Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
1 апрелдә Рәсәйҙә социаль пенсия 14,75 процентҡа арта
Был туралағы күрһәтмәгә Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Премьер-министр билдәләүенсә, был ярҙамды бөгөн страховка пенсияһын иҫәпләү өсөн етерлек стажы булмаған граждандар ала. Һүҙ 70 йәштән өлкән ир-аттар һәм 65 йәше тулған ҡатын-ҡыҙҙар тураһында бара.

❤2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө аэропортында Мәскәүҙән бер нисә рейс тотҡарланған
Рәсәйҙең баш ҡалаһынан әлегә биш самолет пассажирҙары ҡайта алмай. Өфөнән Мәскәүгә ике рейс тотҡарланған, шулай уҡ Түбәнге Новгород һәм Ҡазан йүнәлешенә лә расписание үҙгәргән. Өфө аэропортының рәсми мөрәжәғәтендә билдәләүенсә, был Мәскәү аэропорттарында самолеттарҙы оҙатыу һәм ҡабул итеү буйынса ваҡытлыса сикләү индерелеүгә бәйле.
Рәсәйҙең баш ҡалаһынан әлегә биш самолет пассажирҙары ҡайта алмай. Өфөнән Мәскәүгә ике рейс тотҡарланған, шулай уҡ Түбәнге Новгород һәм Ҡазан йүнәлешенә лә расписание үҙгәргән. Өфө аэропортының рәсми мөрәжәғәтендә билдәләүенсә, был Мәскәү аэропорттарында самолеттарҙы оҙатыу һәм ҡабул итеү буйынса ваҡытлыса сикләү индерелеүгә бәйле.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һуңғы тәүлектә республика халҡы мутлашыусыларға 6 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән
Был турала Хоҡуҡ һаҡлау органдарына 29 ғариза ҡабул ителгән. Баймаҡ районында 59 йәшлек ир инвестиция ярҙамында еңел табыш алырға теләп, уға үҙен телефон аша «финанс аналитик» тип таныштырған иргә ышана һәм телефонына махсус ҡушымта күсерә. Һөҙөмтәлә ул кредитҡа алынған 3 миллион һум аҡсаһын юғалта.

👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ике аҙна эсендә «Башҡортостан геройҙары» программаһына 900-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала февраль аҙағында «Геройҙар дәүере» федераль программаһының дауамы булған төбәк программаһы эшләй башланы. Проект махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан юғары квалификациялы идара кадрҙары резервын әҙерләү маҡсатында ойошторолған. Теркәлеү этабы 2025 йылдың 31 мартына тиклем дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән героибашкортостана.рф сайтында танышырға мөмкин.

👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса өмә үтте
Уны «Маскировка Щит Өфө» ирекмәндәр хәрәкәте ойошторҙо. Ул 12 меңгә яҡын кешене берләштергән Башҡортостандың иң ҙур волонтерҙар берләшмәләренең береһе. Дөйөм көс менән Халыҡ фронты активистары фронт өсөн 108 квадрат метр маскировка селтәре әҙерләне. Сарала ҡатнашыусы иң йәш ирекмән Яна Миңлеғәзинаға ни бары 4 кенә йәш, ул өләсәһенә ярҙам итергә килгән. Тылда еңеү сүкеүсе ҡытын-ҡыҙҙар милли кейемдә төрлө телдәрҙә йырҙар ҙа башҡарҙы.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан» полкының радиоэлектрон көрәш ротаһы яугирҙары ер аҫтында ғибәҙәтхана ойошторған
Хоҙайға мөрәжәғәт итергә бер нәмә лә ҡамасауламай. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының радиоэлектрон көрәш ротаһы яугирҙары ер аҫтында ғибәҙәтхана ойошторған. Блиндаж рәүешендә эшләнгән бүлмә һалдаттар өсөн изге урынға әйләнгән. Унда ғибәҙәт ҡылыу, намаҙ уҡыу өсөн уңайлы һәм тыныс шарттар булдырылған. Бигерәк тә Рамаҙан айында иман бүлмәһенә йөрөүселәр йышайған. Хәрби заданиелар алдынан һәм уны үтәп ҡайтҡандан һуң да яугирҙар бында инеп белгән доғаларын уҡырға күнеккән.

Шаран ауылы мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир менән осрашыу үтте
Батырлыҡ дәресе. Шаран ауылының 2-се урта мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Бек» ҡушаматлы яугир менән осрашыу үтте. Илһөйәрлек сараһы «Ватанды һаҡлаусылар»дәүләт фондының Башҡортостан буйынса Шаран районы филиалы ярҙамында ойошторолдо.

👍4❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районының «Октябрҙең 50 йыллығы» исемендәге колхоздың ойошторолоуына 95 йыл
Баймаҡ районындағы данлыҡлы «Октябрҙең 50 йыллығы» исемендәге колхоздың ойошторолоуына 95 йыл. Ошо уңайҙан төбәктә төрнлө йылдарҙа хужалыҡта эшләп киткән, уның үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәт ветерандары ҡатнашлығында тантаналы сара уҙҙы. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

⚡️ Разыгрываем 5 сертификатов в книжный магазин!
Любите читать? Тогда скорее участвуйте в нашем розыгрыше!
Пятеро счастливчиков смогут стать обладателями подарочных сертификатов в один из крупнейших книжных магазинов.
👉🏻 Как принять участие в розыгрыше?
Подпишись на каналы ниже и нажми кнопку “Участвую”:
БСТ | Новости Башкортостана
Спутник ФМ
Бот-рандомайзер случайным образом выберет пятерых победителей 14 марта в 18:00. Сертификаты можно будет забрать у нас в офисе по адресу: Уфа, ул. Гафури 9/1.
Всем удачи!
Любите читать? Тогда скорее участвуйте в нашем розыгрыше!
Пятеро счастливчиков смогут стать обладателями подарочных сертификатов в один из крупнейших книжных магазинов.
👉🏻 Как принять участие в розыгрыше?
Подпишись на каналы ниже и нажми кнопку “Участвую”:
БСТ | Новости Башкортостана
Спутник ФМ
Бот-рандомайзер случайным образом выберет пятерых победителей 14 марта в 18:00. Сертификаты можно будет забрать у нас в офисе по адресу: Уфа, ул. Гафури 9/1.
Всем удачи!
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Былтыр Башҡортостан бюджеты инвестиция ярҙамында рекордлы күләмгә артҡан
Сумма 784 миллиард һумға яҡын тәшкил итә. Күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында икенсе урында. 2023 йыл менән сағыштырғанда, йәлеп ителгән финанс күләме 9,7 процентҡа артҡан. Был турала үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә төбәк башлығы хәбәр итте.
Сумма 784 миллиард һумға яҡын тәшкил итә. Күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында икенсе урында. 2023 йыл менән сағыштырғанда, йәлеп ителгән финанс күләме 9,7 процентҡа артҡан. Был турала үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә төбәк башлығы хәбәр итте.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда һауа торошо ҡапыл йылытты
Бөгөн термометр бағанаһы 3 градусҡа тиклем күтәрелде. Синоптиктар фаразы буйынса, алдағы көндәрҙә уртаса тәүлек температураһы норманан 3-9 градусҡа юғары буласаҡ. Төбәктәрҙә урыны менән ямғыр яуып, ҡарҙың әүҙем иреүенә булышлыҡ итәсәк. Һөҙөмтәлә дала һәм тау йылғаларында һыу кимәле күтәрелеүе, уйһыулыҡтарға һыу йыйылыуы ихтимал. Аҙна аҙағында һауа температураһы 7 градусҡа тиклем йылытыр тип көтөлә.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Салют» республика реабилитация үҙәге Бәләбәйҙән 12 йәшлек малайҙы аяҡҡа баҫтырған
Былтыр үҫмер дүртенсе ҡаттан ҡолап төшөп, бер нисә һөйәген һындыра, ныҡ ҡына уң аяғы йәрәхәтләнә. Биш ай дауамында дауаланғандан һуң ике аҙна элек ул Өфөгә килтерелә.
Бәләкәй генә аҙым да Арсенийға ҡатмарлы бирелә. Тик малай өлкәндәрсә көслө булырға өйрәнгән. Бер нисә аҙна элек кенә уның аяғы бөтөнләй ҙә хәрәкәтләнмәһә, бөгөн ул ныҡлы баҫып тора һәм атлай ала.

Өфө хужожество-сәнәғәт колледжы «Професиионалитет» федераль проекты еңеүселәре исемлегендә
Программа нигеҙендә уҡыу йортонда капиталь ремонт үткәрелгән, һөнәр үҙләштереү өсөн уҡыу ҡоролмалары яңыртылған. 120 млн һумға иҫәпләнгән модернизациянан һуң Өфө художество-сәнәғәт колледжы республиканың иң алдынғы колледждарының береһе һанала.
Программа нигеҙендә уҡыу йортонда капиталь ремонт үткәрелгән, һөнәр үҙләштереү өсөн уҡыу ҡоролмалары яңыртылған. 120 млн һумға иҫәпләнгән модернизациянан һуң Өфө художество-сәнәғәт колледжы республиканың иң алдынғы колледждарының береһе һанала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт балы йәнә донъяуи кимәлдә лайыҡлы баһаланды
«Бал ҡорто һәм кеше: Рәсәй һәм дуҫ илдәр» Халыҡ-ара конгрессында республика умартасылары продукцияһы төрлө номинацияларҙа еңеүсе тип танылды. Илеш районынан ғына мәҫәлән, бер юлы дүрт йүнсел призлы урын яуланы. Форум донъяның 35 иле араһында ойошторолған.
«Бал ҡорто һәм кеше: Рәсәй һәм дуҫ илдәр» Халыҡ-ара конгрессында республика умартасылары продукцияһы төрлө номинацияларҙа еңеүсе тип танылды. Илеш районынан ғына мәҫәлән, бер юлы дүрт йүнсел призлы урын яуланы. Форум донъяның 35 иле араһында ойошторолған.
❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районының Исмәғил ауылында «Ылаҡ» уйыны уҙғарылды
«Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабына һайлап алынған биләмәлә тирмәләр ҡоролоп, милли уйындар, спорт ярыштары, ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе ойошторолдо, төрлө күргәҙмәләр эшләне.
«Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабына һайлап алынған биләмәлә тирмәләр ҡоролоп, милли уйындар, спорт ярыштары, ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе ойошторолдо, төрлө күргәҙмәләр эшләне.
❤2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт аракдемия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Кремль һарайында сығыш яһаны
Концерт күренештәре менән социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уртаҡлашҡан. Илебеҙҙең төп майҙанында ғәскәровсылар «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһын тәҡдим иткән.
Концерт күренештәре менән социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уртаҡлашҡан. Илебеҙҙең төп майҙанында ғәскәровсылар «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһын тәҡдим иткән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 21-се ҡала дауаханаһында капиталь ремонттан һуң яңыртылған хирургия бүлеге асылды
Бүлектә операция үткәргән пациенттар өсөн заманса уңайлыҡтар булдырылған. Хәҙер шәфҡәт туташын саҡырыу өсөн палатанан ҡысҡырырға кәрәкмәй. Марат Ғәлләмов хирургия бүлегендә бер айҙан ашыу. Тәүҙә иҫке корпуста ятҡан пациент яңыртылған бүлеккә күсерелгән.
Бүлектә операция үткәргән пациенттар өсөн заманса уңайлыҡтар булдырылған. Хәҙер шәфҡәт туташын саҡырыу өсөн палатанан ҡысҡырырға кәрәкмәй. Марат Ғәлләмов хирургия бүлегендә бер айҙан ашыу. Тәүҙә иҫке корпуста ятҡан пациент яңыртылған бүлеккә күсерелгән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға сираттағы гуманитар ылау тупланған
Урындағы ауыл хужалығы предприятиелары, фермерҙар ат һәм һыйыр ите менән ярҙам итһә, Зөфәр хәҙрәт биш һарыҡ түшкәһе тапшырған. Шулай уҡ тауыҡ ите менән тәьмин итеүселәр ҙә булған. Продукцияны транспортта алып барыу өсөн 8 туңдырғыс камера әҙерләнгән.
Урындағы ауыл хужалығы предприятиелары, фермерҙар ат һәм һыйыр ите менән ярҙам итһә, Зөфәр хәҙрәт биш һарыҡ түшкәһе тапшырған. Шулай уҡ тауыҡ ите менән тәьмин итеүселәр ҙә булған. Продукцияны транспортта алып барыу өсөн 8 туңдырғыс камера әҙерләнгән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районы Исмәғил ауылында тыл ветерандарына юбилей миҙалдары тапшырылды
Ауырғазы районы Исмәғил ауылында тыл ветерандарына Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған юбилей миҙалдары тапшырылды. Өлкән йәштәгеләрҙе Дәүләт думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, район һәм ауыл хакимиәте етәкселеге тәбрикләне.
Ауырғазы районы Исмәғил ауылында тыл ветерандарына Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған юбилей миҙалдары тапшырылды. Өлкән йәштәгеләрҙе Дәүләт думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, район һәм ауыл хакимиәте етәкселеге тәбрикләне.
❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районы Дүртөйлө ауылы мәктәбендә Герой партаһы асылды
Быуындарҙы бәйләүсе көс, батырлыҡ, фиҙаҡәрлек, яуаплылыҡ. өлгөһө. Шаран районы Дүртөйлө ауылы мәктәбендә Герой партаһы асылды.
Махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы уңайынан ойошторолған тантанала Дан ордендарының тулы кавалеры Сәлих Ғиздәт улы Сабитов менән Дүртөйлө ауыл биләмәһенән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың исеме мәңгеләштерелде.

👍3🥰1