БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.1K photos
7.73K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында Сәйфулла Дилмөхәмәтов иҫтәлегенә арналған ҡурайсыларҙың төбәк конкурсы үтте

Илемде данлай ҡурай. Хәйбулла районында Сәйфулла Дилмөхәмәтов иҫтәлегенә арналған ҡурайсыларҙың төбәк конкурсы үтте. Башҡорт милли уйын ҡоралдарында уйнаусыларҙы йыл һайын бергә йыйған сара хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл яҙғы ташҡын ғәҙәттәгенән алда башланды

Быға тиклем апрелдә генә ҡар иреп, йылғалар асыла торғайны. Оло һыу килеүгә бәйле хәл республика етәкселегенең етди күҙәтеүендә. Халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, эҙемтәләрҙе бөтөрөү буйынса саралар күрелә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотҡарыусыларҙың һәм хәрби белгестәрҙең эш күләме ҙур булыуын билдәләп, уларға фиҙәҡәрлек һәм һөнәргә тоғролоҡ өсөн рәхмәт белдерҙе. Йылғаларҙа ғына ике тиҫтәнән ашыу шартлатыу эштәре башҡарылған. Һыу ҡамауында ҡалған райондарҙа БЮТ ижади төркөмө лә булды.
1👍1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында Алик Хисмәтуллин иҫтәлегенә өҫтәл теннисы буйынса турнир үтте

Баймаҡ районы Беренсе Этҡол мәктәбендә Чечен һуғышында һәләк булған Хәлис Усманов һәм һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Ҡаһарманлыҡ ордены» менән бүләкләнеп тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан, әммә йәшләй арабыҙҙан киткән Чечен һуғышы ветераны Алик Хисмәтуллин иҫтәлегенә өҫтәл теннисы буйынса турнир үтте. Ярышта 20 команда ҡатнашты
1👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Оло Ҡуғанаҡта яугирҙар ғаиләләре өсөн консультация көнө үтте

Стәрлетамаҡ районы Оло Ҡуғанаҡ ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм һәләк булғандарҙың ғаиләләре өсөн берҙәм консультация көнө ойошторолдо. Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башланғысында уҙған сарала медицина учреждениелары, финанс ойошмаһы вәкилдәре, психолог, социаль страховкалау фонды, Ватанды һаҡлаусылар фонды һәм Ветерандар советы белгестәре ҡатнашты.
1👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек тикшерелде

Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәренең тактикаһы һәм стратегияһы тикшерелде. «АгроКомплекс» күргәҙмәһенең тәүге көнөндә республиканың Ауыл хужалығы министрлығында Агрономия конференцияһы үтте. Унда федераль һәм төбәк ведомстволары, ауыл хужалығы йүнәлешендә эшләүсе ойошма вәкилдәре, төрлө предприятие хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Башҡорт аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәренә әҙерме һәм ниндәй ҡатмарлыҡтар бар? Был турала ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов менән әңгәмәләште.
👍61🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Каринэ Хәбирова ҡурайҙа уйнай

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә тормош иптәшенә арналған тулҡынландырғыс яҙма менән уртаҡлашты. Шулай уҡ уның ҡурайҙа уйнаған видеояҙмаһын ҡуйҙы.

«Ҡатыныма башҡорт мәҙәниәтенә һәм йолаларына булған һөйөүе өсөн рәхмәтлемен. Был минең өсөн иң ҙур бүләк», - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
👍106🔥3👏3👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ҡаршы алырға әҙер булырға тейеш

Был хаҡта Радий Хәбиров Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Төбәк башлығы билдәләүенсә, хәрбиҙәр араһында төрлө сәбәп менән ҡайтыусылар арта. Ҡасандыр демобилизация ла буласаҡ. Шуға ла яугирҙарыбыҙға реабилитация ғына түгел, консультация оҙатыуы өсөн дә бөтә шарттар әҙерләргә кәрәк тине, республика етәксеһе.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда яҙғы ташҡынға бәйле 514 мөрәжәғәт теркәлгән

Ташҡын хәүефе осоро башланғандан алып Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына халыҡтан яҙғы ташҡынға бәйле 514 мөрәжәғәт килгән. Ведомствонан белдереүҙәренсә, 7 муниципаль районда һәм 1 ҡала округында 16 йорт алды ихатаһы, 11 юл участкаһы һәм 2 күперҙе һыу баҫыу менән бәйле 16 хәл контролдә тотола.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән Санья ҡалаһына тиклем тура рейс асылды

Ҡытай Башҡортостанға яҡынайҙы. Кисә Аэрофлот авиакомпанияһы Өфөнән билдәле диңгеҙ курорттарының береһе - Санья ҡалаһына тиклем тәүге тура рейсҡа сыҡты. Уны оҙатыу сараһы баш ҡала аэропортында тантаналы рәүештә үтте.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ районы хакимиәте һәм халҡы яугир яҡташтарына ярҙам күрһәтеүен дауам итә

Стәрлетамаҡ районы хакимиәте һәм халҡы махсус хәрби операциялағы яҡташтарына ярҙам күрһәтеүен дауам итә.Былтыр 23 гуманитар ылау составында 60 тоннанан ашыу аҙыҡ-түлек, медикаменттар, ҡорамалдар, төҙөлөш материалдары, 25 берәмек техника оҙатылған.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Fashion ифтар уҙғарылды

Өфөлә Көнсығыш мәҙәниәте модаһы. Изге Рамаҙан айында баш ҡалала беренсе тапҡыр Fashion ифтар уҙғарылды. Унда республика рассам-дизайнерҙары, эшҡыуарҙар үҙ коллекцияларын тәҡдим итте. Эксклюзив тегеү сәнғәтенең кейем өлгөләре дефилеға ла сығарылды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Джошуа Ливо Континенталь хоккей лигаһының яңы тарихын яҙҙы

«Салауат Юлаев» клубы даими чемпионаттың һуңғы уйынын Астанала үткәрҙе. «Барыҫ» менән осрашыу яҡташтарыбыҙ файҙаһына 4-1 иҫәбе менән тамамланды. Шайбаларҙың береһен Джошуа Ливо индерҙе һәм ул Сергей Мозякиндың 2017 йылдағы ҡаҙанышын яҡшыртты.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта мәғариф хеҙмәткәрҙәренең «Сәләмәтлек» спартакиадаһы үтте

Хәрәкәттә - бәрәкәт. «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең «Сәләмәтлек» спартакиадаһы үтте. Унда 120-ға яҡын педагог ял көндәрен әүҙем һәм файҙалы үткәрҙе. Ярыш барышы хаҡында киләһе сюжетта.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Архангел районы Аҙау ауылы халҡына компенсация аҙна аҙағына тиклем түләп бөтөләсәк

Яҙғы ташҡындан зыян күргән Архангел районы Аҙау ауылы халҡына компенсация аҙна аҙағына тиклем түләп бөтөләсәк. Был турала Радий Хәбиров бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Хөкүмәт кәңәшмәһендә шулай уҡ экологик өмәләр, юл соҡорҙарын ремонтлау, поликлиникаларҙы төҙөкләндереү тураһында ла һүҙ барҙы.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районында тәүге тапҡыр 5 йыл элек ҡаралған инвестиция проекты тормошҡа ашырылды

Зубов ауылы янында ауыл хужалығы техникаһы өсөн агрегаттар һәм запас частар етештереү буйынса производство цехы менән бер рәттән дилерлыҡ үҙәге эшләй башлай. Бында илдең иң эре етештереүселәренең береһе махсуслаштырылған машиналар һата һәм хеҙмәтләндерә. Былар барыһы ла яңы эш урындары, төбәккә инвестиция йәлеп итеү һәм, әлбиттә, аграрийҙар өсөн уңайлы шарттар булдыра. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала айыуҙарҙың кешеләргә һөжүм итеү осраҡтары йышайҙы

Тәүге бәхетһеҙ осраҡ Баймаҡ районында һунарсылыҡ биләмәһендә теркәлгән. Зыян күреүсе үҙәк район дауаханаһына реанимацияға һалынған, хәле ауыр тип баһалана. Бөрйән районы Яңы Усман ауылында ла ирурманда тайыштабанға тап була. Айыу һөжүменән һуң, ул бер нисә тән йәрәхәте алып, дауаханаға мөрәжәғәт итә.
👍1😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында яҙыусының кабинет-музейы асылды

Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында яҙыусының кабинет-музейы асылды. Әҙиптең 100 йыллығы уңайынан шулай уҡ «V Хамматов уҡыуҙары» республика ғилми-ғәмәли конференцияһы ла үтте. Уҡыусылар яҙыусының ижади мираҫын өйрәнеп, тәҡдим ителгән темалар буйынса эҙләнеү эштәрен яҡланы. Секциялар башҡорт, рус, инглиз телдәрендә алып барылды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сибай ҡалаһының Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсете Һәм «Әссәләм» гәзите ифтар уҙғарҙы

Дөйөм ҡала ифтары Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында ойошторолдо. Ауыҙ асырға Сибайҙан ғына түгел, Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән диндарҙар килде. Берҙәмлек һәм теләктәшлек сараһында доғалар уҡылды, көнө буйы ризыҡтан тыйылып торған мосолмандар һыйланды. Ҡунаҡтарға мауыҡтырғыс викториналар үткәрелде. Ифтарҙа ҡатанашыусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн доға ҡылды.
👍31
Өфө урамдарында транспорт йөрөшөн заманса система көйләй

2027 йылға тиклем 76 детектор урынлаштырыу планлаштырыла. Улар юл сатында машиналар күләмен теркәй, хәрәкәт тығыҙлығын анализлай. Был иһә светофорҙар эшен көйләү мөмкинлеген бирә, тығындар кәмергә тейеш. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә заманса система 2022 йылдан ҡулланыла. Светофорҙар яңыртылды, Ситуация үҙәге булдырылды.
👍2
"Салауат Юлаев" Гагарин Кубогы өсөн көрәш башлай

Континенталь хоккей лиһаһында плей-офта уйнаясаҡ командалар асыҡланды. Юлаевсылар Көнсығыш конференцияла икенсе урын алды һәм плей-офтың тәүге этабында 7-се урын алған Новосибирск командаһы менән көс һынаша. Серия Өфөлә башлана. Тәүге уйындар 27 һәм 29 мартта була.
👍2