БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.85K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Рәсәйҙә туризмды үҫтереү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеоконференция режимында Рәсәйҙә туризмды үҫтереү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты. Уны ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко үткәрҙе. Вице-премьер билдәләүенсә, былтыр Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проектын тормошҡа ашырыуҙың беренсе этабы тамамланды. Ошо бер йыл арауығында Рәсәй буйлап 90 миллиондан ашыу кеше сәйәхәт иткән, был 2021 йылға ҡарағанда, 37 процентҡа күберәк.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә һәләтле спортсыларға «Милләт йәшлеге» бүләге тапшырылды

Адаптив спортты үҫтереү айырыуса әһәмиәткә эйә. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Милләт йәшлеге» 11-cе Йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы почетлы ҡунаҡтары менән осрашыуында билдәләне. Быйыл мәртәбәле конкурста ҡатнашыуға өс йөҙҙән ашыу заявка ҡабул ителгәйне, еңеүселәр тиҫтәгә яҡын номинацияла билдәләнде.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә 7-се тапҡыр «Ҡанатлан» мәғариф форумы үтте

Яңы үрҙәргә. Өфөлә 7-се тапҡыр «Ҡанатлан» мәғариф форумы үтте. «Торатау» конгресс-холында мәктәп директорҙары, уҡытыусылар, тәрбиәселәр үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары буйынса фекер алышты. Форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар һәм уларҙың яҡындарын ҡабул итеү ойошторолдо

Осрашыуға республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгәйнеләр, бер нисә мөрәжәғәт итеүсе осрашыуға онлайн-бәйләнеш аша ҡушылды. Депутат, йәмәғәтселәр һәм Тәфтиш комитеты вәкилдәре йәмғеһе ике тиҫтәнән аша һорауҙы ҡараны. Улар фронт биләмәһендә хәбәрһеҙ юғалған яугирҙар, һәләк булыусыларға ҡаралған түләүҙәр, кредит каникулдары, наградалар һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағылды.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Еңеү көнөндә «Үлемһеҙ полк» маршы йәнә барлыҡ ҡала урамдарын һәм майҙандарын биҙәйәсәк

Был турала «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәтенең үҙәк штабы рәйестәше Елена Цунаева белдерҙе. Уның фекеренсә, быйылғы сара ҡатнаш, шул иҫәптән традицион форматта үтәсәк. Марш ваҡытын урындағы властар төбәк бүлексәләре менән бергә үҙаллы билдәләргә хоҡуҡлы. Бынан тыш, бөтә төбәктәрҙә лә, шул иҫәптән сит илдәрҙә лә «Үлемһеҙ полк» онлайн акцияһы уҙа, унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күмертау фронтовигы ил һаҡсыларын хөрмәтләп иҫкә ала

Рәсәй халҡын береһе лә еңә алмаған һәм еңмәйәсәк тә. Сөнки беҙҙең илдә бар халыҡтар ҙа дуҫ, татыу йәшәй. Яугирҙарыбыҙ 80 йыл элек беҙ яулаған кеүек үк еңеү менән ҡайтасаҡ, ти Күмертауҙа йәшәүсе Рәшит Ишморатов. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны махсус хәрби операция яугирҙарына теләктәшлек белдереп, ил һаҡсыларына оло рәхмәтен белдерә. Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләргә әҙерләнгән фронтовик менән БЮТ хәбәрселәре осрашты.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Биҙәк» милли мәҙәниәттәр фестивале үтте

Бөгөн Өфөлә «Биҙәк» милли мәҙәниәттәр фестивале үтте. Нәфис һүҙ, йыр, бейеү номинациялары буйынса ойошторолған ижади конкурста Башҡортостандың ике тиҫтәнән ашыу ҡала-районынан 250-нән ашыу бала ҡатнашты. «Биҙәк» республика милли мәҙәниәттәр фестиваленә баш ҡаланың Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се башҡорт лицейы тарафынан нигеҙ һалына.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Космонавтика көнө Өфөлә тантаналы саралар менән билдәләнде

Бөгөн - Рәсәйҙә Космонавтика көнө. 1961 йылдың 12 апрелендә Юрий Гагарин кешелек тарихында беренсе булып Йыһанды яулай. Был донъя кимәлендәге ваҡиғаға, совет конструкторҙары, инженерҙары һәм ғалимдарының ҙур ҡаҙанышына әүерелә. Байрам саралары тотош ил кимәлендә, шул иҫәптән Өфөлә лә үтте.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операцияла мобилизация буйынса ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ ялдан һуң йәнә фронтҡа юлланды

Отпускыға бергә ҡайтҡан кеүек, махсус хәрби операция биләмәһенә лә яугирҙар ойошҡан рәүештә юллана. Ир-егеттәрҙе хеҙмәт урынына «Башавтотранс» автобустары алып бара. Маршрут республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторола. Хәрбиҙәрҙе оҙатыу сараһы Михаил Нестеров исемендәге скверҙа үтте.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғүмер аҙағында тапҡан бәхет: өлкәндәрҙең наҙлы тантанаһы

Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта. Бөгөн Өфөнөң Октябрь районының ЗАГС бүлегендә 83 йәшлек Фәйзулла Сәғәҙиев менән 76 йәшлек Анна Шолохова законлы никахын теркәне. Ғаилә пары баш ҡалалағы «Именлек» республика геронтология үҙәгендә ғүмер итә.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә приюттағы эттәр өсөн «Хужа эҙләйем» акцияһы үткәрелде

Сарала тәрбиәгә эт алырға теләүселәр ҡатнашты, бер нисә эткә хужа ла табылды. Өфө ҡала хакимиәте башлығы Радмир Мәүлиев башланғысы менән ойошторолған акция баш ҡалала ай һайын уҙғарыласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районында Айрат Ҡобағошов иҫтәлегенә конкурс үтте

Башҡортостандың иң оҫта ҡурайсыһы Баҡалынан. Бөгөн Өфө районы Алексеевка ауылы мәҙәниәт йортонда билдәле композитор Айрат Ҡобағошов иҫтәлегенә башҡорт музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың асыҡ конкурсы үтте. Икенсе тапҡыр ойошторолған бәйгелә республика район-ҡалаларынан ансамблдәр, айырым башҡарыусылар һынау тотто.
👍31
Күгәрсен яугирҙары Шайморатов миҙалы менән наградаланды

Күгәрсен районынан «Гонза» һәм «Рэмбо» позывнойлы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Башҡортостан Башлығы указы менән генерал Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Был хаҡта муниципалитет хакимиәте башлығы Марат Исҡужин хәбәр итте.

«Егеттәрҙе ысын күңелдән ҡотлайым һәм хәрби заданиеларын уңышлы үтәүҙәрен теләйем. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ», - тип яҙа социаль селтәрҙәрендә Марат Исҡужин.
👍32
«Әй йола» төркөмө ағзаларына юғары исемдәр тапшырыласаҡ

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

«Әй йола» төркөмө бөтә донъяны яулай, миңә йырҙарын ебәрҙеләр. Төркөмдө Башҡортостан мәҙәниәтенә оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән артистар асты. Ринат Рамаҙановҡа халыҡ артисы исемен бирергә ҡарар иттек. Ә Адель һәм Руслан Шәйхетдиновтарҙы «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» звание менән бүләкләйәсәкбеҙ», - тине Радий Хәбиров.
👍82
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Именлек» республика геронтология үҙәгендә йәшәүселәр менән осрашты

Николай Зубов, Альбина Хәйретдинова һәм Эльвира Шафиҡова Башҡортостан башлығына ҡунаҡҡа килде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Өфөлә геронтология үҙәгенең яңы корпусы сафҡа инде. Мөмкинлектән файҙаланып Николай Зубов төбәк етәксеһенә үҙенең күптәнге хыялы тураһында әйтте.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына етди әҙерләнергә саҡырҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына етди әҙерләнергә саҡырҙы. Һәр муниципалитет яуаплы ведомстволар, Эске эштәр министрлығы һәм прокуратура менән килешеп, маршрутты билдәләргә, хәүефһеҙлек тәьмин итергә тейеш. Шулай уҡ оператив кәңәшмәлә яҙғы сәсеүгә әҙерлек, юлдарҙы ремонтлау һәм экологик өмә һөҙөмтәләре ҡаралды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Өфөнөң Рыльский урамындағы юл торошона бәйле киҫкен мәсьәләне күтәрҙе

Оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Рыльский урамындағы юл торошона бәйле киҫкен мәсьәләне лә күтәрҙе. Биҫтәлә йәшәүселәр был участкаға дәғүә белдереп күп тапҡыр мөрәжәғәт иткән. Билдәле булыуынса, Сипайловола юлсылар төҙөкләндереү эштәрен уҙған аҙнала уҡ башлаған. Әле урамда иҫке асфальт ҡатламы алына. Ремонт барышы урындағы хакимиәт күҙәтеүендә.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Әй Йола» төркөмө музыканттарына маҡтаулы исем биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Әй Йола» төркөмө музыканттарына маҡтаулы исем биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта төбәк етәксеһе хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә иғлан итте. Өфөнөң этномузыкаль төркөмө «Һомай» хиты менән донъя һәм дөйөм Рәсәй чарттарында беренсе баҫҡыстарға күтәрелде. Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, тине Радий Хәбиров.
👍42
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Беҙҙең еңеү» тип исемләнгән республика мәғариф проектының исем туйы үтте

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай тормошҡа ашырған проект уҡыусылар һәм урта профессиональ белем биреү учреждениелары студенттары өсөн тәғәйенләнгән. Уға ярашлы, дәрестәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы тарихына арналған документаль фильмдар күрһәтелә. Йәмғеһе биш кинокартина һалдат ҡатын-ҡыҙҙар, Курск дуғаһында алыштар, һуғыш балалары, Ленинград ҡамауы һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихына арналған.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Мәҙәниәт-ара партнерлыҡ үҙәге» ойошмаһы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап күләмле сара уҙғарҙы

Башҡортостан - батырҙар төйәге. Өфөлә «Мәҙәниәт-ара партнерлыҡ үҙәге» ойошмаһы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап күләмле сара уҙғарҙы. Ул һуғыш йылдарында фашизм менән көрәшергә ярҙам итеүсе, еңеүгә өлөш индергән партизандарҙың яҙмыштары менән таныштырыуға бағышланды.
👍3