БСТ | Яңылыҡтар
2.35K subscribers
5.27K photos
8.89K videos
1 file
213 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә медиа һәм пиар өлкәһендә эшләүселәр өсөн уҡыуҙар үтте

Башҡортсотандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм ведомстовның йәштәр советы тарафынан ойошторолған «Медиа мәктәп» 70 ҡатнашыусыны берләштерҙе. Ике көнлөк уҡыуҙарҙа эксперттар ҡыҙыҡлы текстар яҙыу, матбуғат саралары өсөн релиз төҙөү, сығыш яһау, видео төшөрөү, мотнажлау һәм нейроселтәр серҙәре менән бүлеште.
👍51
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йыл башынан алып аҙыҡ-түлек продукцияһы етештереү индексы 122 процентҡа еткән

Рәсәйҙә был күрһәткес уртаса 99 процентҡа тиң. Ҡаҙаныштар менән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә тармаҡ министры урынбаҫары таныштырҙы. Был өлкәлә етештереү күләмдәренең артыуы экспортҡа сығыу мөмкинлеге лә бирә. Ун айҙа Башҡортостандан тышҡы баҙарға 428 мең тонна ауыл хужалығы продукцияһы сығарылған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров участковыйҙарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Башҡортостан башлығы Өфөнөң Совет районында урынлашҡан 80-се полиция участка пунктында Ульяна Хәйретдинова һәм Динар Хәйбрахманов менән осрашты.
Республика етәксеһе участковыйҙарҙың эше, халыҡтың уларға ниндәй һорауҙар һәм проблемалар менән мөрәжәғәт итеүе хаҡында ҡыҙыҡһынды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Дыуан һәм Баҡалы райондарында «Рәсәйҙә эш» кадрҙар үҙәге филиалдары асылды

Мәшғүллек үҙәктәрен асыу тантанаһында видеобәйләнеш режимында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Дмитрий Платыгин ҡатнашты. Былтыр Рәсәйҙең 12 төбәгендә «Рәсәйҙә эш» кадрҙар үҙәге яңыртылды. Улар араһында граждандарҙы эшкә урынлаштырыу йүнәлешендә Башҡортостан алдынғы төбәктәр исемлегендә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда үткән Рәсәй креатив мәктәптәр съезы ҡатнашыусыларҙан юғары баһа алды

Бөтә Рәсәй креатив индустрия мәктәптәре съезында ҡатнашыусылар Башҡортостандан бай тәьҫораттар менән таралашты. Сара тәүге тапҡыр илдең баш ҡалаһынан ситтә ойошторолдо.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы фермерҙары «Агростартап» ярҙамында йәшел һуған үҫтереп табышын арттыра

Ауыл хужалығында табышлы эшләргә «Агростартап» ярҙамға килә. Ауырғазы районында урынлашҡан Воловиков крәҫтиән-фермер хужалығында заманса техникалар дәүләт грантына һатып алынған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Пруфы» баҫмаһы редакцияһына һалынған 2 миллион һумлыҡ штраф үҙ көсөндә ҡалды

Республиканың юғары суды ошондай ҡарар ҡабул итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл ғинуарҙа «Ирекле медиа» автономиялы коммерция булмаған ойошманың структур бүлексәһе-«Пруфы/Новости Уфы и Башкирии» телеграм-каналында пилотһыҙ осоу аппаратының Өфө заводтарының береһенә осоуы, шартлау тауышы һәм ошоға бәйле интернет эшендә өҙөклөктәр барлыҡҡа килеүе тураһында мәғлүмәт еткергән яҙма донъя күрә. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты иһә был хәбәрҙең дөрөҫ түгеллеген, рәсми белешмәләргә түгел, ә авторҙың шәхси сығанаҡтарына ғына нигеҙләнгәнен дәлилләй.
👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаев исемендәге оператив тәғәйенләнештәге батальон хәрбиҙәре йәнә яуға юлланды

Тыуған ерҙә көс туплап. Салауат Юлаев исемендәге оператив тәғәйенләнештәге батальон хәрбиҙәре йәнә яуға юлланды. Йола буйынса, «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанға Ватан һаҡсыларының яҡындары, дуҫтары, власть һәм хәрби комиссариат вәкилдәре килде. Республика етәкселеге был юлы ла яугирҙарға уңайлы автобустар бүлгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә хәрбиҙәр өсөн «Үҙ бизнесым» проекты старт алды

Хәрбиҙәр эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен өйрәнә. Бөгөн Өфөлә махсус хәрби операция ветерандары өсөн «Үҙ бизнесым» проекты старт алды. Утыҙҙан ашыу кеше уҡыуға ғариза биргән. Психологтар, эшҡыуарҙар һәм педагогтар ярҙам саралары, табышлы эште дөрөҫ алып барыу ҡағиҙәләрен аңлата.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы Степной ауылында Герой улдар тәрбиәләгән әсәләргә арналған кисә уҙҙы

Осрашыуҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре, ҡатындары тәбрикләнде. Махсус хәрби операция хәрбиҙәр һәм уларҙың яҡындары өсөн оло һынау. Кисәлә ошо ауыр йөктө үҙ иңдәрендә күтәреүселәр хөрмәтенә йылы һүҙҙәр әйтелде. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең уйҙары һәм кисерештәре менән уртаҡлашты
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә етлекмәй тыуған сабыйҙарҙың ғүмере өсөн дауаханаларҙа көн дә көрәш бара

Бөгөн-Халыҡ-ара етлекмәй тыуған балалар көнө. Статистика мәғлүмәттәре буйынса донъяла һәр унынсы сабый ваҡытынан алда тыуа. Бер килогамм ауырлыҡ та йыйып өлгөрмәгән балаларҙың сәләмәтлеге, тәү сиратта, табиптарҙың тынғыһыҙ, фиҙәҡәр хеҙмәте һәм ата-әсә һөйөүенән нығый. Йәшәргә ынтылыштары көслө булған кескәйҙәр тураһында киләһе яҙмала
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында мәктәп баскетбол лигаһының муниципаль этап турниры уҙҙы

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса иң көслө баскетболсылар тип Әбделкәрим менән Темәс ауылдары командалары танылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍2