Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Кушнаренко районында «Хәтер баҡсаһы» акцияһы сиктәрендә ҡарағайҙар ултыртылды
Еңеүҙең 80 йыллығына арналған экологик өмәлә урындағы халыҡ, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Былтыр Башҡортостан «Хәтер баҡсаһы» акцияһы осоронда ултыртылған ағастар һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында өсөнсө урын яуланы. Республика халҡы ике миллиондан ашыу үҫенте ултыртты.

❤2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Электр селтәрҙәре хеҙмәткәрҙәре тирә-яҡ мөхитте һаҡлау акцияһына ҡушылды
Шаран һыуһаҡлағысы ярында «Йәшел яҙ «Бөтә Рәсәй экологик акцияһы уҙҙы. Октябрьский производство беркмәһе, Шаран электр селтәрҙәре бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында үткән экологик өмә хаҡында киләһе яҙмала.

❤4👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 13-сө коррекция мәктәп-интернатынан Алина Сокорова йыл уҡытыусыһы тип танылды
«Дистанцион белем биреү уҡытыусыһы-2025» республика конкурсы бишенсе тапҡыр ойошторолдо. Унда коррекция һәм дөйөм белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Конкурс һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалид балаларҙы уҡытҡан педагогтар араһында үтте. Ярыштың беренсе этабында республика төбәктәренән 63 уҡытыусы ҡатнашты.

👍6
Башҡортостандан адвокат МХО-ға юлланған
Күмертауҙан юрист Азамат Үтәгәнов МХО биләмәһендә хеҙмәт итеү юлын һайлаған. Уның тураһында ҡала хакимиәтендә һөйләнеләр.
Яҡташыбыҙ 2023 йылдың сентябрендә оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. 2011 йылдан адвокат эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгәс, үҙенә «Адвокат» тигән позывной алған.
Азамат хайуандарҙы ярата. Уны өйҙә бесәйе, ташбаҡалары һәм аквариум балыҡтары көтә. Уның ябай, әммә илһөйәрлек көсө менән һуғарылған тормош девизы бар: «Үҙебеҙҙекеләр өсөн янып-көйәбеҙ!».

👍4
Башҡортостанда 9 район һәм ҡалала йылытыу миҙгеле тамамланды
Был турала бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә белдерелде. Өфө, Ағиҙел, Стәрлетамаҡ Сибай ҡалаларында, Благовещен, Йәрмәкәй, Ишембай, Мәләүез һәм Миәкә районында тейешле ҡарар ҡабул ителгән. Тағы 10 муниципалитет йылы биреүҙе ошо аҙнала туҡтатырға тейеш. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, һәр район һәм ҡала үҙ аллы ҡарар ҡабул итә. Әммә көтөлмәгән хәлдәргә әҙер булырға кәрәк.

👍2
Республикала "Башҡорт теленән диктант" акцияһына әҙерлек бара
Ул 26 апрелдә башлана һәм 28-енә тиклем дауам итә. Ойоштороусылар белдереүенсә, быйыл текстар Ватанды һаҡлаусылар һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы темаларына бағышланған. Диктантты онлайн яҙырға мөмкин. БСТ телеканалында, акцияның рәсми сайтында һәм социаль селтәрҙә трансляция була. Диктант һөҙөмтәләре 30 көндә иғлан ителә.

Өфөлә Ленин паркы тулыһынса ябыла
12 майҙа бында реконструкция башлана. Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе. - Өфөлә ҙур эш башҡарҙыҡ. Парктарҙы тәртипкә килтерәбеҙ. Черниковка, Затондағы, Дим районындағы биләмәләрҙе матурланыҡ. Быйыл Ленин паркында ремонт башлайбыҙ. Эштәр ике йылға һуҙылыуы мөмкин, - тине ул. Проект буйынса төҙөкләндереү өсөн 111 миллион һум тотонола.

Башҡортостанда 2026 йылда төҙөкләндереләсәк объекттар өсөн тауыш биреү башланды
Ул 12 июнгә тиклем дауам итә. Был турала бөгөн хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә белдерелде. - Тауыш биреүҙә ҡатнашҡан биләмәләр исемлеге халыҡ фекерен, парк һәм скверҙар торошон иҫәпкә алып төҙөлгән. 241 биләмәнән 159-ы һайлап алына. Уларҙы төҙөкләндереү өсөн аҡса бүленә. Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы алып барыла.

12 майҙан Өфөнөң Ленин паркы тулыһынса реконструкцияға ябыла
Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә билдәләне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты буйынса республикала барлығы 94 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү ҡаралған. Ошо маҡсатта 1 миллиард 211 миллион һум йүнәлтелә.

👍2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәмәғәт транспортының төрлө төрҙәрендә пассажирҙар ташыуҙы үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде
Радий Хәбиров сираттағы «Транспорт сәғәте»н үткәрҙе. Кәңәшмәлә йәмәғәт транспортының төрлө төрҙәрендә пассажирҙар ташыуҙы үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова билдәләүенсә, быйыл йәйге миҙгелдә «Өфө» аэропортынан 18 йүнәлеш буйынса осош планлаштырыла.
Радий Хәбиров сираттағы «Транспорт сәғәте»н үткәрҙе. Кәңәшмәлә йәмәғәт транспортының төрлө төрҙәрендә пассажирҙар ташыуҙы үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова билдәләүенсә, быйыл йәйге миҙгелдә «Өфө» аэропортынан 18 йүнәлеш буйынса осош планлаштырыла.
👍2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан төбәктәре буйлап сәләмәтлек поезы юлға сыҡты
Бөгөн тәүгеләрҙән булып акцияны Белорет, Дыуан, Туймазы, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы районы ауылдары һәм Ағиҙел ҡалаһы ҡабул итте. Заманса күсмә мобиль комплекстар флюорограф, маммограф, диагностика үҙәктәре менән йыһазландырылған. Алтынсы йыл рәттән үткәрелгән һәм халыҡта ҙур ихтыяж менән файҙаланған тәжрибәне Рәсәйҙең башҡа төбәктәре күтәреп алған.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә МХО-ла һәләк булған һалдаттарҙың ғаилә ағзаларына дәүләт наградалары тапшырылды
Батырҙар онотолмай. Өфөнөң Киров һәм Ленин районы хәрби комиссариатында махсус хәрби операцияла һәләк булған һалдаттарҙың ғаилә ағзаларына дәүләт наградалары тапшырылды.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүез халҡы алғы һыҙыҡҡа сираттағы гуманитар ылау ебәрҙе
Мәләүез халҡы «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» хәйриә фонды ярҙамында алғы һыҙыҡҡа сираттағы гуманитар ылау ебәрҙе. Курск өлкәһендәге яугирҙар үтенесен иҫәпкә алып күмәк көс менән УАЗ-буханка автомобиле һатып алына. Машина менән бергә яралыларҙы яу яланынан алып сығыу өсөн носилкалар, медикаменттар, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек һәм тәм-томдар ҙа туплана. Ирекмәндәрҙе ҡаланың Ҡазан Божья Матерь иконаһы ғибәҙәтханаһынан Протоиерей Владимир Семавин изге фатихаһын биреп яуаплы һәм оҙон юлға оҙата. Гуманитар ярҙам дошманға ҡаршы алышҡан яҡташтарға шәхсән тапшырыласаҡ.

«Мираҫ» ансамбле «Өфө» халыҡ-ара аэропортында сағыу флешмоб ойошторҙо
Еңеү мираҫын һаҡлап. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеү алдынан «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортында сағыу флешмоб ойошторҙо. Ул «Беҙгә бер Еңеү кәрәк» акцияһы һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы башланғысы менән ойошторолған «Еңеү йырҙары» төбәк флешмобы сиктәрендә үтте.

❤4👍1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ленинград ҡамауын үткән Валентина Поповнина бөгөн Еңеү яҙын Благоварҙа ҡаршылай
Һуғыш михнәте онотолмай... Ленинград блокадаһында йәшәгән Валентина Поповнина 80-се Еңеү яҙын Благовар районында ҡаршылай. Валентина Ильинична 1934 йылда Ярославль өлкәһендә тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уларҙың ғаиләһе Ленинград ҡалаһында йәшәгән.
Һуғыш михнәте онотолмай... Ленинград блокадаһында йәшәгән Валентина Поповнина 80-се Еңеү яҙын Благовар районында ҡаршылай. Валентина Ильинична 1934 йылда Ярославль өлкәһендә тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уларҙың ғаиләһе Ленинград ҡалаһында йәшәгән.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Силәбе ҡалаһының Шәйехзада Бабич исемендәге милли китапханаһында төбәк-ара тәүге милли матбуғат фестивале үтте
Башҡортостан баҫмаларының баш мөхәррирҙәре һәм журналистары, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте, архив хеҙмәткәрҙәре ҡатнашкан сара Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе хөкүмәте ярзамында Силәбе ҡалаһы хакимиәте, урындагы башҡорттар ҡоролтайы, вәкиллек һәм урындағы йәмәғәтселәр тарафынан ойошторолдо.
Башҡортостан баҫмаларының баш мөхәррирҙәре һәм журналистары, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте, архив хеҙмәткәрҙәре ҡатнашкан сара Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе хөкүмәте ярзамында Силәбе ҡалаһы хакимиәте, урындагы башҡорттар ҡоролтайы, вәкиллек һәм урындағы йәмәғәтселәр тарафынан ойошторолдо.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында «Таҙа Талҡаҫ» экологик акцияһы үтте
Билдәле булыуынса, 2020 йылдан Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров тәҡдиме менән Талҡаҫ буйында экологик акция ойоштороу күркәм йолаға әүерелде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

👍3🔥2
Башҡортостан студенттарына берҙәм карта булдырыла
Ул юл йөрөү һәм буфетта туҡланыу мөмкинлеге бирә. Республика хөкүмәтендә уҙған “Транспорт сәғәте”ндә “Алға” түләү системаһын үҫтереү мәсьәләһе тикшерелде. Кәңәшмәлә Вуз-ара студенттар кампусында күп функциялы карталарҙы индереү тәҡдиме хупланды. Республикала 2019 йылдан “Алға” ҡушымтаһы менән 2 миллион ярымдан ашыу карта сығарылған. Был пассажирҙарға 760 миллион һумға яҡын аҡсаны экономиялау мөмкинлеге биргән.

МХО яугирының 10-сы сабыйы тыуған
Благовещен районы Һынны ауылынан «Әнис» саҡырыу позывнойлы ягирҙың һәм уның ҡатыны Ксенияның күп балалы ғаиләһендә унынсы бала донъяға килгән. Был хаҡта район хакимиәте хәбәр итә.
Ксения әүҙем ирекмән, махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән яугирҙарға ярҙам итә. Ҡатын районда тәүгеләрҙән булып һалдаттар өсөн окоп шәмдәре, ҡоро душтар әҙерләй башлай. Ксения көндәлек мәшәҡәттәренә, күп бала тәрбиәләүенә ҡарамаҫтан, гуманитар ярҙам йыйып ҡына ҡалмай, уны ире һәм уның һалдаттары өсөн МХО зонаһына алып барып та тапшыра.
Тормош иптәше өлкән сержант «Әнис» 2022 йылдың авгусынан МХО-ла ҡатнаша, Ксения уның менән ғорурлана, ғаиләбеҙ өсөн ысын терәк, тип билдәләй.
Хәҙер «Әнис» ялда, балалары менән сараларға, байрамдарға йөрөй, МХО-лағы көндәлек эше тураһында һөйләй. Әммә яугир ҡатынын һәм яңы тыуған ҡыҙын бала табыу йортонан ҡаршы алып өлгөрмәйәсәк, ул йәнә алғы һыҙыҡҡа юлға сыға.

👍3❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Һаулыҡ һаҡлауҙа хеҙмәтте һаҡлау» икенсе республика форумы үтте
Семинарға республиканан 150-нән ашыу белгес һәм хеҙмәтте һаҡлау буйынса вәкилдәр йыйылды. Һаулыҡ һаҡлау тармағында хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары менән тәьмин итеү, махсус кабинеттар асыу кеүек көнүҙәк һорауҙар ҡаралды. 2020 йылдан профсоюз страховкалау программаһы эшләй. 64 меңдән ашыу хеҙмәткәр производствола бәхетһеҙ осраҡтарҙан страховкаланған.