Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан милли китапханаһында "Берҙәмлек: Еңеү йөҙҙәрҙә" интерактив проекты эшләй башланы
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡортостан милли китапханаһында "Берҙәмлек: Еңеү йөҙҙәрҙә" тип исемләнгән интерактив проект эшләй башланы. "Стартум" мәғарифты үҫтереү үҙәге һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә тормошҡа ашырылған сара үҫеп килеүсе быуынға йүнәлтелгән.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан милли музейында "Төркиҙәрҙең серле иле" күргәҙмәһе асылды
Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Башҡортостан милли музейында "Төркиҙәрҙең серле иле" күргәҙмәһе асылды. Үҙенсәлекле проектта музейҙың 1920 йылда Төркөстанға экспедиция һөҙөмтәһендә формалашҡан "көнсығыш" коллекцияһы тәҡдим ителә. Күргәҙмәгә Урта Азиянан килтерелгән 100-ҙән ашыу экспонат ҡуйылған.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
“Салауат Юлаев” һөжүмсеһе Шелдон Ремпал Өфөгә әйләнеп ҡайтты
Канада хоккейсыһы Шелдон Ремпал Өфөгә килде. Аэропортта төнгө рейсты йөҙҙәрсә көйәрмән, шулай уҡ һөжүмсенең яҡын дуҫы Девин Броссо ҡаршы алды. Көйәрмәндәр яратҡан кумирынан автограф алды һәм фотоға төштө. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Шелдон Ремпал күптән түгел Өфө клубы менән миҙгел аҙағына тиклем килешеү төҙөнө.

❤2👍1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда "Беренселәр ғаиләләре" уйындарының финалы тамамланды
Максим Серафимов исемендәге "Патриот" паркында "Беренселәр ғаиләләре" уйындарының финалы тамамланды.
Конкурста республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәренән һәм ҡала округтарынан 3 мең ғаилә ҡатнашҡан. Шишмә районында 3 көн дауам иткән сарала финалға сыҡҡан 69 ғаилә көс һынашты.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙе полиция майоры Айрат Ямаловҡа теләктәшлек белдерергә саҡырҙы
Яҡташыбыҙ Рәсәй Эске эштәр министрлығы үткәргән «Халыҡ участковыйы -2025» конкурсында ҡатнаша. Айрат Ямалов Нефтекама ҡалаһында участка уполномоченныйы булып хеҙмәт итә.

👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә яңы стела барлыҡҡа килде
Был турала социаль селтәрҙә Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев хәбәр итте.
Хәҙер объектта төҙөлөштөң әүҙем тамамлау фазаһы бара. Яңы стела ҡәтғи дизайнда-Башҡортостан флагы төҫтәрен һәм гербын файҙаланып эшләнгән, ул ышаныслы металл каркасҡа ҡуйылған. Стелала ҡурай сәскәһе һүрәтләнгән.
Был турала социаль селтәрҙә Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев хәбәр итте.
Хәҙер объектта төҙөлөштөң әүҙем тамамлау фазаһы бара. Яңы стела ҡәтғи дизайнда-Башҡортостан флагы төҫтәрен һәм гербын файҙаланып эшләнгән, ул ышаныслы металл каркасҡа ҡуйылған. Стелала ҡурай сәскәһе һүрәтләнгән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районы Һарт-Лабау ауылында яңы фельдшер- акушерлыҡ пункты асылды
Медицина учреждениеһын асыу ауыл халҡы өсөн оло байрам. Сөнки бар уңайлыҡтары булған пунктты улар күптән көткән. Тантанала ауылдың «Шәйхулла» мәсете имам-хатибы ла ҡатнашып диндарҙар исеменән фельдшер- акушерлыҡ пунктына аҡсалата бүләк тапшырҙы.
Медицина учреждениеһын асыу ауыл халҡы өсөн оло байрам. Сөнки бар уңайлыҡтары булған пунктты улар күптән көткән. Тантанала ауылдың «Шәйхулла» мәсете имам-хатибы ла ҡатнашып диндарҙар исеменән фельдшер- акушерлыҡ пунктына аҡсалата бүләк тапшырҙы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң, бер төркөм яугирҙар йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Улар ике аҙна ялын яҡындары менән уҙғарған. Көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткән, мәктәптәрҙә асыҡ дәрестәрҙә сығыш яһаған. Ир-егеттәрҙе оҙатыу тантанаһында яугирҙарҙың ғаилә ағзалары, туғандары, дуҫтары ҡатнашты. Ил именлеге өсөн көрәшкән яҡташтарыбыҙҙы тәғәйен урынға алып барыу өсөн республика етәкселеге уңайлы автобустар бүлгән.

🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районында хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн консультация көнө үтте
Шишмә районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре өсөн берҙәм консультация көнө ойошторолдо. Һорауҙарға төрлө ведомстволар, шул иҫәптән адвокат палатаһы, нотариаль, хәрби комиссариат, медицина учреждениелары вәкилдәре яуап бирҙе.
Шишмә районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре өсөн берҙәм консультация көнө ойошторолдо. Һорауҙарға төрлө ведомстволар, шул иҫәптән адвокат палатаһы, нотариаль, хәрби комиссариат, медицина учреждениелары вәкилдәре яуап бирҙе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат районы Мөрсәлим ауылында ирекмәндәр махсус хәрби операция өсөн маскировка селтәрҙәре үрә
Яугирҙар өсөн ауыл ағинәйҙәре ойоҡбаштар бәйләй. Окоп шәмдәренән тыш бында оҙаҡ яныусы сыраҡтар ҙа әҙерләнә. Ауыл халҡы хәйриә концерттары ойоштороп, унан килгән аҡсаға фронт кәрәк-яраҡтары һатып ала.
Яугирҙар өсөн ауыл ағинәйҙәре ойоҡбаштар бәйләй. Окоп шәмдәренән тыш бында оҙаҡ яныусы сыраҡтар ҙа әҙерләнә. Ауыл халҡы хәйриә концерттары ойоштороп, унан килгән аҡсаға фронт кәрәк-яраҡтары һатып ала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Нур» театрында яугирҙарҙың ысын тарихына нигеҙләнгән спектакле ҡуйыла
6 ноябрҙә Өфөнөң «Нур» татар дәүләт театрында Мөнир Ҡунафин пьесаһы буйынса «Һине көтәләр» спектакленең премьераһы үтә.
Махсус хәрби операцияға арналған әҫәр ысын хәлдәргә нигеҙләнгән. Яугирҙарҙың һөйләгәндәрен автор-журналист хәрби хәрәкәттәр биләмәһенә командировкаға барған ваҡытта яҙып алған. Сектаклдә ҡушаматтар менән билдәләнгән персонаждар барыһы ла Башҡортостан егеттәре, улар бөгөн дә махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

Пушкин сәхнәлә: Ҡурсаҡ театрында «Руслан һәм Людмила» премьераһы үтте
Пушкин үҙе сәхнәнән шиғырҙар уҡый. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында «Руслан һәм Людмила» спектакленең премьераһы үтте.
Поэманан тыш Александр Сергеевичтың башҡа билдәле әҫәрҙәренән дә юлдар яңғырай. Музыкаль әҫәрҙе әҙерләгәндә театр актерҙары махсус саҡырылған хореограф һәм вокал буйынса педагог менән шөғөлләнә. Спектаклдә видеопроекция һәм компьютер графикаһы айырым роль уйнай.
Пушкин үҙе сәхнәнән шиғырҙар уҡый. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында «Руслан һәм Людмила» спектакленең премьераһы үтте.
Поэманан тыш Александр Сергеевичтың башҡа билдәле әҫәрҙәренән дә юлдар яңғырай. Музыкаль әҫәрҙе әҙерләгәндә театр актерҙары махсус саҡырылған хореограф һәм вокал буйынса педагог менән шөғөлләнә. Спектаклдә видеопроекция һәм компьютер графикаһы айырым роль уйнай.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Щит двора» фильмы төшөрөлдө
Дуҫлыҡ һәм изгелек темаһына бағышланған кинотаҫмала төп ролдәрҙе Өфөлә йәшәүсе йәш актерҙар башҡарҙы. Фильмдың режиссеры һәм сценарий авторы Илнур Ғәниев Никита Михалков академияһында уҡып йөрөй. Төрлө конкурстарға тәҡдим ителгән фильмдың премьераһы Өфөлә киләһе йылға үтәсәк. Йәштәр киноһында дуҫлыҡ һәм изгелек яманлыҡты һәр саҡ еңәсәк тигән идея сағылдырыла.
Дуҫлыҡ һәм изгелек темаһына бағышланған кинотаҫмала төп ролдәрҙе Өфөлә йәшәүсе йәш актерҙар башҡарҙы. Фильмдың режиссеры һәм сценарий авторы Илнур Ғәниев Никита Михалков академияһында уҡып йөрөй. Төрлө конкурстарға тәҡдим ителгән фильмдың премьераһы Өфөлә киләһе йылға үтәсәк. Йәштәр киноһында дуҫлыҡ һәм изгелек яманлыҡты һәр саҡ еңәсәк тигән идея сағылдырыла.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Шаранда «Шаран турғайы» балалар фестиваль-конкурсы үтте
Кескәйҙәр йыр аша туған теленә һөйөүен белдерҙе. Шаран ауылының Мәҙәниәт йортонда татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Шаран турғайы» балалар фестиваль-конкурсы үтте. Һигеҙенсе тапҡыр уҙғарылған конкурста 5 йәштән 14 йәшкәсә 23 уҡыусы ҡатанашты. Сәхнәлә улар татар халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарҙы.
Кескәйҙәр йыр аша туған теленә һөйөүен белдерҙе. Шаран ауылының Мәҙәниәт йортонда татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Шаран турғайы» балалар фестиваль-конкурсы үтте. Һигеҙенсе тапҡыр уҙғарылған конкурста 5 йәштән 14 йәшкәсә 23 уҡыусы ҡатанашты. Сәхнәлә улар татар халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарҙы.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Brain Bricks» уйындар эшләүселәр клубы йәштәре грант ярҙамында идеяларын тормошҡа ашыра
Дизайнерҙар, программистар һәм рәссамдар үҙҙәренең грант проекттары менән таныштырҙы, тәжрибә уртаҡлашты, яңы уйындар эшләүҙә алдынғы ысулдар хаҡында һөйләне. Александра Ляготина «Килогерц» тигән новелланың демоверсияһын яҙған.