This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Күркәм байрам уңайынан Башҡортостандың гүзәл заттарын Радий Хәбиров тәбрикләне
Бөгөн яҙҙың иң күркәм байрамдарының береһе - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Беҙҙең илдә был көн 1919 йылдан рәсми байрам булараҡ билдәләнә. Тәүҙә ул Халыҡ-ара эшсе ҡатын-ҡыҙҙар көнө тип атала. Ә егерменсе йылдар аҙағында «Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө»нә үҙгәртелә. 1966 йылда 8 март дәүләт кимәлендә рәсми ял көнө тип таныла. Күркәм байрам уңайынан Башҡортостандың гүзәл заттарын Радий Хәбиров тәбрикләне.

❤5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан хәрбиҙәре халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан видеоҡотлау яҙҙырҙы
Фронт һыҙығынан тәбрикләү сәләме. Башҡортостан хәрбиҙәре халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан видеоҡотлау яҙҙырҙы. Ул Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальондың телеграм каналына һалынған. «Һеҙҙең хәстәрлегегеҙ, мөхәббәтегеҙ һәм ярҙамсыл булыуығыҙ беҙгә көс һәм киләсәккә ышаныс бирә. Ватан һаҡсылары гүзәл заттарға һәр ваҡыт эргәләрендә булғандары һәм донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә тырышҡандары өсөн рәхмәт әйтә.

👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә эшләгән гүзәл заттар бөгөн гөлләмәләр менән бүләкләнде
Байрамда ла улар эш урынында. Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә эшләгән гүзәл заттар бөгөн гөлләмәләр менән бүләкләнде. Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы тәү сиратта торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Миәкә районы Үҙәк мәҙәниәт һарайына яңы автобус
Ижади коллективтарҙы һәм балаларҙы мәҙәни сараларға йөрөтөү өсөн транспортҡа учреждение Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа «Тура бәйләнеш»тә мөрәжәғәт иткәндән һуң эйә булған. «Кесе ватан мәҙәниәте» федераль проекты буйынса һатып алынған автобус урындағы мәҙәниәт йорттары өсөн ҙур ярҙам булып тора.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Йылдың иң яҡшы табибы» республика конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Төбәк этабын үткән аҡ халатлылар Бөтә Рәсәй финалында ҡатнашыу хоҡуғын аласаҡ. Рәсәйҙә 2000 йылдар башынан тормошҡа ашырылған сара быйыл да лайыҡлы һөнәрмәндәрҙе билдәләр тип көтөлә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Төбәк этабын үткән аҡ халатлылар Бөтә Рәсәй финалында ҡатнашыу хоҡуғын аласаҡ. Рәсәйҙә 2000 йылдар башынан тормошҡа ашырылған сара быйыл да лайыҡлы һөнәрмәндәрҙе билдәләр тип көтөлә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында ғаилә ҡиммәттәренә араналған телевизон конкурсҡа йомғаҡ яһалды
«Йәш ғаилә - ауыл киләсәге». Хәйбулла районы Федоровка ауылында ғаилә ҡиммәттәренә араналған телевизон конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереүсе һәм һаҡлаусылар хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

👍3❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙ балалар өсөн бал үтте
Бәләкәй принцессалар өсөн - яҙ байрамы. Баймаҡ ҡалаһының балалар ижады үҙәгендә 8 март уңайынан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙ балалар өсөн бал үтте. Тулыраҡ киләһе сюжетта.
Бәләкәй принцессалар өсөн - яҙ байрамы. Баймаҡ ҡалаһының балалар ижады үҙәгендә 8 март уңайынан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙ балалар өсөн бал үтте. Тулыраҡ киләһе сюжетта.
❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ир-егеттәр менән иңгә-иң: хәрби ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡаһарманлығы
Һуғыш - ҡатын-ҡыҙҙар эше түгел тиһәләр ҙә, бер генә яуҙы ла гүзәл затһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Улар яугирҙарҙың ныҡлы тылы, ярҙамсыһы, хатта ҡоралдашы ла. Махсус хәрби операция ла шул иҫәптә. Ирекмәндәр, гуманитар ылау ташыусылар, ашнаҡсылар, шәфҡәт туташтары... Ҡатын -ҡыҙҙарҙы төрлө вазифаларҙа һәм эштә осратырға мөмкин. Әммә улар Һуғышта ла нәфис зат вәкиле булып ҡала белә.

👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә машина ер аҫтына төшөп киткән
Был хәл Черниковкала Интернациональ урамында булған. 7 йыл элек ошо уҡ ихатала «Лада Калина» машинаһы ер аҫтына төшөп киткәйне, уны таба алманылар.

😱5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Лада Калина» ер аҫтына төшөп киткән
Интернационал урамында, ғәҙәттән тыш хәл бөгөн төн уртаһында булған. Автомобиль һәм ағас ер аҫтына убылған. Диаметры 7, тәрәнлеге 8 метр булған хәүефле участка кәртәләп алынған. Махсус техника ярҙамында «Лада» тартып сығарылған.

🤔2😱2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сираттағы төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы уҙҙы
Яңынан алғы һыҙыҡҡа. Сираттағы төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы, ғәҙәттәгесә, «Өфө-арена» спорт һарайы алдындағы майҙанда уҙҙы. Яугирҙарҙы Донбассҡа тиклем тәүлектән ашыу юл көтә. Хәрбиҙәр юғары уңайлыҡтары булған автобустарҙа юлланды. Уларҙы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм полиция хеҙмәткәрҙәре оҙатып барасаҡ.

👍3❤1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районының Аҡъяр 3-сө урта мәктәбендә «Еңеүгә 8 аҙым» акцияһы дауам итә
Күмәкләгән яу ҡайтарған. Хәйбулла районының Аҡъяр 3-сө урта мәктәбендә «Еңеүгә 8 аҙым» акцияһы дауам итә. Район халҡы яугирҙарға тылдан ярҙам итеүҙә әүҙемлек күрһәтә. Еңеүҙе тиҙләтеү маҡсатында изге эшкә өлкәндәр менән бер рәттән мәктәп уҡыусылары ла ҡушылған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы айҡанлы ойошторолған илһөйәрлек сараһы хаҡында киләһе яҙмала.

❤3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
БСТ телеканалда өр-яңы тапшырыу старт алды
БСТ бәхет серҙәрен аса. Бөгөндән беҙҙең телеканалда өр-яңы тапшырыу старт алды. «Бәхет иле» тип исемләнгән телевизион проект көндөҙгө эфирҙы темалар һәм география киңлеге, яңы эксперттар, файҙалы кәңәштәр менән тағы ла нығыраҡ байытасаҡ. Тамашасыларҙы өр-яңы алып барыусылар һәм студия биҙәлеше менән дә ҡыуандырмаҡсыбыҙ. Яңы проект тағы ла нимәһе менән үҙенсәлекле - киләһе яҙмала.

❤2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған үҙешмәкәр сәнғәт смотр-конкурсы тамамланды
Иң-иңдәргә ҙур сәхнә. Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәгендә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған үҙешмәкәр сәнғәт смотр-конкурсы тамамланды. Гала-концертта ауыл биләмәләренең иң яҡшы ижади коллективтары сығыш яһаны.
Иң-иңдәргә ҙур сәхнә. Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәгендә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған үҙешмәкәр сәнғәт смотр-конкурсы тамамланды. Гала-концертта ауыл биләмәләренең иң яҡшы ижади коллективтары сығыш яһаны.
❤2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан -Ҡытай хеҙмәттәшлеге нығына
Бөгөн Республика йортонда Радий Хәбиров Рәсәй-ҡытай индустриаль паркының башҡарма етәксеһе Хао Лянюань менән осрашты. Әңгәмә барышында Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Ляонин провинцияһының Шэньян ҡалаһындағы Рәсәй-Ҡытай индустриаль паркы вәкилдәре ил субъекттары менән сауҙа әйләнешен киңәйтеү мөһимлеген билдәләне.

Башҡортостанда ташҡын осорона оло һыу күләме нормаға ярашлы көтөлә
Был хаҡта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Яҙғы ташҡынға бәйле теүәл фараздар 25 мартҡа билдәле буласаҡ. Ултырышта кардиология үҙәгенең яңы корпусын асыу датаһы иғлан ителде, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындарына ярҙам һорауҙары күтәрелде.

Былтыр «Башавтотранс» предприятиеһы хеҙмәттәре менән 127 миллион пассажир файҙаланған
Былтыр «Башавтотранс» предприятиеһы хеҙмәттәре менән 127 миллион пассажир файҙаланған, был 2023 йылға ҡарағанда 4 процентҡа күберәк. Дәүләт ташыусыһының уҙған йылдағы эш һөҙөмтәләре Радий Хәбиров рәйеселегендә үткән «Транспорт сәғәте»ндә барланды. Кәңәшмәлә йәмәғәт транспортының төрлө төрҙәрендә пассажир ташыуҙы үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн иғәнәне күтәреү мөмкинлеге ҡарала
Әле республика ил буйынса иң түбән тариф иҫәпләнгән 85 төбәк араһында 77 урынды биләй. Иғәнә күләме 2022 йылдан алып үҙгәрмәгән, шул уҡ ваҡытта төҙөлөш материалдарына һәм хеҙмәттәргә хаҡ ҡырҡа артты. Ыңғай миҫалдар ҙа бар. Район-ҡалаларҙа урынлашҡан 89 күп фатирлы йортта милекселәр ҡарары менән айлыҡ иғәнә билдәләнгән сумманан арттырып түләнә, уның уртаса күләме яҡынса 10 һум тәшкил итә. Квитанцияла көтөлгән үҙгәрештәр мөһимлеге тураһында киләһе сюжетта.

«Башҡортостан» полкы яугирҙары Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә һөжүмде дауам итә
Яугирҙарыбыҙ Луганск халыҡ республикаһының Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә лә нацистарға тынғылыҡ бирмәй. Унда «Башҡортостан» полкының Алексей Сухоруков исемендәге артиллерия батареяһы «Град» реактив системаһынан дошман нығытмаларын, техникаһын ҡаҡшата. Залп уты дрондар һәм контрһөжүмгә ҡарамай көндөҙ ҙә, төндә лә асыла. Хәрби расчет позициялар асыҡланмаһын өсөн атыу урынын алмаштырып бәрелештәр һыҙығын тағы ла алғараҡ күсерегә ярҙам итә. Реактивщиктар менән сираттағы заданиеға БЮТ хәбәрселәре лә сыҡты.

😁4👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың Йәмғәт палатаһы менән Конституция советы хеҙмәттәшлек итәсәк
Яҡтар араһында ҡул ҡуйылған килешеү төбәктә граждандар йәмғиәте эшмәкәрлеге өсөн бик мөһим. Ул республика граждандарының именлеген һәм илебеҙ мәнфәғәтен тәьмин итеүгә, халыҡтың проблемаларын ишетергә ярҙам итәсәк. Йәмәғәт палатаһы менән Конституция советы төрлө йүнәлештәр буйынса үҙ-ара хеҙмәттәшлек булдырырға иҫәп тота.