Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Һөйләүсе ҡала» системаһының презентацияһы үтте
Йәмәғәт транспортында яңы мөмкинлектәр. Бөгөн Өфөлә Салауат Юлаев исемендәге майҙанда «Һөйләүсе ҡала» тип исемләнгән радиомәғлүмәт һәм тауыш ориентерлашыу системаһының презентацияһы үтте. Уның менән әлегә 110-сы маршруттың 15 пассажир автобусы йыһазландырылған.

❤2
Республикала 300-ҙән ашыу ваҡытлыса йәшәү пункты әҙерләнгән
Унда һыу баҫыу ихтималлығы булған биләмәләрҙә йәшәүселәрҙе күсереү ҡарала. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов ошо турала белдерҙе. Ваҡытлыса йәшәү пункттарына 45 мең кешене урынлаштырырға мөмкин. Быйыл республикала 44 хакимиәттә 300-ҙән ашыу ауылдың ташҡындан зыян күреүе фаразлана. “Йылғаларҙа боҙ тығылыу хәүефе булған урындарҙа шартлатыу эше алып барыла. Боҙ киҫелә һәм ҡарайтыла”- тип белдерҙе Кирил Первов.

👍3
Республикала апрелдең икенсе яртыһында яҙғы баҫыу эштәренә старт биреү ҡарала
Ауыл хужалығы министрлығынан ошо турала белдерәләр. Предприятие һәм хужалыҡтар кампанияға әҙерләнә. Уны уңышлы үткәреү өсөн льготалы кредит алырға ниәтләй. Ведомство етәксеһе Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, яҙғы сәсеүҙе уҙғарыу өсөн 30 миллиард һум аҡса кәрәк. Әле Федераль бюджет Башҡортостан агросәнәғәт комплексына 8 миллиард һумлыҡ 100-ҙән ашыу заявканы хупланған.

Журналист Иршат Теләүембәтов арабыҙҙан китеп барҙы
Ул оҙаҡ йылдар «Шоңҡар» республика журналын етәкләне. Йәштәр баҫмаһын иң күләмле тираж менән сыҡҡан осорҙа ең һыҙғанып эшләне, үҙен яҡшы, талапсан етәксе, талантлы журналист итеп күрһәтте. Һуңғы йылдарҙа сирләү сәбәпле, тыуған яғын - Бөрйән районында йәшәне.
Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

😢8
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың өс алдынғы юғары уҡыу йорто «Өҫтөнлөк - 2030» проектын яҡланы
Бөгөн Башҡортостандың алдынғы өс юғары уҡыу йорто «Өҫтөнлөк - 2030» проекты сиктәрендә Мәскәүҙә үҙҙәренең үҫеш программаларын яҡланы. Рәсәй фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков рәйеселегендә уҙған ултырышта Радий Хәбиров ҡатнашты.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
15 март - Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө
Бөгөн - Бөтә донъя Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау көнө. Быйыл халыҡ-ара дата «Тотороҡло тормош рәүешенә күсеү» девизы аҫтында үтә. Был продукттарҙы аңлы файҙаланыу һәм тирә-яҡҡа зыян кимәлен кәметеү тигәнде аңлата. Рәсәйҙә Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлауҙы ошондай уҡ исемле закон тәьмин итә. Был тәртип нисек эшләй һәм зыян күргән файҙаланыусы ниндәй яҡлауға дәғүә итә? Киләһе яҙмала.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин 75 йәшен билдәләй
Бөгөн яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншинға - 75 йәш! Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо» рубрикаһының сираттағы сығарылышын юбилярға бағышланы.
Бөгөн яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншинға - 75 йәш! Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо» рубрикаһының сираттағы сығарылышын юбилярға бағышланы.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Матбуғат йортонда Бөйөк Ватан һуғышында юғалғандарҙы эҙләү буйынса акция үтте
Батырҙар эҙһеҙ юғалмай. Матбуғат йортонда Бөйөк Ватан һуғышында юғалғандарҙы эҙләү буйынса акция үтте. «Ватандаш» журналының баш мөхәррире, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Рәшиҙә Мәһәҙиева хәбәрһеҙ юғалған яу ҡаһармандарын эҙләү буйынса тәүге акцияны 2023 йылда ойоштора. Проект халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, ә иң мөһиме туғандары йылдар дауамында эҙләгән атай-олатайҙарының яҙмышын асыҡлай.

Мәмбәт ауылында тарихи хәтерҙе һаҡлау буйынса тамаша күрһәтелде
Тарихын белмәгән-киләсәкһеҙ. Хәйбулла районы Мәмбәт ауылы китапханаһы хеҙмәткәрҙәре «Йәш быуын белһен һәм хәтерләһен» исемле район конкурсы барышында «Олатайым котелогы» тип аталған театрлаштырылған тамаша күрһәтте. Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ҡәҙим Аралбаев, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Исламетдин Мәмбәтов һәм киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында уҙған сара хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

👍3❤1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан үҙәкләштереп оҙатылған 145-се гуманитар ылау Донбасҡа барып етте
Уны республиканың исемле батальондары, «Башҡортостан» полкы һәм мобилизацияланған яугирҙар ҡаршы алды. Тыуған яҡтан һалдаттарға юғары үтемле автомобилдәр, төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙатылды. Йөк автомобилдәре уларҙы яугирҙар хеҙмәт иткән хәрби частәрҙең дислокацияһына тиклем алып барып етте. Ылауҙы республика хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов оҙатып барҙы.

Өфөлә «Ҡурай даны» телепремияһы еңеүселәрен бүләкләнеләр
Республиканың төп сәхнәһе «Башҡортостан» дәләт концерт залында «Ҡурай даны» милли телевизон премияһына лайыҡ булыусыларҙы бүләкләү тантанаһы һөнәрендә уңышҡа өлгәшкән, халыҡ йолаларын һәм кәсептәрен, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүсе таң ҡалырлыҡ оҫталарҙы, татыу ғаиләләрҙы,шәфҡәт туташтарын, ер кешеләрен данлаған сағыу сара хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

👍6🥰1
Өфөлә яҙғы өмәләр ваҡыты аныҡланды
Ҡала хакимиәте ҡарарына ярашлы, биләмәләрҙе тәртипкә килтереү буйынса эштәр 7 апрелдә башлана һәм июнгә тиклем дауам итә. Дөйөм өмәләр 12 һәм 26 апрелдә була. Санитар айлыҡ барышында биләмәләр таҙартыла, ағас ултыртыла, һыу буйҙары тәртипкә килтерелә. Өмәләр көҙөн дә була. Улар 13 һәм 27 сентябргә тәғәйенләнгән.

Башҡортостан туңдырмаһы Ҡаҙағстанға һатыла
Республика сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров белдереүенсә, бер йылда экспорт күләме артҡан. Беҙҙең етештереүселәр бизнесын үҫтереүҙе дауам итә. Продукция сифатына иғтибар арта. Был баҙарҙа биләгән урынды нығытырға булышлыҡ итә, тине ул. Әле Башҡортостан туңдырмаһы шулай уҡ Рәсәйҙең 40 төбәгендә һатыла.

Өфөлә күл уртаһында торған баланы ҡотҡарғандар
Өфө районының Михайловка ауылында ҡотҡарыусылар Ольховое күле уртаһында торған 10 йәшлек малайҙы ҡотҡарған. Асыҡланыуынса, ул эте артынан күлгә төшкән һәм уртаға тиклем йоҡа боҙ буйлап барған.
Боҙҙоң бер киҫәге ярылып, малай күлдең уртаһында ҡалған. Ҡотҡарыусылар уны ашығыс ярҙам табиптары ҡулына тапшырған.

😱6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда коммуналь инфраструктураны яңыртыуға 9 миллиард һум йүнәлтелде
Һуңғы өс йылда республика ярҙамы менән коммуналь объекттарҙы яңыртыуға 9 миллиард һум инвестициялар һалынған. Бүленгән сумма иҫәбенә 20 ҡаҙанлыҡ һәм 50 километрҙан ашыу йылылыҡ селтәрҙәре төҙөлгән. Төбәк инфраструктура объекттарын төҙөү һәм яңыртыу мәсьәләләре Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте»ндә тикшерелде.

👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы юл соҡорҙарын ямау һәм биләмәләрҙе таҙартыу бурысын ҡуйҙы
Экологик өмә ойоштороу, юл соҡорҙарын ямау, балаларҙың йәйге ялын ойоштороу. Башҡортостан башлығы рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә ошо һәм башҡа көнүҙәк темалар тикшерелде. Радий Хәбиров муниципаль берәмек етәкселәренә биләмәләрҙе тиҙ арала таҙартыу бурысын ҡуйҙы
Экологик өмә ойоштороу, юл соҡорҙарын ямау, балаларҙың йәйге ялын ойоштороу. Башҡортостан башлығы рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә ошо һәм башҡа көнүҙәк темалар тикшерелде. Радий Хәбиров муниципаль берәмек етәкселәренә биләмәләрҙе тиҙ арала таҙартыу бурысын ҡуйҙы
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Альбина Ҡасимханова Башҡортостан башлығының кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде
Коллегабыҙ - «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы генераль директоры кәңәшсеһе, «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды идараһы рәйесе Альбина Ҡасимханова Башҡортостан башлығының социаль сәйәсәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде.

👏4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров яҙғы ташҡынға бәйле хәлде етди күҙәтеүгә алырға ҡушты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙғы ташҡынға бәйле хәлде етди күҙәтеүгә алырға ҡушты. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 112 системаһына ҡар һыуы йыйылыуға һәм юл участкаларын йыуыуға бәйле 300-гә яҡын мөрәжәғәт килгән. Уларҙың күп өлөшө Өфө ҡалаһы һәм районынан.

👍5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин Башҡортостан яугирҙарының ҡаһарманлығын юғары баһаланы
Рәсәй Ҡораллы көстәренең юғары баш командующийы Владимир Путин Башҡортостан яугирҙарының ҡаһарманлығын юғары баһаланы. Ул Курск өлкәһендә илдең Ҡораллы көстәре төркөмө менән идара итеү пункттарының береһендә кәңәшмә үткәрҙе.

👍5👎1