Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Мега» сауҙа һәм күңел асыу үҙәгендә «Да дому. Белорус етене» магазины асылды
Уның эшмәкәрлегенә старт биреү сараһында Башҡортостан бышлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. «Да дому» магазины бары тик белорус етештереүселәренең продукцияһын-түшәктәр, өй кейеме, һауыт-һаба һәм йортта уңайлы атмосфера булдырыу өсөн тауарҙарҙы үҙ эсенә ала.

👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Йәшел Башҡортостан» акцияһы буйынса 7 йылда меңдән ашыу тематик аллея барлыҡҡа килгән
2019 йылдан республикабыҙ ҡала-райондарында 183 мең төп ҙур ағас, 1 миллион 700 мең үҫенте һәм ҡыуаҡ ултыртылған. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы йылына ике тапҡыр үткәрелә. Быйыл көҙ генә акцияға 37 меңгә яҡын кеше ҡушылды.
2019 йылдан республикабыҙ ҡала-райондарында 183 мең төп ҙур ағас, 1 миллион 700 мең үҫенте һәм ҡыуаҡ ултыртылған. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы йылына ике тапҡыр үткәрелә. Быйыл көҙ генә акцияға 37 меңгә яҡын кеше ҡушылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районында көнбағыштан мул уңыш йыйыла
Көнбағыш мул уңыш менән ҡыуандыра. Шаран районы аграрийҙары әйтеүенсә, майлы культура уңышы гектарына 20 центнер тура килә. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының береһендә 2 мең гектар майҙандан ярауай культуралар, рапс йыйып алынған. Етен менән көнбағыш баҫыуында әле эш дауам итә.
Көнбағыш мул уңыш менән ҡыуандыра. Шаран районы аграрийҙары әйтеүенсә, майлы культура уңышы гектарына 20 центнер тура килә. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының береһендә 2 мең гектар майҙандан ярауай культуралар, рапс йыйып алынған. Етен менән көнбағыш баҫыуында әле эш дауам итә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Республика көнөнә арналған ауыл хужалығы йәрминкәләре үтте
Өфөнөң төп сауҙа майҙансыҡтарында Республика көнөнә арналған традицион ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторолдо. Байрам көндәрендә төбәк халҡы урында етештерелгән аҙыҡ-түлек, фермер хужалыҡтары тәҡдим иткән тауарҙарҙы ташлама менән һатып ала алды.

🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы үҙәгендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәйкәл асылды
Унда хәрби хәрәкәттәр ветерандары, яу яланында һәләк булған геройҙарҙың туғандары һәм йәш быуын вәкилдәре саҡырылды. Скульптура композицияһы яугирҙарҙың ҡаһарманлығы тураһында һөйләй. Ошо уҡ урында аллея төҙөлгән һәм хәрби техника ҡуйылған. Был һәйкәл-беҙҙең уртаҡ хәтер һәм киләсәк быуындарға васыят, тине үҙ сығышында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

Республика көнө алдынан Мәсетле районы ла 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне
Йылдам үҫешкән заманса төбәктең байрам тантанаһы хаҡында киләһе сюжетта.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районы Республика көнөн тантаналы саралар шәлкеме менән ҡаршы алды
Иртәнге сәғәттәрҙән үк район үҙәгендәге майҙанда тәүге көҙгө йәрминкәләр асылды. Халыҡка йәшелсә, күпләп ит һәм бал тәҡдим ителде. Район хакимиәте залында «Изгелек ҡылабыҙ» ирекмәндәр үҙәге ағзаларына «Махсус хәрби операцияға булышлыҡ итеү өсөн» миҙалдары тапшырылды.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүез районы Һарыш ауылында Геройҙар аллеяһы асылды
Мемориал Советтар Союзы Геройы Миңлетдин Әминев, Социалистик хеҙмәт геройы Сәлих Зәйнәғәбдинов һәм Рәсәй Геройы Андрей Мигунов иҫтәлегенә арналған. Төбәк халҡы яҡташтары хаҡында хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлай: урта мәктәп биләмәһендә Миңлетдин Ғилметдин улының бюсы ҡуйылған, ул 1943 йылдың 21 сентябрендә Днепрҙы аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә.
Мемориал Советтар Союзы Геройы Миңлетдин Әминев, Социалистик хеҙмәт геройы Сәлих Зәйнәғәбдинов һәм Рәсәй Геройы Андрей Мигунов иҫтәлегенә арналған. Төбәк халҡы яҡташтары хаҡында хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлай: урта мәктәп биләмәһендә Миңлетдин Ғилметдин улының бюсы ҡуйылған, ул 1943 йылдың 21 сентябрендә Днепрҙы аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ҡотҡарыусыларға арналған мурал барлыҡҡа килде
22 янғын һүндереү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәре Альберт Юлдашев Өфөләге янғын һүндереү часы стенаһында ҡотҡарыусыларға арналған мурал төшөргән.
Янғын һүндереүселәрҙең хеҙмәтенә хөрмәт йөҙөнән ул быға тиклем дә мурал эшләгән. 8-се янғын һүндереү бүлеге стенаһын уның ижад емеше биҙәй.
22 янғын һүндереү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәре Альберт Юлдашев Өфөләге янғын һүндереү часы стенаһында ҡотҡарыусыларға арналған мурал төшөргән.
Янғын һүндереүселәрҙең хеҙмәтенә хөрмәт йөҙөнән ул быға тиклем дә мурал эшләгән. 8-се янғын һүндереү бүлеге стенаһын уның ижад емеше биҙәй.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә альпака паркы асылды
Яңы паркта шулай уҡ лама һәм ланаларҙы, башҡа хайуандарҙы күрергә мөмкин.
Яңы паркта шулай уҡ лама һәм ланаларҙы, башҡа хайуандарҙы күрергә мөмкин.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Күренекле шәхестәрҙең имиджы» курстары башлана
«Имидж» төшөнсәһе нисек формалаша? Имидж уңышҡа өлгәшеүгә нисек ярҙам итә ала? Был һорауға яуапты телерадиосәнғәт мәктәп -студияһы ойошторған «Күренекле шәхестәрҙең имиджы» курстарында табырға мөмкин. Яуапты һеҙгә танылған имиджмейкерҙар, бизнес-тренер, карьера үҫтереү буйынса эксперт, имидж-консультант, ораторлаҡ оҫталары, стилист, визажист, этикет белгестәре бирәсәк.

Ниязбай Сәлимовтың «Бәхетстан» тип исемләнгән китабының исем туйы үтте
Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Ниязбай Сәлимовтың «Бәхетстан» тип исемләнгән китабының исем туйы үтте. Билдәле журналист, яҙыусының яңы китабын Башҡортостанға арналған энциклопедик баҫмаға тиңләргә була. Унда Башҡортостан тарихы, шәхестәре, хозур тәбиғәте сағылыш тапҡан.
Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Ниязбай Сәлимовтың «Бәхетстан» тип исемләнгән китабының исем туйы үтте. Билдәле журналист, яҙыусының яңы китабын Башҡортостанға арналған энциклопедик баҫмаға тиңләргә була. Унда Башҡортостан тарихы, шәхестәре, хозур тәбиғәте сағылыш тапҡан.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге Халыҡ-ара конкурс еңеүселәре билдәләнде
Мәҙәни сара күренекле балетмейстр нигеҙ һалған традицияларҙы һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Республика район-ҡалалары, Рәсәй төбәктәренән 35 хореография коллективы ҡатнашлығында үткән конкурста 800-ҙән ашыу бейеүсе сығыш яһаған. Улар өс тур һынау аша үткән. Баһалама ағзалары ҡатнашысыларға оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторҙо.

Өфөлә республика көнөнә арналған ҙур ат спорты байрамы үтте
Таһир Күсимов исемендәге «Аҡбуҙат» ипподромында республика көнөнә арналған ҙур ат спорты байрамы үтте. Ярыштарҙа 120 жокей һәм һыбайлы ҡатнашты. Тоҡомло аттарҙа һыбайлылар Башҡортостан Башлығы Призы өсөн көрәште. Бынан тыш башҡорт тоҡомло аттарҙа сабыштар уҙғарылды. Йәш спортсылар пониҙа сығыш яһаны. Ярыштарҙың дөйөм приз фонды яҡынса 5 миллион һум тәшкил итте.

Шәкәр сөгөлдөрөнән мул уңыш алына
Бөгөнгә баҫыуҙарҙың 73 процентында эш теүәлләнгән. 1 миллион ярым тонна уңыш йыйылған. Һәр гектарҙан 482 центнер алына. "Уңышты ваҡытында йыйып аласаҡбыҙ. Ике шәкәр заводына тулы ҡеүәткә эшләргә тура килә. Бөгөнгә 377 мең тонна эшкәртелгән. Киләһе йылдың февраленә сөгөлдөрҙө эшкәртеп бөтөргә тейештәр", - тип яҙа социаль селтәрҙә премьер-министр Андрей Назаров.

Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы артасаҡ
1 ғинуарҙан айлыҡ минималь эш хаҡы 20,7 процентҡа индексациялана. Дәүләт Думаһы ошо көндәрҙә бюджет һәм һалым комитеты индергән төҙәтмәләрҙе ҡарарға йыйына. Урал коэффициентын иҫәпкә алғанда Башҡортостанда был сумма 31 мең 156 һум була. Әле минималь хеҙмәт хаҡы 22 мең 440 һум кимәлендә билдәләнгән.

Бүздәк районы үҙәгендә яңы парк асылды
Йәмәғәт биләмәһендә асфальт түшәлгән, йәйәүлеләр зонаһы, баскетбол, волейбол һәм футбол майҙансыҡтары йыһазландырылған, яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйылған. Балалар өсөн шыумалы тау һәм бәүелсәктәр менән уйын зонаһы бар. “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы барышында ҡарағай һәм миләш үҫентеләре ултыртылған. Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса башҡарылған.

Башҡортостанда йәйәүлеләр ҡатнашлығында авариялар артҡан
Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов көҙгө юлда айырыуса һаҡ булырға саҡырҙы. Сөнки ямғыр яуған ҡараңғы ваҡытта күреү мөмкинлеге кәмей. Был үҙ сиратында йыш ҡына йәйәүлеләр ҡатнашлығында үлемесле юл-транспорт ваҡиғалары артыуына килтерә.
Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов көҙгө юлда айырыуса һаҡ булырға саҡырҙы. Сөнки ямғыр яуған ҡараңғы ваҡытта күреү мөмкинлеге кәмей. Был үҙ сиратында йыш ҡына йәйәүлеләр ҡатнашлығында үлемесле юл-транспорт ваҡиғалары артыуына килтерә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Рәсәйҙең сит ил студенттары ассоциацияһының ун өсөнсө съезы үтте
Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусында ойошторолған форумда донъяның 50-нән ашыу иленән 250 сит ил студенты ҡатнашты. Ике көн дауамында барған сарала улар илдең башҡарма власть органдары вәкилдәре менән асыҡ диалог форматында лекциялар тыңланы.
Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусында ойошторолған форумда донъяның 50-нән ашыу иленән 250 сит ил студенты ҡатнашты. Ике көн дауамында барған сарала улар илдең башҡарма власть органдары вәкилдәре менән асыҡ диалог форматында лекциялар тыңланы.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Йөрәк ҡаны менән» тип аталған халыҡ-ара әҙәбиәт күргәҙмәһе асылды
Унда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған белорус шағирҙарының ижад емештәре урын алған. Рәсәйҙең 18 төбәген үҙ эсенә алған экспозицияла Беларусь әҙәбиәте тарихы дәүләт музейы вәкилдәре ҡатнашты.
Унда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған белорус шағирҙарының ижад емештәре урын алған. Рәсәйҙең 18 төбәген үҙ эсенә алған экспозицияла Беларусь әҙәбиәте тарихы дәүләт музейы вәкилдәре ҡатнашты.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә тыл ветераны Мәрзүнә Сөнәғәтуллина 95 йәшлек юбилейын билдәләне
Өфөлә йәшәүсе тыл һәм хеҙмәт ветераны Мәрзүнә Сөнәғәтуллина 6 октябрҙә 95 йыллыҡ ғүмер байрамын ҡаршыланы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылдағы фиҙаҡәр хеҙмәте менән Еңеүҙе яҡынайтҡан ветеран Рәсәй Президенты Владимир Путиндан, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан ҡотлауҙар һәм иҫтәлекле бүләктәр ҡабул итте.