкүмәт ҡарауында булған мәсьәләләр аныҡлана. Республика парламенты закондар үтәлешен контролдә тота, премьер-министр һәм уның урынбаҫарҙарына ышаныс буйынса мәсьәләне ҡарай, урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттәр ҡабул итә. Шулай уҡ йәштәр йәмәғәт палатаһы закон проекттары әҙерләп парламент ҡарауына тәҡдим итеү хоҡуғын ала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 153-сө лицейын тамамлаусы Алексей Лобов Берҙәм дәүләт имтихандарында 300 балл йыйҙы

Өфөнөң 153-сө лицейын тамамлаусы Алексей Лобов Берҙәм дәүләт имтихандарында 300 балл йыйҙы. Был республика тарихында тәүге күренеш. Уның белеме физика, информатика һәм профилле математика буйынса максималь балл менән баһаланған. Шулай уҡ Алексей рус теленән дә имтиханын 94 балға яҙған. Егетте уҡытыусылары намыҫлы һәм фекерле уҡыусы булараҡ билдәләй. Алексей айырыуса теүәл фәндәрҙе ярата икән. Киләсәктә мәғлүмәт технологиялары йүнәлешен һайларға ниәтләй.
2👍1
Бүздәк-Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 километры яңыртылды

"Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы был юлда эштәр әле дауам итә. Юл билдәләре һыҙыла. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, трассанан көн һайын 3 мең ярымдан ашыу машина үтә. Ул Благовар, Бүздәк, Саҡмағош, Дүртөйлө райондарын федераль юлдар менән тоташтыра.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы 500 мең һумға тиклем арттырыла

Башҡортостанда быйылдан Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһының күләме 500 мең һумға тиклем арттырыла. Конкурсҡа әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәрен тәҡдим ителергә мөмкин. Ижади эш авторҙары араһынан 3 еңеүсе билдәләнә. Уларға башланғыстарын тормошҡа ашырыу буйынса дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк. Документтар 1 июлгә тиклем ҡабул ителә
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
28 июндә Өфөлә Йәштәр көнө ҙур концерт менән билдәләнәсәк

28 июндә Өфөлә Йәштәр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министрлығы баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарын ҙур концертҡа саҡыра - сәхнәлә республиканың билдәле йәш башҡарыусылары һәм Мәскәү йырсылары сығыш яһаясаҡ. Байрам майҙанында төрлө күргәҙмәләр, ҡыҙыҡлы уйындар ойоштороу, блогерҙар менән осрашыуҙар ҡаралған. Сара Ағиҙел яры буйындағы майҙанда көндөҙгө сәғәт өстә башлана.
1👍1
Башҡортостандан Алина Зураева ҡырғыҙ көрәше буйынса чемпион булды

Ул 66 килограмға тиклем ауырлыҡта алтын миҙал яуланы, тип хәбәр итәләр Спорт министрлығынан. Донъя чемпионаты Ҡазанда үтте. Унда 31 илдән спортсылар ҡатнашты. Был төр көрәш Ҡырғыҙстанда танылған, тип билдәләне вице-премьер-спорт министры Руслан Хәбибов.
👍1
Башҡортостанда етемдәр эшкә урынлашҡанда финанс ярҙам ала

Республика парламенты ата-әсә ҡарауһыҙ ҡалғандарға өҫтәмә гарантиялар тураһында законға төҙәтмәләр индерҙе. Ул тәүге тапҡыр эшкә урынлашыусыларға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Әле 23 йәшкә тиклемге, беренсегә эш эҙләүсе булып рәсми теркәлгәндәргә ярты йыл буйы эшһеҙлек буйынса иң юғары пособие түләнә. Район коэффициенты менән ул 17 мең 300 һум. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, ошо ярты йыл тамамланғансы эш тапҡандар өсөн өҫтәмә түләү ҡаралған. Уларға айлыҡ түләү республикала уртаса эш хаҡына еткерелә. Айырманы дәүләт түләй. Башҡортостанда уртаса айлыҡ эш хаҡы 68 мең 848 һум, тигән мәғлүмәттәр бирә Статистика хеҙмәте.
1👍1
Өфөлә түләүле парковкалар өсөн автоматлаштырылған система булдырыла

Уның менән ҡала хакимиәте идара итә. Ошо турала ҡарарға ҡул ҡуйылды. Достоевский, Карл Маркс, Киров, Коммунистик һәм Чернышевский урамдарында 9 түләүле парковка был йома, 27 июндә асыла. Уларҙа 2 мең машина өсөн урын бар. Парковканың һәр сәғәте өсөн 40 һум түләргә кәрәк.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йыл башынан «Сәләмәтлек поездары» табиптары республикала йәшәүсе 72 мең кешенең һаулығын тикшергән

Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров белдерҙе. Республика башлығы билдәләүенсә, «Сәләмәтлек поездары» 2019 йылдан рейсҡа сыға. Күсмә ҡабул итеүҙәр ауылда йәшәүселәр профилле белгестәргә ваҡытында күренә алһын һәм уларға тейешле диагноз ҡуйылһын өсөн ойошторола.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Нефтекамала былтыр ғына һөт кухняһы 650 мең тонна һөт эшкәрткән

Был иһә балалар өсөн миллион ярым порция һөт, ете йөҙ меңдән ашыу йогурт һәм өс йөҙ мең эремсек етештерелгән тигән һүҙ. Ҡала халҡы бушлай бирелгән һөт кухняһының өҫтөнлөктәрен күптән баһалап өлгөргән.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районында яугирҙар һәм ирекмәндәр өсөн тактик медицина буйынса семинар уҙғарылды

Шишмә районында Әлкә инженер-сапер бригадаһы һалдаттары һәм ирекмәндәр өсөн тактик медицина буйынса семинар уҙғарылды. Теоретик һәм практик дәрестәр барышында улар Ғәҙәттән тыш хәл шарттарында, ғүмер өсөн хәүефле осраҡтарҙа үҙҙәренә һәм зыян күреүселәргә беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәнде.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Ҡулса урамы 170 кәсер 2 йортонда йәшәүселәр йыл һайын ҡыйыҡтан аҡҡан һыуға ҡаршы көрәшә

Өфөнөң Ҡулса урамы 170 кәсер 2 йортонда йәшәүселәр йыл һайын ҡыйыҡтан аҡҡан һыуға ҡаршы көрәшә. Проблема юғары ҡаттарҙа йәшәүселәрҙе генә борсомай, ямғыр һыуҙары икенсе ҡатҡа тиклем үтә. Төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеү ҙә тейешле һөҙөмтә бирмәгән .
👍2🤯1😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев исемендәге «Сәсән һүҙе нур сәсә» асыҡ республика конкурсы үтте

Хәйбулла районында Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев исемендәге «Сәсән һүҙе нур сәсә» асыҡ республика конкурсы үтте. Ике йылға бер ойошторолған бәйгелә Башҡортостан район-ҡалаларында һәм күрше төбәктәрҙә йәшәүсе 40 сәсән һәм йыраусы ҡатнашты. Мөхәмәтйән Абдулла улы халыҡ ижадын һаҡлау һәм үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхес. Уның репертуарында 100-ҙән ашыу оҙон йыр, мөнәжәт, бәйет һәм таҡмаҡтар урын алған. Сит ил сәхнәләрендә лә сығыш яһап, башҡорт мәҙәниәтен танытҡан.
👏2
Башҡортостан Ҡытайға рапс майын ебәреүҙе арттыра

Йыл башынан күрше дәүләткә 7 мең ярым тонна продукция экспортҡа оҙатылған. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 2 мең ярым тоннаға күберәк. Рапс майы өлгөләре лаборатияла тикшереү үткән, барлыҡ санитар нормаларға тап килә, тип белдерәләр Рәсәй Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең республика буйынса идаралығынан.
👍1
Башҡортостанда йәш ғаилә мутлашыусыларҙан алданған

Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡта 24 йәшлек иргә шылтыратыусы үҙен һалым хеҙмәткәре тип таныштырған. Мәғлүмәттәрҙе яңыртыу өсөн смс-кодты әйтергә күндергән. Ошонан һуң йәнәһе лә Үҙәк банк менән элемтә булған. Ирҙең исеменә кредит алырға маташыуҙары тураһында иҫкәрткәндәр. Аҡсаны һаҡлап ҡалыу өсөн тиҙерәк яуап кредиты алырға кәрәк тигәндәр. Ир үҙенә һәм ҡатыны исеменә аҙна буйы кредит алып мутлашыусыларға 5 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Был хәл буйынса енәйәт эше асылған.
😱1
Көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу ҡиммәтләнә

Төбәк операторҙары 1 июлдән хаҡтарҙы 7 проценттан 13 процентҡа тиклем күтәрергә ниәтләй. Торлаҡ йорттоң төрөнә һәм урынлашыу биләмәһенә ҡарап, сүп сығарыу өсөн айлыҡ түләү 130 һумдан артмаҫҡа тейеш, ти белгестәр.
😱1
⚡️ Разыгрываем 2 сертификата в книжный магазин!

Любите читать? Тогда скорее участвуйте в нашем розыгрыше!

Два счастливчика могут стать обладателями подарочных сертификатов в один из крупнейших книжных магазинов.

👉🏻 Как принять участие в розыгрыше?

Подпишись на каналы ниже и нажми кнопку “Участвую”:

БСТ | Новости Башкортостана

ЮЛДАШ радиоһы

БСТ | Яңылыҡтар

Бот-рандомайзер случайным образом выберет двух победителей 30 июня в 14:00. Обратите внимание, что сертификаты можно будет забрать у нас в офисе по адресу: Уфа, ул. Гафури 9/1.

🥳 Всем удачи!
1-се курс студенттары фестивале уҙғарыла

Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Сара 4-се сентябрҙә Көрәш һарайында үтәсәк. Студенттарҙы беренсе курсҡа ҡабул итеү йолаһын йыл һайын уҙғарыу ҡарала, тип белдерҙе Республика Башлығы.
1