БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.1K photos
7.71K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан парламентына 30 йыл

Башҡортостан парламентына 30 йыл. Тарихи дата айҡанлы бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда ғилми-ғәмәли конференция үтте. Сарала төбәк парламентаризмының үҫеш юлы, эш тәжрибәһе һәм киләсәккә пландары ҡаралды.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда яҙғы ташҡындан зыян күреүселәргә аҡсалата компенсация түләнәсәк

Төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡарарына ярашлы, торлаҡ мөлкәтен, мал-тыуарын юғалтыусыларға республика ярҙамы ҡаралған. Республикала оло һыу фаразланған ваҡыттан ике аҙнаға иртәрәк килде. Урындағы халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә төбәктә бөтә ведомстволар әҙерләнгән.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың дүрт юғары уҡыу йорто «Өҫтөнлөк - 2030» федераль программаһына инде

Был турала бөгөн Республиканың Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе беҙҙең телеканалға биргән интервьюһында һөйләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Башҡорт дәүләт медицина, аграр, нефть техник, шулай уҡ Өфө фән һәм технологиялар университеттары Мәскәүҙә «Өҫтөнлөк - 2030» проекты буйынса үҫеш программаларын яҡланы. Осрашыу 101 юғары уҡыу йорто араһында үткән.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда туберкулезға ҡаршы көрәш дауам итә

Туберкулезға ҡаршы көрәш. Республикала 2001 йылдан алып мәкерле сир менән ауырыусыларҙың түбәнәйеүе күҙәтелә. Былтыр Башҡортостанда бер меңдән ашыу кешелә туберкулез асыҡланған. Был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ. Тик балалар һәм үҫмерҙәр араһында сирлеләр артыуы күҙәтелгән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика йәштәре ифтар үткәрҙе

«Торатау» конгресс- холында 200- ҙән ашыу кеше йыйылды. Дини сара Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте министрлығы булышлығында уҙғарылды. Ул махсус хәрби операция хәрбиҙәренә ярҙам йөҙөнән ойошторолдо.
3👍2👎2
"Толпар" киләһе миҙгелдә "Алтын" дивизионда сығыш яһай

Өфө командаһы йәштәр хоккей лигаһында даими беренселектә көнсығыш конференцияла "Көмөш" дивизионда еңеү яуланы. Шулай уҡ йәш юлаевсыларҙың плей-ин раундында дәғүәсеһе билдәле. Өфө хоккейсылары плей-офта ҡатнашыу өсөн быйыл "Алтын" дивизионда 8-се урын алған "Кузнецк айыуҙары" менән көс һынаша. Тәүге уйын 25 мартта Өфөлә була.
👍21
Республикала китап сығарыусылар өсөн конкурс иғлан ителде

“Урал батыр ерендә йыл китабы" ярышының положениеһын “Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм “Китап” нәшриәте төҙөгән. Ойоштороусылар иң яҡшы авторҙарҙы табыу, әҙәбиәт өлгөләрен танытыу, Башҡортостандың ыңғай имиджын булдырыу маҡсатын ҡуя. Иң яҡшы баҫмалар 7 номинация буйынса асыҡлана. Еңеүселәр “Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһе барышында бүләкләнә. Уларға иҫтәлекле бүләктәр һәм диплом тапшырыла. Ҡатнашыусыларҙан заявкалар 10 майға тиклем ҡабул ителә.
2
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағына алты йылда 29 миллиард һум йүнәлтелгән

Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә үткән кәңәшмәлә шәхси инвестиция йәлеп итеү мәсьәләһе ҡаралды. Унда республика башҡарма власть органдарына муниципаль берәмектәр менән һөҙөтмәле эш алып барырға ҡушылды. Республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә тәүге концессия килешеүе 2008 йылда төҙөлгән. Бөгөн Башҡортостанда 4 миллиард һумға 23 килешеү тормошҡа ашырыла.
2
Башҡортостанда бер тәүлектә 112 системаһына һыу баҫыуға бәйле 21 хәбәр килгән

12 муниципаль берәмектә 17 хәл контролгә алынған. Һыу баҫҡан биләмәләр бар. Һуңғы тәүлектә Йүрүҙән йылғаһы ныҡ күтәрелгән. Салауат районы Сулпан ауылы янында һыу 214 сантиметрға артҡан. Өфө янында Ағиҙел кимәле 88 сантиметрға күтәрелгән, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Инйәр йылғаһында боҙ шартлатыу эштәре алып барыла. Архангел районында оператив штаб эшен дауам итә.
2
Быйыл йылғалар ғәҙәттәгенән иртәрәк ташты

Башҡортостанда ташҡындың беренсе тулҡыны алдан фаразланғандан ике аҙнаға иртәрәк башланды. Был турала премьер-министр Андрей Назаров хәбәр итте. -Ғәҙәттә апрелдә генә ҡар ныҡлап ирей ине. Бөгөн 11 районда хәл контролгә алынған. Белгестәр һәм ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә эшләй. Төп маҡсат - халыҡты һәм биләмәләрҙе һаҡлау, бөтә хәүефһеҙлек сараларын күреү, - тине ул.
😱2
Бөгөндән Өфөлә "Бурыслы" операцияһы уҙғарыла

Ул 27 мартҡа тиклем дауам итә, тип хәбәр итәләр ҡала автоинспекцияһынан. Суд приставтары, һалым хеҙмәткәрҙәре, автоинспекторҙар машиналарҙы туҡтатып водителдәрҙең штраф һәм һалым буйынса түләнмәгән штрафтарын асыҡлай. Ҙур сумма тейеш булыусыларҙың транспорты ла тартып алыныуы мөмкин.
👍21
Силәбелә легендар башҡорт балеринаһы тураһында китап баҫылды

Эмма Тимерғазина тураһында баҫманың авторы - яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Мөнирә Хәлимова. Китапта балеринаның тормошо һәм ижады тураһында мәғлүмәттәр бирелгән, фотоһүрәттәр күрһәтелгән. Башҡортостандың халыҡ артисы Эмма Тимерғазинаға быйыл 87 йәш тулды.
2
Гөлсимә Иштанованы ихлас ҡотлайбыҙ!

БСТ каналының «Телеүҙәк» һәм башҡа бик күп программалар алып барыусыһы БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 30 йыллығына арналған журналистар конкурсында «Телевидение һәм радио» номинацияһында 1-се урын яуланы.

Награданы һәм бүләктәрҙе парламент рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.
6🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда һыу баҫыу сәбәпле ғәҙәттән тыш хәлдәргә ҡаршы саралар күрелә

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда 112 системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә һыу баҫыу тураһында 21 хәбәр килгән.
Архангел, Белорет, Благовар һәм Кушнаренко райондарында йорт алды участкалары һыу эсендә ҡалған. Әлшәй, Архангел, Ауырғазы, Белорет, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Салауат һәм Саҡмағош райондарында төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге 9 автомобиль юлы участкаһын һыу баҫҡан.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йомағужа һыуһаҡлағысында аварияға ҡаршы күнекмәләр үтте

Яҙғы ташҡынды үткәреүгә әҙер. Йомағужа һыуһаҡлағысында аварияға ҡаршы күнекмәләр үтте. Сценарий буйынса, һыу кимәле тиҙ күтәрелә башлай, ә һыу ағыҙыу ҡоролмаһын күтәреүсе кран сафтан сыға.
2👍1
Башҡортостан Мароккоға ҙур партия мал аҙығы оҙатты

Көйөргәҙе районының “Маяҡ” май һыҡтырыу заводында етештерелгән продукция лаборатор тикшеренеү уҙған, барлыҡ экспорт талаптарына тап килә. Тимер юлы менән йөктәр Африка дәүләттәренә, Иран, Һиндостан, Яҡын Көнсығыш илдәренә даими оҙатыласаҡ,тип белдерәләр Рәсәй ауыл хужалығы күҙәтеү хеҙмәтенең республика буйынса идаралығынан.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан «Беренсе тирмә» төбәк проекты буйынса унынсы ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө Донбасҡа юлланды

Ҡатын-ҡыҙҙар отряды Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары госпиталдәрендә яралы яугирҙарҙы ҡараясаҡ. Ирекмәндәр араһында төрлө һөнәр эйәләре. Махсус хәрби операцияла яҡындары һәләк булғандар ҙа бар. Уларҙы бер маҡсат берләштерә- яугир яҡташтарыбыҙға Башҡортостан сәләмен, күңел йылыһын, күстәнәстәрен еткереү, яралылырға төҙәлергә ярҙам итеү.
👍21
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Сәләмәт бала саҡ» проекты табиптары һәм ирекмәндәре бүләкләнде

Республика балалар клиник дауаханаһында «Сәләмәт бала саҡ» проекты ирекмәндәре һәм табиптары бүләкләнде. Былтыр йәй ғәмәлгә ашырыла башлаған проекттың маҡсаты- пациенттарға дауаланыуҙа уңайлы шарттар булдырыу.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районында Таһир Кусимов исемен йөрөткән гимназияла патриотик семинар үтте

Быуындар күсәгилешлеген һаҡлау, балаларҙа тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү. Әбйәлил районында Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов исемен йөрөткән гимназияла патриотик семинар үтте. Унда белем усаҡтарында эшләгән балалар хәрәкәттәренә һәм уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләү һорауҙары ҡаралды.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәгән Хәйбулла районы яҡташтар ойошмаһы вәкилдәре ифтар мәжлесе ойоштороҙо

Изге ғәмәлдәр айында « Йомарт Рамаҙан» хәйриә проекты. Өфөлә йәшәгән Хәйбулла районы яҡташтар ойошмаһы вәкилдәре тыуған ерҙәрендә эшҡыуарҙар ярҙамы менән ифтар мәжлесе ойоштороҙо. Аҡъяр ауылы йәмиғ мәсетендә уҙған сара хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
3