БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.96K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ЕГЭ, сәсеү һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса мөһим мәсьәләләр ҡаралды

Башҡортостан һуғыш ветерандары госпитале Рәсәйҙә медицина реабилитацияһын ойоштороу буйынса иң яҡшы учреждение тип һайланған. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Ултырышта берҙәм дәүләт имтихандарын ойоштороу, баҫыуҙарҙа сәсеү кампанияһы барышы һәм башҡа эшлекле һорауҙар ҡаралды.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Полиметалл» акционерҙар йәмғиәте Сибай тау -байыҡтырыу комбинаты эшен тергеҙә

Башҡортостан башлығы тау-металлургия өлкәһендә эшләүсе предприятие вәкилдәре менән осрашты. «Полиметалл» компанияһы Сибай тау-байыҡтырыу комбинатын модернизациялау маҡсатында һатып алғайны. Осрашыуҙа йәлеп ителәсәк инвестициялар, ҡаланы үҫтереү юлдары барланды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өршәк йылғаһы аша күпер 3 июндән август уртаһына тиклем ремонтҡа ябыла

1980 йылда төҙөлгән объект авария хәлендә тип танылған. Һуңғы тапҡыр ремонт 11 йыл элек яһалған. Булгаков ауылы эргәһендәге Өршәк йылғаһы аша күпер республиканың күпселек райондарына һәм туристик урындарға илткән трассала урынлашҡан. Көн һайын унан 58 меңгә яҡын автомобиль үтә. Шуға күрә төп ремонт эштәре иң аҙ трафик осоронда - июнь һәм июлдә уҙасаҡ.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бар төркөм хәрбиҙәр ике аҙна ял иткәндән һуң Донбассҡа, илебеҙҙе нацистарҙан һаҡларға юлланды

Улар мобилизацияланыусылар һәм үҙ теләге менән контракт төҙөүселәр. Яугирҙарҙы оҙатыу тантанаһы Өфөнөң «Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда уҙҙы. Ир-егеттәр тыуған ерҙән көс алған, ғаиләләре, яҡындары менән ял иткән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Ленин районында Егений Рытченконың исеме мәңгеләштерелде

Өфөнөң Ленин районында махсус хәрби операцияла һәләк булған подполковник Егений Рытченконың исеме мәңгеләштерелде. Затон биҫтәһендә урынлашҡан 128-се мәктәптә яугир иҫтәлегенә хәтер таҡтаһы асылды. Тантанала яугирҙың ата-әсәһе, уҡытыусылары, уҡыусылар, йәш гвардеецтар, Ленин районы хакимиәте вәкилдәре , хәрбиҙәр ҡатнашты.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә елек мейеһе доноры бүләкләнде

Сара Рәсәй онкологтары съезы программаһы буйынса студенттар кампусында үтте. Почет билдәһенә Стәрлетамаҡта йәшәүсе ҡатын лайыҡ булды. Күп йылдар Ирина Сергеева ҡан тапшыра, ә 2019 йылда арҡа мейеһе донорҙарының федераль регистрын тулыландырырға әҙер булыуын белдерә. Ҡатынға һөйәк мейеһе тап килгән пациент табылыуы тураһында хәбәр итәләр. Операция Мәскәүҙә гематология тикшеренеү үҙәгендә үткәрелгән.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ярауай культураларҙы сәсеү 60 процентҡа тамамланған

Республиканың Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, уҙған аҙнала тәүлегенә 70 мең гектар самаһы ер сәселгән. 7 район хужалығы кампанияның һуңғы этабына килеп еткән. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районында дөйөм сәсеү майҙанының 90 процентында эш теүәлләнгән.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Әй йола» төркөмө ярҙамында «Урал батыр» эпосы китабын һатыу ике тапҡырға артҡан

«Әй йола» төркөмө ярҙамында «Урал батыр» эпосы китабын һатыу ике тапҡырға артҡан. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте хеҙмәткәрҙәре магазинда ғына түгел, онлайн-маркеттарҙа ла баҫмаға заказдар артыуын теркәгән.
👍41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Иосиф Кобзон исемендәге патриотик йыр башҡарыусылар Фестиваль-конкурсының гала-концерты уҙҙы

Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында Иосиф Кобзон исемендәге патриотик йыр башҡарыусылар Фестиваль-конкурсының гала-концерты уҙҙы. Быйыл СССР-ҙың халыҡ артисы Иосиф Кобзон исемендәге фестиваль-конкурс Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды. Башҡоротостан Рәсәйҙә был конкурс уҙғарылған етенсе төбәк.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Киләһе йыл Башҡортостанда 159 парк һәм сквер төҙөкләндереләсәк

Был турала Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы йәмәғәт биләмәһе сәғәтендә белдерҙеләр. Ҡала мөхите булдырыу программаһына ярашлы,12 июнгә тиклем төбәктә төҙөкләндереләсәк урындарҙы һайлау буйынса тауыш биреү дауам итә. Шулай уҡ бәләкәй ҡалаларҙа халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙы яңыртыу буйынса 10-сы бөтә Рәсәй конкурсы тураһында ла һүҙ барҙы.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яһалма зиһен Өфөлә күпер ябылыу ваҡытында тығындар мәлдәрен асыҡлаған

Яһалма зиһен Өршәк йылғаһы аша күперҙе япҡан осраҡта транспорт хәрәкәтенең ҡайһы ваҡытта тотҡарланыуын асыҡлаған. «Приуралье» автомобиль юлдары идаралығы белгестәре әйтеүенсә, ҡалаға ингән транспорт хәрәктендә иртәнге 9-сы яртынан алып 11-се яртыға тиклем тотҡарлыҡтар булһа, сығыуға табан киске 5-се яртынан алып 7-гә тиклем тығындар күҙәтелеүе ихтимал. Был иҫәпләүҙәр юлдарҙа авария булмаған осраҡта ғына ысынбарлыҡҡа тап киләсәк. Өфө-Ырымбур трассаһындағы Өршәк йылғаһы аша һалынған күперҙең 3 июндә төҙөкләндереүгә ябылыуы көтөлә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡортса һөйләүселәрҙең ҡала конкурсы финалы үтте

Был бәйге бер майҙансыҡта һәләтле балаларҙы, уларҙың ата-әсәләрен һәм уҡытыусыларын йыя. Конкурста ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл арта бара. 16 йыл эсендә унда 8 меңдән ашыу йәш башҡарыусы сығыш яһаған. Быйылғы ижади бәйгенең район этаптары 740 мәктәп һәм 100 балалар баҡсаһын үҙ эсенә алған.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөгә Рәсәйҙең энергетика министры Сергей Цивилев килде

Бөгөн Өфөгә Рәсәйҙең энергетика министры Сергей Цивилев килде. Федераль чиновник Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оҙатыуында Совет майҙанында булды. Бында улар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды. Сергей Цивилев төбәккә бер нисә сарала, шул иҫәптән Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумында, «Газ. Нефть. Технологиялар» тип аталған халыҡ-ара махуслаштырылған күргәҙмәлә ҡатнашыу өсөн килгән. Республика етәксеһе ҡуннаҡҡа Совет майҙанынан махсус хәрби операцияға башҡорт батальондары оҙатылыуы, һәм отпускҡа ҡайтҡан яугирҙарҙың мотлаҡ һәйкәлгә сәскә һалыуҙары тураһында һөйләне.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров менән Сергей Цивилев яңы сәнәғәт объекттарын сафҡа индереүҙә ҡатнашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең энергетика министры Сергей Цивилев яңы сәнәғәт объекттарын сафҡа индереүҙә ҡатнашты. «Нефть. Газ. Технологиялар» форумын асыу тантанаһында видеобәйләнеш режимында Краснокама районында һанлы подстанция, ә Өфө һәм Салауат райондарында газ бүлеү селтәрҙәре файҙаланыуға тапшырылды. Халыҡ-ара күргәҙмәлә һәр йылдағыса тармаҡтағы алдынғы технологиялар, заманса техника-ҡорамалдар экспозициялары ла эшләне.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров һәм Сергей Цивилев Инорстағы яңы энергетика объектын асты

Башҡортостанда Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге «Акварель» торлаҡ комплексын электр энергияһы менән хеҙмәтләндереү өсөн ҡеүәтле подстанция асылды . Республика етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәй энергетика министры Сергей Цивилев менән видеобәйләнеш аша 110 киловольтлы объектты асыуға старт бирҙе. Өфө трансформатор заводында үткән ултырышта республика энергетика тармағы һөҙөмтәләре барланды , яңы маҡсаттар билдәләнде . Радий Хәбиров үҙ һөнәрендә уңыш ҡаҙанған хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй Ҡораллы көстәре махсус хәрби операцияның Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә уңышлы алға бара

Торск тораҡ паунктын азат иткәндән һуң беҙҙең ғәскәргә яңы оператив киңлек асылды. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны дошманды ҡыйратыуға ҙур өлөш индерә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә урман янғындарын һүндереү буйынса күнекмә үтте

Унда ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәрҙең хәрби әҙерлеге һыналды. Сара ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм эҙемтәләрен бөтөрөү , янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Хәрби әҙерлекте һынау - һөнәри оҫталыҡты күтәрергә лә ярҙам итә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Октябрьскийҙа Ҡурайсылар Аллеяһы яңы үҫентеләр менән тулыланды

Ҡурайсылар аллеяһына - яңы үҫентеләр. Уларҙы конкурсанттар үҙҙәре ултыртты. Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге Ҡурай байрамынан коллегабыҙ Наил Юнысов байрам тәьҫораттары менән бүлешә.
👍4
“Интервидение” конкурсында Рәсәй исеменән йырсы Шаман сығыш яһай

Был бәйге “Евровидение” конкурсына оҡшаш. Ул быйыл сентябрҙә башлана. Дәүләт башлығы Владимир Путиндың ошо турала указы бар. Конкурс халыҡ-ара мәҙәни-гуманитар бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында уҙғарыла. Унда төрлө илдәрҙән йырсылар ҡатнаша. Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ярослав Дронов рус телендә йырлайым тип белдерҙе. “Ышанысығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Беренсе булыу ҡатмарлы, әммә мин лайыҡлы сығыш яһау өсөн барыһын да эшләйәсәкмен”, - тине ул.
👍1👎1
2030 йылға тиклем Башҡортостан мәктәптәрендә видеокамералар ҡуйылырға тейеш

Белем усаҡтарында шулай уҡ сымһыҙ интернет булдырыу ҡарала. Был бурысты атҡарыу өсөн федераль һәм республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленә. Башҡортостан етәксеһе ошо турала белдерҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, өс йыл эсендә 869 мәктәпте заманса ҡормалдар менән тәьмин итергә кәрәк. Әле 99 белем усағында ғына видеокамералар тора, шулай уҡ сымһыҙ интернет эшләй.
1👍1