БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.98K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Шәхси спорт мәктәптәренең мәғариф лицензияһы булырға тейеш

Юғиһә, уларға спорт мәктәбе тип аталыу тыйыла. Республика парламенты Дума ҡарауына ошо турала закон проекты әҙерләп тапшырған. Документ авторҙары фекеренсә, күп физкультура-спорт ойошмалары лицензияһыҙ эшләй, улар килем алырға тырыша, тәрбиәләнеүселәр менән юғары һөҙөмтәләргә ирешеү маҡсаты ҡуйылмай. Шуға спорт мәктәбенең мотлаҡ мәғариф лицензияһы булырға тейеш.
👍1
“Әйҙә уйнарға” фестивалендә 150 компания ҡатнаша

Сара 5 июндә башлана. Башҡортостан Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы белгесе Ольга Трофимова әйтеүенсә, форумға килергә теләгән ойошмалар былтырғы менән сағыштырғанда артҡан. Быйыл уйынсыҡтар байрамына 200-ҙән ашыу кәсепсе саҡырылған. Улар халыҡҡа ҡул эштәрен тәҡдим итә. Фестиваль Өфөнөң Совет майҙанында үтә. Бай программа әҙерләнгән. Конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, спорт турнирҙары ойошторола, танылған Рәсәй артистары сығыш яһай. Интерактив һәм күргәҙмә майҙансыҡтары булдырыла. Быйыл беренсе тапҡыр компьютер уйындары экспозицияһы була.
👍1
Башҡортостандың өс районында яҙғы культуралар сәсеү тамамлана

Ауырғазы, Дәүләкән һәм Ҡырмыҫҡалыла 10 проценттан әҙерәк майҙанда эштәрҙе теүәлләргә ҡалған. Республикала 1 миллион 300 мең гектарҙа яҙғы культуралар сәселгән. Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, 16 район хужалыҡтары сөгөлдөр сәсә башлаған.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

28 майға тиклем юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары төбәк юлдарының авария хәлендәге участкаларында дежур итәсәк. Баш дәүләт автоинспектор Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, республикала юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы һәр дүртенсе кеше ҡаршы һыҙатҡа сығыу менән бәйле юл фажиғәһендә һәләк була. Тап ошондай ҡағиҙә боҙоу иң ауыр эҙемтәләргә килтерә, уларҙа водителдәр һәм пассажирҙар етди йәрәхәттәр ала. Шуға ла Владимир Севастьянов уйламайынса маневр яһарға ашыҡмаҫҡа, һәр ваҡыт иғтибарлы булырға, водитель тәжрибәһенә өмөт итмәҫкә саҡырҙы.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Алғы һыҙыҡтағы Ватан һаҡсыларына тыл ярҙамы

Ошо маҡсатта Архангел районы халҡы 2022 йылдың сентябренән алып ирекмәндәр штабына берләшкән. Тиҫтәнән ашыу ауылда халыҡ күмәк көс менән маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре етештерә, яу яланындағы хәрбиҙәргә кәрәкле материалдар һатып алыуҙа ярҙам ҡулы һуҙа.Әлеге ваҡытта 35-се гуманитар ылау оҙатылған.
👍21
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Йәш патриот» тип исемләнгән йәйге лагерь эшләй башланы

Тыуған илгә һөйөү балалар баҡсаһынан тәрбиәләнә. Өфөлә «Йәш патриот» тип исемләнгән йәйге лагерь эшләй башланы. Унда 350 сабый ҡатнаша, улар сменала маскировка селтәрҙәре үрергә, окоп шәмдәре эшләргә өйрәнә. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре әҙерләгән бөтә әйберҙәр махсус хәрби оперция биләмәһенә оҙатыла. Проект «Беренсе хәрәкәте» грантына ойошторола. Лагерҙа мәктәп уҡыусылары өсөн дә смена ҡаралған.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ҡаһармандар юлы»: яңы йыйынтыҡ батырлыҡты данлай

Ҡаһармандар юлы. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъя күргән сираттағы йыйынтыҡ донъя күрҙе. Ул 1812 йылғы Ватан һуғышынан махсус хәрби операцияға тиклемге ваҡиғаларҙы күҙ уңында тотҡан әҫәрҙәрҙе үҙ эсенә алған. Китап билдәле яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлсирә Ғиззәтуллинаның баш һүҙенән асыла.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәшит Кәлимуллиндың «Һуңлаған үкенестәр» китабының исем туйы үтте

Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рәшит Кәлимуллиндың Һуңлаған үкенестәр» китабының исем туйы үтте. Осрашыуға Рәшит Шәрифулла улының бергә уҡыған һабаҡташтары, яҡташтары, хеҙмәттәштәре йыйылды. Баҫма Мәскәү нәшриәттәренең береһендә рус телендә донъя күргән.
👍3
Башҡортостанда иген етештереүгә иғтибар арта

Алдағы йылдарҙа 30 процентҡа күберәк уңыш алыу маҡсаты ҡуйыла. Бының өсөн бер нисә шарт үтәлеше мөһим - минераль ашламаны комплекслы ҡулланыу, элиталы орлоҡ сәсеү һәм уңайлы һауа шарттары. РБК агентлығы Ауыл хужалығы министрлығының доклад проектына һылтанып ошо турала хәбәр итә. Уҙған йылда республикала 3 миллион тонна иген уңышы алынды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәрен юғары баһаланы

Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа Рәсәй сит ил эштәре министрлығының махсус йөкләмәләр буйынса илсеһе Эдуард Малаян белдерҙе. Федераль чиновник билдәләүенсә, Башҡортостан әүҙем үҫешкән алдынғы төбәктәрең береһе, халыҡ-ара кимәлдәге партнерҙарҙың киң даирәһе менән хеҙмәттәшлек итә. Һөйләшеү барышында Рәсәй Сит ил эштәре министрлығында Башҡортостандың былтыр сит ил илселәре өсөн ойошторған презентацияһы ла билдәләп үтелде.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров ауыл хужалығы һәм логистика проекттарын хупланы

Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәте» форматында төбәктең инвестиция комитетының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда ауыл хужалығында һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы башланғыстар ҡаралды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районында радиация табылмаған

Тиҫтә йылдар элек Салауат баҡыр мәғдәне участкаһында радиоактив ҡалдыҡтар күмелгән тигән фараз бар. Урындағы халыҡ был ҡалдыҡтар баҡыр мәғдәнен эшкәртеү барышында тышҡа сығып, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтерер тигән хафа белдерә. Өлкән быуын вәкилдәре уҙған быуаттың 60-сы йылдарында радиацияны иҫкәртеүсе махсус билдәләр булғанлығы хаҡында ла хәтерләй.
👍31🔥1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда хәрби журналистарға дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Башҡортостандың хәрби журналистарына дәүләт ярҙамы тураһында закон проекты өҫтөндә эшләй. Унда киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең, хәрби журналистика ветерандарының статусы, улар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн социаль гарантиялар билдәләнер, тип күҙаллана. Парламент рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә һәләк булған хәрби хәбәрселәргә һәм журналистарға түләүҙәр индереү планлаштырыла. Хәрби журналистика ветерандары шифахана дауалауы тәьмин ителәсәк. Ярҙам сараларының аныҡ исемлеген республика хөкүмәте билдәләргә тейеш.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Башҡортостандың иң яҡшы тауары- 2025» республика конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде

Өфөлә «Башҡортостандың иң яҡшы тауары- 2025» республика конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров еңеүселәрҙе ҡотлап конкурс республиканың юғары стандарттар төбәге икәнлеген билдәләй, тине.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
11-се класс уҡыусылары өсөн Берҙәм дәүләт имтихандары старт ала

Иртәгә 11-се класс уҡыусылары өсөн Берҙәм дәүләт имтихандары старт ала. Рус әҙәбиәте, химия һәм тарих фәндәрен һайлаусылар һынау тота. Быйылғы имтихандарҙың үҙенсәлеге һәм уға әҙерлек тураһында репортаж.
👍1
Евразия күсмә цивилизациялар музейында туристар өсөн ял урыны асыла

Радий Хәбиров был турала социаль селтәрендәге сәхифәһендә белдерҙе. “Шишмә районындағы Хөсәйенбәк кәшәнәһе һәм уға яҡын биләмә - проекттың мөһим өлөшө. Был ысын мәғәнәһендә мосолмандар, республикабыҙ халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн изге урын. вәғәҙә иткәнсә, уны тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Ошо биләмәне төҙөкләндереү проектын әҙерләй башлайбыҙ. Иң мөһиме-мәҙәни мираҫ объектын һаҡлап ҡалырға, хәүефһеҙлеккә бәйле эштәр башҡарырға, мавзолейҙы һәм ҡәбер таштарын емереүҙе туҡтатырға кәрәк. Аллаһы Тәғәлә ярҙамы менән, төбәктә туристар өсөн тағы ла бер йәлеп итеү нөктәһен асырбыҙ”, - тип билдәләгән Радий Хәбиров.
👍1
Өфө районының Булгаков ауылында яңы логистик парк төҙөлә

Был турала Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. 18 миллиард һум инвестиция һалыу ҡарала. Яңы объектта А класындағы үҙенсәлекле келәттәр селтәрен булдырыу күҙаллана. Уларҙы федераль сауҙа селтәрҙәре ҡуртымға ала. Комплекстың дөйөм майҙаны 200 мең квадрат метр самаһы тәшкил итә. Проект 2034 йылға тиклем тормошҡа ашырыла һәм 2 мең яңы эш урыны булдырыла.
👍1
Башҡортостанда быйыл 190-дан ашыу рәсми пляж асыла

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов белдереүенсә, 63 район һәм ҡала һыу буйында ял итеү урындары булдырыла. Ҡомлоҡтар 1 июндән эшләй башлай. Бындай урындар махсус йыһазландырыла һәм ҡотҡарыусылар даими һаҡта була. Республикала йыл башынан һыуҙа 8 кеше һәләк булған. Шул иҫәптән Стәрлетамаҡтағы Ашҡаҙар йылғаһында һыу ингәндә бер бала батып үлгән.
👍1
Өфөлә яңы проект эшләй башланы

Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, программаға ярашлы мәктәп һәм балалар баҡсаһына илтән тротуарҙар төҙөкләндерелә. Дөйөм оҙонлоғо 7 километрҙан ашыу булған 67 участкала бордюрҙар алмаштырыла һәм яңы асфальт һалына. Шулай уҡ уҡыу йорттарына инеү урындары, ундағы майҙансыҡтар тәртипкә килтереү ҡарала, юл билдәләре, светофорҙар ҡуйыла. Эштәрҙе яңы уҡыу йылына тамамлау планлаштырыла.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
11-се класс уҡыусылары өсөн Берҙәм дәүләт имтиханы башланды

Егет ҡыҙҙар тарих, әҙәбиәт һәм химиянан һынау тота. 9-сы класс уҡыусылары тәүге имтиханды бер аҙ алдараҡ - 21 майҙа тапшырҙы. Быйыл республикала берҙәм дәүләт имтиханын - 16 мең 844, ә төп дәүләт имтиханын - 51 мең 812 уҡыусы тапшыра. Бөтә балаларға ла уңыштар теләйем! Ата-әсәләргә сабырлыҡ. Ә уҡытыусыларға уларҙың изге хеҙмәте өсөн рәхмәт, тип яҙған Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәрҙә.
👍2