Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт аракдемия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Кремль һарайында сығыш яһаны
Концерт күренештәре менән социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уртаҡлашҡан. Илебеҙҙең төп майҙанында ғәскәровсылар «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһын тәҡдим иткән.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 21-се ҡала дауаханаһында капиталь ремонттан һуң яңыртылған хирургия бүлеге асылды
Бүлектә операция үткәргән пациенттар өсөн заманса уңайлыҡтар булдырылған. Хәҙер шәфҡәт туташын саҡырыу өсөн палатанан ҡысҡырырға кәрәкмәй. Марат Ғәлләмов хирургия бүлегендә бер айҙан ашыу. Тәүҙә иҫке корпуста ятҡан пациент яңыртылған бүлеккә күсерелгән.
Бүлектә операция үткәргән пациенттар өсөн заманса уңайлыҡтар булдырылған. Хәҙер шәфҡәт туташын саҡырыу өсөн палатанан ҡысҡырырға кәрәкмәй. Марат Ғәлләмов хирургия бүлегендә бер айҙан ашыу. Тәүҙә иҫке корпуста ятҡан пациент яңыртылған бүлеккә күсерелгән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға сираттағы гуманитар ылау тупланған
Урындағы ауыл хужалығы предприятиелары, фермерҙар ат һәм һыйыр ите менән ярҙам итһә, Зөфәр хәҙрәт биш һарыҡ түшкәһе тапшырған. Шулай уҡ тауыҡ ите менән тәьмин итеүселәр ҙә булған. Продукцияны транспортта алып барыу өсөн 8 туңдырғыс камера әҙерләнгән.
Урындағы ауыл хужалығы предприятиелары, фермерҙар ат һәм һыйыр ите менән ярҙам итһә, Зөфәр хәҙрәт биш һарыҡ түшкәһе тапшырған. Шулай уҡ тауыҡ ите менән тәьмин итеүселәр ҙә булған. Продукцияны транспортта алып барыу өсөн 8 туңдырғыс камера әҙерләнгән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районы Исмәғил ауылында тыл ветерандарына юбилей миҙалдары тапшырылды
Ауырғазы районы Исмәғил ауылында тыл ветерандарына Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған юбилей миҙалдары тапшырылды. Өлкән йәштәгеләрҙе Дәүләт думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, район һәм ауыл хакимиәте етәкселеге тәбрикләне.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районы Дүртөйлө ауылы мәктәбендә Герой партаһы асылды
Быуындарҙы бәйләүсе көс, батырлыҡ, фиҙаҡәрлек, яуаплылыҡ. өлгөһө. Шаран районы Дүртөйлө ауылы мәктәбендә Герой партаһы асылды.
Махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы уңайынан ойошторолған тантанала Дан ордендарының тулы кавалеры Сәлих Ғиздәт улы Сабитов менән Дүртөйлө ауыл биләмәһенән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың исеме мәңгеләштерелде.

👍3🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан төбәк лизинг компанияһы 2025 йылда партнерлыҡ финанслау программаһын яңыртты
«Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә Башҡортостан төбәк лизинг компанияһы 2025 йылда партнерлыҡ финанслау программаһын яңыртты. «Иджара» проекты буйынса сираттағы килешеү төҙөлгән. Күгәрсен районынан эшҡыуар Илшат Диникәевҡа яңы фургон һатып алыу өсөн 3 миллион 331 мең һум күләмендә лизинг ярҙамы күрһәтелгән.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Мәскәүҙә Михаил Мурашко менән осрашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән осрашып, тармаҡҡа бәйле мөһим мәсьәләләр буйынса фекер алышты.
Шул иҫәптән әңгәмә барышында Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын яңыртыу буйынса яңы программаға тәү сиратта инеүсе объекттар ҙа барланған.

Благовещен ҡалаһында яңы балалар поликлиникаһы төҙөлөшө дауам итә
Сәләмәт киләсәк өсөн. Благовещен ҡалаһында яңы балалар поликлиникаһы төҙөлөшө дауам итә. Йыл аҙағына ике ҡатлы бинала малай-ҡыҙҙарҙы ҡабул итеү, дауалау, диагностика алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыласаҡ. Әле балалар өлкән пациенттар менән дөйөм поликлиникала ҡабул ителә. Урындағы халыҡ өсөн мөһим социаль объект «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының беренсел медицина звеноһын модернизациялау федераль программаһы буйынса алып барыла.

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ Һәм туризм министрлығы йыл йомғаҡтарын барланы
Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ Һәм туризм министрлығы йыл йомғаҡтарын барлап, киләсәккә бурыстар билдәләне. Төбәктең Федераль программаларҙа һәм «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» һәм «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу һөҙөмтәләре тикшерелде.

Башҡортостанда урыҫ тоҡомло йөк аттары аҫралған тәүге хужалыҡ теркәлде
Илеш районынан йәш фермер уларҙы Пермь крайынан дәүләт ярҙамында һатып алған. Киләсәктә йүнсел төбәктә ҡымыҙсылыҡ тармағы менән бергә, ат спортын үҫтереүҙе яйға һалырға иҫәп тота.
Илеш районынан йәш фермер уларҙы Пермь крайынан дәүләт ярҙамында һатып алған. Киләсәктә йүнсел төбәктә ҡымыҙсылыҡ тармағы менән бергә, ат спортын үҫтереүҙе яйға һалырға иҫәп тота.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операция яугиры Илмир Халиҡов дүртенсегә атай булды
Өфөнөң 4-се бала табыу йортонда ул ҡатыны менән сабыйын ҡаршы алды. Яҡташыбыҙ 2023 йылда контракт төҙөп үҙ теләге менән Ватан һағына баҫҡан. Дүрт тапҡыр яраланған. Әле Башҡортостанда реабилитация үтә.

👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү дауам итә
Башҡортостанға төрлө район-ҡалаларҙан ғына түгел, икенсе төбәктәрҙән дә контракт төҙөргә килеүселәр бар. «Черемушки» шифаханаһында урынлашҡан һайлап алыу пунктында улар өсөн бөтә шарттар булдырылған: өс тапҡыр ашатыу, ял итеү урындары ойошторолған. Документ эштәре буйынса ярҙамдан тыш сәс алдырыу урындары ла эшләй.

Махсус хәрби операция ветераны торлағына юғары технологиялы «Аҡыллы йорт» ярҙамында уңайлыҡтар
Махсус хәрби операция барышында ир-егеттәр инвалидлыҡҡа килтергән етди йәрәхәттәр ала. Әммә дәүләт уларҙы яҙмыш һанауҙары алдында яңғыҙ ҡалдырмай. Рәсәйҙе яҡлағанда ҡаҡшаған һаулыҡтары өсөн һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә тырыша.

👍3❤1
Бөгөн республика йәмәғәтселеге Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазинды иҫкә ала
Әхәт Мотаһар улы 30 йылдан ашыу көн һайын радио тыңлаусыларға хәйерле иртә теләне, республиканың рәсми тауышына әйләнде. Һәр мәғлүмәтте йөрәге аша үткәреп, халыҡҡа еткерҙе.
“Әхәт Мортазин киң күңелле, илһөйәр һәм телһөйәр кеше булды. Дикторҙың тауышы республикабыҙ ғорурлығы һәм ҡаҙанышы”, - ти радиотыңлаусылар.
Коллегабыҙ һәм остазыбыҙ Әхәт Мортазин 2018 йылдың 13 мартында арабыҙҙан китте. Уға 59 йәш ине. Тыуған яғы – Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында халыҡ артисы хөрмәтенә музей булдырылған. Йыл һайын мәктәп уҡыусылары араһында “Диктор тауышы” тигән республика конкурсы ойошторола. “Юлдаш” радиоһы һәм республика Журналистар берлеге Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған волейбол Кубогы уҙғара. Быйыл ярыш апрелдә үтә.

👍2👏2
Республикала 20-нән ашыу предприятие ветерандарҙы эшкә алырға әҙер
Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы ведомство-ара комиссия ултырышында ошо турала белдерелде. Фронттан ҡайтҡандар УМПО, Башҡортостан сода компанияһы, «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы, «Алексеевский» агросәнәғәт комплексы һәм башҡа ойошмаларға эшкә бара ала. Эш биреүселәр исемлеген “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы төҙөй. Ул даими яңыртылып тора. “Ветерандарға лайыҡлы эш хаҡы түләнергә тейеш”, - тине вице-премьер–Спорт министры Руслан Хәбибов. Бынан тыш республикала вакансиялар йәрминкәһе үткәреү ҡарала.

Янғын һүндереүселәр Нефтекамала 5 кешене ҡотҡарған
Күп фатирлы йортта янғын сыҡҡан. Төтөн тиҙ арала коридорҙарға таралған. Ҡотҡарыусылар кешеләрҙе хәүефһеҙ урынға алып сыҡҡан, 20-гә яҡын кеше үҙ аллы эвакуацияланған. Зыян күреүселәр юҡ. Быйыл республикала 850-нән ашыу янғын булған. Уларҙа 42 кешенең ғүмере өҙөлгән. Янғындарҙы иҫкәртеү өсөн йортттарға мини-сирена ҡуйырға кәңәш ителә. Улар ярҙамында республикала 1 мең 229 кеше, шул иҫәптән 457 бала ҡотҡарылған, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.

Яугирҙарға күңел йылыһы биреп
Кушнаренко районынан 93 йәшлек Әлфиә Сәйфетдинова МХО-ла ҡатнашыусыларға ойоҡбаштар бәйләй. Үҙенең күңел йылыһы менән яугирҙары йылыта инәй.
Ул яңыраҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған иҫтәлекле миҙал менән бүләкләнде. Әлфиә Исламгәрәй ҡыҙы Гөргөрөй ауылында йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыуған ауылында колхозда эшләгән, фронтҡа ярҙам иткән.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төбәктән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң яңынан алғы һыҙыҡҡа юллана
Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе оҙатырға уларҙың ҡатындары, балалары, ата-әсәләре, дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре килде. Ике аҙналыҡ ялды «Башҡортостан» полкы яугирҙары, мобилизацияланыусылар ғаиләһе һәм яҡындары янында үткәргән, өй эштәре менән шөғөлләнгән, балалары менән бергә ял иткән.

❤1👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала шәхси йортта утын яғып йәшәгән яугир ғаиләһенең мөржәғәте ҡәнәғәтләндерелде
Яугир ғаиләһенә ярҙам. Баш ҡалала шәхси йортта утын яғып йәшәгән «Митяй» ҡушаматлы яугир ғаиләһенең мөржәғәте ҡәнәғәтләндерелде. Өфөнөң Киров районы башлығы Илвир Нурдәүләтов алғы һыҙыҡтағы һалдаттың яҡындарына утын әҙерләшеүҙә хеҙмәт десанты ойоштороҙо.

👍4❤3🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Саҡмағош районында тыл хеҙмәтсәндәренә юбилей миҙалдары тапшырылды
Саҡмағош районында тыл хеҙмәтсәндәренә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан юбилей миҙалдары тапшырылды. Үҙәк китапханала уҙған тантанала награданы 16 кеше алды, ул тағы ла 100-гә яҡын кешегә тапшырыласаҡ.