БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.12K photos
7.82K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ҡаршы алырға әҙер булырға тейеш

Был хаҡта Радий Хәбиров Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Төбәк башлығы билдәләүенсә, хәрбиҙәр араһында төрлө сәбәп менән ҡайтыусылар арта. Ҡасандыр демобилизация ла буласаҡ. Шуға ла яугирҙарыбыҙға реабилитация ғына түгел, консультация оҙатыуы өсөн дә бөтә шарттар әҙерләргә кәрәк тине, республика етәксеһе.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда яҙғы ташҡынға бәйле 514 мөрәжәғәт теркәлгән

Ташҡын хәүефе осоро башланғандан алып Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына халыҡтан яҙғы ташҡынға бәйле 514 мөрәжәғәт килгән. Ведомствонан белдереүҙәренсә, 7 муниципаль районда һәм 1 ҡала округында 16 йорт алды ихатаһы, 11 юл участкаһы һәм 2 күперҙе һыу баҫыу менән бәйле 16 хәл контролдә тотола.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән Санья ҡалаһына тиклем тура рейс асылды

Ҡытай Башҡортостанға яҡынайҙы. Кисә Аэрофлот авиакомпанияһы Өфөнән билдәле диңгеҙ курорттарының береһе - Санья ҡалаһына тиклем тәүге тура рейсҡа сыҡты. Уны оҙатыу сараһы баш ҡала аэропортында тантаналы рәүештә үтте.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ районы хакимиәте һәм халҡы яугир яҡташтарына ярҙам күрһәтеүен дауам итә

Стәрлетамаҡ районы хакимиәте һәм халҡы махсус хәрби операциялағы яҡташтарына ярҙам күрһәтеүен дауам итә.Былтыр 23 гуманитар ылау составында 60 тоннанан ашыу аҙыҡ-түлек, медикаменттар, ҡорамалдар, төҙөлөш материалдары, 25 берәмек техника оҙатылған.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Fashion ифтар уҙғарылды

Өфөлә Көнсығыш мәҙәниәте модаһы. Изге Рамаҙан айында баш ҡалала беренсе тапҡыр Fashion ифтар уҙғарылды. Унда республика рассам-дизайнерҙары, эшҡыуарҙар үҙ коллекцияларын тәҡдим итте. Эксклюзив тегеү сәнғәтенең кейем өлгөләре дефилеға ла сығарылды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Джошуа Ливо Континенталь хоккей лигаһының яңы тарихын яҙҙы

«Салауат Юлаев» клубы даими чемпионаттың һуңғы уйынын Астанала үткәрҙе. «Барыҫ» менән осрашыу яҡташтарыбыҙ файҙаһына 4-1 иҫәбе менән тамамланды. Шайбаларҙың береһен Джошуа Ливо индерҙе һәм ул Сергей Мозякиндың 2017 йылдағы ҡаҙанышын яҡшыртты.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта мәғариф хеҙмәткәрҙәренең «Сәләмәтлек» спартакиадаһы үтте

Хәрәкәттә - бәрәкәт. «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең «Сәләмәтлек» спартакиадаһы үтте. Унда 120-ға яҡын педагог ял көндәрен әүҙем һәм файҙалы үткәрҙе. Ярыш барышы хаҡында киләһе сюжетта.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Архангел районы Аҙау ауылы халҡына компенсация аҙна аҙағына тиклем түләп бөтөләсәк

Яҙғы ташҡындан зыян күргән Архангел районы Аҙау ауылы халҡына компенсация аҙна аҙағына тиклем түләп бөтөләсәк. Был турала Радий Хәбиров бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Хөкүмәт кәңәшмәһендә шулай уҡ экологик өмәләр, юл соҡорҙарын ремонтлау, поликлиникаларҙы төҙөкләндереү тураһында ла һүҙ барҙы.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районында тәүге тапҡыр 5 йыл элек ҡаралған инвестиция проекты тормошҡа ашырылды

Зубов ауылы янында ауыл хужалығы техникаһы өсөн агрегаттар һәм запас частар етештереү буйынса производство цехы менән бер рәттән дилерлыҡ үҙәге эшләй башлай. Бында илдең иң эре етештереүселәренең береһе махсуслаштырылған машиналар һата һәм хеҙмәтләндерә. Былар барыһы ла яңы эш урындары, төбәккә инвестиция йәлеп итеү һәм, әлбиттә, аграрийҙар өсөн уңайлы шарттар булдыра. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала айыуҙарҙың кешеләргә һөжүм итеү осраҡтары йышайҙы

Тәүге бәхетһеҙ осраҡ Баймаҡ районында һунарсылыҡ биләмәһендә теркәлгән. Зыян күреүсе үҙәк район дауаханаһына реанимацияға һалынған, хәле ауыр тип баһалана. Бөрйән районы Яңы Усман ауылында ла ирурманда тайыштабанға тап була. Айыу һөжүменән һуң, ул бер нисә тән йәрәхәте алып, дауаханаға мөрәжәғәт итә.
👍1😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында яҙыусының кабинет-музейы асылды

Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында яҙыусының кабинет-музейы асылды. Әҙиптең 100 йыллығы уңайынан шулай уҡ «V Хамматов уҡыуҙары» республика ғилми-ғәмәли конференцияһы ла үтте. Уҡыусылар яҙыусының ижади мираҫын өйрәнеп, тәҡдим ителгән темалар буйынса эҙләнеү эштәрен яҡланы. Секциялар башҡорт, рус, инглиз телдәрендә алып барылды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сибай ҡалаһының Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсете Һәм «Әссәләм» гәзите ифтар уҙғарҙы

Дөйөм ҡала ифтары Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында ойошторолдо. Ауыҙ асырға Сибайҙан ғына түгел, Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән диндарҙар килде. Берҙәмлек һәм теләктәшлек сараһында доғалар уҡылды, көнө буйы ризыҡтан тыйылып торған мосолмандар һыйланды. Ҡунаҡтарға мауыҡтырғыс викториналар үткәрелде. Ифтарҙа ҡатанашыусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн доға ҡылды.
👍31
Өфө урамдарында транспорт йөрөшөн заманса система көйләй

2027 йылға тиклем 76 детектор урынлаштырыу планлаштырыла. Улар юл сатында машиналар күләмен теркәй, хәрәкәт тығыҙлығын анализлай. Был иһә светофорҙар эшен көйләү мөмкинлеген бирә, тығындар кәмергә тейеш. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә заманса система 2022 йылдан ҡулланыла. Светофорҙар яңыртылды, Ситуация үҙәге булдырылды.
👍2
"Салауат Юлаев" Гагарин Кубогы өсөн көрәш башлай

Континенталь хоккей лиһаһында плей-офта уйнаясаҡ командалар асыҡланды. Юлаевсылар Көнсығыш конференцияла икенсе урын алды һәм плей-офтың тәүге этабында 7-се урын алған Новосибирск командаһы менән көс һынаша. Серия Өфөлә башлана. Тәүге уйындар 27 һәм 29 мартта була.
👍2
Быйыл яҙ Башҡортостанда 2 миллион 200 мең гектарҙан ашыу ер сәселә

Был турала премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Баҫыуҙарҙың ҙур өлөшөндә иген культуралары була. Быйылғы уңыш өсөн көҙҙән 248 мең гектар ужым сәсеп ҡалдылырған. Ул яҡшы ҡышлаған. Әле яҙғы сәсеү өсөн орлоҡ, ашлама, яғыулыҡ-майлау материалдары әҙерләнә, техника көйләнә. Башҡортостанда уҙған йылда 11 миллиард һумға 2 мең 400 берәмек техника һатып алынған.
👍2
Өфөлә тәүге яҙғы өмә 29 мартта ойошторола

Санитар көндә предприятие-ойошмаларға биләмәләрҙе йыйыштырырға кәңәш ителә. Әүҙем ҡатнашыусыларға бағыусыларҙан 600-ҙән ашыу приз тапшырыла. Ҡала халҡы үҙҙәренең ихатаһын һәм йорт янындағы майҙанды тәртипкә килтерә ала.
👍2
Республикала 6 мәктәп карантинға ябылды

Шулай уҡ 57 мәктәптә 120 класс һәм 14 балалар баҡсаһында 20 төркөмдөң эше өлөшләтә туҡтатылды. Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, бындай ҡарар грипп һәм һалҡын тейҙереп ауырыусылар артыуы менән бәйле.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Зарина Бағышаеваның сираттағы йыйынтығы донъя күрҙе

Әсәй ҡабыҙған йондоҙ. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә йәш шағирә Зарина Бағышаеваның сираттағы йыйынтығы донъя күрҙе. Ошо уңайҙан фирма магазинында баҫманың исем туйы үтте. Кисә әҙибәнең яҡындарын, уҡытыусылары һәм нәфис әҙәбиәт һөйөнселәрҙе бергә йыйҙы.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжы ифтар үткәрҙе

Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжы Башҡортостан мосолмандары диниә назараты булышлығында ифтар үткәрҙе. Өфөнөң Коллоналлар залында йошторолған дини сарала ураҙа тотоусы мосолмандар бергә ауыҙ асты.
🥰4👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Өфө» аэропортынан пенсия алды һәм пенсия йәшендәге ҡырҡ кеше Минскиға юлланды

«Көмөш туристар» йәнә Белоруссияла. Бөгөн иртән «Өфө» аэропортынан пенсия алды һәм пенсия йәшендәге ҡырҡ кеше Минскиға юлланды. «Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге» проекты буйынса ойошторолған сәфәр бер аҙнаға иҫәпләнгән.
👍2