Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Фирҙәүес Хисамитдинова иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды
Бөгөн Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.
Сараға Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары, ғалимәнең хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, мәғариф өлкәһе вәкилдәре, уның яҡындары килде.

❤2👍1
4 мең гектарҙан ашыу биләмә талпандарға ҡаршы препараттар менән эшкәртелә
Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төп иғтибар халыҡ йөрөгән урындарға була. Энцефалит йоҡтороу хәүефе Белорет, Бөрйән, Өфө, Учалы, Ҡыйғы, Дыуан, Йылайыр, Иглин райондары һәм Өфө ҡалаһында ҙур. Уҙған йылда сир йоҡтороусыларҙың күбеһе ошо биләмәләрҙә теркәлгән.

👍1
Иң яҡшы юл яны объекты билдәләнә
Республика конкурсы иғлан ителде. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан белдереүҙәренсә, төп маҡсат - юл инфраструктураһы үҫешенә инвестиция йәлеп итеү, был өлкәлә тәжрибә уртаҡлашыу. Конкурста күп функциялы комплекс, ҡунаҡхана, яғыулыҡ станцияһы, сауҙа предприятиеһы, ашхана, транспортты хеҙмәтләндереү урындары араһында иң яҡшылар асыҡлана. Башҡортостанда һуңғы өс йыл эсендә 200 юл яны объекты булдырылған.

Өфөлә юғары партия мәктәбе семинары үтте
Бөгөн Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының юғары партия мәктәбе «Төбәк кимәлендә сәйәси көн тәртибен мәғлүмәти оҙатыу» семинары уҙғарҙы.
Сара Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында уҙҙы. Республиканың ҡала һәм район хакимиәттәре мәғлүмәт бүлеге етәкселәре, сәйәсмәндәр һәм эксперттар мәғлүмәтте халыҡҡа еткереү технологияларын ҡараны.

Көйөргәҙе аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәренә иң беренселәрҙән булып тотондо
Яҙғы баҫыу эштәре ғәҙәттәгенән күпкә алда башланды. Яланға тәүгеләрҙән булып Көйөргәҙе районы аграрийҙары ла сыҡты. Яҙҙың иртә килеүе ауыл хужалығы эшсәндәре графигына төҙәтмәләр индерҙе. Эште башлау өсөн алдан билдәләнгән көндө көтөп ултыраһы түгел, сөнки алтынға бәрәбәр дым китә. Тап дым ҡаплау менән хужалыҡтар әле шөғөлләнә лә инде.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү дауам итә
Башҡортостанға төрлө район-ҡалаларҙан ғына түгел, икенсе төбәктәрҙән дә контракт төҙөргә килеүселәр бар. «Черемушки» шифаханаһында урынлашҡан һайлап алыу пунктында улар өсөн бөтә шарттар булдырылған: өс тапҡыр ашатыу, ял урындары ойошторолған.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Өфө-Арена» комплексы эргәһендәге майҙанда парад расчеттарының тәүге күнекмәһе үтте
Еңеү көнөн яҡынайтып. «Өфө-Арена» комплексы эргәһендәге майҙанда парад расчеттарының тәүге күнекмәһе үтте. Быйыл күләмле сарала Өфө территориаль гарнизон хәрбирҙәре, Федераль башҡарма власть органдары хеҙмәткәрҙәре, хәрби бәрелеш ветерандары, кадеттар, курсанттар һәм йәш шайморатовсылар, барлығы ике меңдән ашыу кеше ҡатнаша.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мөмкинлектәре сикләнгән шағирә Мария Ибраһимоваға ярҙам кәрәк
Шишмә районынан мөмкинлектәре сикләнгән шағирә битараф булмаған кешеләр ярҙамы менән тиҙҙән фатирлы буласаҡ. Церебраль фалиждан яфаланған Мария Ибраһимованың йәшәргә урыны юҡ. Киҫкен мәсьәлә тураһында төбәктең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ынйы Әхмәҙуллина белеп ҡала. Тап уның башланғысы менән йәш шағирәгә ипотека өсөн тәүге иғәнәгә аҡса йыйыу ойошторолған. Ярҙамға тотош район халҡы ҡушыла, әлегә 700 мең һум аҡса йыйылған. 8 961 35 87 557 - Әхмәҙуллина Ынйы телефон номеры аша «Мария»ға тип яҙып, Һаҡлыҡ банкына аҡса күсерергә мөмкин. Фатир һатып алыныу менән, унда йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырыу ҙа ҡаралған.

❤2👍2
Башҡортостан пилотһыҙ осоу аппараттарын һынау үҙәге федераль аккредитиция үтте
Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы уға тейешле статус бирҙе. Башҡортостан сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев белдереүенсә, хәҙер резиденттар өсөн берҙәм проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу, федераль ярҙам саралары йәлеп итеү, ташлама алыу мөмкинлеге була. Пилотһыҙ осоу аппараттарын һынау үҙәге ауыл һәм урман хужалыҡтары, ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы, фәнни тикшеренеүҙәр, белгестәрҙе уҡытыу, аппараттарҙы хеҙмәтләндереү йүнәлештәре буйынса эш алып бара. Ул милли проектҡа ярашлы булдырыла.

Өфөнөң «Урал» этно-үҙәгендә рәссам Раушаниә Таһирова-Мусинаның шәхси күргәҙмәһе асылды
Автор үҙенең эштәрендә күбеһенсә тәбиғәт күренештәрен төшөрә, сағыу төҫлө натюрморттар, портреттар ҙа бар. Рәссамдың ижадҡа һөйөүе ғаиләһенән килә - атаһы ағастан йорт йыһаздары эшләһә, әсәһе мәктәп сараларына төрлө тематик костюмдар сигеү менән шөғөлләнгән. Яҡын кешеләре ҡыҙҙың һүрәт төшөрөүгә, ижадҡа ынтылышын тойоп, һәләттәрен үҫтерергә ярҙам итә.

Өфөлә Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә коляскала фехтование буйынса беренселек үтте
Баш ҡалала 20-се тапҡыр уҙған Рәсәй паралимпия чемпионаты 18 төбәктән 98 спортсыны йыйҙы. Токиола үткән паралимпия уйындары, шулай уҡ донъя һәм Европа чемпионаттары еңеүселәре һәм призерҙары ҡатнашҡан ярыштың тәүге көнөндә ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Эльза Янбаева-чемпион титулына лайыҡ булһа, Альбина Дәүләтова бронза яуланы.

Өфөлә танылған боксерҙар көс һынаша
25 апрелдә профессиональ бокс кисәһе ойошторола. Бында Башҡортостандан 4 спортсы ҡатнашыуы көтөлә, улар халыҡ-ара һәм ил кимәлендә чемпион титулдары өсөн көрәшә. Көйәрмәндәр Башҡортостандан Артур Собханғолов, Азалия Әминева, Данис Ғабрафиҡов һәм Бекхан Исраиловтың сығышын күрәсәк.
25 апрелдә профессиональ бокс кисәһе ойошторола. Бында Башҡортостандан 4 спортсы ҡатнашыуы көтөлә, улар халыҡ-ара һәм ил кимәлендә чемпион титулдары өсөн көрәшә. Көйәрмәндәр Башҡортостандан Артур Собханғолов, Азалия Әминева, Данис Ғабрафиҡов һәм Бекхан Исраиловтың сығышын күрәсәк.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Геном үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты
Фәнни асыштарға заманса алымдар менән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Вуз-ара кампусында Геном үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты. Объект "Йәштәр һәм балалар" Милли проектының "Заманса кампустар селтәре булдырыу" федераль проекты буйынса төҙөлдө.
Фәнни асыштарға заманса алымдар менән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Вуз-ара кампусында Геном үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты. Объект "Йәштәр һәм балалар" Милли проектының "Заманса кампустар селтәре булдырыу" федераль проекты буйынса төҙөлдө.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙарҙың күкрәге урынына имплант ҡуйыу буйынса тәүге операция эшләнде
Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың күкрәге урынына имплант ҡуйыу буйынса тәүге операция эшләнде. Яман шеш менән ауырып күкрәк биҙҙәре ҡырҡылған гүзәл заттарҙың тышҡы ҡиәфәтен матурлау өсөн уны Ҡазан ҡалаһынан килгән тәжрибәле онкологтар үткәрҙе. Оҫталыҡ дәресе булараҡ ойошторолған операция Өфөлә пациенттар өсөн бушлай эшләнә башлаясаҡ.

Күгәрсен районы Ҡасҡын ауылына газ үтте
Зәңгәр яғыулыҡ менән ҡулланыу ҡасҡындарҙың күптәнге хыялы. Ниһайәт, тантаналы шарттарҙа тәүге тоташтырыуҙар үткәрелде.
Ҡасҡында күптән көткән ваҡиға. Ялҡынланып янған ут телдәре һәр кемдең күңеленә йылы өҫтәй. Артабан был йылы һәр өйҙә буласаҡ.
Зәңгәр яғыулыҡ менән ҡулланыу ҡасҡындарҙың күптәнге хыялы. Ниһайәт, тантаналы шарттарҙа тәүге тоташтырыуҙар үткәрелде.
Ҡасҡында күптән көткән ваҡиға. Ялҡынланып янған ут телдәре һәр кемдең күңеленә йылы өҫтәй. Артабан был йылы һәр өйҙә буласаҡ.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ташҡындан зыян күргән Архангел районы Аҙау ауылында тормош көйләнә
Йорттарҙың баҙҙарынан һыу тулыһынса һурҙырылған, ҡоҙоҡтар таҙартылған, биләмәләрҙә дизенфекция саралары тамамлана. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән ирекмәндәр урамдарҙа ағас ҡалдыҡтарын йыйырға ярҙам итә.

❤4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала башҡорт эмале үҙәгенә нигеҙ һалынды
Һынлы сәнғәт тарихындағы яңылыҡ Волга буйын федераль округы кимәлендәге уникаль ваҡиға. Ул былтыр "Шүлгәнташ мәмерйәһе" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы ойошторған ижади эксперименталь Бөтә Рәсәй симпозиумы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Бөрйән районы тәбиғәтендә төшөрлгән ижади әҫәрҙәр бөгөн Башҡортостандың Милли музейына сығарылды.

Стәрлетамаҡта "Тыл көсө" тигән билдә булдырылды
Ул күкрәккә тағыла. Был турала "Башинформ" хәбәр итә. "Тыл көсө" тигән билдә махсус хәрби операция яугирҙарына һәм уларҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеүселәргә, шулай уҡ Донецк, Луганск республикаларында, Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә инфраструктураны төҙөкләндереүҙә ҡатнашыусыларға бирелә.

👍2👎2