Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сибай ҡалаһының Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсете Һәм «Әссәләм» гәзите ифтар уҙғарҙы
Дөйөм ҡала ифтары Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында ойошторолдо. Ауыҙ асырға Сибайҙан ғына түгел, Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән диндарҙар килде. Берҙәмлек һәм теләктәшлек сараһында доғалар уҡылды, көнө буйы ризыҡтан тыйылып торған мосолмандар һыйланды. Ҡунаҡтарға мауыҡтырғыс викториналар үткәрелде. Ифтарҙа ҡатанашыусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн доға ҡылды.

👍3❤1
Өфө урамдарында транспорт йөрөшөн заманса система көйләй
2027 йылға тиклем 76 детектор урынлаштырыу планлаштырыла. Улар юл сатында машиналар күләмен теркәй, хәрәкәт тығыҙлығын анализлай. Был иһә светофорҙар эшен көйләү мөмкинлеген бирә, тығындар кәмергә тейеш. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә заманса система 2022 йылдан ҡулланыла. Светофорҙар яңыртылды, Ситуация үҙәге булдырылды.

👍2
"Салауат Юлаев" Гагарин Кубогы өсөн көрәш башлай
Континенталь хоккей лиһаһында плей-офта уйнаясаҡ командалар асыҡланды. Юлаевсылар Көнсығыш конференцияла икенсе урын алды һәм плей-офтың тәүге этабында 7-се урын алған Новосибирск командаһы менән көс һынаша. Серия Өфөлә башлана. Тәүге уйындар 27 һәм 29 мартта була.

Быйыл яҙ Башҡортостанда 2 миллион 200 мең гектарҙан ашыу ер сәселә
Был турала премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Баҫыуҙарҙың ҙур өлөшөндә иген культуралары була. Быйылғы уңыш өсөн көҙҙән 248 мең гектар ужым сәсеп ҡалдылырған. Ул яҡшы ҡышлаған. Әле яҙғы сәсеү өсөн орлоҡ, ашлама, яғыулыҡ-майлау материалдары әҙерләнә, техника көйләнә. Башҡортостанда уҙған йылда 11 миллиард һумға 2 мең 400 берәмек техника һатып алынған.

Өфөлә Зарина Бағышаеваның сираттағы йыйынтығы донъя күрҙе
Әсәй ҡабыҙған йондоҙ. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә йәш шағирә Зарина Бағышаеваның сираттағы йыйынтығы донъя күрҙе. Ошо уңайҙан фирма магазинында баҫманың исем туйы үтте. Кисә әҙибәнең яҡындарын, уҡытыусылары һәм нәфис әҙәбиәт һөйөнселәрҙе бергә йыйҙы.

👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжы ифтар үткәрҙе
Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжы Башҡортостан мосолмандары диниә назараты булышлығында ифтар үткәрҙе. Өфөнөң Коллоналлар залында йошторолған дини сарала ураҙа тотоусы мосолмандар бергә ауыҙ асты.

🥰4👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Өфө» аэропортынан пенсия алды һәм пенсия йәшендәге ҡырҡ кеше Минскиға юлланды
«Көмөш туристар» йәнә Белоруссияла. Бөгөн иртән «Өфө» аэропортынан пенсия алды һәм пенсия йәшендәге ҡырҡ кеше Минскиға юлланды. «Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге» проекты буйынса ойошторолған сәфәр бер аҙнаға иҫәпләнгән.

Балтаста ветеран, шағир Әхнәф Мазғаровтың ижадына бағышланған кисә уҙғарылды
“Йөрәгемде балаларға бирәм”. Балтаста Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, шағир Әхнәф Мазғаровтың ижадына бағышланған кисә үтте. Әхнәф Мазһар улы утты, һыуҙы кискән кеше. Ул фронттан ҡайтҡандан һуң уҡытыусы булып эшләй. 40 йылдан ашыу ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә һәм белем биреүгә арнай. Был эште тормош асылы тип иҫәпләй. Ул тыуған яҡ йырсыһы булып таныла. Байтаҡ шиғырҙарына йырҙар яҙылған.

❤2👍2
Башҡортостанда яҙғы ташҡын: тура эфирҙа брифинг
Быйыл яҙ ғәҙәттәгенән иртәрәк килде. Бөгөн хәл-торош нисек. Республика йылғаларында һыу кимәле күтәреләме? Өйҙө һыу баҫһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Властар әҙерме?
Ошо һәм башҡа һорауҙарға белгестәр яуап бирә.
Республика идара итеү үҙәге һәм БР хөкүмәте.
https://vk.com/video-27097047_456288684

VK Видео
Паводок в Башкортостане: брифинг
Watch Паводок в Башкортостане: брифинг from 21 March 2025 online in HD for free in the VK catalog without signing up! Likes: 5.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан мигранттарға патент биреү буйынса лидерҙар иҫәбендә
Башҡортостан мигранттарға хеҙмәт эшмәкәрлеге алып барыуға патент биреү буйынса Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында өс лидер иҫәбендә, ә был егерме ике меңдән ашыу документ. Был хаҡта Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың субъект башлыҡтары менән осрашыуында хәбәр ителде.

👍3👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Архангел районы Аҙау ауылында ташҡындан зыян күргән граждандарҙан 106 ғариза ҡабул ителгән
Уларҙың 54-нә аҡсалата ярҙам күрһәтелгән. Бөгөн урында ведомство-ара комиссия ултырышы үтте. Унда халыҡ үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды. Ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү дауам итә. Йорттарҙан һыу, ҡураларҙан боҙ киҫәктәре сығарыла.
Уларҙың 54-нә аҡсалата ярҙам күрһәтелгән. Бөгөн урында ведомство-ара комиссия ултырышы үтте. Унда халыҡ үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды. Ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү дауам итә. Йорттарҙан һыу, ҡураларҙан боҙ киҫәктәре сығарыла.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглиндә бәләкәй эшҡыуарлыҡтың оло проблемалары өйрәнелде
Республикала Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса властың бизнес даирәләре менән осрашыуҙары башланды. Быға тиклем ошондай сараға Сибай эшҡыуарҙары саҡырылғайны. Сиратта Иглин, сөнки район баш ҡала менән сиктәш һәм эшҡыуарлыҡ субъекттары ла бик күп. Үҙ сиратында борсоған мәсьәләләр ҙә. Уларҙы хәл итеү өсөн район үҙәгенә республика хөкүмәтенең һәр министрлығынан белгестәр килде.

Башҡортостандың биш ҡалаһында һәм 17 муниципаль районда соҡорҙарҙы ямау башланды
М-5 федераль трассаһында ла яуаплы хеҙмәттәр автомобиль юлдары участкаларында соҡорҙарҙы тигеҙләй. Шишмә районының Уҙытамаҡ ауылы янында һалҡын асфальт ярҙамында юл ремонтлаусылар эше хаҡында репортаж.
М-5 федераль трассаһында ла яуаплы хеҙмәттәр автомобиль юлдары участкаларында соҡорҙарҙы тигеҙләй. Шишмә районының Уҙытамаҡ ауылы янында һалҡын асфальт ярҙамында юл ремонтлаусылар эше хаҡында репортаж.
👍3❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районынан Ғәбдрәхим Садиҡов 101 йәшлек юбилейын билдәләне
Бөйөк Ватан һуғышында Ғафури районынан 13 меңдән ашыу ир-егет ҡатнашҡан, фронттан уларҙың яртыһы ғына әйләнеп ҡайтҡан. Сафтар йылдан-йыл һирәгәйеп, әле тик бер генә ветеран иҫән. Фронт һыҙығында «Катюша» тип аталған хәрби машина менән оҫта эш иткән Ғәбдрәхим Садиҡов бөгөн 101 йәшен билдәләне.

❤4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан артистары йыры интернет киңлеген яулай
«Әй йола» триоһының «Һомай» тип исемләнгән композицияһы бер нисә көн дауамында ғына 100 миллион тапҡыр ҡарау йыйған. Бынан тыш, йыр «Бәйләнештә» социаль селтәрендә илдә иң популяр 50 йыр исемлегенә инеп, 42-се позицияға күтәрелгән. Башҡорт телендәге йырҙың ошондай чартҡа инеүе тәүгә теркәлгән. Композиция бөтә донъяла таралып, төрки халыҡтар, айырыуса ҡаҙаҡтар араһында популярлыҡ яулай, йыр менән социаль селтәрҙәрҙә илдең билдәле артистары ла бүлешә.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә табиптар коморбид пациенттарҙы дауалау алымдарын тикшерҙе
Өфөлә «Реаль клиник практикала мультидисциплинар ҡараш. Фокуста-коморбид пациент» тигән исем аҫтында төбәк-ара форумы үтте. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы ойошторған сарала Рәсәйҙең төрлө субъекттарынан билдәле медицина эксперттары ҡатнашты. Улар алдынғы эш алымдары менән уртаҡлашты, фекер алышты. Коморбид пациент тип кемдәрҙе атайҙар, дауалау процесы нисек ойошторола.

👍3
Иглин районының социаль-иҡтисади үҫеш мөмкинлектәре ҡаралды
Премьер-министр Андрей Назаров Иглиндә республика хөкүмәте кәңәшмәһен уҙғарҙы. - Бында эш хаҡы 9,2 процентҡа артҡан. Был Башҡортостан буйынса 15-се күрһәткес. Эшһеҙлек ике тапҡыр кәмегән. Социаль объекттар төҙөлә. Оло-Тәләктә социаль-мәҙәни үҙәк, Көҙәй ауылында китапхана, Иглиндә мәктәп файҙаланыуға тапшырылған. Район-үҙәгендә физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлгән. Инвестиция күләме артыу тиҙлеге буйынса Иглин уҙған йылда республика муниципалитеттары араһында 1-се урын алған. Кәңәшмәлә Андрей Назаров төҙөлөш, транспорт инфраструктураһы, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, урман, ауыл хужалыҡтары, сәнәғәт, спорт һәм башҡа йүнәлештәр буйынса күрһәтмәләр бирҙе.

Башҡортостанда яҙғы сәсеүҙе тиҙ атҡарып сығыу планлаштырыла
Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, техника паркы яңыртыла. Быйыл ер эшкәртеү машиналары һаны 250-гә арта. 11 мең 200 трактор һәм 5 мең сәскес баҫыуҙарға сыға. Әле техника 90 процентҡа әҙер, - тине Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Быйыл яҙ 2 миллион гектарҙан ашыу ер сәселә.