БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.96K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда йыл һайын ҡырҡылған ағастар урынына йәш үҫентеләр ултыртыла

Былтыр ғына 16 мең гектар майҙанда урман тергеҙелгән. Быйыл да ағас ошо уҡ күләмдә ултыртылыр тип көтөлә. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһенә яҙыуынса, һуңғы 6 йылда төбәк тәбиғәте 160 миллион төп үҫентеһенә байытылған. Ағас ултыртыуға урман хужалыҡтары һәм участкаларҙы ҡуртымға алыусылар йәлеп ителгән. Һәм, әлбиттә, халҡыбыҙ - «Йәшел Башҡортостан» һәм «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияларында ҡатнашыусыларға айырым рәхмәт. Республика буйлап йөрөгәндә дөйөм эш һөҙөмтәләре асыҡ күренә. Элек бушлыҡ булған урындарҙа хәҙер яңы ағастар үҫә. Башҡортостан һәр ваҡыт урманға бай булды, һәм был байлыҡты киләсәк быуындар өсөн бергәләп һаҡларға тейешбеҙ, тип яҙған республика башлығы.
👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ике аҙналыҡ ялдан һуң сираттағы яугирҙар төркөмө махсус хәрби операцияға юлланды

Ғәҙәттәгесә, хәрбиҙәрҙе оҙатыу сараһы « Өфө-Арена «майҙанында үтте. Һалдаттар ваҡытын өйҙә, туғандары һәм яҡындары менән үткәргән, тормош-көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткән. Күптәре хатта «Батырлыҡ дәрестәрендә» ҡатнашып, уҡыусылар менән аралашырға өлгөргән. Рухи көс, яңы көс туплаған яугирҙар дәүләт бурысын үтәүгә әҙер. Республиканың Хәрби комиссары урынбаҫары Дмитрий Литвяков хәрбиҙәргә изге теләктәрен белдерҙе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районында йәшәүселәр махсус хәрби операция биләмәһенә 28-cе гуманитар ылау оҙатты

Хеҙмәт коллективтары, эшҡыуарҙар, ирекмәндәр көсө менән хәрбиҙәргә йөҙҙән ашыу посылка тупланған. Квадрокоптер, тепловизор, биноклдәр, маскировка селтәрҙәре һәм костюмдар, окоп шәмдәре лә ебәрелә. Шулай уҡ йөк составында шәхси гигиена саралары, аҙыҡ-түлек, һауыт-һаба, медицина кәрәк-яраҡтары ла бар. Алғы һыҙыҡҡа тиклем гуманитар ылауҙы урындағы хакимиәт етәкселеге оҙатып барасаҡ.
👍2
Башҡортостан халҡы "Үлемһеҙ полк"ка ҡушыла

Акция 14-се тапҡыр уҙғарыла. Быйыл Өфөлә генә 200 меңгә яҡын кеше ҡатнашыуы көтөлә. 9 майҙа акцияла ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының фотоһүрәттәре менән Октябрь проспектынан үтә, тип хәбәр итә "Башинформ".
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөгә Еңеү паровозы килде

Бөгөн Өфөгә Еңеү паровозы килде. Хәрби техника, реконструкторҙар, оҫталыҡ дәрестәре һәм концерт. Куйбышев тимер юлдары проекты Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған. Раритет техника менән танышырға өфөләр ғаиләләре менән килде. Улар араһында Т-34-76 легендар танкы, Икенсе донъя һуғышын ғына түгел, беренсеһен дә үткән артиллерия орудиелары ла бар. Платформаларҙың береһен Советтар Союзы ленд-лиз буйынса алған амфибия транспорт сараһы биләй. Был машина ауыр яуҙар аша үткән. Иң ҡыҙығы - составты 40-сы йылдарҙа сығарыла башлаған «Лебедянка» паровозы башлай.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ярославлдә Континенталь хоккей лигаһы плей-офф уйындарының ярымфинал шәлкеме дауам итә

Бөгөн «Салауат Юлаев» менән «Локомотив» командалары икенсегә осраша. Тәүге уйынды юлаевсылар 3-1 иҫәбе менән еңгәйне. Был уйында голкипер Семён Вязовой ике һөҙөмтәле тапшырыу менән тарихи ҡаҙанышҡа иреште. Әлегә Нэйтан Тодд менән Джошуа Ливоның матчта ҡатнашыу-ҡатнашмауы билдәһеҙ. Хоккей матчының тура трансляцияһын бөгөн БСТ каналында төнгә сәғәт 10-сы 20 минутта ҡарағыҙ.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Фидан Ғафаров менән хушлаштылар

«Ғүмер ағыштары» туҡтаны. Республика йәмәғәтселеге Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры Фидан Ғафаровты һуңғы юлға оҙатты. Башҡорт драма театрына актер менән бәхилләшеүгә меңдәрсә кеше килде. Яҙма милли театр сәнғәтендә йондоҙ булып балҡып, халыҡтың оло һөйөүен яулаған шәхестең мәңгелек ижадына оло ихтирам менән әҙерләнде.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Янғын һағы көнөндә ҡотҡарыусыларға яңы техника тапшырылды

30 апрель - Рәсәйҙә яңғын һағы көнө. Ошо уңайҙан Башҡортостан башлығы республиканың янғын һүндереү частарына махсус техника тапшырҙы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәтенең матди-техник базаһын нығытыу айырым контролдә тотола. Сөнки был тәьминәткә халыҡтың именлеге, тыныслығы бәйле.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Ташкентта туризм һәм сәнәғәт буйынса хеҙмәттәшлек килешеүҙәре төҙөнө

Ташҡент ҡалаһына эш сәфәре барышында Башҡортостан делегацияһы төбәктең туристик мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы менән Үзбәкстандың шәхси туристик ойошмалар ассоциацияһы тарафынан хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылды. Осрашыуҙа төбәктә инвесторҙар өсөн эш шарттарына баҫым яһалды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Иван Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәһендә Хәтер аллеяһы барлыҡҡа килде

Өфө йүкәләре тағы ла 40 төпкә артты. Өфөнөң Иван Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәһендә Хәтер аллеяһы барлыҡҡа килде. Республиканың халыҡтар дуҫлығы йорто башланғысы менән ҡала баҡсаһында 80 төп үҫенте ултыртылды.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республика геронтология үҙәгендә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған хәйриә концерты уҙҙы

Еңеү һалдаттарына хәтер мәңгелек. Республика геронтология үҙәгендә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған хәйриә концерты уҙҙы. Ҡарттар йортонда тәрбиәләнеүселәр алдында Ауырғазы районы мәҙәниәт йорто артистары сығыш яһаны. Сәхнәлә һуғыш осоронда ижад ителгән фронт йырҙары яңғыраны.
👍1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Лёньканы ҡотҡарығыҙ!» драмаһы Өфө тамашасыһын әсир итте

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының рус труппаһы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына премьера әҙерләгән. Мәликә Икрамованың пьесаһын Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев сәхнәләштергән. Спектакль ваҡиғалары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡамауҙа ҡалған Ленинградта бара.
👍21
Башҡортостанда һыу инеү миҙгеленә әҙерлек башланды

Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы ултырышында ошо тема ҡаралды. - 2025 йылдан һыу объекттарында хәүефһеҙлек тәьмин итеү программаһы ғәмәлгә ашырыла. Быйыл йылға-күл буйҙарында 200-ҙән ашыу ял урыны булдырыу планлаштырыла, - тине Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов.
1👍1
Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы

- Һеҙ һәр ваҡыт хеҙмәт урынында, һанаулы минуттар эсендә бәләгә тарығандарға ярҙам ҡулы һуҙаһығыҙ. Ғүмерегеҙҙе аямай, юғары һөнәри оҫталыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәтәһегеҙ. Башҡортостан халҡының хәүефһеҙлеге һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булған ысын һаҡсылар ҡулында. Уҙған йылда республикала 9 меңдән ашыу янғын һүндерелде, меңләгән кеше ҡотҡарылды. Һеҙҙең мөһим һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйем, - ти Радий Хәбиров.
1👍1
Өфөлә Ленин исемендәге паркта реконструкцияны 2026 йылда тамамлау планлаштырыла

Был турала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Арыҫланбәк Хәйҙәров белдерҙе. - Фонтан яңыртыла, интерактив майҙансыҡ була, шулай уҡ балалар өсөн уйын комплексы, сәхнә төҙөлә, - тине ул. Паркта реконструкция 12 майҙа башлана. Ул тулыһынса ябыла.
👍21
Башҡортостан һәм Үзбәкстан технопарк булдыра

Ташкент ҡалаһында Халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе барышында ошо турала килешеү төҙөлдө. Сарала беҙҙең республика делегацияһы ҡатнашты. Документҡа ярашлы, технопарк булдырыуға Рәсәй һәм Үзбәкстан инвесторҙары йәлеп ителә. Резиденттарға һәр төрлө ярҙам саралары әҙерләнә.
👍21
Башҡортостан юлдарында фото- һәм видеотеркәү комплекстары камиллаштырыла

Яңы, заманса мониторинг системаһы ҡулланыласаҡ, тип хәбәр итәләр Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенән. Система майҙа һынау үтә. Башҡортостан юлдарында июнгә тиклем 56 яңы фото- һәм видеотеркәү ҡоролмаһын урынлаштырыу планлаштырыла.
1👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Георгий таҫмаһы» йәмәғәт акцияһы тотош Рәсәйҙе солғап алды

Өфөнөң Орджоникидзе мәҙәниәт һарайы алдында ирекмәндәр «Георгий таҫмаһы» таратты. Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары иһә ҡаһарман ата-бабалары иҫтәлегенә вальс әйләнде.Акция Ватанды һаҡлап һәләк булған яугирҙар тураһында хәтерҙе һаҡлау маҡсатында үткәрелә һәм 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнала.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт йәштәре командаһы мәктәбе семинары Евразия мәғариф үҙәгендә старт алды

Евразия мәғариф үҙәге - донъя кимәлендәге юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының Геном үҙәгендә башҡорт йәштәре командаһы мәктәбе семинары старт алды.
Унда Башҡортостанда йәштәр сәйәсәте менән шөғөлләнгән 150-нән ашыу кеше, дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре белемен камиллаштырҙы.
👍32
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Мәжбүри мөхәббәт» сериалы төшөрөлә

Кинофильмдың сюжетына килгәндә, етеш ғаиләлә үҫкән ҡыҙҙың байлығына ҡыҙығып уға өйләнергә теләгән егеттең ниәтен ҡыҙҙың атаһы аңлап ҡала. Никаны үгәй улына кәләшлеккә биреп кенә хәлде ҡотҡарып ҡала. Ролдәрҙе Рәсәй ҡалаларынан килгән һәм республика театрҙары актерҙары башҡара. 4 сериянан торған мелодрама федераль телеканалдарҙың береһендә күрһәтеләсәк.
1👏1