БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.84K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшит Урманшиндың исеме мәңгеләштерелә

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшит Хәмиҙулла улы Урманшиндың тыуыуына 100 йыл. Рәшит Урманшин Ғафури районы мәғариф учреждениеларында, колхоздарында яуаплы вазифаларҙа эшләй,17 йыл «Табын» консерва заводын етәкләй. Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветеранының тормош юлын һәм эшмәкәрлеген БЮТ ижади төркәмө лә өйрәнде.
👍8🥰31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлебаш районындағы лагерҙа шәкәр сире менән ауырыған балалар өсөн беренсе смена асылды

Яҙғы каникулды лагерҙа! Стәрлебаш районындағы лагерҙа шәкәр сире менән ауырыған балалар өсөн беренсе смена асылды. Аҙналыҡ заезд Патриот паркы филиалы базаһында старт алды. Отрядта әле 45 ял итә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районында йәшәүсе Юлиә Ханмырҙина әсәһенә эйәреп ирекмәнлек юлын һайлай

Махсус хәрби операциялағы яугирҙарға тыл ярҙамы. Ауырғазы районында йәшәүсе Юлиә Ханмырҙина әсәһенә эйәреп ирекмәнлек юлын һайлай. Ул ҡыҙҙары менән кистәрен һалдаттарға алғы һыҙыҡта ҡулланыу өсөн браслеттар эшләй. Яу яланынан иҫән сығырға ярҙам итә торған браслет үреү ысулын ул интернеттағы оҫталыҡ дәрестәренә ҡарап өйрәнә.
👍5🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала һыу баҫыу хәүефе һәм янғындар контролдә тотола

Уҙған тәүлектә 112 системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә Ауырғазы районында һыу баҫыу тураһында бер хәбәр килгән. Әле өс муниципаль берәмектә - Өфө ҡалаһында, Архангел һәм Шишмә райондарында өс хәл контролдә тотола.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сираттағы ялдан һуң йәнә фронтҡа

Бер төркөм мобилизацияланған яугирҙар ике аҙналыҡ отпусктан һуң хеҙмәт итеү урындарына юлланды. Яҡташтарыбыҙ хәрби подразделение урынлашҡан ергә үк уңайлы автобустарҙа бара.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районы эшҡыуарҙары махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау оҙатты

Шаран районы эшҡыуарҙары бизнес-проекттарын уңышлы тормошҡа ашырыуҙан тыш, махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау оҙатып та берҙәмлеген күрһәтә. Был турала Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко муниципалитетҡа эш сәфәре барышында билдәләне.
👍11
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарын ваҡытынан алда тапшырыу этабы дауам итә

21 март география һәм рус әҙәбиәтенән башланған этап 21 апрелдә тамамлана. Бөгөн сығарылыш класс уҡыусылары һәм колледж студенттары биология, физика һәм сит ил телдәренән имтихан тапшырҙы. Һөҙөмтәләр ике аҙнанан билдәле буласаҡ. Илдә 2307 кеше һынауҙы алдан үтеү теләген белдергән, уларҙың 13-ө - Башҡортостандан. Ваҡытынан алда имтихан тапшырыу тәртибе төп һынау ҡағиҙәләренән айырылмай.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Еңеүҙең тере шаһиты: Шәриф Мөсәғитов 100 йәшен ҡаршылай

Бер юлы ике тантана. Ауырғазы районынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәриф Мөсәғитов май айында бер-бер артлы ике байрам ҡаршылаясаҡ. 6 майҙа ул үҙенең 100 йәшен туйлаһа, ә 9 майҙа-Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләйәсәк. Йәҙйәшәр аҡһаҡал заман менән бергә ҡайнап йәшәй, йәштәр менән осрашыуҙарға йөрөй, махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙам итә. Артиллерия ғәскәрендә Белоруссияны, Польшаны азат итеүҙә ҡатнашып, Берлинға тиклем барып еткән ҡаһарман хаҡында киләһе яҙмала.
3👍2🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында Нурия Ғатауллинаның юбилей кисәһе үтте

«Нурияның нурлы донъяһы». Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында Нурия Ғатауллинаның юбилей кисәһе үтте. 40 йылдан ашыу ғүмерен мәҙәниәткә арнаған юбилярҙы ҡотларға коллегалары, туғандары, һабаҡташтары, ауылдаштары йыйылды.
👍41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров нефть һәм күмер тармаҡтарын үҫтереү буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

Рәсәй, көнбайыш санкцияларына ҡарамаҫтан, донъя энергия баҙарында алдынғы позицияларҙы һаҡлап ҡала. Был хаҡта Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин нефть һәм күмер тармаҡтарын үҫтереү буйынса пландарҙы тикшергәндә белдерҙе. Стратегик сессияла Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда быйыл сәсеү кампанияһына 30 млрд һум аҡса бүленгән

Дөйөм алғанда республика буйынса 2,8 млн гектар майҙанда сәсеү эштәре күҙаллана. Миәкә районы Машина-трактор станцияһы аграрийҙары быйыл баҫыуға яңы техника сығара. Район эшсәндәре cәсеү эштәрен 5 апрелдән дә башларға ниәтләй.
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ғалимдары яңы биопестицид сығарыу өҫтөндә эшләй

Яңы препарат картуфтың уңышын арттыра һәм вирус ауырыуҙарынан, сереүҙән һаҡлай. Проект Рәсәй фәнни фонды гранты иҫәбенә алып барыла. Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге лабораторияһынан репортаж.
👍41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусыларҙың проекттарын яҡлау этабы башланды

Бөгөн жюри ағзалары алдында «Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһы дәғүәселәре һынау тотто. «Айыҡ ауыл» республика конкурсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған иң күләмле проекттарҙың береһе.
Конкурс быйыл алтынсы тапҡыр уҙғарыла. Тәүҙә еңеүселәр муниципаль берәмек кимәлендә билдәләнә, артабан улар республика этабында тыуған яғының данын яҡлай. Быйыл финалға 5 тиҫтәнән ашыу ауыл сыҡҡан. Еңеүселәр кеше һанына ҡарап 4 номинацияла - бәләкәй, урта, ҙур, эре тораҡ пункттар араһында билдәләнә.
👍41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Көйөргәҙе районында Кинйә Арыҫлановҡа арналған ҙур ижади проект тормошҡа ашырылды

Емельян Пугачевтың арҡаҙашы иҫтәлегенә. Көйөргәҙе районында Кинйә Арыҫлановҡа арналған ҙур ижади проект тормошҡа ашырылды. Конкурста 5 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашты. Ойоштороусылар билдәләүенсә, был сара башҡорт халҡының милли геройы миҫалында йәш быуында илһөйәрлек һәм ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, уларҙы тарихи, мәҙәни һәм рухи мираҫҡа йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә.
👍42
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Һәнәк» журналы Көлкө көнөндә дуҫтарын йыйҙы

Көлкө көнөндә «Һәнәк» журналы дуҫтарын йыйҙы. Мәжит Ғафури исемендәге мемориаль йорт-музейҙа ойошторолған кисәлә танылған юмор оҫталары, шағирҙар, яҙыусылар һәм журналистар сығыш яһаны. Мәҙәк мәжлесендә журналдың 100 йыллығына әҙерлек мәсьәләләре лә ҡаралды.
👍52
Башҡортостандан тау саңғыһы спортсыһы халыҡ-ара турнирҙа алтын миҙал яуланы

Ярыштар Алтай крайында үтте. Унда Рәсәй командаһынан тыш, Әрмәнстан, Белоруссия һәм Сербия вәкилдәре ҡатнашты. Беҙҙең республиканан Тәнзилә Исраилова слалом-гигант ярышында еңеп сыҡты. Быға тиклем февралдә ул Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ булды.
4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Һомай» ысын халыҡ йырына әүерелде

Аҡтау ҡалаһынан ҡаҙаҡ егете Нурик Йәрмәков «Әй Йола» төркөмөнөң популяр «Һомай» йырын һигеҙ телдә башҡара.

Әйткәндәй, башҡорт йыры донъя рейтингтарын яулауын дауам итә. Бөгөн «Shazam» сервисында бөтә донъя буйынса 7-се урынға күтәрелде.
6🥰1
Башҡортостан Ҡытайға киптерелгән һөт һата

Быйыл Мәләүез предприятиеһынан 56 тонна тауар оҙатылған. Продукция лабораторияла тикшерелгән, Пекин билдәләгән талаптарға яуап бирә, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән. Продукция 9 партия менән һатылған. Башҡортостанда экспортты арттырыу маҡсаты ҡуйыла. Был эш милли проект буйынса ғәмәлгә ашырыла.
👍3
Республика юлдарында ауыр йөк машиналары йөрөшө сикләнде

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, бындай ҡарар яҙғы ваҡытта асфальт ҡатламын һаҡлау маҡсатында ҡабул ителә. Сикләү бер ай дауам итә. Юлда полиция хеҙмәткәрҙәре һаҡта була. Талапты боҙғандарға штраф һалына. Ауыр йөк ташырға кәрәк булған осраҡта, өҫтәмә түләү алына. Аҡса юл ремонты өсөн тотонола.
👍4
Башҡортостанда электрон һунар билеттары бирелә башланы

Республика хөкүмәтендә һунарсылыҡ һөҙөмтәләре ҡаралды, яңы бурыстар билдәләнде. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, Башҡортостанда 32 төр хайуан һәм 56 төр ҡош бар. Был байлыҡты һаҡларға, һөҙөмтәле ҡулланырға кәрәк. 83 мең һунарсы теркәлгән. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов 1 ғинуарҙан һунар билеттары электрон рәүештә бирелә башлауы тураһында белдерҙе.
👍3