БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.97K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Беренсе тирмә» республика проекты ирекмәндәре беренсе форум-осрашыуға йыйылды

Сарала әүҙем йәмәғәтселәргә рәхмәт хаттары тапшырылды, проекттың әһәмиәте тураһында һөйләшеү булды. «Беренсе тирмә» 2024 йылдың ноябрендә Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко тәҡдиме менән башланған үҙенсәлекле проект. Был Рәсәйҙәге берҙән-бер ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар отряды. Гүзәл заттар хәрби госпиталгә барып яралы яугирҙарҙы тәрбиәләргә ярҙам итә. Ноябрҙән алып әлегә тиклем 12 состав эшләп ҡайтҡан, ошо көндәрҙе тағы бер төркөм юлға сыҡҡан.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һуғыш ветерандары республика клиник госпиталендә йыл һайын Еңеү көнөнә байрам концерты ойошторола

Аҡ халатлыларҙан йыр-моң. Һуғыш ветерандары республика клиник госпиталендә йыл һайын Еңеү көнөнә байрам концерты ойошторола. Быйыл да медицина учреждениеһы табиптары һәм хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, тыл хеҙмәтсәндәре өсөн байрам программаһы тәҡдим итте. Кисәлә төрлө композициялар башҡарылды, Өфөнөң ижади коллективтары һуғыш осорондағы йырҙар менән сығыш яһаны.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Башҡортостан Башлығы кубогына ижади конкурс асылды

Ғаилә йылъяҙмаһы, һуғыш тураһында фотоһүрәттәр һәм фильмдарҙан рухлы образдар. Башҡортостан Башлығы кубогына Өфөлә республика конкурсы асылды. Ҡала халҡына һигеҙенсе класс уҡыусыларының эштәре тәҡдим ителде, ижади конкурста республиканан бөтәһе 12 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнаша. Конкурстың жюри рәйесе Каринэ Хәбирова ла йәш рәссамдарҙың уңышын лайыҡлы тип билдәләй.
1👍1🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан йәмәғәтселеге Павел Качкаев менән хушлаша

Бәхилләшеү сәғәте. Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Павел Рюрикович Качкаевты оҙатыу иртәгә, 7 майҙа иртәнге сәғәт 9-ҙан 11-гә тиклем Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда Зәки Вәлиди урамы, 40-сы йорт адресы буйынса үтә. Матәм митингы сәғәт 11-ҙә башлана. Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, Павел Качкаев 5 майҙа 74-се йәшендә вафат булды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә илдең бөтә төбәктәрен берләштергән «Тормош уты» Бөтә Рәсәй факел эстафетаһы этабы үтте

Эстафетаны «Импакт» хәйриә фонды һәм «Тормош уты» социаль башланғыстарға ярҙам фонды менән берлектә Рәсәй федераль медицина академияһы башлап ебәргән. Акцияның маҡсаты-лейкемия һәм башҡа ауыр сирле пациенттарҙы ҡотҡарыу мөмкинлеген арттырыу өсөн федераль һөйәк мейеһе донорҙары регистрына яңы донорҙар йәлеп итеү. Генетик яҡтан яраҡлы донор табыу ихтималлығы 10 меңгә 1 осраҡ ҡына тәшкил итә. Ярыштар башланған мәлдә 120 мең потенциаль донор булған, бөгөн был һан биш йөҙ меңгә еткән. Һөйәк мейеһе донорҙары федераль регистрына инеү өсөн 256 кеше килде.
👍1
Григорий Панин карьераһын Өфөлә дауам итергә теләй

“Салауат Юлаев” капитаны Григорий Панин тағы бер йыл командала уйнарға теләк белдерә. Өфө клубында 8 йыл сығыш яһаным. Карьерамды ла Өфөлә тамамларға хыялланам”,-тигән хоккейсы. Һаҡсы быйыл чемпионатта 59 уйында ҡатнашҡан- 2 шайба индергән, 5 һөҙөмтәле пас биргән. Григорий Панинға ноябрҙә 40 йәш тула.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика йәмәғәтселеге Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙатты

Республика йәмәғәтселеге Дәүләт думаһы депутаты, сәйәсмән, Өфө ҡала хакимиәтенең элекке етәксеһе Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙатты. Баш ҡала үҫешенә күп көс һалған шәхес менән бәхилләшергә уның яҡындары, төрлө ведомство етәкселәре, хеҙмәттәштәре йыйылды. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай майҙанында ойошторолған матәм митингында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығыш яһап, арабаҙҙын ғәҙел,талапсан, тәжрибәле етәксе һәм коллега китте тип билдәләне.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтендә махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙам тапшырылды

Хәрби ялан шарттарында юғары үтеүсәнле уазик, генераторҙар, бензин менән эшләүсе бысҡылар, иретеп-йәбештереү аппараттары бөтәһе лә һалдаттар үтенесе буйынса йыйылған. Махсус хәрби операцияла илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлаған яугирҙарға кәрәкле төҙөлөш материалдарын һәм техниканы «Стратег» төҙөлөш компанияһы етәксеһе һәм хеҙмәткәрҙәре үҙ иҫәбенә һатып алған.
👍2🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әсхәт Фәхретдинов өсөн шәхси парад ойошторолдо

Фронтовик йәшәгән ихатала парад. Баш ҡаланың Киров районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әсхәт Фәхретдинов өсөн шәхси парад ойошторолдо. Сафтан баш кадет һәм Шайморатовсылар кластары уҡыусылары, хәрби-патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре һәм курсанттар үтте.
3🔥1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө йәмәғәтселәре тыл ветерандарын яҡынлашып килгән Еңеү көнө менән ҡотланы

Баш ҡалала Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең урындағы ойошмаһы ағзалары араһында дүрт тыл ветераны бар. Уларҙың береһе - Ғәли Моратшин. 12 йәшендә генә ғаилә тураһындағы хәстәрлек уның иңенә төшә. Ауырыған әсәһенә ҡусты-һеңлеләрен тәрбиәләшергә ярҙам итә, үҫмер сағынан колхозда эшләй. Һуғыш тамамланғандан һуң Көйөргәҙе ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Әрме сафында хеҙмәт итә, Ригалағы хәрби училище һәм Мәскәү ветеринария академияһын тамамлай. Ғәли Моратшин -доцент, ветеринария фәндәре кандидаты. 25 йыл Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡытҡан.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ун биш йыллыҡ эҙәрмәнлек эше изге сәфәр менән тамамланды

Бөйөк Ватан һуғышына Баймаҡ районынан алынған һалдаттың туғандары, уның һәләк булған ерен табып, тыуған төйәге тупрағын һалды. Смоленск ерендә ҡалған яугир яҡташыбыҙ хаҡында киләһе яҙмала.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Еңеү көнөнә арналды: Өфө студенттары йыр, бейеү, хәрби уйындар менән байрам итте

Студент яҙынан Еңеү яҙына. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының ижади коллективтары юғары уҡыу йорттары араһында уҙғарылған иң күләмле конкурс һөҙөмтәләрен Еңеү көнөнә бағышланы. Белем усағы алдындағы майҙанда «Студент яҙы» фестиваленең иң сағыу бейеү һәм йырҙарынан торған концерт уҙҙы.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республиканың балаларҙы һауыҡтырыу лагерҙары йәйге ялға балаларҙы ҡабул итеүгә әҙәерләнә

Өфөләге «Аҡсарлаҡ» лагерында дүрт профилле смена ҡаралған. Уҡыусылар өсөн дүрт корпус эшләй, уларҙың икеһе модулле. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгестәре биналарҙағы микроклиматты үлсәй. Дымлылыҡ, яҡтылыҡ тикшерелә. Янғын хәүефһеҙлеге буйынса талаптарҙың үтәлеүе ҡарала. Лагерь Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып былтыр илдең иң яҡшы лагеры исеменә лайыҡ булған. Сираттағы миҙгелдә лә уҡыусыларҙы күңелле һәм файҙалы ял көтә.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында «Орленок» балалар ял лагеры инфраструктураһы яңыртыла

Талҡаҫ күле эргәһендә һаулыҡ һәм ял өсөн шарттар. Баймаҡ районында «Орленок» балалар ял лагеры инфраструктураһы яңыртыла. Капиталь ремонттан һуң учреждение йыл әйләнәһенә эшләр тип күҙаллана. Әлеге ваҡытта лагерь биләмәһендә төҙөүселәр йөҙ урынлыҡ тиҙ төҙөлә торған ике корпус ҡорай. Ошо маҡсатта ил, республика һәм район бюджетынан 86 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
👍2🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районындағы «Турахан» музейы майҙанында яңы арт-объекттар барлыҡҡа киләсәк

Шишмә районындағы «Турахан» Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейы майҙанында яңы арт-объекттар барлыҡҡа киләсәк. Уларҙы бәләкәй кәшәнә эргәһендә төҙөү планлаштырыла.
👍10🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика йәмәғәтселеге Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙатты

Республика йәмәғәтселеге Дәүләт думаһы депутаты, дәүләт эшмәкәре, Өфө ҡала хакимиәтенең элекке етәксеһе Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙатты. Баш ҡала үҫешенә күп көс һалған шәхес менән бәхилләшергә уның яҡындары, төрлө ведомство етәкселәре, хеҙмәттәштәре йыйылды. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай майҙанында ойошторолған матәм митингында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығыш яһап, арабаҙҙын ғәҙел,талапсан, тәжрибәле етәксе һәм коллега китте тип билдәләне.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Республика террорға ҡаршы көрәш комиссияһының сираттағы ултырышын үткәрҙе

Күләмле акциялар, байрам саралары алдынан барлыҡ хеҙмәттәрҙең дә әҙерлеген тикшереү мөһим. Төбәк башлығы әйтеүенсә, халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙа, парад, «Үлемһеҙ полк» сафтары үткән майҙандарҙа хәүефһеҙлек талаптарын етди үтәү мөһим. Барлыҡ хеҙмәттәр ҙә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүгә әҙер булыуы шарт, тине Радий Хәбиров.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Нацизмһыҙ донъя өсөн» тип исемләнгән халыҡ-ара йәштәр форумы уҙҙы

Сарала «Георгий Димитровтың 1933-1941 йылдарҙағы көндәлеге» китабының исем туйы уҙҙы. Көндәлектең быға тиклем Рәсәйҙә баҫылмаған өлөшө Коминтерндың һәм Советтар Союзының фашизмға ҡаршы көрәше тураһында яңы мәғлүмәттәр асыуы менән әһәмиәтле. Китап йәмәғәтселеккә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы һәм Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге тырышлығы менән тәҡдим ителде. Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто менән Милли китапхана берлектә сығарған «Еңеү альманахы» ла Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына 80 шыршынан торған аллея барлыҡҡа килде

Тәүҙә зарядкаға, артабан етди эшкә. Әбйәлил районында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына 80 шыршынан торған аллея барлыҡҡа килде. Ағас ултыртыу башланғансы район халҡы билдәле ММА һуғышсыһы, панкратион буйынса донъя чемпионы Венер Ғәлиев менән зарядка яһаны. «Башҡорт» ҡушаматлы спортсы күптәрҙең, бигерәк тә балаларҙың кумиры. Шуға күрә унан кәңәш, физик сынығыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре алыу өсөн акцияға ҙур теләк менән ҡушылдылар.
👍1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Красноусол ауылында балалар парады уҙҙы

Мәктәпкәсә йәштәге балалар Бөйөк Еңеүҙе тәбрикләй! Красноусол ауылында балалар парады уҙҙы. Унда биләмәләге 4 балалар баҡсаһынан 123 тәрбиәләнеүсе ҡатнашты. Шулай уҡ Красноусол башҡорт гимназияһы кадеттары, «Юнармеецтар» клубы тәрбиәләнеүселәре, «Десант» эҙәрмәндәр клубы ағзалары һәм хәрби бәрелештәр һәм сик ғәскәрҙәре ветерандары ла тигеҙ сафтарға теҙелде. Парадты 2-се ранг капитаны, Ғафури районы хакимиәте башлығының мобилизация мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Владимир Герасимов ҡабул итте.
🥰2