БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.96K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөгә «Хәтерҙә берҙәмлек. Батырлыҡта көс!» агитпоезы килде

Өфөгә «Хәтерҙә берҙәмлек. Батырлыҡта көс!» агитпоезы килде. 19 апрелдә юлға сыҡҡан тематик поезд 75 көн дауамында Рәсәй ҡалалары буйлап йөрөп 3 июлдә Мәскәүгә ҡайта. Рәсәйҙең Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы тигән маҡтаулы исем бирелгән Өфө акцияны бишенсе тапҡыр ҡабул итә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында хәйриә балы үтте

Үҙенсәлекле бала тәрбиәләгән ата-әсәләрҙең кисерештәрен үҙ күңеле аша үткәрә алған мәрхәмәтле кешеләр бер майҙанға йыйылды. Меценаттарҙың хәйриә балы тәүге тапҡыр ойошторолдо.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә хоккей миҙгеле йомғаҡтары буйынса матбуғат конференцияһы үтте

Журналистарҙың һорауҙарына «Салауат Юлаев» клубы етәксеһе Ринат Бәширов һәм баш тренер Виктор Козлов яуап бирҙе. Әле тренер менән яңы контракт тураһында һөйләшеүҙәр аҙағына яҡынлыша. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Локомотив» менән һуңғы уйында төбәк башлығы Радий Хәбиров Виктор Козловҡа киләһе миҙгелдә лә эшен Өфө клубында дауам итергә тәҡдим итте.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ер шарының шәфҡәтле һөнәр эйәләре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне

Табиптарҙың уң ҡулы. Ер шарының шәфҡәтле һөнәр эйәләре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Башҡортостандың медицина учреждениеларында 25 меңгә яҡын ҡатын-ҡыҙ шәфҡәт туташы һөнәре буйынса эшләй, пациенттарға ярҙам итә, дауалауҙа һәм реабилитация үтеүҙә хәл иткес роль уйнай. Зоя Хруслова 55 йыл дауамында яратҡан һөнәренә тоғро ҡала.
3👍3🥰2🔥1
Радий Хәбиров Бәләбәйҙә яугир ғаиләләре менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Бәләбәйҙә махсус хәрби операцияла һәләк булған Иван Рычагов, Ринат Сәфәргәлиев, Павел Селиверстов, Андрей Сулмаков, Сергей Телегин, Сергей Чернятьев һәм Александр Шульганың ғаиләләре менән осрашты. Республика етәксеһе яугирҙарҙың ата-әсәләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты, улдарының хәрби бурыс үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн үлгәндән һуң бирелгән генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. “Улдарығыҙ– ысын геройҙар, улар үҙ бурысын намыҫ менән үтәне, Тыуған иле өсөн ғүмерҙәрен бирҙе. Улар тураһында иҫтәлекте һаҡлау, ата-әсәләре, ғаиләләре, балаларына ярҙам итеү- беҙҙең бурыс.”-, тине Радий Хәбиров.
👍1
Башҡортостанда “Урал батыр” эпосы көнө булдырыла

Был турала Республика башлығы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй съезында белдерҙе. “Башҡорт халыҡ ижадының бөйөк ҡомартҡыһы – “Урал батыр” эпосының тәрбиәүи көсө баһалап бөткөһөҙ. Ул үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү халҡыбыҙҙың бай мәҙәни мираҫына нигеҙләнергә тейеш, тине Радий Хәбиров.
Съезд барышында республика башлығы алдынғы педагогтарға дәүләт наградалары тапшырҙы. Күренекле яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, мәғрифәтсе, "Йәйләү” лагерының махсус программаһы һәм "Тормош һабаҡтары" дәреслектәре авторы Мәрйәм Бураҡаеваға “Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
👍1
Өфөлә Ленин паркын төҙөкләндереү йәмәғәт контроленә алынды

Республика Башлығы ҡушыуы буйынса эшсе төркөм булдырылды, уның тәүге ултырышы үтте. Йәмәғәтселәр, тарихсылар, власть органдары вәкилдәре паркты ҡараны, эш күләмен баһаланы. - Беҙҙең маҡсат - реконструкция барышында ҡануниәт үтәлешен күҙәтеү, парктың тарихи йөҙөн, һәйкәлдәрҙе һаҡлап ҡалыу, тине эшсе төркөм етәксеһе, Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов. Ленин паркы был аҙнала реконструкцияға ябылды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында Йәштәр советы ойошторолдо

Ул йәштәрҙе мәҙәниәт өлкәһендә ҡарарҙар ҡабул итеү процесына әүҙем йәлеп итеү маҡсатында булдырылған. Йәштәр мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө башланғыстарҙы тормошҡа ашыра аласаҡ. Советҡа 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге әүҙем йәштәр конкурс нигеҙендә һайлап алынған. Йәш советтың тәүге ултырышы үтте. Йыйылышта ҡатнашыусылар төрлө проекттар, идеялар тураһында фекер алышты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының сираттағы төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә барып етте

«Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының сираттағы төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә барып етте. Был юлы уларҙың ялы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләгән көндәргә тура килде. Яугирҙар байрам сараларында, Өфөлә үткән Еңеү парадында ҡатнашты. Яугирҙарҙың күңелдәре күтәренке, кәйефтәре көр.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Кәшфи Ғәҙелшинды иҫкә алды

Театр сәнғәтендә яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәр халыҡ хәтерендә. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры коллективы мосолман зыяратында ерләнгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Сталинград өсөн барған яуҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткән Кәшфи Ғәҙелшин ҡәберенә зыярат ҡылды.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районы Көсөк ауылында ат сабышы уҙҙы

Шаран районы Көсөк ауылында 16-сы тапҡыр ат сабышы уҙҙы. Ярышты ойоштороу һәм ауылда был спорт төрөн үҫтереү менән ауыл йәмәғәтсеһе Алик Васильев шөғөлләнә. Йолаға ярашлы, йыл һайын Бөйөк Еңеү көнөндә уҙғарылған сарала быйыл республиканың һигеҙ районынан 22 һыбайлы ҡатнашты. Иң йәш ҡатнашыусыға - 8, ә иң тәжрибәлеһенә 79 йәш ине.
"Салауат Юлаев"ҡа миҙалдар тапшырыла

Континенталь хоккей лигаһы был миҙгел еңеүсеһе һәм призерҙары өсөн наградаларҙы күрһәтте. Ярым финалға барып еткән "Салауат Юлаев" һәм Мәскәүҙән "Динамо" бронза миҙалдарға лайыҡ булды. Гагарин Кубогы өсөн көрәш әле дауам итә. Финалда Силәбенән "Трактор" һәм Ярославлдән "Локомотив" көс һынаша.
👍2
Башҡортостанда 40 йәшлек ҡатын 450 мең һумға алданған

Белоретта йәшәүсе ханым полицияға мөрәжәғәт иткән. Ул социаль селтәрҙә аҡса эшләү тураһында иғлан күреп ҡалған. Төрлө һылтанмаларға инеп тәҡдим ителгән тауарҙарҙы теркәп барған. Аҡсаһын сығарырға теләгәс уға комиссия түләргә кәрәк тигәндәр. Ҡатын ярты миллион һумға яҡын аҡсаһын юғалтҡан. Был хәл буйынса енәйәт эше асылған.
👏1
Семен Вязовой "Салауат Юлаев"тан китеүе ихтимал

Милли хокккей лигаһының “Сиэтл” командаһы “Салауат Юлаев” ҡапҡасыһы Семен Вязовой менән ҡыҙыҡһына. Был мәғлүмәтте Өфөлә уҙған матбуғат конференцияһында клубтың генераль директоры Ринат Бәширов та раҫланы. 22 йәшлек ҡапҡа һаҡсыһы карьераһын океан аръяғында дауам итергә ниәтләй. Ә бына Шелдон Ремпалдың киләсәге билдәһеҙ. Клуб етәкселеге хоккейсының агенты менән бәйләнеш урынлаштырған. Канада легионерының башҡа командаға күсеүе тураһындағы хәбәр әлегә ысынбарлыҡҡа тап килмәй,- тине Ринат Бәширов.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда яҙғы сәсеү эштәре 40 процентҡа тамамланған

Башҡортостандың 10 районы хужалыҡтары ярауай культура баҫыуҙарының яртыһын тиерлек сәсеп бөткән. Был иген, техник һәм майлы культуралар. Дөйөм алғанда төбәк буйынса яҙғы сәсеү эштәре 40 процентҡа тамамланған, йәғни бөтәһе 750 мең гектар майҙан сәселгән. Стәрлебаш районы аграрийҙары ла һәр аяҙ көндөң ҡәҙерен белеп ҡалырға тырыша. Ер хужалары мул уңышға нигеҙҙе йыр-моң аҫтында һала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Белоретта «Аструм» ҡала баҙарында «Һөт кухняһы»ның яңы таратыу пункты асылды

Белоретта «Һөт кухняһы» н етештереү 2019 йылда башланды. Унда аҙнаһына дүрт тоннаға яҡын һөт эшкәртелә. Предприятие Белорет районын ғына түгел, күрше Учалы, Бөрйән һәм Әбйәлил райондарын, шулай уҡ яҡын-тирәләге ҡалаларҙы ла продукция менән тәьмин итә.
👍1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә иң яҡшы иретеп-йәбештереүселәр исемен асыҡланылар

Өфөлә үткән Башҡортостандың иң яҡшы иретеп- йәбештереүселәре ярышында район-ҡалаларҙан 25 һөнәр эйәһе ҡатнашты. Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған конкурста студенттар ҙа һынау тотто. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Бәләбәй һөт комбинатында йомшаҡ сыр етештереү цехын асыу тантанаһында ҡатнашты

Яңы производство. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бәләбәй һөт комбинатында йомшаҡ сыр етештереү цехын асыу тантанаһында ҡатнашты. Инвестиция проектына ярашлы предприятиела етештерелгән сифатлы сыр Бөтә Рәсәй буйынса һатыуға сығарыласаҡ . Бәләбәйгә эш сәфәре сиктәрендә төбәк етәксеһе тимер конструкциялар етештереү предприятиеһында булды. Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Ғәбдрәүеф Гәрәевты Еңеүҙең 80 йыллығы менән тәбрикләп иҫтәлекле бүләк тапшырҙы
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Бәләбәйҙә МХО-ла һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бәләбәйҙә махсус хәрби операцияла һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе ҡайғы уртаҡлашыуын белдереп, ата-әсәләргә ысын Ватан һаҡсылары тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте. Яугирҙар хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн һәләк булғандан һуң Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Республика башлығы наградаларҙы батырҙарҙың яҡындарына тапшырҙы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Халыҡ-ара ярыштарҙы ҡабул итә

Башҡортостан янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Халыҡ-ара ярыштарҙы ҡабул итә. Унда Рәсәй, Белоруссия, Үзбәкстан һәм Ҡаҙағстандан биш йыйылма команда ҡатнаша. Сит илдәрҙән саҡырылған ҡунаҡтар ҙа бар. Күләмле спорт сараһы «Штурм баҫҡысы» дисциплинаһынан башланды. Көсөргәнешле ярыш барышын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та күҙәтте. Тулыраҡ киләһе материалда.
👍1