БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.85K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәскәүҙә «Дуҫлыҡ» вокал ансамбле сығыш яһаны

Мәҙәни кисәлә Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең халыҡ йырҙары академик эшкәртеүҙә яңғыраны. Хор коллективы башҡорт халыҡ йырҙарын да тәҡдим итте. Программаның дирижеры - Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы студенты, «Дуҫлыҡ» вокал ансамбленең художество етәксеһе Хәйҙәр Вәлиев. Тамаша ижади коллективтың бер йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге сиктәрендә ойошторолдо. Яҡын киләсәктә «Дуҫлыҡ» вокал ансамбле Рәсәй буйлап гастролгә сығырға иҫәп тота.
2👍1
Рәсәйҙә башланғыс класс уҡыусылары өсөн өйгә эш нормалары раҫланды

Мәғариф министрлығы документына ярашлы, беренсе класта уҡыусылар өйгә эш өсөн 1 сәғәт, икенсе һәм өсөнсө кластарҙа — сәғәт ярым, дүртенсе класта 2 сәғәт ваҡыт сарыф итергә тейеш. Бынан тыш, мәктәптәр һәр кластың барлыҡ фәндәр буйынса өйгә эштең күләмен контролдә тоторға бурыслы. Шул уҡ ваҡытта өйгә эште дәрестә бирергә кәңәш ителә, уҡытыусы электрон журналға мәғлүмәтте уҡыу көнө тамаланғансы уҡ яҙып ҡуйырға тейеш.
1👍1
Мәскәү халыҡ-ара кинофестивалендә Өфө тураһында фильм күрһәтелә

20 апрелдә “Йәй. Ҡала. Мөхәббәт” тигән кино премьераһы тәҡдим ителә. 24 апрелдә был картина ҙур экрандарға сыға. Ул мөхәббәт темаһына арналған 8 новелланан тора. Фильм Өфөнөң иң билдәле урындарында төшөрөлгән. Тамашасылар Өфө муйынсағы, Яҡутов, Салауат Юлаев парктарының гүзәллеген, "Арт-Квадрат"тағы ижади мөхитте, Черниковка биҫтәһенең үҙенсәлекле урындарын күрә ала. Картинаны Айнур Асҡаров, Айрат Абушахманов, Айсыуаҡ Йомағолов һәм башҡа талантлы режиссерҙар төшөргән. Ролдәрҙе Алмас Әмиров, Рушанна Бабич, Николай Рихтер, Артур Ҡунаҡбаев башҡара.
👍2
🥰 Балтаста игеҙәк ҡыҙҙар донъяға килгән

Балтас районынан Ләйсән һәм Азамат Мөхәмәтйәновтар игеҙәк ҡыҙҙарға атай-әсәй булған. Был ғаиләлә тәүге сабыйҙар.

Игеҙәктәр араһынан иң тәүҙә Азалия донъяға килгән. Икенсеһе - Амалия. Әйткәндәй, быйыл район ЗАГС-ында бындай исемле бала теркәлмәгән. Ул «эшһөйәр» тигәнде аңлата.

«Игеҙәктәр буласағын белгәс, бик ҡыуандыҡ. Беҙҙең нәҫелдә игеҙәктәр бар ине, шуға көтөлгән хәл», — тип һөйләне яңы тыуған ҡыҙҙарҙың бәхетле атаһы.

Әхмәтйәновтарҙы ҡотлайбыҙ! 😍
2
Башҡортостан аша үткән федераль трассалар тәртипкә килтерелә

Юл япмаһының етешһеҙлектәрен бөтөрөүгә 14 бригада һәм 30-ға яҡын техника йәлеп ителгән. Өфөнөң Көнбайыш сығыу юлында М–7 “Волга” һәм Өфө-Ырымбур трассаларында соҡорҙарҙы ремонтлау тамамлана, М-5 “Урал”да эштәр дауам итә. Бөгөнгә ике асфальт-бетон заводы эшләй, өсөнсөһөн М-5 трассаһында 20 апрелдә сафҡа индереү планлаштырыла.
2
Әлшәй ҡыҙы алғы һыҙыҡҡа юлланған

Әлшәй районынан ҡыйыу медик хаҡында муниципалитет башлығы Наил Әбелғужин яҙа. Ҡыҙ медицина колледжын тамамлағандан һуң шәфҡәт туташы булып эшләгән, ковид-госпиталдә ауыр сирлеләрҙе ҡотҡара.

2023 йылдың ғинуарынан ҡыҙ МХО биләмәһендә санитарка булып хеҙмәт итә. «Косми» позывнойлы яугир алғы һыҙыҡта күрһәткән батырлығы һәм тырыш хеҙмәте өсөн II дәрәжә «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
4👍2
Май байрамдарында көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға айырым иғтибар була

Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров шундай бурыс ҡуйҙы. Ул шулай уҡ өмәләр барышында тупланған һәм зыяраттарҙан сығарылған сүп-сарҙы түгеүҙе ойошторорға ҡушты. Республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов белдереүенсә, контейнер майҙансыҡтары тулмаһын өсөн хакимиәттәр төбәк операторы менән сүп-сар сығарыу тураһында килешеү төҙөргә тейеш. Әле 390-ға яҡын контрактҡа ҡул ҡуйылған. Көнкүреш ҡалдыҡтары әйләнешен күҙәткән Федераль штаб мәғлүмәттәре буйынса, әле Башҡортостан бөтә күрһәткестәр буйынса “йәшел” зонала килә. Сүп-сар сығарған өсөн халыҡтың 93 проценты ваҡытында иҫәпләшә. Көн һайын 330-ҙан ашыу техника ҡалдыҡтарҙы түгеүгә йәлеп ителә. Улар быйыл 237 мең тонна сүп сығарған.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Белорет районында Республика Хөкүмәтенең күсмә ултырышы үтте

Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров менән төбәк ведомстволары етәкселәре социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен тикшерҙе. 2029 йылға тиклем саралар комплексын күҙаллаған юл картаһы эшләнгән. Ул айырым социаль һәм инфраструктура объекттарын төҙөү, реконструкция һәм капиталь ремонт эштәрен үҙ эсенә ала. Бынан тыш, хөкүмәт ағзалары төбәк властарының ярҙамын талап иткән йүнәлештәрҙе асыҡлау өсөн эшҡыуарҙар һәм сәнәғәт секторы вәкилдәре менән дә аралашты.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йыл башынан республика юлдарында йәйәүлеләр ҡатнашлығында 160 авария теркәлгән

Бәләгә тарыусыларҙың 13-ө һәләк булған, 152-һе йәрәхәтләнгән. Белгестәр билдәләүенсә, көндәр йылыу менән балалар ҡатнашлығында авариялар тағы ла арта. Күңелһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында республикала «Йәйәүле» акцияһы башланды.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбула районы Таштуғай ауылында йәшәүселәр 80-cе маскировка селтәрен үргән

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Хәйбула районы Таштуғай ауылында йәшәүселәр 80-cе маскировка селтәрен үргән. Махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау менән оҙатылған япмалар ҡоралды, ҡеүәтле техниканы һәм инженер ҡоролмаларҙы йәшереүҙә ҡулланыла. Әҙел ауылынла ла ирекмәнлек эше йәнләндерелгән. Яугирҙарҙың мөрәжәғәте буйынса маскировка костюмдары ла тегелә.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда сираттағы экологик предприятие асылды

Благовещенда макулатура эшкәртеү буйынса «Башэковата» заводын сафҡа индереү тантанаһы Өфөлә «Экология. Технологиялар. Тормош» форум-күргәҙмәһе сиктәрендә уҙҙы. «Башэковата» ҡағыҙ ҡалдыҡтарын эшкәртеп, уны целлюлозалы йылытҡыс етештереүҙә файҙалана. Благовещенда асылған завод 13 кешене эш урыны менән тәьмин иткән, киләсәктә был күрһәткес ике тапҡырға артасаҡ.
🥰31
Өфөлә Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған тантаналы саралар исемлеге баҫылды

Баш ҡалаһы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, байрам программаһында республика командалары араһында лазер алышы буйынса Башҡортостан чемпионаты һәм беренселеге, фигуралы шыуыу буйынса республика беренселеге, “Яҙғы ралли” спорт туризмы фестивале, спорт аэробикаһы буйынса Федерация кубогына ҡала ярыштары, Бөтә Рәсәй волейбол турниры һәм башҡа саралар планлаштырыла. Мәҙәни афишала – патриотик концерттар, күргәҙмә- флешмобтар, спектаклдәр, конкурстар һәм ижади акциялар ҡаралған.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Дим биҫтәһендәге Баланов паркын реконструкциялау киләһе йыл башлана

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров майҙанды төҙөкләндереү проекты менән танышып, урындағы халыҡ менән аралашты. Спорт менән шөғөлләнеү, ял өсөн ҡаралған паркта ағас ултыртыу, йүгереүселәр өсөн һуҡмаҡ, велотрасса эшләү күҙаллана. Дим биҫтәһенә эш сәфәре сиктәрендә республика етәксеһе реконструкциянан һуң асылған Башҡорт кавалерия дивизияһы исемен йөрөткән сквер менән танышты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Уңышҡа үҙ юлың» тип исемләнгән йәштәр форумы үтте

Башҡортостан юғары уҡыу йорттарының студенттар үҙидаралығы лидерҙары мәғариф программаһын үҙләштереүҙән тыш, республика башлығы Радий Хәбиров менән дә осрашып асыҡтан-асыҡ һөйләште.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға фатир асҡыстарын тапшырылды

Етемдәргә дәүләт ярҙамы. Иглин районында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға фатир асҡыстарын тапшырылды. Торлаҡта барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған.
👍1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда махсус хәрби операция темаһын яҡтыртҡан конкурс еңеүселәре бүләкләнде

Башҡортостандың мәҙәниәт министры махсус хәрби операция темаһын ижади эштәрендә яҡтыртыусылар менән осрашты. Әңгәмәгә хәрби- патриотик тематикалы әҙәби, музыкаль әҫәрҙәр, шулай уҡ һынлы сәнғәт әҫәрҙәре менән республика конкурсында еңеүселәр саҡырылғайны. Конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы «Арт-Ҡоролтай» бишенсе Халыҡ-ара мәҙәни форумы эше сиктәрендә быйыл март айында үтте. Һөйләшеүҙә киләсәккә илһөйәрлек рухындағы эш йүнәлештәре билдәләнде.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Ҡыҙыл байрағы реставрациянан һуң Өфөгә ҡайтты

Башҡорт атлыларының был иң беренсе байрағы, уны Башҡорт АССР-ы Юғары советы Президиумы тапшырған. Ҡыҙыл әләмде 1942 йылда Миңлеғәле Шайморатов фронтҡа юлланыр алдынан үҙ ҡулдары менән байраҡ төркөмөнә биргән. 1945 йылдан 1963 йылға тиклем әләм Мәскәүҙә, Ҡораллы көстәрҙең Үҙәк музейында, Өфөгә ҡайтарылғас, Милли музейҙа һаҡланған. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан Мәскәүҙә билдәле реставратор Наталья Синицына етәкселегендә тергеҙелгән. Байраҡ ебәк репстан эшләнгән,башҡорт һәм рус телдәрендә яҙыуҙары бар. Реставрация эше декабрҙә башланып апрелгә тиклем дауам иткән.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Еңеү ирекмәндәре» 9 майға әҙерләнә

Хәрәкәт ағзалары республика ҡалаларында үтәсәк тантаналарҙы көйләү буйынса махсус уҡыуҙар үтә, байрам уңайынан ойоштороласаҡ акцияларҙа ҡатнашыу шарттарын өйрәнә. Йолаға әүерелгән «Георгий таҫмаһы» акцияһы өсөн таҫмалар әҙерләй.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Милли кейем көнө алдынан Башҡорт сигеү йорто асылды

Ул билдәле рәссам-модельер, Башҡортостандың аҡаҙанған туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәре Роза Юлдашбаева етәкселегендә эшләйәсәк. «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһындағы цехты файҙаланыуға тапшырыуҙа БЮТ ижади төркөмө лә булды.
4👍2
Башҡортостан 4 төбәк менән килешеү төҙөнө

Республика Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы Мәскәү, Киров, Түбәнге Новгород һәм Омск өлкәләре менән балалар тауарҙарын етештереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә килеште. Документҡа Мәскәүҙә уҙған балалар тауарҙары индустрияһы когресында ҡул ҡуйылды. Балалар тауарҙары индустрияһы берләшмәһе етәксеһе Антонина Цицулина белдереүенсә, лидер булған төбәктәр менән хеҙмәттәшлек эште киңәйтеү һәм кооперация бәйләнештәрен нығытыу мөмкинлеген бирә. “Беҙ һөҙөмтәләрҙе яҡшыртыу, илдә сығарылған тауарҙарҙы арттырыуу, яңы продукция етештереү маҡсатын ҡуябыҙ”, - тине Антонина Цицулина.
👍1