БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.12K photos
7.84K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Өфөлә танылған боксерҙар көс һынаша

25 апрелдә профессиональ бокс кисәһе ойошторола. Бында Башҡортостандан 4 спортсы ҡатнашыуы көтөлә, улар халыҡ-ара һәм ил кимәлендә чемпион титулдары өсөн көрәшә. Көйәрмәндәр Башҡортостандан Артур Собханғолов, Азалия Әминева, Данис Ғабрафиҡов һәм Бекхан Исраиловтың сығышын күрәсәк.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Геном үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты

Фәнни асыштарға заманса алымдар менән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Вуз-ара кампусында Геном үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты. Объект "Йәштәр һәм балалар" Милли проектының "Заманса кампустар селтәре булдырыу" федераль проекты буйынса төҙөлдө.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙарҙың күкрәге урынына имплант ҡуйыу буйынса тәүге операция эшләнде

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың күкрәге урынына имплант ҡуйыу буйынса тәүге операция эшләнде. Яман шеш менән ауырып күкрәк биҙҙәре ҡырҡылған гүзәл заттарҙың тышҡы ҡиәфәтен матурлау өсөн уны Ҡазан ҡалаһынан килгән тәжрибәле онкологтар үткәрҙе. Оҫталыҡ дәресе булараҡ ойошторолған операция Өфөлә пациенттар өсөн бушлай эшләнә башлаясаҡ.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күгәрсен районы Ҡасҡын ауылына газ үтте

Зәңгәр яғыулыҡ менән ҡулланыу ҡасҡындарҙың күптәнге хыялы. Ниһайәт, тантаналы шарттарҙа тәүге тоташтырыуҙар үткәрелде.
Ҡасҡында күптән көткән ваҡиға. Ялҡынланып янған ут телдәре һәр кемдең күңеленә йылы өҫтәй. Артабан был йылы һәр өйҙә буласаҡ.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ташҡындан зыян күргән Архангел районы Аҙау ауылында тормош көйләнә

Йорттарҙың баҙҙарынан һыу тулыһынса һурҙырылған, ҡоҙоҡтар таҙартылған, биләмәләрҙә дизенфекция саралары тамамлана. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән ирекмәндәр урамдарҙа ағас ҡалдыҡтарын йыйырға ярҙам итә.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала башҡорт эмале үҙәгенә нигеҙ һалынды

Һынлы сәнғәт тарихындағы яңылыҡ Волга буйын федераль округы кимәлендәге уникаль ваҡиға. Ул былтыр "Шүлгәнташ мәмерйәһе" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы ойошторған ижади эксперименталь Бөтә Рәсәй симпозиумы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Бөрйән районы тәбиғәтендә төшөрлгән ижади әҫәрҙәр бөгөн Башҡортостандың Милли музейына сығарылды.
👍3
Стәрлетамаҡта "Тыл көсө" тигән билдә булдырылды

Ул күкрәккә тағыла. Был турала "Башинформ" хәбәр итә. "Тыл көсө" тигән билдә махсус хәрби операция яугирҙарына һәм уларҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеүселәргә, шулай уҡ Донецк, Луганск республикаларында, Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә инфраструктураны төҙөкләндереүҙә ҡатнашыусыларға бирелә.
👍2👎2
Өфөлә легендар диктор Әхәт Мортазин иҫтәлегенә волейбол турниры уҙғарыла

Унда республика киң мәғлүмәт саралары командалары ҡатнаша. Ярыш 8 апрелдә "Динамо" стадионында була. 0+. Тамашасылар өсөн инеү ирекле. Көйәрмәндәр өсөн бүләктәр ҙә әҙерләнгән. Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазинды "Республиканың алтын тауышы" тип атанылар. Ул спорт яратты. "Юлдаш" радиоһының волейбол командаһы капитаны ине. Әхәт Мортазин 2018 йылда 59 йәшендә генә вафат булды.
👍2
Башҡортостанда ишле ғаиләләргә ярҙам арта

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа закон проекты әҙерләнгән. Уға ярашлы, күп бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә эшкә урынлашыуҙа ярҙам күрһәтелә. Парламент рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, ҡанун ҡабул ителһә бындай төркөм кешеләре сираттан тыш эш урыны менән тьәмин ителә. Закон проекты апрель аҙағында парламенттың пленар ултырышында ҡарала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә зәңгәр яғыулыҡ өсөн тәүге инновацион двигатель һынау үтте

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә зәңгәр яғыулыҡ транспартировкаһы өсөн ҡаралған двигатель һынауҙары тамамланды. Ҡеүәтле сәнәғәт газтурбинаһы эшмәкәрлеге менән Башҡортостан бпашлығы Радий Хәбиров танышты.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына айырыуса иғтибар

Көйөргәҙе районының халыҡ мәшғүллеге үҙәге хәрбиҙәрҙең туғандарын эш урындары менән тәьмин итеүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Хәҙер ул Рәсәйҙә эш» кадрҙар үҙәге тип аталған яңыртылған, төҙөкләндерелгән форматта эшләй. Йыл башында ғына асылыуына ҡарамаҫтан, халыҡ мәшғүллеген тәьмин итеү буйынса ҙур эштәр башҡарылған. Ентекләберәк сираттағы яҙмала.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ районында яҙғы сәсеү эштәренә арналған агро-конференция үтте

Ауыл хужалығы эшсәндәре район етәкселеге менән берлектә баҫыу миҙгеленә әҙерлек мәсьәләләрен тикшерҙе. Конференцияла аграрийҙар өсөн ҡаралған дәүләт ярҙамы саралары иғтибар үҙәгендә булды.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районында яҙғы баҫыу эштәренә арналған конференция үтте

Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, агрономдар һәм Туймазы агросәнәғәт колледжының Шаран районындағы филиалы ҡатнашлығындағы сарала мөһим кампанияға бәйле һорауҙар күтәрелде. Быйыл сәсеү эштәре 48 мең гектарға яҡын майҙанда башҡарыласаҡ. Был былтырға ҡарағанда,1150 гектарға күберәк.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Яман шеште дауалау, заман хирургия алымдары»на бәйле конференция үтте

Республика клиник онкология диспансерында «Яман шеште дауалау, заман хирургия алымдары»на бәйле Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Мәскәүҙең билдәле онкологтары Башҡортостан белгестәре менән бергә ҡатмарлы операция яһаны, тәжрибә уртаҡлашты. Операция барышын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тоталь диктант йәнә рус теле һәм әҙәбиәте һөйөүселәрҙе берләштерҙе

Диктантты донъяның теләһә ҡайһы нөктәһенән онлайн форматта ла яҙырға мөмкин ине. Теләгән һәр кем үҙ белемен тикшерә алды. Өфө ҡалаһы майҙансыҡтарында уҙған акция тураһында киләһе яҙмала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө Рәсәйҙә беренсе булып «Бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы» Халыҡ-ара статусына эйә булды

Кәсепселек үҫешкән ҡалалар исемлеге 2014 йылда формалаша башлаған, әле унда Иран, Һиндостан, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм башҡа илдәрҙән 60-ҡа яҡын ҡала ингән. Өфөнө «Ағас һәм таштарҙы художестволы эшкәртеү һәм биҙәү буйынса» баһалар өсөн ғинуарҙа Бөтә донъя һөнәрселек Советы делегацияһы килгәйне.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сибайҙа «Мәғариф: инновацион алымдар һәм тәрбиәүи практикалар» педагогик конференцияһы үтте

Сибайҙа «Мәғариф: инновацион алымдар һәм тәрбиәүи практикалар» тип исемләнгән төбәк-ара педагогик конференция үтте. Ватанды һаҡлаусылар һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған сараны Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы ҡабул итте.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә дрондарҙы осороу буйынса асыҡ ҡала фестивале үтте

Ватанды һаҡлаусылар һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сарала республика район-ҡалаларын 8 мәғариф учреждениеһы ҡатнашты. Фестиваль «Глобус» балалар сәнғәт үҙәге Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы ярҙамында ойошторолдо. Әйткәндәй, «ТехноГлобус» IT - паркы былтыр эш башлауға ҡарамаҫтан, бөгөн унда 500-ҙән ашыу мәктәп уҡыусыһы шөғөлләнә. Ата-әсәләр араһында ла ҡыҙыҡһыныу көслө.
👍2
Өршәк йылғаһы аша һалынған күперҙә ремонт эштәре ике аҙнаға ҡыҫҡартылды

Өфө-Ырымбур трассаһы аша үткән обьектта төҙөкләндереү 3 июндә башлап, август башына тамамлау ҡарала, тип белдерәләр “Приуралье” юл идаралығынан. Ремонт осоронда күперҙә өс һыҙат буйынса транспорт йүнәлеше светофор ярҙамында көйләнә. Иртән Өфөгә барышлай, кисен баш ҡаланан сыҡҡан юл һыҙат асыҡ була.
👍2
Башҡортостанда балыҡ тотоуға сикләү көсөнә инә

Төп һыу ятҡылыҡтарында балыҡтың ыуылдырыҡ сәсә башлауы көтөлә. 15 июнгә тиклем ярҙан тороп бер ҡармаҡҡа ғына тотоу рөхсәт ителә. Закон боҙоусыларға штраф балыҡ төрөнә ҡарап 21 мең һумға етеүе мөмкин. Сикләү 15 апрелдән ғәмәлдә була.
👍4