БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.11K photos
7.78K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Ләйсән Үтәшеваның ғаиләһендә аяныслы хәл

Билдәле алып барыусы, гимнаст Ләйсән Үтәшеваның 89 йәшлек ҡартатаһы Солтангәрәй Әҙелгәрәй улы вафат булған. Ул ғүмер баҡый агроном булып эшләгән. 2006 йылда Әлшәй районының почетлы гражданы исеме менән бүләкләнә.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Миңлеғәле Шайморатов исемендәге спецназ отряды ҡунаҡтар ҡабул итә

Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре көнө алдынан Миңлеғәле Шайморатов исемендәге спецназ отряды яугирҙары уҡыусылар, кадеттар өсөн экскурсиялар уҙғара, ә хәрби институттар курсанттары подразделениела стажировка үтә. Яугирҙәр уларҙы ҡорал, хәрби техника, тренажерҙар һәм берләшмәнең барлыҡҡа килеү тарихы һәм уның хәрби юлы менән таныштыра.
👍21👎1
Башҡортостанда урман янғындарын һүндереү өсөн техника әҙерләгән

Шулай уҡ яғыулыҡ-майлау материалдары тупланған. Утты һүндереүгә 11 мең ярым кешене йәлеп итеү планлаштырыла. 3 мең 300 берәмек техника бар. Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, республика төрлө хәлдәргә әҙер. Төп бурыс урман янғындарының таралыуына юл ҡуймау. Башҡортостан урман биләмәләрендә хәүефле миҙгелдең апрель айында башланыуы көтөлә.
1👍1
Яҙын Башҡортостанда 2 миллион 200 мең гектарҙан ашыу ер сәселә

Был турала премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Баҫыуҙарҙың ҙур өлөшөндә иген культуралары була. Быйылғы уңыш өсөн көҙҙән 248 мең гектар ужым сәсеп ҡалдылырған. Ул яҡшы ҡышлаған. Әле яҙғы сәсеү өсөн орлоҡ, ашлама, яғыулыҡ-майлау материалдары әҙерләнә, техника көйләнә. Башҡортостанда уҙған йылда 11 миллиард һумға 2 мең 400 берәмек техника һатып алынған.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Евразия Күсмә цивилизациялар музейы мәсьәләләренә арналған эш кәңәшмәһе уҙғарҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Шишмә районында Евразия Күсмә цивилизациялар музейы төҙөлөшө мәсьәләләренә арналған эш кәңәшмәһе уҙғарҙы. Билдәләнгән план буйынса, биләмәлә өс ҙур объект - музей, башҡорт аты һәм һунар ҡоштар үҙәге, спа-шифахана буласаҡ. Күләмле төҙөлөшкә тиклем инженер коммуникацияларҙы әҙерләү талап ителә.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл Салауатта яңы мәктәп төҙөлә башлаясаҡ

Шулай уҡ йәмәғәт киңлектәрен, ихата биләмәләрен һәм күп фатирлы йорт подъездарын төҙөкләндереү планлаштырыла. Был турала Радий Хәбиров Салауат ҡалаһы активы менән осрашыуҙа белдерҙе. Асыҡ диалог форматында уҙған фекер алышыуҙа ҡала округын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Архангел районынында ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре дауам итә

Әле зыян күргән Аҙау ауылында ихаталар, урамдар боҙҙан таҙартыла. Был эшкә ҡеүәтле техника йәлеп ителгән. Бер рәттән эпидемиологик хәлде көйләү буйынса ла саралар күрелә. Ҡойоҡтарҙан бысраҡ һыу һурҙыртыла, һәләк булған малдар юҡ ителә, ҡуралар зарарһыҙландырыла.
1👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яҙҙы оҙатыу байрамында йыйылған аҡсаға яугирҙарға техника

Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте ойошторған хәйриә фестивалендә йыйылған аҡсаға Башҡортостан яугирҙарына квадроциклдар һәм мотоциклдар һатып алынған. Был техника яу яланында хәрбиҙәргә мобиль булырға, яралыларҙы сығарырға ярҙам итә.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә үткән эксперт советының 19-сы ултырышында күпләп башҡорт халыҡ уйындары ҡаралды

Фольклорсылар, сәнғәт белгестәре, этнографтар, тарихсылар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре төбәк һәм федераль реестрға инеүгә дәғүә иткән 30 объект буйынса фекер алышты.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә аутизм спектры боҙолған балалар өсөн 9 ресурс класы эшләй

Уларҙың береһе 41-се дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыу йылы башында асылған. Махсус кластарҙа һәр бала тьютор менән шөғөлләнә. Үҙенсәлекле уҡытыу алымдары тураһында киләһе яҙмала.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районының Арыҫлан ауылында ете кәзә бәрәсе хаҡындағы әкиәт тормошҡа ашҡан

Бер юлы ете бәрәс. Шишмә районының Арыҫлан ауылында ете кәзә бәрәсе хаҡындағы әкиәт тормошҡа ашҡан. Анастасия менән Олег Борисяктарҙың хужалығында заанин тоҡомло кәзә хужаларын бер юлы ете бәрәс тыуҙырып ҡыуандырған. Ваҡ мал тәрбиәләүҙә 15 йыллыҡ тәжрибәһе булған фермер белдереүенсә, шәхси хужалыҡта бындай осраҡ тәүгә теркәлгән. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.
5👍2🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
МХО яугирҙарына арналған «Әсәй» хәйриә концертына рәхим итегеҙ!

2 апрелдә БСТ телеканалы Өфөнөң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә донъялағы иң ғәзиз кешеләргә арналған хәйриә концерты ойоштора. Сарала «Әсәй» телевизион тапшырыуы геройҙары һәм билдәле сәхнә оҫталары ҡатнаша.
2👍1
Башҡортостанда баҫыу эштәре башланды

Стәрлетамаҡ һәм Илеш районында бер нисә хужалыҡ ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе минераль ашлама менән туҡландыра. Республикала 1 миллион 580 мең гектарҙа иген культуралары сәсеү планлаштырыла.600 мең гектарҙа техник культуралар сәселә. ужым 248 мең гектар ер биләй. уның 90 проценттан ашыуы яҡшы ҡышлаған.
1👍1
Ҡырҡ биш йәшлектәр ҙә йәш хәҙер

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы йәш төркөмдәрен яңыртты. Демография институтынан белдереүҙәренсә, хәҙер 45 йәшкә тиклемге кешеләр йәш тип иҫәпләнә. Яңы талаптар буйынса, 60 йәшкә тиклемгеләр - урта, 75 йәшкәсә кешеләр - өлкән йәштәгеләр. Белгестәр 90 йәште үткәндәрҙе оҙон ғүмерлеләр тип атарға тәҡдим итә.
👍21
30 мартта мосолмандар Рамаҙан айы тамамланыуын билдәләй

Өфөлә байрам 23 мәсеттә иртәнге сәғәт 8-ҙә башлана. Баш ҡала хаҡимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, иртәнге сәғәт 6-нан көндөҙгө 3-кә тиклем Туҡай урамында – Цюрупанан Зәйнулла Рәсүлевҡа тиклем һәм Комаров урамында – “Ләлә” мәсете янында ситке уң һыҙатта хәрәкәт сикләнә, маршруттарҙы алдан билдәләргә кәңәш ителә.
1👍1
Өфөлә йылытыу миҙгелен тамамлау һауа торошона бәйле була

Баш ҡала хакимиәтенән шулай тип белдерәләр. Ғәмәлдәге закон буйынса, тәүлектәге уртаса һауа температураһы 5 көн дауамында 8 градус йылынан түбәнәймәһә, йылы биреү туҡтатыла. Был аҙнала Өфөлә көндөҙ 8-12 градус йылы булыуы фаразлана. Төндә 0, 3 градус йылы. Бер аҙнанан көндәр 17 градусҡа тиклем йылына. Әммә 9 апрелгә һауа температураһының 0-гә тиклем төшөүе күҙаллана.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Хөкүмәте 2024 йылғы эшмәкәрлек буйынса отчет бирҙе

Дәүләт Йылылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышында республика Хөкүмәтенең 2024 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында отчет ҡаралды. Махсус хәрби операция бурыстарын үтәү, яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү - өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Былтыр ошо маҡсатта 13 миллиард 400 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы өсөнсө йыл уңышлы эшләй

Урындағы халыҡ, эшҡыуарҙар көсө менән алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам туплана. Район хакимиәте тарафынан теген цехы ойоштороуға айырым бина ла бүленгән. Быға тиклем дронға ҡаршы юрғандар өй шарттарында тегелгән булған. Әлегә яугирҙарҙың һорауы буйынса махсус хәрби операция биләмәһенә ҡырҡтан ашыу япма оҙатылған, сираттағы партияла алтмышҡа яҡын юрған әҙерләнгән
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Фронттан тыныс тормошҡа: Роберт Ғилманшиндың юлы

Һәр ир-егет Еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Был турала махсус хәрби операция ветераны Роберт Ғилманшин белдерҙе. Замандашыбыҙ махсус хәрби операция башланғанда Себер тарафтарында була. Вахтаһын тамамлап ҡайтҡас, ситтә ҡалмаҫҡа, ил һағына баҫырға тигән ҡарарға килә. Контракт төҙөп хәрби формированиеларҙың береһендә фронтҡа юллана.
3👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яҙҙың иртә килеүенә бәйле, республикала талпандар ғәҙәттәгенән иртәрәк уянды

Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостан - талпан боррелиозы һәм вируслы энцефалит менән сирләү хәүефе юғары булған төбәктәр иҫәбендә. Бигерәк тә, был биләмәгә Ҡыйғы, Учалы, Бөрйән һәм Ҡариҙел райондары инә.
😱2