БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.87K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Депутаттар юл соҡорҙарын ямау өсөн бүленгән аҡсаның нисек тотонолоуын тикшерә

Депутат Флүр Нурлығаянов әйтеүенсә, әле юлдар ремонт сифаты бүленгән аҡсаға торошло түгел. Насар юл авариялар артыуына килтерә. Шуға депутаттар һәм эксперттар ҡатнашлығында контроль булырға тейеш. Контроль-иҫәп палатаһы был тәҡдимде хупланы. Палата рәйесе Константин Шаһиморатов белдереүенсә, ремонт тамамланғас, 15 июндән һуң юлдар өсөн бүленгән аҡсаның маҡсатҡа ярашлы тотонолоуын баһаларға мөмкин.
👍1
Башҡортостан "Бумбатл" Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Халыҡ йыл әйләнәһенә макулатура тапшыра ала. Был турала Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итәләр. Акцияла теләгән һәр кешенең ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн проект сайтында теркәлергә кәрәк. "Бумбатл" һөҙөмтәләре киләһе йылдың мартында иғлан ителә.
👍2
Шишмә районы Балағуш ауылында модулле ФАП төҙөлә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул күрше ауылдар халҡын да хеҙмәтләндерә, медицина учреждениеһында 230-ҙан ашыу кеше теркәлә. Бина заманса йыһазландырыла. Шишмә районында шулай уҡ Енғалыш ауылында фельдшер-акушер пунктына нигеҙ һалынды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ир-егеттәр контракт килешеүе буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул ителә

Егеттәр «Защитник» үҙәгендә «берҙәм тәҙрә» ысулы буйынса медицина тикшереүе үтә, банк картаһы аса һәм документтарҙы туплап алғы һыҙыҡҡа юллана ала. Үҙәктә анализ тапшырыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн тейешле шарттар тыуҙырылған. Өс тапҡыр туҡланыу, йәшәү бүлмәләре ҡаралған. Бөтә хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә. Хәрби контракт төҙөүсегә үҙе менән документ һәм юлға сығыу өсөн кәрәк-яраҡ алырға ғына кәрәк.
👍1👎1
Рәсәй мәктәптәрендә дәрестәр теҙмәһе бер төрлө була

Яңы норма 1 сентябрҙән ҡабул ителә. Был турала федераль Мәғариф министры Сергей Кравцов белдерҙе. - Шулай уҡ контроль һәм тикшереү эштәре бер системаға һалына. Улар программа буйынса ҡаралған дәрестәрҙең 10 процентынан артмаҫҡа тейеш, - тине ул.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә табиптар хәрби-ялан хирургияһы буйынса тәжрибә туплай

Табиптар хәрби-ялан хирургияһын үҙләштерә. Өфөнөң Евразия фән-белем биреү үҙәгендә барған ғилми-ғәмәли конференцияла Волга буйы федераль округы субъекттарынан хирургтар, травматологтар, анестезилогтар - бөтәһе 300-гә яҡын табип ҡатнаша. Проект Стратегик башланғыстар агентлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса фонд барлыҡҡа килеүен иғлан итте

Республика башлығы Радий Хәбиров креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса фонд барлыҡҡа килеүен иғлан итте. Ижади проекттарҙы финанслауға дөйөм алғанда 50 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Башҡортостанда был йүнәлешкә иғтибар көсәйә, айырым совет ойошторолоуы ла шуға дәлил.
👍1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров фехтование буйынса Рәсәй чемпионаты еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһында ҡатнашты

Баш ҡалала илдең иң көслө спортсылары араһында турнир дауам итә. Ярыштар баш ҡаланың фехтование үҙәгендә үтә. Унда илдең 32 төбәгенән 600 рапирасы ҡатнаша. Шулай уҡ Белоруссия, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан спортсылары ла бар. Башҡортостан башлығы ирҙәр араһында шпагала алышыу буйынса команда ярыштары еңеүселәрен тәбрикләне. Уңыштарға өлгәшкән Олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренә сертификаттар тапшырҙы.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районы халҡынан махсус хәрби операциялағы яугир-яҡташтарға тыл ярҙамы

Хәйриә ярҙамын туплауҙа «Әбйәлилдең яҡшы кешеләре»йәмәғәт ойошмаһы ирекмәндәре, районда йәшәгән изге күңелле һәм йомарт кешеләр булышлыҡ итә. Гуманитар ярҙам һалдаттар үтенесен иҫәпкә алып туплана.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Еңеү диктанты»н 800 майҙансыҡта яҙҙылар

Был турала социаль селтәрҙәрҙә Республика башлығы белдерҙе. Радий Хәбиров халыҡ-ара акцияны тарихыбыҙҙағы иң мөһим һәм ҡатмарлы осор тураһында белемебеҙҙе һынап ҡарау, геройҙарға хөрмәт күрһәтеү, яу һәм тыл ҡаһармандарының батырлыҡтарын иҫкә төшөрөү өсөн яҡшы мөмкинлек тип атаны.
👍3
❗️ Международный диктант по башкирскому языку: прямой эфир!

В Башкортостане 26 апреля в 11:00 стартует масштабная акция, направленная на популяризацию и сохранение родного языка.

Все желающие смогут проверить свои знания в прямом эфире телеканала БСТ!

Традиционно для диктанта готовятся три текста для разных уровней знания языка:

Начальный уровень владения башкирским языком

Уровень свободного владения башкирским языком

Текст на северо-западном диалекте башкирского языка

Смотреть прямой эфир тут: https://vkvideo.ru/video-27097047_456289458
Өфөлә һыу инеү миҙгеле алдынан ҡотҡарыусылар командаһы туплана

Улар пляждарҙа эшләйәсәк, тип хәбәр итәләр Ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан. Өфөлә ҡомлоҡтар ғәҙәттә 1 июндән асыла. Рәсми пляждарҙа мотлаҡ рәүештә ҡотҡарыусылар дежур итә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай районында Кәлимосҡан ҡаяһы эргәһе тәртипкә килтереләсәк

Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте. Риүәйәт буйынса, Кәлим исемле егет, һөйгән ҡыҙының яуапһыҙ мөхәббәтенә үпкәләп, ҡаянан ташланған. Ҡаяның исеме шунан барлыҡҡа килгән. Бындағы таштар яҡынса 350 миллион йылдар элек боронғо диңгеҙ төбө булған түбәнге карбон ултырмаларынан хасил булған. Был ҡая Салауат Юлаев мәмерйәһе менән берлектә 1985 йылда тәбиғәт ҡомартҡаһы тип иғлан ителгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант халыҡты берләштерҙе

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» акцияһында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, сараның мөһимлеген билдәләне. Тел мәҙәниәтен күтәреүгә, туған телде һаҡлау һәм үҫтереүгә булышлыҡ итә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан үҙәкләштереп оҙатылған 148-се гуманитар ылау Донбасҡа барып етте

Уны республиканың исемле батальондары, «Башҡортостан» полкы һәм мобилизацияланған яугирҙар ҡаршы алды. Тыуған яҡтан һалдаттарға юғары үтемле автомобилдәр, төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙатылды. Йөк автомобилдәре уларҙы яугирҙар хеҙмәт иткән хәрби частәрҙең дислокацияһына тиклем алып барып етте.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Түбәнге Аллағыуатта фронтовиктарға бағышланған яңы гранит стела асылды

Геройҙарҙың исемдәре ҡара гранитта мәңгеләштерелде, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәр яҡташ хөрмәтенә ағас ултыртылды. Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылында Ватанды фашист илбаҫарҙарынан һаҡлаған фронтовиктарға стела асылды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тәтешле халҡы Өфөлә Тәтешле урамын йәшелләндерҙе

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә республиканың иң төньяҡ районында йәшәүселәр Шаҡша биҫтәһендә ағастар ултыртты. Мөһим ваҡиға бер юлы ике датаға: Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 һәм Тәтешле районының 90 йыллығына арналды. Экологик өмә Өфө ҡалаһының Калинин районы хакимиәте ярҙамында Тәтешле яҡташтар ойошмаһы менән берлектә ойошторолдо. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Яҙыусылар аллеяһы барлыҡҡа килде

Бөгөн әҙиптәр Яҙыусылар союзы бинаһы эргәһендә 15 йүкә ағасы ултыртты. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа республика етәкселеге тарафынан әҙиптәргә ныҡлы иғтибар бирелә.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Беренсе проект» дүрт тиҫтәнән ашыу мәктәп командаһын бергә йыйҙы

Уҡыусыларҙың форумы Хәйбула районы үҙәгендәге күп профилле полилингваль мәктәптә уҙҙы. «Беренсе проект» тың төп маҡсаты булып уҡыусыларҙың башланғысын тормошҡа ашырыу тора. Ул былтыр Хәйбулла ерлегендә башланған. Проекттың авторҙары- Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Илнур Сәлихов һәм ошо район егете, эшҡыуар Виталий Даһиров.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә республиканың иң яҡшы ауыл фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры билдәләнде

Ике этапта үткән конкурста 1083 медицина хеҙмәткәре ҡатнашты. Улар тест һорауҙарына яуап бирҙе, практик белемдәрен һынаны. Баһалама ағзалары тарафынан уларҙың тик бишәүһе һайлап алынды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2