БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.85K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Колледж тамамлаусылар хәрби хеҙмәтте үҙ һөнәрҙәре менән берләштерә аласаҡ

Владимир Путин колледж тамамлаусылар өсөн хәрби хеҙмәткә саҡырылыу буйынса айырым тәртип булдырырға ҡушты. Был турала Президент ҡарамағындағы фән һәм мәғариф буйынса совет ултырышында иғлан ителде. Урта һөнәри белем программаларын үҙләштереүселәргә һөнәри компетенцияларын һаҡлап һәм үҫтереп, шул уҡ ваҡытта эш биреүсе менән бәйләнеште өҙмәйенсә хәрби хеҙмәт үтеү мөмкинлегенә иғтибар көсәйтелә. Яңы тәртип буйынса ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү ҡаралған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 апрелдән Рәсәйҙә яҙғы саҡырылыш башланды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазыла яңы һөт таратыу пункты асылды

2019 йылдан алып республикала 100 мең самаһы кеше“ һөт кухняһы «нан аҙыҡ-түлекте бушлай алған. Ике йыл элек был исемлеккә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың да ғаиләләре өҫтәлде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика проекты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән старт алды.
👍1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районының Асҡар гимназияһында төбәктең алдынғы уҡыусылары белемен һынаны

Әбйәлил районының Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһында бөгөн төбәктең алдынғы уҡыусылары белемен һынаны. Дүрт төрлө фәндән алып барылған «Ғилем» олимпиадаһы ике этапта үтте. Финал 315 уҡыусы араһында ойошторолдо. Сара Әбйәлил районының мәғариф бүлеге, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт һәм «НефтеПолис» инженерҙар әҙерләү фонды менән берлектә тормошҡа ашырылды.
👍1
Өфөлә МХО барышын яҡтыртҡан, фронтҡа ярҙам иткән журналистар бүләкләнде

Тантаналы сара “Ватанды һаҡлаусылар” фондының республика филиалында үтте. "Юлдаш" радиоһы хәбәрсеһе Зөһрә Арсаеваға “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы командирының Рәхмәт хаты тапшырылды.
БСТ телеканалы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров һәм водитель Иван Шабринға Рәсәй Геройы Александр Доставалов батальоны етәкселегенең Рәхмәт хаты бирелде.
“Бер төркөм коллегаларыбыҙ доброволецтар сафына баҫты. Һөнәрҙәштәребеҙ хәрби хәбәрсе булараҡ уңышлы эшләй. Һалдаттар өсөн гуманитар ылау туплауҙа әүҙем ҡатнаша”, - ти Башҡортостан Журналистар берлеге рәйесе Вәдүт Исхаҡов.
Сара барышында Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов һәм “Танып” шифаханаһы директоры Кашшаф Ямалетдиновҡа “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы етәкселегенең Рәхмәт хаты тапшырылды. Санаторий яугирҙарҙы эсер һыу менән тәмин итә. Алғы һыҙыҡҡа 500 тоннанан ашыу һыу оҙатылған.
👍7🔥1🥰1
Башҡортостан фермерҙары грант ота ала

Ауыл хужалығы министрлығы "Агростартап" конкурсына ғаризалар ҡабул итә. Документтарҙы 11 апрелдән 26-на тиклем тапшырырға була. Вице-премьер - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, быйыл программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн 175 миллион һум ҡаралған.
👍2
Республика поликлиникаларында талпандан прививка яһала

Бөгөнгә энцефалиттан 68 мең 900 дана вакцина ҡайтарылған. Прививка квартал һайын медицина ойошмаларына таратыла. Көндәр йылыныу менән талпан ҡаҙалып мөрәжәғәт итеүселәр арта. Был бөжәктәр аша энцефалит вирусы, боррелиоз, эрлихиоз һәм башҡа инфекция сирҙәре йоғоуы мөмкин.
👍3
Башҡортостанда янғын хәүефһеҙлеге миҙгеле башланды

Республика {өкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡар тиҙ иреү һәм урман биләмәләре янында ут сығыуға бәйле ошондай ҡарар ҡабул ителгән. 1 майҙан төбәктә махсус режим индерелә. Республика урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, хәүефле миҙгелгә 11 мең ярым кеше һәм 3 мең 300 берәмек техника йәлеп ителә.
Республиканың 55 район һәм ҡалаһы янғын һүндереүгә махсус техника йәлеп итеү тураһында килешеү төҙөгән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта тағы ла бер ирекмәндәр үҙәге үҙ эшен башланы

Яңы асылған үҙәк башлыса ҡул эштәре менән шөғөлләнеүселәрҙе берләштерә. Уны рәсми асыу тантанаһын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Журналист Ватанға хеҙмәттә» тип исемләнгән күргәҙмә асылды

Ул махсус хәрби операцияны яҡтыртыусы Башҡортостан хәрби хәбәрселәре эштәренә арналған. Экспозиция төрлө киң мәғлүмәт сараларында эшләгән 20 коллегабыҙ хаҡында һөйләй. Улар иҫәбендә БСТ телеканалы журналистары Азат Саҙрыев менән Гүзәл Хәмитова ла бар. Күргәҙмәлә хәрби хәбәрселәрҙең фотоһүрәттәре, шәхси әйберҙәре һәм яҙмалары аша махсус хәрби операция ваҡиғалары, уларҙың шәхси ҡарашы күрһәтелгән. Экспозиция менән Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында танышырға мөмкин.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы ветераны Леонид Вдовин 100 йәшен ҡаршылай

Леонид Вдовин токарь станогында Еңеүҙе яҡынайтыусы һуғыш ветераны. Ул Туймазы районы Серафимовка ауылында ғүмер итә. Быйыл 9 майҙа Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын, ә 10 майҙа йөҙ йәшен ҡаршылаясаҡ. Еңеүгә тос өлөш индергән йөҙйәшәр менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әлшәй биләмә-ара үҙәк китапханаһына Гөлфиә Юнысованың исеме бирелде

Әлшәй биләмә-ара үҙәк китапханаһына Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың исеме бирелде. Ошо уңайҙан китапханала шағирә менән ижади осрашыу ойошторолдо. Китапханаға тыуған ерен данлаған шағирәнең исемен биреү тантанаһында Гөлфиә Азнағол ҡыҙының ижадташ дуҫтары, уның ижадын һөйөүселәр ҡатнашты. Осрашыуҙа яҡташтарының халыҡ шағирына күрһәтелгән хөрмәте юғары баһаланды.
🥰2👍1
Өфө йәшәү өсөн уңайлы ҡалалар исемлегендә

Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса рейтинг әҙерләгән. Эксперттар биләмә төҙөклөгө, именлек мәсьәләһе, экология, ҡабатланмаҫ үҙенсәлектәр һәм башҡа талаптар буйынса баһа биргән. Исемлеккә халыҡ һаны бер миллиондан ашыу булған 16 ҡала индерелгән. Өфө 251 мәрәй йыйып 5-се урынға ҡуйылған. Беренсе урында 312 балл менән Мәскәү урынлашҡан.
👍1
Башҡортостан халҡы мутлашыусыларҙан һаҡлана

Берләштерелгән кредит бюроһы мәғлүмәттәре буйынса беҙҙең республикала 270 меңдән ашыу кеше үҙенә кредит алыуҙы тыйған. Башҡортостан был күрһәткес буйынса иң әүҙем төбәктәрҙең береһе. Рәсәйҙә кредит алыуға тыйыу ҡулланыу мөмкинлеге булдырылды. Бындай аҙым мутлашыу осраҡтарынан һаҡларға тейеш, ти белгестәр.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төбәктә бизнесҡа ярҙам: Радий Хәбиров Благовещен эшҡыуарҙары менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Благовещендә күпер төҙөлөшө өсөн тимер конструкциялар етештереү заводы эшмәкәрлеге менән танышты. Республика ярҙамы менән тормошҡа ашырылған инвестиция проекты ярҙамында цех майҙаны киңәйтелгән, йөҙҙән ашыу кешегә эш урыны булдырылған. Бынан тыш төбәк етәксеһе ҙур объекттарҙы биҙәү элементтарын етештереү заводында булды. Көн тәртибендә Радий Хәбиров Благовещен районы эшҡыуарҙары менән осрашып, бизнес вәкилдәрен борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре янған йорттан кешеләрҙе ҡотҡарған

Ленар Ишмөхәмәтов, Илгиз Ҡәйепҡолов һәм Анил Әминев патруль ваҡытында Октябрь Революцияһы урамындағы өйҙәрҙең береһендә ҡуйы төтөн күреп ҡала. Хеҙмәткәрҙәр был хәл тураһында дежур бүлеккә хәбәр итә һәм шунда уҡ ярҙамға ашыға.
👍2👏2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Янғын хәүефе арта: Башҡортостанда тәүлектә 20-гә яҡын осраҡ теркәлгән

Ауылдың ут эсендә ҡалыуына юл ҡуйылмай. Кисә Хәйбулла районы Сәғит ауылы эргәһендәге тауҙа янғын сыға. Көслө ел уттың тиҙ таралыуына килтерә. Бөтә көстәр ауылды һаҡлауға йүнәлтелә. Утҡа ҡаршы көрәшкә янғын һүндереүселәрҙән тыш, бар ауыл халҡы һәм ирекмәндәр сыға.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан юлдаш телеканалы яугир әсәләрен тәбрикләне

«Әсәй» хәйриә концерты. Уны Башҡортостан юлдаш телеканалы ойошторҙо. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ысын батырҙарҙы тәрбиләгән әсәләр тәбрикләнде. Сараға телепроекттың 50 геройы саҡырылды. Яугир әсәләренә ихтирам һәм хөрмәт сараһы хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
4🥰2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңеүсе биләмәләр исемлеген быйыл йәнә 12 ауыл тулыландыра

Был аҙнала бәләкәй, урта, ҙур, эре тораҡ пункттар номинациялары буйынса финалға сығыусылар проект яҡлау этабында ҡатнаша. Уларҙы төрлө министрлыҡ, ведомство вәкилдәренән тупланған абруйлы жюри ағзалары баһалай. Айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырып, халыҡты берләштереү, йәмәғәт эшенә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған проект йылдан-йыл нығына ғына. Сираттағы бәйге һөҙөмтәләре апрель аҙағында билдәле буласаҡ.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районында «Ғилем» олимпиадаһы еңеүселәре тәбрикләнде

«НефтеПолис» инженерҙар әҙерләү фонды, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт һәм Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге ярҙамында ул беренсе тапҡыр тормошҡа ашырыла. Ике этапта үткән олимпиада финалында 315 уҡыусы һынау тотто. Уларҙың иң-иңдәре бөгөн тәбрикләү тантанаһына саҡырылды.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Фирҙәүес Хисамитдинова иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды

Бөгөн Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.
Сараға Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары, ғалимәнең хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, мәғариф өлкәһе вәкилдәре, уның яҡындары килде.
2👍1