Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Дим биҫтәһендә «Һөт кухняһы»ның яңы таратыу пункты асылды
Ул «Көньяҡ» сауҙа комплексында урынлашҡан, халыҡ уңайлығы өсөн эш ваҡыты ла оҙонайтылған. Һөт ризыҡтарын таратыу буйынса айырым көндәр билдәләнгән. Ярҙам алыусылар исемлегендә йөклө ҡатындар, бала имеҙеүсе әсәләр, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән өс йәшкә тиклемге балалар, етем балалар һәм опекала булғандар ҙа бар.

❤1👍1🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн берҙәм ҡабул итеү көнө үтте
Асҡар, Ташбулат һәм Буранғол ауылдарында 120-нән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Улар, башлыса, социаль ярҙам сараларына, төҙөлөш өсөн ер участкаһы биреү, льготалы ипотека һәм төбәк түләүҙәре алыу, торлаҡты ремонтлау һәм башҡа һорауҙарға ҡағылды. Ошо уҡ майҙансыҡтарҙа һәләк булған яугирҙарҙың яҡындары өсөн өҫтәл артында ултырып һөйләшеү ойошторолдо.

❤2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөләге Арт-квадрат үҙенең 8 йыллығын байрам итте
Арт-квадрат асылыуға 8 йыл. Өфө үҙәгендәге ижади киңлек үҙенең тыуған көнөн бик сағыу билдәләне. Байрам саралары ике көн дауам итте. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн Арт-квадраттың тыуған көнө карнавал-шоу, спектаклдәр һәм мюзиклдар, утлы шоу һәм аниме-фестиваль менән иҫтә ҡалды.

👍1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ял итеүҙең яңы форматы тәҡдим ителде
Милли биҙәкле фитнес-ретрит. Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ял итеүҙең яңы форматы тәҡдим ителде. Фитнес-ретритта ҡатнашыусылар спорт менән шөғөлләнә, дөрөҫ туҡланыу серҙәрен өйрәнә һәм «Аҡбуҙат»ипподромында өйрәтелгән аттар янында фотоға төшөп зауыҡлы итеп ваҡыт үткәрә ала.

❤4👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда һуңғы биш йылда ит етештереү 40 процентҡа артҡан
Һуңғы биш йылда республиканың агросәнәғәт предприятиелары һәм фермер хужалыҡтарында ит етештереү күләме 40 процентҡа артҡан. Һөттө 6,5 процентҡа күберәк һауа башлағанбыҙ тине Радий Хәбиров Рәсәй ауыл хужалығы министрлығының коллегия ултырышында сығыш яһап. Ил баш ҡалаһында үткән кәңәшмәлә хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Дмитрий Патрушев, ауыл хужалығы министры Оксана Лут, федераль һәм төбәк власы вәкилдәре ҡатнашты.

👍2❤1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы хәләл продукцияның хоҡуҡи механизмдарын тикшерҙе
Башҡортостанда хәләл продукция етештереүҙең хоҡуҡи нигеҙҙәре һәм уларҙы тормошҡа ашырыу тәжрибәһе. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың граждандар институты үҫеше, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитеты бөгөн ошо темаға арналған түңәрәк өҫтәл ойошторҙо.

👍3❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ветерандар хәстәрлек үҙәгендә: Учалынан Вадим Емельяновҡа комплекслы ярҙам күрһәтелде
Ярҙам яҡында ғына. Учалынан хәрби бәрелештәр ветераны Вадим Емельянов «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалына мөрәжәғәт иткәндән һуң, инвалид коляскаһы менән тәьмин ителде. Элеккеһе эшлектән сыҡҡан булған, Рәсәй социаль фонды комиссияһы тарафынан реабилитация сараһын яңыртырға ҡарар ителә. Быға тиклем яҡташыбыҙ ҡул менән идара ителгән автомобиль дә алған, транспорт сараһы йәшәү сифатын күпкә яҡшыртҡан. Шулай уҡ ветерандың торлағы ла махсус йыһазландырылған. Вадим билдәләүенсә, барлыҡ борсоған һорауҙары ваҡытында, оператив рәүештә хәл ителгән.

👍3❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһын урынлаштырыу мәсьәләһе ҡаралды
Осрашыу «Берҙәм Рәсәй» партияһының Өфөләге йәмәғәт ярҙамы штабында үтте. Унда Ишембай районынын сыҡҡан, әлеге ваҡытта баш ҡалала йәшәүсе яҡташтар, урындағы совет депутаттары ҡатнашты.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йәмәғәт палатаһы контролендә: ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу мәсьәләһе күтәрелде
Ағас ботаҡтары һәм ҡыуаҡтар өсөн айырым контейнер ҡаралған. Баҡсасылыҡ ҡалдыҡтары дөйөм урналарҙа ҡалдырылырға тейеш түгел. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы экологик мәсьәләләргә йәмәғәт контроле һәм мониторинг буйынса эшсе төркөм ултырышын уҙғарҙы.
Ағас ботаҡтары һәм ҡыуаҡтар өсөн айырым контейнер ҡаралған. Баҡсасылыҡ ҡалдыҡтары дөйөм урналарҙа ҡалдырылырға тейеш түгел. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы экологик мәсьәләләргә йәмәғәт контроле һәм мониторинг буйынса эшсе төркөм ултырышын уҙғарҙы.
❤2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала «БашТәржемә» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы тәҡдим ителде
Бөгөн «Торатау» конгресс-холында «Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында»ғы законды тормошҡа ашырыу буйынса Хөкүмәт ҡарамағындағы комиссия ултырышы үтте. Унда төбәктең район муниципалитеттары һәм ҡала округтары вәкилдәре ҡатнашты. Ултырыш «БашТәржемә» платформаһы мөмкинлектәре тураһында һөйләшеүҙән башланды.

❤3👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сығарылыш синыфы уҡыусылары математика буйынса берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы
Бөгөн сығарылыш синыфы уҡыусылар математика буйынса берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы. Был предмет буйынса профилле кимәлде һайларға ла, база нигеҙен бирергә лә мөмкин. Балаларҙың күбеһе , йәғни 17 меңдән ашыу сығарылыш уҡыусыһының 9 меңгә яҡыны профилле йүнәлеште һайлаған. Башҡортостанда имтихан биреү 164 мәктәптә ойошторолған.

👍2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта китапханасылар һөнәри байрамын билдәләне
27 май Бөтә Рәсәй китапханалар көнө билдәләнә. Байрам уңайынан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында үҙ эшенең оҫталары тәбрикләнде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Медиа-ынтылыш» Бөтә Рәсәй йәштәр проектының финал этабы асылды
Конкурс сиктәрендә республика буйынса һайлап алынған 15 иң көслө команда араһында еңеүсе билдәләнәсәк. Балалар араһында медиа-тармаҡ белгестәрен әҙерләү өсөн ойошторолған проектта ике мең кешенән 120 кеше бәйгенең финалына сыҡты. Еңеүсе команда Башҡортостан данын августа Мәскәүҙә проекттың бөтә Рәсәй этабы финалында яҡлаясаҡ.

Быйыл йәй республикала 366 пляж асыла
Өфөлә 11 ҡомлоҡ эшләйәсәк. Премьер-министр Андрей Назаров һыу инеү миҙгеленә әҙерлек барышы менән танышты. –Республикала һыу ҡорбандары кәмей. Халыҡ именлеге өсөн махсус йыһазландырылған майҙан һандарын арттырыу кәрәк, сөнки фажиғәле осраҡтар күбеһенсә рөхсәт ителмәгән урындарҙа теркәлә, тине Андрей Назаров. Башҡортостанда йыл башынан һыуҙа 20-нән ашыу кеше һәләк булды.

Ағиҙелгә 21 мең уҡбалыҡ ебәрелде
Бөрө районына балыҡтар Мәскәү өлкәһенән килтерелгән. Уларҙы үрсетеү менән һыу биоресурстарын тергеҙеү өлкәһендә эшләгән ойошма шөғөлләнә. Тәбиғи шарттарҙа селбәрәгә нығынып китеү ауыр, шуға яһалма шарттарҙа үрсетелеп, артабан йылғаға сығарыу - һирәк һәм ҡиммәтле балыҡтарҙы тергеҙеүҙең һөҙөмтәле ысулы һанала. Йыл һайын Ағиҙел йылғаһына 200 меңләп йәш балыҡ ебәрелә. Балыҡ үрсетеү башҡа йылғалар һәм һыу ятҡылыҡтарында ла башҡарыла.

Владимир Путин Илеш районынан милли технологик олимпиада еңеүсеһе Ләйлә Шәриповаға уңыштар теләне
Владимир Путин Илеш районынан милли технологик олимпиада еңеүсеһе Ләйлә Шәриповаға уңыштар теләне. Осрашыу «Рәсәй - мөмкинлектәр иле» автономиялы коммерция булмаған ойошмаһының күҙәтеү советы нигеҙендә үтте.

❤3👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Уңайлы ҡала мөхите» программаһы буйынса 159 объект һайлап алынасаҡ
Башҡортостанда «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхите» программаһы буйынса төҙөкләндерергә тәҡдим ителгән 241 объекттың 159-ы һайлап алынасаҡ. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

❤4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Июнь аҙағына тиклем Өфөнөң Ленин паркында ағас үҫентеләре тәртипкә килтереләсәк
Ленин исемендәге паркты төҙөкләндереү барышы менән йәмәғәт контроле, Башҡортостан йәмәғәт палатаһының ваҡытлыса эшсе төркөмө ағзалары танышты. Ҡаланың тарихи паркында шыршы, япраҡлы ағастарҙы тәрбиәләү эштәре башланды. «Альбит» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте инженеры Андрей Шадров белдереүенсә, эш ай буйына дауам итә.

Башҡортостанда сик буйы ғәскәрҙәре көнө билдәләнде
Теүәл 107 йыл элек РСФСР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы сик буйы һағы тураһында декрет ҡабул итә. Йәшел фуражкалылар бөгөн дә сафта, хәрби хеҙмәт юлын үткән замандаштарыбыҙ баш ҡаланың Еңеү паркында йыйылып, тантаналы митингта ҡатнашты. Байрам саралары төбәктең һәр район-ҡалаһында уҙғарылды. Әйтәйек, Өфө районы Волков ауылында сик буйы һаҡсыларына һәйкәл ҡуйылһа, Бөрйән районында яңы музей асылды.

Байрам – окопта: сик һаҡсылары махсус хәрби операцияла
Бөгөн Рәсәйҙә Ил сиге һаҡсылары көнө билдәләнә. Ҡасандыр илебеҙ сиктәрен һаҡлаған ир-аттарҙың күбеһе әле лә тыуған Ватанына хеҙмәт итеүен дауам итә, әммә хәҙер махсус хәрби операцияла.