БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.12K photos
7.8K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл Башҡортостанда «Ауыл фельдшеры» программаһында ҡатнашыусылар пособие аласаҡ

Быйыл Башҡортостанда «Ауыл фельдшеры» программаһында ҡатнашыусы 33 белгес 500-әр мең һум күләмендә пособие аласаҡ. Был турала Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙә яҙып сыҡты. Төбәк етәксеһе белддереүенсә, республикала ауыл медицинаһы өсөн күп эшләнә - һуңғы йылдарҙа ғынаБашҡортостанда 500 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 10 участка дауаханаһы һәм табип амбулаторияһы яңыртылған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған саралар планы ҡаралды

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған саралар планы бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән киңәйтелгән ултырышта ҡаралды. Төп байрам тамашалары баш ҡалала һәм республика район-ҡалалары үҙәгендә ойоштороласаҡ.
👍1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафуриҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам арта

«Ярҙам йәнәшәлә». Ғафури районында «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы социаль координаторҙары биш меңгә яҡын мөрәжәғәтте эшкә алып, күп өлөшөн эшкәрткән. Шифахана-курорт дауалауҙан алып газ үткәреүгә тиклем - республикала бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 43 төр ярҙам сараһы ҡаралған. Фонд белгестәренең халыҡ менән алып барған эше - киләһе яҙмала.
👏2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләренә ифтар мәжлесе уҙҙы

Рамаҙан айында -изге эштәр. Баймаҡ ҡалаһының «Нәсихәт» мәсетендә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләренә ифтар мәжлесе уҙҙы, егеттәрҙең рухына аяттар бағышланды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Камил Йыһаншин 75 йәшлек юбилейын билдәләй

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Рәсәй Президенты премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Камил Йыһаншин 75 йәшлек юбилейын билдәләй.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» концерт залы коллективы тәүге ифтарын үткәрҙе

Башҡортостан мосолмандары Ураҙа байрамын ҡаршыларға әҙерләнә. Әле Рамаҙан айының һуңғы көндәрендәифтар үткәреп ҡалырға ашығыусылар күп.
«Башҡортостан» дәүләт концерт залы коллекивының яртыһы быйыл ураҙа тота һәм тәүге тапҡыр ифтар, йәки ауыҙ асыу сараһын ойошторҙо.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө хоккейсылары плей-офф серияһының беренсе уйынында «Себер» клубын тар-мар итте

AY YOLA төркөмөнөң шау-шыу тыуҙырған «Һомай» йыры юлаевсыларға еңеү килтерҙе. Өфө хоккейсылары плей-офф серияһының беренсе уйынында «Себер» клубын тар-мар итте. Дәғүәселәр осрашыуҙың тәүге яртыһында ғына ҡаршылыҡ күрһәтте. Ҡалған өлөш тулыһынса «Салауат Юлаев» өҫтөнлөгө менән үтте.
3👍1
Тарҡаулыҡ кемгә кәрәк?

Яҙыусы Мөнир Ҡунафин фекере менән уртаҡлаша:
— Йәмғиәтебеҙҙәге ҡайһы бер мәсьәләләргә күберәк иғтибар биргән һайын, уларға кешеләр нығыраҡ ылыҡҡан кеүек. Күберәк ыңғай ваҡиғалар, тормошобоҙҙоң матур яҡтары хаҡында һөйләргә кәрәк. Башҡорттоң күңел йылылығы, күңел ныҡлығы кеүек матур сифаттары күп.

https://vk.com/video-47563172_456239686?access_key=383788a6809a039e84
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Дәүләт Думаһының мәғрифәт буйынса комитеты вәкилдәре менән осрашты

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Думаһының мәғрифәт буйынса комитеты вәкилдәре менән осрашты. Парламентарийҙар Өфөлә урта һөнәри белем биреү системаһын яңыртыу мәсьәләләре буйынса күсмә ултырышта ҡатнаша.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда һөнәри белем биреүҙең яңы моделе тәҡдим ителде

Дәүләт Думаһының мәғрифәт буйынса комитетының күсмә ултырышында башланғыс һөнәри белем биреүҙең яңы моделе тәҡдим ителде. Уны илдең мәғрифәтселек министрлығы белгестәре әҙерләгән. Түбәнге парламент депутаттары Башҡортостандың урта һөнәри белем биреү учреждениелары вәкилдәре менән берлектә яңы йүнәлеште ентекле өйрәнде һәм үҙ тәҡдимдәрен индерҙе. Күсмә ултырыштың тап Башҡортостанда ойошторолоуы ла осраҡлы түгел. Республика эшсе һөнәргә уҡытыу тәжрибәһен һаҡлап ҡалыу ғына түгел, уны яңы кимәлгә сығара алды. Яңы уҡытыу моделендә был ҡаҙаныштар ҙа үрнәк итеп алынасаҡ, тине Дәүләт Думаһы депутаттары.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл 1 ғинуарҙан Рәсәйҙә «Әсәлек капиталын» ҡулланып шәхси йорт һатып алыу ҡағиҙәләре ҡәтғиләште

Граждандарҙан күсемһеҙ милектең йәшәргә яраҡлы булыу-булмауы тураһында һығымта талап ителә. Ошо маҡсатта ведомство-ара комиссиялар булдырылған. Өс ай эсендә генә Өфөлә йөҙҙән ашыу кеше йортто ҡабул итеү процедураһына яҙылған.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Заманса техника һәм яңы алымдар: агросәнәғәттә яңы мөмкинлектәр

Һауымды арттырыу һәм малсылыҡ тармағын белгестәр менән тәьмин итеү мәктәбе. Мәләүез районында республиканың иң ҙур ауыл хужалығы предприятиеларының береһе «Ашҡаҙар» уңышлы эшләй. Етештереү ҡеүәтен арттырыуға ғына унда ете йөҙ илле миллион һумдан ашыу инвестиция һалынған. Хужалыҡ үҫемлекселек менән дә етди шөғөлләнә. Етештерелгән иген һәм һөт эске баҙарҙа ҙур ихтыяж менән файҙалана.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт батальоны танкистары мәктәп уҡыусылары менән осрашты

Бөгөн Өфө ҡалаһының Сергей Зорин исемендәге 129-сы мәктәбендә Сергей Зорин исемендәге башҡорт батальоны танкистары менән осрашыу уҙҙы. «Каддафи» һәм «Ҡараҡом» ҡушаматлы яугирҙар үҙҙәренең хәрби хеҙмәт юлы тураһында һөйләне, мәктәп музейына экспонаттар ҡалдырҙы.
👍3👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортса йыр донъя киңлегендә танылыу яулай

«Әй йола» төркөмөнөң «Һомай» йыры чарттарға күтәрелеүен дауам итә. Хиттың популярлыҡ яулау сере нимәлә?
8👍3
Күп функциялы үҙәктәр уҙған йылда 7 миллион 300-ҙән ашыу хеҙмәт күрһәткән

Төҙөкләндерелгәндән һуң Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ, Федоровканың Федоровка ауылдарында “Минең документтарым” офистары асылды. Өфө ҡалаһында “Мир” операция залы булдырылды. Булгаково, Зубов һәм Михайловка ауылдарында күп функциялы үҙәктәр бәләкәй офистар форматында эшләй башланы. Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, халыҡтың 99 проценты был хеҙмәттәр менән файҙалана. Республика күп функциялы үҙәге илдә иң ҙур һәм динамик үҫешкән йүнәлеш булып тора. Ул 77 офисты үҙ эсенә ала.
👍31
Республикала быйыл 5 спорт объектын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла

Еңел атлетика манежы менән спорт комплексы һәм олимпия резервы училищеһы, Боксты үҫтереү үҙеге һәм Теннис академияһын проектлау эштәре бара. Башҡортостанда 1 мең 41 спорт төрө ҡулланыла. 2 миллион 300-ҙән ашыу кеше физкультура менән шөғөлләнә. Премьер-министр Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында белдереүенсә, республика спорт ҡоролмалары төҙөлөшө темптары һәм уларҙың һаны буйынса илдә лидерҙар иҫәбендә.
👍21
"Башҡорт йорто" программаһы концепцияһы әҙерләнде

Проект аҙ ҡатлы шәхси йорттар төҙөлөшөн әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән. Документҡа премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылда республикала 3 миллион 300 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Уның 70 процентҡа яҡыны шәхси төҙөлөшкә тура килә. Концепция 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уны ике этапта ғәмәлгә ашырыу көтөлә.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы асылырға әҙерләнә

Апрелдә Өфөлә Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы асылыр тип көтөлә. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яңы объект әҙерлеген тикшереү барышында белдерҙе. Ун ҡатлы хирургия корпусында йөрәк-ҡан тамырҙары менән бәйле сирҙәрҙе заманса ысул менән дауалау, пациенттарға сифатлы ярҙам күрһәтеү өсөн алдынғы технологик шарттар тыуҙырылған. Бынан тыш Өфө буйынса эш сәфәре барышында Радий Хәбиров шифаханала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн реабилитация бүлеге менән танышты.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һыу баҫҡан биләмәләрҙән халыҡты ҡотҡарыусылар тәбрикләнде

Архангел районы Аҙау ауылында оло һыу алдында ҡаушап ҡалмаған ун бер ир-уҙааманға Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты комитетының «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалдары һәм Хөкүмәттең рәхмәт хаттары тапшырылды.
👍8🔥3🥰3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда шәмбе өмәләре башланды

Бөгөнгөһө республика кимәлендә үткәрелгән тәүге күләмле экология сараһы. Ата-әсәләр, балалар, дәүләт эшмәкәрҙәре, бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәре ҡулына эш ҡоралдары алып ихаталарға һәм йәмәғәт урындарын сүп-сарҙан таҙартыуға сыҡты. Ә иң әүҙемдәр өсөн бүләктәр ҙә әҙерләнгәйне.
👍41