БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.96K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ленин исемендәге паркты төҙөкләндереү киләһе йылдың көҙөнә тиклем дауам итәсәк

Ремонт ваҡытына парк өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн ябылып тора. Башҡортостандағы иң боронғо парктарҙың береһенә XIX быуат урталарында нигеҙ һалынған булған. Паркты яңыртыуға 977 миллион һум аҡса йүнәлтелә - сығымдар республика, ил бюджетынан һәм бағыусы иҫәбенә ҡаплана. Төҙөкләндереү барышында паркта йүгереү өсөн юлдар булдырыу, яҡтыртыу ҡоролмаларын алыштырыу, видеокамералар ҡуйыу ҡаралған. Майҙандың тарихи йөҙө үҙгәрмәй, уны заманса яңыртыу һәм ял майҙансыҡтары менән тулыландырыу күҙ уңында тотола.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә дәүләт һатып алыу заказдары тармағы белгестәренең конференцияһы үтте

Республиканың Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты тарафынан ойошторолған сарала тармаҡ белгестәре дәүләт заказдарын үтәүгә бәйле көнүҙәк мәсьәләләр тураһында фекер алышты. Федераль үҙәктән килгән эксперттар дәүләт заказдарын алыусылар иғтибарын йыш осраған хаталарға йүнәлтте, 223-сө федераль закондағы үҙгәрештәр менән таныштырҙы.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң махсус хәрби операция яугирҙары өсөн реабилитация үҙәге эшләй башланы

Өфөнөң «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында махсус хәрби операция яугирҙары өсөн реабилитация үҙәге эшләй башланы. Бөгөн бында тәүге төркөм хәрбиҙәр һаулығын нығыта. Дауаланыу бушлай. Яугирҙар көн һайын махсус программа буйынса төрлө процедуралар үтә: һаулыҡты нығытыу сараларынан тыш, психологик ярҙам ала. Маҡсат - яу яланынан ҡайтҡан яугирҙың ғәҙәти тормошҡа яраҡлашыуына булышлыҡ итеү.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Журналистика оҫтаханаһы» еңеүселәре бүләкләнде

Бөгөн Өфөлә «Журналистика оҫтаханаһы: сайт, социаль селтәрҙәр һәм принт» проекты конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Проект буйынса «Оҫтахана» эксперттары Башҡортостан райондарында уҡытыу семинарҙары үткәргән Матбуғат баҫмалары хеҙмәткәрҙәренең эшен камиллаштырырға ярҙам иткән. Артабан райондарҙағы киң мәғлүмәт саралары араһында конкурс үткәрелгән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
2026 йылда Башҡортостанда ер участкаларына яңы кадастр баһаһы үткәрелә

2026 йылда Башҡортостанда Күсемһеҙ милектең Берҙәм дәүләт реестрында иҫәпкә алынған барлыҡ ер участкаларына кадастр баһаһы ойошторола. Рәсәй субъекттарында ул берҙәм методика буйынса уҙғарыла. Раҫланған кадастр баһаһы һөҙөмтәләре буйынса 2027 йылға ергә һалым күләме билдәләнә.
👍1
Йәш юлаевсылар өсөн уҙған миҙгел уңышһыҙ булды

Был турала "Салауат Юлаев" клубының генераль директоры Ринат Бәширов белдерҙе. - "Алтын" дивизионға күтәрелеү буйынса бурыс үтәлде. Плей-офта ҡатнашырға, миҙалдар өсөн көрәшергә тейеш инек. "Толпар"ҙа яҡшы уйынсылар бар, үҫеш мөмкинлектәре ҙур, тине ул. Йәш юлаевсылар быйыл лигала плей-офҡа эләкмәне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров һәм Владимир Якушев «Берҙәм Рәсәй» проекттары буйынса осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль Советы Секретары Владимир Якушев менән осрашты. Яҡтар төбәк бүлексәһенең эше, партия проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Михаил Мурашко Башҡортостан табиптарын махсус награда менән бүләкләне

Республика һуғыш ветерандары госпитале Рәсәйҙә медицина реабилитацияһын ойоштороу буйынса иң яҡшыһы тип танылды. Награданы табиптарға илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко тапшырҙы. Был беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле еңең, тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы һөҙөмтәләре иғлан ителде

Быйыл мәртәбәле бәйгенең финалына 53 ауыл сыҡҡайны, уларҙың 12-һе дүрт номинацияла еңеүсе тип танылып, аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғаилә көнө уңайынан юбилярҙар һәм яңы өйләнешеүселәр тәбрикләнде

Бөгөн Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Өфөнөң Киров районы ЗАГСында бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығын - алтын туйҙарын билдәләүсе ғаилә тәбрикләнде. Юбилярҙарҙы тантаналы шарттарҙа республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡотланы. Шулай уҡ был көндө яңы ғаилә ҡороусыларға төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан репродуктив сәләмәтлекте тикшереү буйынса сертификат тапшырылды.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 4-се йылылыҡ энергетика үҙәгендә турбоагрегат яңыртыла

Проект йылылыҡ генерациялауҙы яңыртыу Президент программаһы буйынса тормошҡа ашырыла. Баш ҡаланың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан предприятие сәнәғәт зонаһы өсөн махсуслашҡан. Белгестәр ремонттан һуң йылылыҡ етештереүгә сығымдар һәм экологияға зыяндың кәмеүен күҙаллай. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ ҡалаһынның «Һаҡсы фәрештә» ирекмәндәр ойошмаһы автоуҙыш ойошторҙо

Баймаҡ ҡалаһынның «Һаҡсы фәрештә» коммерция булмаған автономлы ирекмәндәр ойошмаһы автоуҙыш ойошторҙо. Сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы уңайынан уҙғарылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле Запорожье өлкәһендә гастролдә булды

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Запорожье өлкәһендә гастролдә булды. Бердянск һәм Мелитополдәге сығыштар тамашасылар өсөн ысын байрамға әүерелде. «Биш континент» алтын миҙалы, ЮНЕСКО-ның «Донъя илсеһе» дипломына лайыҡ булған коллектив «Донъя халыҡтары бейеүҙәре»тип аталған сағыу концерт программаһын тәҡдим итте.
👍1
Башҡортостан хужалыҡтары 200 мең тоннаға яҡын минераль ашлама һатып алған

Быйыл 236 мең тонна алыу планы ҡуйылған. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай запас яҡшы уңышҡа нигеҙ була. Яҙғы сәсеү дауам итә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Республикала 1 миллионға яҡын гектар сәселгән. Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы һәм Дәүләкән райондарында эштәр аҙағына яҡынлаша.
👍1
Радий Хәбиров Евразия белем биреү үҙәген флагман проект тип атаны

Был турала Республика Башлығы бөгөн йәш ғалимдар менән осрашыуҙа белдерҙе. “Башҡортостан вуздарының федераль программаларҙа ҡатнашыуы мөһим әһәмиәткә эйә. Быйыл “Приоритет-2030” программаһына аграр университет ҡушылды. Нефть, Медицина, Өфө фән һәм технологиялар университеттары менән бергә миллиарл һумдан ашыу аҡса бүленә. Баш ҡалала вуз-ара кампустың икенсе өлөшөн төҙөү дауам итә. Уның майҙаны 140 мең квадрат метрҙан аша. Ул яңы асыштар өсөн илдә иң яҡшыларҙың береһе буласаҡ. Обьект биләмәһендә әле республика алдынғы юғары уҡыу йорттарының структур подразделениелары һәм индустриаль партнерҙарҙың офистары урынлашҡан. 20-нән ашыу лаборатория һәм тикшереү үҙәктәре эшләй”-, тине Радий Хәбиров.
👍1
Башҡортостанда ҡотороу сире асыҡланды

Ҡариҙел районы Үреш-Битулла ауылында карантин индерелде. Сикләү ваҡытында был биләмәгә мал индереү һәм сығарыу тыйыла. Ауылда вакцинация уҙғарыла. Ветеринария буйынса дәүләт комитеты сир сәбәптерен асыҡлай, уның таралыуына юл ҡуймау өсөн саралар күрә.
👍1
Борай районында Ағиҙел аша күпер төҙөлөшө тамамланды

Объект М-12 федераль трассаһында, Дүртөйлө-Әсет юлында урынлашҡан. Һынауҙар тамамланыу тураһында Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин белдерҙе. Күперҙең оҙонлоғо 800 метрҙан ашыу. М-12 трасаһының 140 километры Башҡортостан аша үтәсәк. Бында транспорт йөрөшө түләүле була.
👍2
Өфө үҙәгендә парковка өсөн түләмәүселәргә штраф һалына

Ошо турала закон проекты әҙерләнгән. Ул май айында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ҡарала. Штраф суммаһын мең ярым һумдан билдәләү тәҡдим ителә. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, был өлкәлә тәртип урынлаштырырға кәрәк. Өфө үҙәгендә түләүле парковкалар быйыл йәй асылырға тейеш.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл да Башҡортостанда йәш ғалимдарға 100 миллион һум күләмендә грант ярҙамы бүленә

Быйыл да Башҡортостанда йәш ғалимдарға 100 миллион һум күләмендә грант ярҙамы бүленә. Аҡса ғилми-мәғариф стажировкалары һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ҡаралған. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров төбәктең юғары уҡыу йорттары ғилми хеҙмәткәрҙәре, аспиранттары менән осрашыуында билдәләне.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яугирҙар Күп функциялы үҙәктәрҙә ветеран статусын һәм 25 төр ярҙамды теркәй ала

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Куп функциялы үҙәктәрҙә хәрби хәрәкәт ветераны статусын теркәй ала. Бынан тыш яугирҙар 25 төрлө ярҙам сараһын берҙәм тәҙрә ысулы менән теркәп тиҙ арала документтар тултыра. Торлаҡ-коммуналь хужалығы, транспорт һалымы өсөн ташламалар, балаларҙың уҡыуы һәм туҡланыуы өсөн компенсация, газификация кеүек хеҙмәттәр яугирҙар араһында ҙур һорау менән файҙалана. Махсус хәрби операцияла ҡатнашысуылар Күп функциялы үҙәктәрҙә сиратһыҙ хеҙмәтләндерелә. Яугирҙарҙы берҙәм тәҙрә ысулы менән ҡабул итеү Рәсәй Оборона министрлығы һәм Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан ойошторолған.
👍2