БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.1K photos
7.7K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Быйыл ташҡын иртәрәк башланды

Был турала федераль кәңәшмәлә Рәсәй премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Патрушев белдерҙе. Әле ил буйынса хәл тотороҡло. Март аҙағында Рәсәйҙең көнбайыш өлөшөндә һәм Көньяҡ Урал төбәктәрендә ташҡын көслө булыуы ихтимал, тине ул. Видеокәңәшмәлә Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Башҡортостанда ташҡынды имен үткәреү өсөн саралар күрелә. Йылғаларҙа боҙ шартлатыла, эвакуация урындары әҙерләнгән, даими мониторинг алып барыла.
👍2
Башҡортостанда Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 135 йыл тулыу билдәләнә

Радий Хәбировтың ошо турала указы бар. Документҡа ярашлы, юбилей сараларында "Ҡыҙыл паша"ның СССР һәм яҡын көнсығыш, көнбайыш азия дәүләттәре араһында дипломатик мөнәсәбәттәрен урынлаштырыу һәм үҫтереүгә индергән өлөшөн күрһәтеүгә ҙур иғтибар була. Бишбүләк районы Дүсән ауылында тыуған Кәрим Хәкимов Совет иленең ғәрәп илдәрендәге тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле була.
👍3
Башҡортостан прокуратураһында ташҡын буйынса ҡыҙыу элемтә булдырылды

Һыу баҫыуҙан зыян күреүселәр хоҡуҡтары боҙолоуы тураһында хәбәр итә ала. 8-917-431-00-52 һандарына шылтыратырға була. Шулай уҡ ҡала һәм район прокурорҙары граждандарҙы ҡабул итеүҙе ойоштора, тип хәбәр итәләр ведомствонан. Башҡортостанда тағы бер ҡыҙыу линия эшләй.Архангел районында ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле ҡыҙыу элемтә булдырылды. Уның һандары - 8-347-248-12-84. Тәүлек әйләнәһенә шылтыратырға мөмкин. Халыҡты эвакуациялау, ваҡытлыса урынлашыу, психологик ярҙам буйынса һорауҙарға яуап алырға була.
👍2
Башҡортостанда бер тәүлектә һыу баҫыу тураһында 69 хәбәр ҡабул ителгән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов социаль селтәрҙә яҙыуынса, йылғаларҙа боҙ китә. Әле 11 муниципаль берәмектә 20 хәл контролгә алынған. Архангел, Белорет, Благовар һәм Ғафури райондарында 99 йорт яны биләмәһе һыу эсендә ҡалған. Тиҫтәгә яҡын районда юлдарҙы һыу баҫҡан. Тәүлек эсендә Бишбүләк районы Дүсән ауылы янында Дим йылғаһының 91 сантиметрға күтәрелеүе теркәлгән. Өфө янында Ағиҙел 81 сантиметрға артҡан. Иглин районында Ләмәҙ йылғаһы бер тәүлектә +125 сантиметрға күтәрелгән. Бөгөн төндә Инйәр йылғаһы ташыу арҡаһында Архангел районының Аҙау ауылын һыу баҫты. Урында оператив штаб булдырылды, ҡотҡарыусылар эшләй. Халыҡ хәүефһеҙ урынға күсерелде.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы һыу баҫҡан урындарҙың етди контролгә алыныуын белдерҙе

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә Архангел районының Аҙау ауылында һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөү барышын яҙып сыҡты. Әле эвакуацияланған ауыл халҡы менән психологтар һәм социаль хеҙмәткәрҙәр эшләй. Архангел районынан тыш, Белорет, Благовар, Ғафури райондарында йорт ихаталары, 12 юл участкаһы һәм ике күпер һыу аҫтында ҡала. Яҙғы ташҡын менән бәйле барлыҡ хәл-ваҡиғалар контролдә тотола. Һыу баҫыу хәүефе янаған осраҡта 112 берҙәм телефон һандарына шылтыратығыҙ, тигән төбәк башлығы.
1👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Инйәр йылғаһы ташыуы сәбәпле Архангел районының Аҙау ауылында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

Инйәр йылғаһы ташыуы сәбәпле Архангел районының Аҙау ауылында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Төндә ҡотҡарыусылар 103 кешене, шул иҫәптән 20 баланы эвакуациялаған. 80 кеше ваҡытлыса йәшәү пунктына урынлаштырылған. Әле улар йылы аш һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән. Ташҡын урынында 90 кеше һәм 39 берәмек техника эшләй. Әле пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында һыу күтәрелеүен сикләү юлдары ҡарала.
1👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яҙғы ташҡындың быйыл былтырғыға ҡарағанда бер ай алдан килеүе күҙәтелә

Белгестәр билдәләүенсә, Оло һыуҙың иртә ҡуҙғалыуына Башҡортостан биләмәләрендә һауа температураһының ҡапыл йылытыуы һәм бер-нисә көн дауамында яуған ямғырҙар сәбәпсе. Ташҡын һөҙөмтәһендә республиканың таулы төбәктәренән тыш, Күгәрсен районында ла йылғалар ташып ярҙарынан сыҡҡан.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда студенттар отрядтары ағзаларын 9 меңгә тиклем еткереү бурысы ҡуйылған

Хәрәкәтте үҫтереү буйынса өҫтәмә саралар күрелә. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән ведомство-ара координация советы ултырышында билдәләнде. Оператив штаб ҡарарына ярашлы, предприятие һәм ойошмалар менән берлектә 43 хеҙмәт проектын тормошҡа ашырыу ҡаралған. Йәштәр өсөн мең ярымдан ашыу вакансия булаcаҡ.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан парламентына 30 йыл

Тарихи дата айҡанлы бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда ғилми-ғәмәли конференция үтте. Сарала төбәк парламентаризмының үҫеш юлы, эш тәжрибәһе һәм киләсәккә пландары ҡаралды.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Өфө динамик» командаһы «Транспорт инженерҙары» конкурсынан ҙур еңеү менән ҡайтты

«Башҡортостан Кванториумы» балалар технопаркында шөғөлләнгән «Өфө динамик» командаһы «Транспорт инженерҙары» Бөтә Рәсәй балалар инженер уйлап табыуҙары конкурсынан ҙур еңеү менән ҡайтты.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сибайҙа Сәфәрғәле Йәнтүриндың «Татлы байҙан башланған юл» исемле китабының исем туйы үтте

Сибай институтында ғалим, биология фәндәре докторы, профессор Сәфәрғәле Йәнтүриндың «Татлы байҙан башланған юл» исемле китабының исем туйы үтте. Сара ғалимдың 80 йәшлек юбилейы уңайынан ойошторолдо. Юбилярҙы ҡотларға уҡытыусылар, студенттар, үткән йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары, дуҫтары йыйылды.
3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда студенттар отрядын 9 меңгә еткереү бурысы ҡуйылған

Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда студенттар отрядын ағзаларын 9 меңгә тиклем еткереү бурысы ҡуйылған. Хәрәкәтте үҫтереү буйынса өҫтәмә саралар күрелә. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән ведомство-ара координация советының тәүге ултырышында билдәләнде. Оператив штаб ҡарарына ярашлы, предприятие һәм ойошмалар менән берлектә 43 хеҙмәт проектын тормошҡа ашырыу ҡаралған.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров милләт-ара бәйләнештәр буйынса совет ултырышын уҙғарҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров милләт-ара бәйләнештәр буйынса совет ултырышын уҙғарҙы. Эшлекле осрашыу махсус хәрби операция шарттарында мәғлүмәт һәм милләт, конфессия-ара тотороҡлоҡҡа янаған хәүефтәргә арналды. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа совет идара итеү командаһы, ғалимдар, дини эшмәкәрҙәр һәм төрлө өлкә белгестәре өсөн асыҡ диалог майҙансығына әйләнде.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Хөкүмәтендә казактар ойошмалары буйынса координация советы ултырышы үтте

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә казактар ойошмалары буйынса координация советы ултырышы үтте. Уны Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев алып барҙы.
Әлеге ваҡытта республикала тиҫтәнән ашыу казактар ойошмаһы иҫәпләнә, уларҙа 300-ләп кеше ағза булып тора. Башҡортостан казактарының тарихы Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалынған осорға барып тоташа, 2024 йылда улар үҙәренең 450 йыллығын билдәләгән.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан парламентына 30 йыл

Башҡортостан парламентына 30 йыл. Тарихи дата айҡанлы бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда ғилми-ғәмәли конференция үтте. Сарала төбәк парламентаризмының үҫеш юлы, эш тәжрибәһе һәм киләсәккә пландары ҡаралды.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда яҙғы ташҡындан зыян күреүселәргә аҡсалата компенсация түләнәсәк

Төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡарарына ярашлы, торлаҡ мөлкәтен, мал-тыуарын юғалтыусыларға республика ярҙамы ҡаралған. Республикала оло һыу фаразланған ваҡыттан ике аҙнаға иртәрәк килде. Урындағы халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә төбәктә бөтә ведомстволар әҙерләнгән.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың дүрт юғары уҡыу йорто «Өҫтөнлөк - 2030» федераль программаһына инде

Был турала бөгөн Республиканың Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе беҙҙең телеканалға биргән интервьюһында һөйләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Башҡорт дәүләт медицина, аграр, нефть техник, шулай уҡ Өфө фән һәм технологиялар университеттары Мәскәүҙә «Өҫтөнлөк - 2030» проекты буйынса үҫеш программаларын яҡланы. Осрашыу 101 юғары уҡыу йорто араһында үткән.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда туберкулезға ҡаршы көрәш дауам итә

Туберкулезға ҡаршы көрәш. Республикала 2001 йылдан алып мәкерле сир менән ауырыусыларҙың түбәнәйеүе күҙәтелә. Былтыр Башҡортостанда бер меңдән ашыу кешелә туберкулез асыҡланған. Был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ. Тик балалар һәм үҫмерҙәр араһында сирлеләр артыуы күҙәтелгән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика йәштәре ифтар үткәрҙе

«Торатау» конгресс- холында 200- ҙән ашыу кеше йыйылды. Дини сара Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте министрлығы булышлығында уҙғарылды. Ул махсус хәрби операция хәрбиҙәренә ярҙам йөҙөнән ойошторолдо.
3👍2👎2
"Толпар" киләһе миҙгелдә "Алтын" дивизионда сығыш яһай

Өфө командаһы йәштәр хоккей лигаһында даими беренселектә көнсығыш конференцияла "Көмөш" дивизионда еңеү яуланы. Шулай уҡ йәш юлаевсыларҙың плей-ин раундында дәғүәсеһе билдәле. Өфө хоккейсылары плей-офта ҡатнашыу өсөн быйыл "Алтын" дивизионда 8-се урын алған "Кузнецк айыуҙары" менән көс һынаша. Тәүге уйын 25 мартта Өфөлә була.
👍21