БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.13K photos
7.88K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда быйыл 428 кеше талпан ҡаҙалып табипҡа күренгән

Был турала ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән хәбәр итәләр. Ведомство белгестәре тәбиғәткә сыҡҡанда, баҡса эштәре барышында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш итә. Республикала халыҡ күпләп йөрөгән урындар талпанға ҡаршы препарат менән эшкәртелә.
😱3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Салауат районына эш сәфәре сиктәрендә эшҡыуарҙар менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Салауат районына эш сәфәре сиктәрендә эшҡыуарҙар менән осрашты. Төбәк етәксеһе менән асыҡ һөйләшеү барышында урындағы бизнес вәкилдәрен борсоған тиҫтәләгән һорау хәл ителде. Көн тәртибендә Радий Хәбиров Салауат Юлаев музейын төҙөкләндереү, «Янғантау» геопаркы инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләренә бағышланған ултырышта ҡатнашты. Төбәк етәксеһе ҡарары менән Дыуан күп профилле колледжын төҙөкләндереү пландары билдәләнде.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Проффест» вакансиялар йәрминкәһе 700-ҙән ашыу ойошманы берләштерҙе

Башҡортостанда йәшәүселәргә яңы вакансиялар һәм карьера буйынса үҫеш мөмкинлеге. «Проффест. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты» тип исемләнгән эшкә урынлашыу йәрминкәһенең төбәк этабында ете йөҙҙән ашыу предприятие-ойошма ҡатнашып, хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланылған һөнәрҙәр буйынса консультациялар алып барҙы. Шулай уҡ сарала мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн профориентация майҙансыҡтары эшләне.
2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ағиҙел аша һалынған аркалы күперҙе тоташтырҙылар

«Алтын киҫелеш». Өфө халҡы өсөн мөһим ваҡиға- төҙөүселәр Ағиҙел аша һалынған күпер ярҙарын тоташтырҙы. «Алтын киҫелеш» - капиталь ремонттың иң ҡатмарлы этаптарының береһе. 1956 йылда төҙөлгән объект авария хәлендә була һәм күптән яңыртыуҙы талап итә. Ҡала халҡы өсөн был төп инеү һәм ҡаланан сығыу юлы. Яңыһы төҙөлгәндән һуң 2022 йылда иҫке аркалы күперҙә капиталь ремонт башлана.
3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операция биләмәһенә Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районынан оҙатылған гуманитар ылау барып еткән

Ышаныслы тыл. Махсус хәрби операция биләмәһенә Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районынан оҙатылған гуманитар ылау барып еткән. Йөк автомобилдәренә фронтҡа кәрәкле әйберҙәр тейәлгән. Яугирҙар янына йөктө муниципаль берәмектәрҙең хакимиәт башлыҡтары ла оҙатып барҙы. 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы-Ҡаһым түрәнең яҡташтары йыйған ярҙамды махсус хәрби операция биләмәһендә беҙҙең хәрби БЮТ хәбәрсеһе ҡаршы алды.
3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Ключниковҡа орден планкаһы тапшырылды

Благовар районында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Ключниковҡа орден планкаһы бүләк ителде. Бөйөк Еңеү көнө алдынан 99 йәшлек ветеран Социаль страховкалау фонды бүлексәһендә тантаналы рәүештә тәбрикләнде. Ветеранға Рәсәйҙең пенсия һәм социаль страховкалау фонды етәксеһе Сергей Чирковтың ҡотлау открыткаһыла тапшырылды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан халыҡтары милли кейеме көнө уңайынан Өфөлә мәҙәни саралар уҙҙы

Бөгөн - Башҡортостан халыҡтары милли кейем көнөн билдәләй. Рәсми рәүештә 2020 йылдан уҙғарылған сара быйыл бишенсе тапҡыр ойошторола. Төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың йолаларын һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән байрам уңайынан төрлө ойошмаларҙа, майҙандарҙа күләмле саралар үтә.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ ҡалаһында ла милли кейем көнө киң билдәләнде

Милли кейемдәрҙә халыҡ тарихы. Баймаҡ ҡалаһында ла милли кейем көнө киң билдәләнде. Ул төрлө милләт халыҡтары араһында берҙәмлекте, татыулыҡты нығытыуға ҡоролдо.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡаланың «Дуҫлыҡ монументы» майҙанында ижади коллективтар үҙенсәлекле акция ойошторҙо

Катюша йыры төрлө телдә яңғыраны. Баш ҡаланың «Дуҫлыҡ монументы» майҙанында ижади коллективтар үҙенсәлекле акция ойошторҙо. Һәүәҫкәр артистар Башҡортостанда йәшәүсе төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәрен кейеп бер ансамблгә тупланды.
2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районы үҙгәрештәр кисерә: колледж яңыртыла, поликлиника эшен башлап ебәрҙе

Киләһе йыл Ҡырмыҫҡалы ауылындағы Ауырғазы күп профилле колледжы филиалында күләмле төҙөкләндереү эштәре башлана. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән ул урта һөнәри белем биреү учреждениеларын яңыртыу программаһына индереләсәк. Бөгөн төбәк етәксеһе шулай уҡ район үҙәк дауаханаһының яңы балалар поликлиникаһы эшмәкәрлеге менән танышты. «Хәтер баҡсаһы» Халыҡ-ара акцияһында ҡатнашты.
5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Салауат районында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Салауат районында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты, генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Республика етәксеһе төбәктә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 40-тан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә булыуын билдәләп, Салауат районы хакимиәтенә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандарына тейешле ярҙам күрһәтеүҙе контролдә тоторға ҡушты.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы старт ала

Башҡортостанда йәшәүсе һәр кемгә диагностик ярҙам күрһәтелһен, хроник сирҙәр башланғыс осорҙа асыҡланһын өсөн... Дүшәмбенән Башҡортостанда «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы башлана. Өфө һәм республика медицина учреждениелары белгестәре «Сәләмәтлек поездарында» райондарҙы урап сығасаҡ. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан йәштәре Бөтә Рәсәй экологик өмәләр аҙналығына ҡушылды

«Беҙ таҙалыҡ өсөн» девизы аҫтында үткән акция Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан Ватан һаҡсылары йылына арналды. Уны Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлыҡтары һәм «Экосистема» хәрәкәте ойошторҙо.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Кушнаренко районында «Хәтер баҡсаһы» акцияһы сиктәрендә ҡарағайҙар ултыртылды

Еңеүҙең 80 йыллығына арналған экологик өмәлә урындағы халыҡ, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Былтыр Башҡортостан «Хәтер баҡсаһы» акцияһы осоронда ултыртылған ағастар һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында өсөнсө урын яуланы. Республика халҡы ике миллиондан ашыу үҫенте ултыртты.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Электр селтәрҙәре хеҙмәткәрҙәре тирә-яҡ мөхитте һаҡлау акцияһына ҡушылды

Шаран һыуһаҡлағысы ярында «Йәшел яҙ «Бөтә Рәсәй экологик акцияһы уҙҙы. Октябрьский производство беркмәһе, Шаран электр селтәрҙәре бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында үткән экологик өмә хаҡында киләһе яҙмала.
4👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 13-сө коррекция мәктәп-интернатынан Алина Сокорова йыл уҡытыусыһы тип танылды

«Дистанцион белем биреү уҡытыусыһы-2025» республика конкурсы бишенсе тапҡыр ойошторолдо. Унда коррекция һәм дөйөм белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Конкурс һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалид балаларҙы уҡытҡан педагогтар араһында үтте. Ярыштың беренсе этабында республика төбәктәренән 63 уҡытыусы ҡатнашты.
👍6
Башҡортостандан адвокат МХО-ға юлланған

Күмертауҙан юрист Азамат Үтәгәнов МХО биләмәһендә хеҙмәт итеү юлын һайлаған. Уның тураһында ҡала хакимиәтендә һөйләнеләр.

Яҡташыбыҙ 2023 йылдың сентябрендә оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. 2011 йылдан адвокат эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгәс, үҙенә «Адвокат» тигән позывной алған.

Азамат хайуандарҙы ярата. Уны өйҙә бесәйе, ташбаҡалары һәм аквариум балыҡтары көтә. Уның ябай, әммә илһөйәрлек көсө менән һуғарылған тормош девизы бар: «Үҙебеҙҙекеләр өсөн янып-көйәбеҙ!».
👍4
Башҡортостанда 9 район һәм ҡалала йылытыу миҙгеле тамамланды

Был турала бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә белдерелде. Өфө, Ағиҙел, Стәрлетамаҡ Сибай ҡалаларында, Благовещен, Йәрмәкәй, Ишембай, Мәләүез һәм Миәкә районында тейешле ҡарар ҡабул ителгән. Тағы 10 муниципалитет йылы биреүҙе ошо аҙнала туҡтатырға тейеш. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, һәр район һәм ҡала үҙ аллы ҡарар ҡабул итә. Әммә көтөлмәгән хәлдәргә әҙер булырға кәрәк.
👍2
Республикала "Башҡорт теленән диктант" акцияһына әҙерлек бара

Ул 26 апрелдә башлана һәм 28-енә тиклем дауам итә. Ойоштороусылар белдереүенсә, быйыл текстар Ватанды һаҡлаусылар һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы темаларына бағышланған. Диктантты онлайн яҙырға мөмкин. БСТ телеканалында, акцияның рәсми сайтында һәм социаль селтәрҙә трансляция була. Диктант һөҙөмтәләре 30 көндә иғлан ителә.
👍2
Өфөлә Ленин паркы тулыһынса ябыла

12 майҙа бында реконструкция башлана. Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе. - Өфөлә ҙур эш башҡарҙыҡ. Парктарҙы тәртипкә килтерәбеҙ. Черниковка, Затондағы, Дим районындағы биләмәләрҙе матурланыҡ. Быйыл Ленин паркында ремонт башлайбыҙ. Эштәр ике йылға һуҙылыуы мөмкин, - тине ул. Проект буйынса төҙөкләндереү өсөн 111 миллион һум тотонола.
👍2