БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.91K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Лёньканы ҡотҡарығыҙ!» драмаһы Өфө тамашасыһын әсир итте

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының рус труппаһы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына премьера әҙерләгән. Мәликә Икрамованың пьесаһын Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев сәхнәләштергән. Спектакль ваҡиғалары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡамауҙа ҡалған Ленинградта бара.
👍21
Башҡортостанда һыу инеү миҙгеленә әҙерлек башланды

Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы ултырышында ошо тема ҡаралды. - 2025 йылдан һыу объекттарында хәүефһеҙлек тәьмин итеү программаһы ғәмәлгә ашырыла. Быйыл йылға-күл буйҙарында 200-ҙән ашыу ял урыны булдырыу планлаштырыла, - тине Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов.
1👍1
Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы

- Һеҙ һәр ваҡыт хеҙмәт урынында, һанаулы минуттар эсендә бәләгә тарығандарға ярҙам ҡулы һуҙаһығыҙ. Ғүмерегеҙҙе аямай, юғары һөнәри оҫталыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәтәһегеҙ. Башҡортостан халҡының хәүефһеҙлеге һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булған ысын һаҡсылар ҡулында. Уҙған йылда республикала 9 меңдән ашыу янғын һүндерелде, меңләгән кеше ҡотҡарылды. Һеҙҙең мөһим һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйем, - ти Радий Хәбиров.
1👍1
Өфөлә Ленин исемендәге паркта реконструкцияны 2026 йылда тамамлау планлаштырыла

Был турала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Арыҫланбәк Хәйҙәров белдерҙе. - Фонтан яңыртыла, интерактив майҙансыҡ була, шулай уҡ балалар өсөн уйын комплексы, сәхнә төҙөлә, - тине ул. Паркта реконструкция 12 майҙа башлана. Ул тулыһынса ябыла.
👍21
Башҡортостан һәм Үзбәкстан технопарк булдыра

Ташкент ҡалаһында Халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе барышында ошо турала килешеү төҙөлдө. Сарала беҙҙең республика делегацияһы ҡатнашты. Документҡа ярашлы, технопарк булдырыуға Рәсәй һәм Үзбәкстан инвесторҙары йәлеп ителә. Резиденттарға һәр төрлө ярҙам саралары әҙерләнә.
👍21
Башҡортостан юлдарында фото- һәм видеотеркәү комплекстары камиллаштырыла

Яңы, заманса мониторинг системаһы ҡулланыласаҡ, тип хәбәр итәләр Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенән. Система майҙа һынау үтә. Башҡортостан юлдарында июнгә тиклем 56 яңы фото- һәм видеотеркәү ҡоролмаһын урынлаштырыу планлаштырыла.
1👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Георгий таҫмаһы» йәмәғәт акцияһы тотош Рәсәйҙе солғап алды

Өфөнөң Орджоникидзе мәҙәниәт һарайы алдында ирекмәндәр «Георгий таҫмаһы» таратты. Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары иһә ҡаһарман ата-бабалары иҫтәлегенә вальс әйләнде.Акция Ватанды һаҡлап һәләк булған яугирҙар тураһында хәтерҙе һаҡлау маҡсатында үткәрелә һәм 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнала.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт йәштәре командаһы мәктәбе семинары Евразия мәғариф үҙәгендә старт алды

Евразия мәғариф үҙәге - донъя кимәлендәге юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының Геном үҙәгендә башҡорт йәштәре командаһы мәктәбе семинары старт алды.
Унда Башҡортостанда йәштәр сәйәсәте менән шөғөлләнгән 150-нән ашыу кеше, дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре белемен камиллаштырҙы.
👍32
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Мәжбүри мөхәббәт» сериалы төшөрөлә

Кинофильмдың сюжетына килгәндә, етеш ғаиләлә үҫкән ҡыҙҙың байлығына ҡыҙығып уға өйләнергә теләгән егеттең ниәтен ҡыҙҙың атаһы аңлап ҡала. Никаны үгәй улына кәләшлеккә биреп кенә хәлде ҡотҡарып ҡала. Ролдәрҙе Рәсәй ҡалаларынан килгән һәм республика театрҙары актерҙары башҡара. 4 сериянан торған мелодрама федераль телеканалдарҙың береһендә күрһәтеләсәк.
1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районы Амангилде ауылында Вадим Баҡыев иҫтәлегенә волейбол буйынса ярыш үтте

Батыр рухы мәңге йәшәһен! Әбйәлил районы Амангилде ауылында Вадим Баҡыев иҫтәлегенә волейбол буйынса ярыш үтте. Турнирҙы Вадим Нурислам улының бергә уҡыған һабаҡташтары ойошторҙо.
3👍2👎1
Фермерҙар ер биләмәләре майҙанын 40 тапҡырға киңәйтә ала

Республика парламенты закон ҡабул итте. Уға ярашлы, фермер хужалығы биләмәһе иң күбе 2 мең гектарға етеүе мөмкин. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдереүенсә, әлегәсә республикала фермерҙар 50 гектарға тиклем ерҙе аукционһыҙ ҡуртымға алған. Был нормалар заман талаптарына яуап бирмәй. Күп хужалыҡтар артабан үҫешергә әҙер. Яңы закон фермерҙарға күпкә һөҙөмтәле эшләү мөмкинлеге бирергә тейеш. Республикала 7 мең фермер хужалығы бар. Улар миллион гектарҙан ашыу ер файҙалана.
1👍1
Өфөлә түләүле парковкалар тураһында шылтыратып белешергә мөмкин

Иртәгәнән кол-үҙәк эшләй башлай. 246-68-66 һандарына шылтыратып парковкаларҙың эш тәртибе, түләү, ташламалар тураһында мәғлүмәт алырға була. Өфөнөң үҙәгендә 1 меңдән ашыу түләүле машина ҡалдырыу урыны булдырыла. Тәүҙә улар һынау рәүешендә эшләй. Быйыл июнь айынан тулыһынса файҙалана башлау планлаштырыла.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө данлыҡлы Мәскәү Пасха фестивален ҡабул итте

Мариин һәм Ҙур театрҙың Валерий Гергиев етәкселегендәге ижади коллективы Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры сәхнәһендә сығыш яһаны. Өфө мәҙәни тур графигына икенсе йыл рәттән индерелә, баш ҡала тамашасыһы мәшһүр сәхнә оҫталарын һағынып көтөп ала һәм алҡыштарға күмә.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә йәшәүселәргә тәбиғәттә шешлек ҡыҙҙырыуҙан баш тартырға кәңәш иттеләр

Майҙың тәүге ял көндәрендә тотороҡһоҙ һауа шарттары, атап әйткәндә, көслө ел сығыуы, яуым-төшөм көтөлә. Шуға ла белгестәр бындай һауа торошон ял өсөн иң яҡшы ваҡыт түгел тип иҫкәртә. Бер үк мәлдә республикала янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә ҡала. Был көндәрҙә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә, төбәк әһәмиәтендәге айырым һаҡланған биләмәләрҙә, юл буйҙарында, йылға һәм күл яндарында, ҡала һәм ауыл биләмәләрендә, коммерция булмаған баҡса ширҡәттәрендә усаҡ яғыу тыйыла. Махсус режим ғәмәлдә булған осорҙа республикала ҡотҡарыу хеҙмәте көсәйтелгән.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Защитник» үҙәгендә хәрби хеҙмәткә контрактты бер тәҙрә аша рәсмиләштерергә мөмкин

Үҙ теләгең менән Ватан һағына. Өфөнөң «Защитник» үҙәгендә хәрби хеҙмәткә контракт төҙөү эше «берҙәм тәҙрә» ысулы буйынса ойошторолған. Республика район-ҡалаларынан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән граждандар ошонда уҡ документ туплап, банк иҫәбе аса ала. Шулай уҡ медицина тикшереүе үтергә, анализдар тапшырырға мөмкин. Барлыҡ хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә. Һайлап алыу пунктында кандидаттарҙың хәрби хеҙмәткә яраҡлығы ҡарала. Контракт төҙөгән ир-егеттәр махсус хәрби операция биләмәһенә юлланыр алдынан хәрби әҙерлек тә үтә.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов Семеновское ауылы биләмәһендә халыҡ менән осрашты

Халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләп. Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов Семеновское ауылы биләмәһендә халыҡ менән осрашты. Бындай йыйылыштарҙың маҡсаты: халыҡҡа райондың социаль‐иҡтисади үҫеше менән танышыу, ауылда йәшәүселәр менән күрешеп аралашыу, мөһим мәсьәләрҙе оператив рәүештә хәл итеү.
2👍1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләкән икмәк комбинаты етештереүҙе арттыра һәм продукция сифатын яҡшырта

Тәүлегенә 185 тонна он. Модернизация етештерелгән продукция күләмен артттырыу менән генә сикләнмәй, уның сифатын яҡшыртыуға ла булышлыҡ иткән. Һуңғы биш йылда Дәүләкән икмәк продукттары комбинаты производствоға 120 миллион һумдан ашыу аҡса инвестициялаған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Бәләкәй ҡалаларҙа ҙур музыка»: Башҡорт музыкаһы республика ҡалаларына юл тота

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты өсөнсө йыл «Бәләкәй ҡалаларҙа ҙур музыка» проектында ҡатнаша. Ошо ваҡыт эсендә юғары уҡыу йорто коллективы республиканың 8 ҡалаһында урынлашҡан балалар сәнғәт һәм музыка мәктәптәрендә булып, төрлө мәғариф программаларын тормошҡа ашырған. Эш һөҙөмтәһе булараҡ вуздың «Шаляпин залы»нда Гала-концерт үтте.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Игорь Акинфеев Алексеевка ауылындағы спорт залына ремонт эшләүҙә ярҙам итәсәк

Игорь Акинфеев Өфө районы Алексеевка ауылындағы мәҙәниәт йорто бинаһында урынлашҡан спорт залын төҙөкләндерергә ярҙам итәсәк. Был хаҡта ЦСКА командаһы капитаны социаль селтәр аша хәбәр иткән. Социаль селтәрҙә Алексеевка ауылы спортсыларының видеояҙмаһын күргәндән һуң Игорь Акинфеев спорт залына ремонт эшләүҙә ярҙам күрһәтәсәге хаҡында белдергән.
3
8 майҙан 11-енә тиклем Өфөлә йәмәғәт транспорты ял көнө теҙмәһе буйынса йөрөй

13-сө һәм 22-се троллейбустар маршрутҡа сыҡмай. 9 май, Еңеү көнөндә Октябрь проспектында машина йөрөшө сикләнә. Бында байрам уңайынан тантаналы саралар ҡаралған, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.
1