БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.1K photos
7.71K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Салауат Юлаев» һөжүмсеһе Джошуа Ливо Сергей Мозякиндың рекордын ҡабатланы

Бөгөн юлаевсылар легионеры быйылғы миҙгелдә 48-се шайбаһын индерҙе. Был гол яҡташтарыбыҙға Новосибирскиҙың «Себер» клубын еңергә ярҙам итте.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Алтын битлек» премияһы номинанты

Ул театр өлкәһендә иң мәртәбәле награда һанала. Жюри ағзалары «Иң яҡшы рәссам» номинацияһына эләккән «Аҡбуҙаттың тылсымлы күле» спектаклен ҡараны. Шулай уҡ баһалама комиссияһы театр бүлектәре менән танышып, уларҙың эшмәкәрлеге юғары кимәлдә булыуын билдәләне. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2
Башҡортостанда һыу баҫыуға бәйле 20 урында хәл тотороҡланған

Улар контролдән алынған тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Республика идаралығынан. Быйыл һыу баҫыуға бәйле 500-гә яҡын хәбәр ҡабул ителгән. Әле 21 хәл даими контролгә алынған. 15 муниципаль берәмектә 276 ихатаны, 107 йортто һыу баҫҡан. Боҙ китеүе буйынса мониторинг ойошторолған. Бөгөн Мәсәғүт ауылы янында Әй йылғаһында шартлатыу эштәре ҡаралған.
👍2
Башҡортостанда грипп һәм ОРВИ менән ауырыусылар арта

Бер нисә аҙна буйы ошондай хәл күҙәтелә тип хәбәр итәләр Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән. Һуңғы аҙнала 32 меңдән ашыу ауырыу теркәлгән, уларҙың 45 проценты - 14 йәшкәсә балалар. Сирлеләрҙең күбеһе киҙеү йоҡторған.
👍2
Өфөлә Башҡорт йәшмәһе йорто барлыҡҡа килә

Ул Совет майҙаны янында, Контроль-иҫәп палатаһының элекке биналарында урынлаша. Музей-күргәҙмәләр үҙәген Радий Хәбиров ҡараны. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, бер нисә экспозиция майҙансығында төрлө күргәҙмәләр ойоштороу мөмкинлеге була. Йәшмә бүлмәһендә паннолар ярҙамында Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте, тәбиғәте һәм иҫтәлекле урындары менән таныштырыу ҡарала. Шулай уҡ башҡорт яугирҙарына, Башҡортостанда табылған ҡиммәтле металдарға, археологик ҡомартҡыларға, республика һынлы сәнғәте һәм скульптураһына, умартасылыҡҡа бағышланған экспозициялар булдырыу ҡаралған.
👍2
Башҡортостанда ташҡын мәлендә биләмәләр һауанан күҙәтелә

Бының өсөн КА-32 вертолеты ҡулланыла. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы көндәрҙә Ағиҙел, Өршәк, Инйәр, Эҫем йылғаларында хәл анализланған. Вертолет Өфө, Иглин, Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында осҡан. Өршәк һәм Инйәр йылғаларында боҙ тығылған урындар теркәлгән.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡаланың «Дуҫлыҡ» монуметы эргәһендә боҙ тығындары күҙәтелә

Уҙған тәүлектә 112 системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә һыу баҫыу тураһында 23 хәбәр килгән. 14 муниципаль берәмектә 21 хәл контролдә тотола.
Бөгөн «Дуҫлыҡ» монуметы эргәһендә боҙ тығындары күҙәтелә. Быға бәйле һыу кимәле күтәрелә. Әлеге ваҡытта килеп тыуған проблеманы боҙҙо онтап бөтөрөргә тырышалар. Белгестәр билдәләүенсә, боҙҙоң күпер һәм торлаҡ йорттар янында тығылыуын иҫәпкә алып шартлатыу кеүек ысулдарҙы ҡулланырға ярамай.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районының ҡотҡарыу хеҙмәттәре ташҡынға әҙер

Быға район хакимиәте башлығы ла инанды.Оло һыу алдынан райондың янғын һүнлереү часында техника һәм хеҙмәткәрҙәр әҙерлеге тикшерелде.Сарала 11 ойошманан 86 вәкил ҡатнашты. Улар 36 берәмек ауыр һәм махсус техника, шулай уҡ 20 берәмектән ашыу ярҙамсы ҡорамалдарҙың техник торошо менән таныштырҙы.
👍41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Темәс ауылында Рәсәй Почтаһының яңы модуль бинаһы сафҡа инде

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһы ярҙамы менән почта бүлексәләре яңыртыла. Уға ярашлы Баймаҡ районы Темәс ауылында Рәсәй Почтаһының яңы модуль бинаһы сафҡа инде.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика район-ҡалаларында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған саралар үтә

Өфөнөң Еңеү мемориал паркы майҙанында сик буйы ғәскәрҙәренең хәрби-патриотик эстафетаһына старт бирелде. Ул ошо ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иткән ете Советтар Союзы Геройының тыуған яҡтарын иңләсәйәк. Тантана сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары һәм Вениамин Недошивин исемендәге 37-се мәктәптең кадет класы уҡыусылары ҡатнашлығында үтте.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өлкә филармонияһының Ҙур залында Мәскәүҙең «Дуслык» вокал ансамбле концерты үтте

Калининградта башҡорт моңдары. Өлкә филармонияһының Ҙур залында Мәскәүҙең «Дуслык» вокал ансамбле концерты үтте. Уникаль программала Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең халыҡ йырҙары академик эшкәртеүҙә яңғыраны. Хор коллективы башҡорт халыҡ йырҙары менән дә сығыш яһаны.
👏31👍1🤩1
Стәрлетамаҡта 51 миллион һумға аллея төҙөкләндерелә

Ленин проспекты янында биләмә тәртипкә килтерелә. Бында йүкә ағастары ултыртыла. Шахмат өҫтәле ҡуйыла, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү системаһы яңыртыла. Эштәр быйыл ноябргә тиклем тамамланырға тейеш. Аллеяны төҙөкләндереү проекты өсөн халыҡ тауыш биргән.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан парламентының 30 йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды

Башҡоростан парламентына 30 йыл. Тарихи юбилейға арналған тантаналы йыйылыш бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда үтте. Сарала төбәк парламентының төрлө саҡырылыш депутаттары, сенаторҙар, Дәүләт Думаһы депутттары, министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре ҡатнашты. Залға йыйылыусыларҙы Башҡортостан башлығы тәбрикләне. Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың Рәсәй төбәктәре араһында иң һөҙөмтәле эшләгән закондар сығарыу органы булыуын билдәләп үтте.
2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Хәүефһеҙ интернет лигаһы» директоры Екатерина Мизулина менән осрашты

Яҡтар үҫмерҙәрҙе деструктив контенттан һаҡлау, ялған мәғлүмәткә ҡаршы тороу ысулдары, шулай уҡ һанлы грамоталылыҡты арттырыу буйынса саралар тураһында фекер алышты. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ үҫмерҙәрҙең социаль селтәрҙәрҙә популярлыҡ өсөн агрессив ғәмәлдәр башҡарыуын, ҡайһы берҙә хатта экстремистик берләшмәләрҙең йоғонтоһо аҫтында ҡалыуын күрәбеҙ. Шуға ла онлайн-мөхиттә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса эште көсәйтеү мөһим.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яҙғы ташҡын: Ағиҙелдә һыу кимәле 143 сантиметрға күтәрелде

Бөгөн Өфөнөң «Дуҫлыҡ» монуметы тәңгәлендә боҙ тығылды. Ҡотҡарыусыларҙың иҫкәртеүҙәренә ҡарамаҫтан, яҙғы ташҡынды күҙәтергә яр буйына йөҙҙәрсә халыҡ йыйылды. Һыу кимәле күтәрелеүгә бәйле йылғаның өҫкө өлөшөндә урынлашҡан йорттарға хәүеф янай. Өҫтәүенә, белгестәр боҙҙоң күпер һәм торлаҡ йорттар янында тығылыуын иҫәпкә алып шартлатыу эшен башҡармаҫҡа ҡарар итте.
😱3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» полкы батальоны фронттың ауыр урынында алыша

Ҡуйылған бурыстар теүәл үтәлә. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге 2-се мотоуҡсылар батальоны яугирҙары махсус хәрби операцияның Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә, фронттың иң ауыр урындары өсөн яуаплы.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Өҫтөнлөк – 2030»: Башҡортостан университеттары фәнде яңы кимәлгә күтәрә

Фәнни асыштарға яңы мөмкинлектәр. Өфө фән һәм технологиялар, Өфө дәүләт нефть техник университеттары уҡыу-уҡытыу программалары менән бергә, илдең иҡтисади ойошмалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара. Юғары уҡыу йорто базаларында махсус майҙансыҡтар асыуға ла өлгәшә. «Өҫтөнлөк - 2030» федераль проектында ҡатнашыу университеттарҙың даирәләрен тағы ла киңәйтер тип көтөлә.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һөт кухняһы: сифатлы продукция һәм социаль ярҙам

2019 йылдан алып республикала йәшәгән 100 меңдән ашыу кеше «Һөт кухняһы» продукцияһы менән бушлай тәьмин ителгән. Быйыл ярҙам алыусылар исемлеге махсус хәрби операция ветерандары ғаиләләре иҫәбенә тағы ла мең ярымға тулылана. Төбәктә һөт ризыҡтарын таратыу буйынса 132 пункт булдырылған. Халыҡ һорауы буйынса уларҙың бер өлөшө сауҙа үҙәктәре, дарыухана, поликлиникаларҙа ойошторолған, шулай уҡ райондарҙа мобиль таратыу пункттары ла уңышлы эшләй.
👍51
Башҡортостандың кредит рейтингы юғары баһаланды

"Эксперт РА" уны тотороҡло фараз менән АА+ тип билдәләне. Агентлыҡ мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостанда иҡтисади үҫеш күҙәтелә, инвестиция шарттары яҡшыра, хеҙмәт баҙарында хәл тотороҡло. Башҡортостан илдә нефть табыусы төбәктәрҙең береһе, химия сәнәғәте һәм машина төҙөлөшө үҙәге һанала. АА+ - ул финанс тотороҡлоҡ һәм ышаныслылыҡ күрһәткесе тип баһалана.
1
Башҡортостанда киләһе айҙа яҙғы һунар итеү миҙгеле башлана

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан белдереүҙәренсә 11 апрелдән ҡыр ҡаҙҙары һәм өйрәктәрҙе һуйыр һәм ҡор атыу рөхсәт ителә. Бының менән бергә браконьерҙарҙы асыҡлауға йүнәлтелгән рейдтар үтә. Һунарсыларға ғаризаларҙы 24 марттан тапшырырға була. Республикала 81 меңдән ашыу һунарсы иҫәпләнә.
1