БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.95K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Социаль фондтан пособие түләү графигын хәбәр иттеләр

Ғаиләләргә 3 йәшкә тиклемге бала өсөн әсәлек капиталынан айлыҡ аҡса күсерелә. Эшләп йөрөгән хеҙмәткәрҙәргә йәш ярымға тиклем пособие 7 майҙа түләнә. Республикала пенсия түләү көндәре майҙың байрам һәм ял көндәренә тап килмәү сәбәпле, аҡса ғәҙәти график буйынса: почта аша 3 майҙан 25-енә тиклем таратыла, банк иҫәбенә 12, 21 һәм 23 майҙа күсә.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
БСТ каналында «Еңеү яҙы» телемарафоны үтә

9 майҙа республиканың төп телеканалында Бөйөк Еңеүгә арналған «Еңеү яҙы» телемарафоны үтә. Көн дауамында зәңгәр экрандарҙа «Үлемһеҙ полк», хәрбиҙәр һәм техника парады күрһәтеләсәк, бөтә ил яттан белгән йырҙар яңғыраясаҡ.
2
Өфөнөң Хәрби Дан музейы яңы экспонат менән тулыланды

Махсус хәрби операцияға арналған күргәҙмәлә "Вампир" исемле дошман дроны барлыҡҡа килде. Уны "Салауат Юлаев" исемендәге батальон командиры урынбаҫары "Әмин" ҡушаматлы яугир тапшырҙы. Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, пилотһыҙ осоусы аппаратты беҙҙең һалдаттар быйыл апрелдә Белгород өлкәһендә бәреп төшөргән.
👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала йәшәүсе ике ветеран Мәскәүҙә үтәсәк Еңеү парадына юлланды

Баш ҡалала йәшәүсе ике ветеран - Сафуан Басиров менән Родион Лобанов Мәскәүҙә үтәсәк Еңеү парадына юлланды. Уларҙы илебеҙҙең төп байрамына тантаналы оҙатыу сараһы Өфө Тимер юл вокзалында үтте.
2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө кадеттары сафта ҡорал менән эш итеү алымдарын күрһәтә

Ҡарауылдарҙы айырыу тантанаһы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған. 15-17 йәшлек ватан һаҡсылары ҡорал менән эш итеү мәҙәниәтен һәм күнекмәләрен үҫтергән күнегеүҙәр комплексын башҡарҙы. Шулай уҡ Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында тантаналы марш менән үтте. Кадет корпусында билдәләүҙәренсә, баш ҡалала йәшәүселәр бындай алымдарҙы күргәне булмаған.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Еңеүҙең 80 йыллығына – фронтовик ғалимдар хаҡында йыйынтыҡ

Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуҙа ғалимдар өлөшө. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған фәнни мәҡәләләрҙән торған йыйынтыҡтарҙың исем туйы уҙҙы. Йыйынтыҡтарға фронтовик ғалимдар тураһында ижади портреттар ингән.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Түбәнге Ләмәҙҙә батыр һалдатҡа иҫтәлек: Хәтип Хәлитовтың ҡәберенә таҡтаташ ҡуйылды

Еңеү көнө алдынан Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында совет һалдаты Хәтип Хәлитовтың ҡәберенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылды.
Хәтип Нариман улы 1942 йылда 20 йәшендә фронтҡа китә, аяуһыҙ һуғыштың бар ауырлыҡтарын кисереп Еңеү менән тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Икенсе һәм өсөнсө дәрәжә Дан ордены кавалеры, «Ҡаһарманлыҡ өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә. Мемориаль таҡтаташты асыу сараһында ветерандың туғандары һәм яҡындары уның тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты, ил именлеге өсөн башын һалған һалдаттарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән яугирҙарҙың бер төркөмө МХО биләмәһенә юлланды

Бөгөн Өфөнән бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. «Өфө-арена» бой һарайы алдындағы майҙанда уларҙы яҡындары һәм туғандары оҙатты. Хәрбиҙәр ике аҙналыҡ отпускала ғаилә мсьәләләрен хәл итеп тә, көс туплап та өлгөргән. Алғы һыҙыҡҡа улар үҙ әйберҙәренән тыш, хеҙмәттәштәре өсөн посылкалар ҙа алған.
2👍2👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә тәүге тапҡыр «Минең атайым - Герой!» билдәһе менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы

Ғорурлыҡ һәм ихтирам билдәһе. Өфөнөң Ленин районында тәүге тапҡыр «Минең атайым - Герой!» билдәһе менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе Владимир Нагорный, Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре ҡатнашҡан сарала ул 30 уҡыусыға тапшырылды. Яҡын арала билдәгә Ленин районынан тағы 899 үҫмер эй буласаҡ.
3👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта Салауат Юлаев исемендәге парк реконструкциялана

Әҙерлек 80 процент. Баймаҡта Салауат Юлаев исемендәге парк реконструкциялана. Йәмәғәт бәләмәһен йәйгә, ҡала көнөнә асырға ниәтләйҙәр. «Ирекле яр» проекты буйынса яңыртылған парк йәйгә асыласаҡ, бында ял һәм спорт өсөн бөтә шарттар булдырыла.
3🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Салауат Юлаев» хоккейсылары Гагарин кубогы өсөн көрәште туҡтатты

«Салауат Юлаев» хоккейсылары Гагарин кубогы ярымфиналында «Локомотив»ҡа еңелеп, миҙгелде бронза миҙал менән тамамланы. Республика башлығы Радий Хәбиров уйынсыларға рәхмәт белдереп, баш тренер Виктор Козловҡа эшен дауам итергә тәҡдим итте.
2👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һандар, мәғлүмәттәр, тарихтар. Бер ауылдың Еңеүгә индергән өлөшө.
БСТ каналында яңы тапшырыу.

10 майҙа 12.30 сәғәттә «Һәйкәлдәр нимә хаҡында һөйләй» тапшырыуының яңы сығарылышы күрһәтелә.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров йәштәргә ил башлығы менән тәүге осрашыуы тураһында һөйләне

Владимир Путин менән осрашҡанда ҡулдары ла ҡылтыранған. Радий Хәбиров йәштәргә ил башлығы менән тәүге осрашыуы тураһында һөйләне. Ҡурҡыуҙан түгел, тулҡынланыуҙан, тине республика етәксеһе. Был турала ул үҫмерҙәрҙең иң иҫтә ҡалған мәлдәр тураһындағы һорауына яуап итеп белдерҙе. Бынан тыш Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләре менән осрашыуҙар тетрәндереүен, Башҡортостан тарихындағы мөһим һәм күләмле ваҡиғаларҙың да иҫендә уйылып ҡалыуы тураһында әйтте. Сөнки республика һулышын тойоп , уның киләсәге өсөн босролоп йәшәйем, тине төбәк башлығы.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан ил буйынса бер юлы 80 Мәңгелек ут һәм Хәтер уттары тоҡандырылды. Саҡмағош районындағы мемориал да тәбиғи газға күсерелде. Республика башлығы Радий Хәбиров тантаналы сарала ҡатнашып, Мәңгелек уттың Еңеү символы булыуын билдәләне. Еңеүселәр быуынына оло ихтирам билдәһе.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Беренсе тирмә» республика проекты ирекмәндәре беренсе форум-осрашыуға йыйылды

Сарала әүҙем йәмәғәтселәргә рәхмәт хаттары тапшырылды, проекттың әһәмиәте тураһында һөйләшеү булды. «Беренсе тирмә» 2024 йылдың ноябрендә Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко тәҡдиме менән башланған үҙенсәлекле проект. Был Рәсәйҙәге берҙән-бер ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар отряды. Гүзәл заттар хәрби госпиталгә барып яралы яугирҙарҙы тәрбиәләргә ярҙам итә. Ноябрҙән алып әлегә тиклем 12 состав эшләп ҡайтҡан, ошо көндәрҙе тағы бер төркөм юлға сыҡҡан.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һуғыш ветерандары республика клиник госпиталендә йыл һайын Еңеү көнөнә байрам концерты ойошторола

Аҡ халатлыларҙан йыр-моң. Һуғыш ветерандары республика клиник госпиталендә йыл һайын Еңеү көнөнә байрам концерты ойошторола. Быйыл да медицина учреждениеһы табиптары һәм хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, тыл хеҙмәтсәндәре өсөн байрам программаһы тәҡдим итте. Кисәлә төрлө композициялар башҡарылды, Өфөнөң ижади коллективтары һуғыш осорондағы йырҙар менән сығыш яһаны.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Башҡортостан Башлығы кубогына ижади конкурс асылды

Ғаилә йылъяҙмаһы, һуғыш тураһында фотоһүрәттәр һәм фильмдарҙан рухлы образдар. Башҡортостан Башлығы кубогына Өфөлә республика конкурсы асылды. Ҡала халҡына һигеҙенсе класс уҡыусыларының эштәре тәҡдим ителде, ижади конкурста республиканан бөтәһе 12 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнаша. Конкурстың жюри рәйесе Каринэ Хәбирова ла йәш рәссамдарҙың уңышын лайыҡлы тип билдәләй.
1👍1🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан йәмәғәтселеге Павел Качкаев менән хушлаша

Бәхилләшеү сәғәте. Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Павел Рюрикович Качкаевты оҙатыу иртәгә, 7 майҙа иртәнге сәғәт 9-ҙан 11-гә тиклем Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда Зәки Вәлиди урамы, 40-сы йорт адресы буйынса үтә. Матәм митингы сәғәт 11-ҙә башлана. Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, Павел Качкаев 5 майҙа 74-се йәшендә вафат булды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә илдең бөтә төбәктәрен берләштергән «Тормош уты» Бөтә Рәсәй факел эстафетаһы этабы үтте

Эстафетаны «Импакт» хәйриә фонды һәм «Тормош уты» социаль башланғыстарға ярҙам фонды менән берлектә Рәсәй федераль медицина академияһы башлап ебәргән. Акцияның маҡсаты-лейкемия һәм башҡа ауыр сирле пациенттарҙы ҡотҡарыу мөмкинлеген арттырыу өсөн федераль һөйәк мейеһе донорҙары регистрына яңы донорҙар йәлеп итеү. Генетик яҡтан яраҡлы донор табыу ихтималлығы 10 меңгә 1 осраҡ ҡына тәшкил итә. Ярыштар башланған мәлдә 120 мең потенциаль донор булған, бөгөн был һан биш йөҙ меңгә еткән. Һөйәк мейеһе донорҙары федераль регистрына инеү өсөн 256 кеше килде.
👍1