Киләһе йыл Өфөлә - Минск, Белоруссияның баш ҡалаһында Өфө көндәре уҙа
Мэр Ратмир Мәүлиев етәкселегендәге делегация сәфәре ваҡытында яҡтар даталар тураһында һөйләшеп килеште. Хакимиәт башлығы эшсе төркөмдәр һәм сараға әҙерлек эштәрен башларға ҡушты.”Был бик яҡшы эш формаһы, унда беҙ предприятиеларыбыҙ менән тыныштыра, хеҙмәттәшлеккә этәргес бирә алабыҙ. Туризмды үҫтереү – беҙҙең өсөн стратегик бурыстарҙың береһе. Беҙ бер-беребеҙҙән бик йыраҡта түгел, күп йәһәттән оҡшашбыҙ, мәҙәниәттәр бик яҡын”, — тип билдәләне Ратмир Мәүлиев. Өфө менән Минск араһында ныҡлы дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй. Башҡортостан һәм Белоруссияның баш ҡалалары 2017 йылдан туғандаш ҡалалар булып тора.

Өфөлә санитар таҙартыу айлығы уҙа
Экологик сара барышында тирә-яҡты тәртипкә килтереү буйынса өмә ойошторола. Дөйөм ҡала өмәһе 20 һәм 27 сентябргә планлаштырылған. Ойошма-предприятиелар етәкселәре үҙҙәренә беркетелгән биләмәләрҙе сүп-сарҙан таҙартырға, ағастарҙы ҡырҡырға, буяу эштәрен башҡарырға бурыслы, ябай кешеләр ҙә урамды сүп-сарҙан таҙартыуҙа ҡатнаша ала. 27 сентябрҙә шулай уҡ "Йәшел Башҡортостан" акцияһы үтә.

❤1👍1
Башҡортостан халҡы рыбатлонда ҡатнаша ала
20 сентябрҙә Павловка һыуһаҡлығысында балыҡ ҡармаҡлау буйынса турнир уҙғарыла. Унда ҡатнашыусылар ике сәғәт эсендә 2 километрҙы йүгереп үтә. Ике урында туҡтап икешәр балыҡ тоторға кәрәк. Ярышта теләгән һәр кешенең ҡатнашыу мөмкинлеге бар, тип хәбәр итә ойоштороусылар.

Өфө - Ырымбур трассаһы киңәйтелә
"Приуралье" юл идаралығы Стәрлетамаҡ янында капиталь ремонт башланы, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Был көндәрҙә һыу торбалары һәм инженер коммуникациялары урынлаштырыла. Юлға яҡын ауыл һәм ҡалаларҙа 560 мең самаһы кеше йәшәй. Трасса 4 һыҙатлы итеп киңәйтелә. Был - юлда хәүефһеҙлек һәм уңайлылыҡ тәьмин итеү мөмкинлеге бирә, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Трассаның был өлөшөндә эштәрҙе киләһе йылда тамамлау планлаштырыла.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров етәкселегендә «Креатив индустриялар сәғәте» ойошторолдо
Ултырышта республикала кәсепселәргә ярҙам сараларын арттырыу, ҡул оҫталарының юридик хоҡуҡтарын яҡлау, уларҙың рәсми статусын булдырыу, сауҙа майҙансыҡтарын билдәләү кеүек мәсьәләләр ҡаралды. Радий Хәбиров эшҡыуарҙар өсөн ҡабул ителгән закондар һәм ярҙам саралары сәнәғәт ойошмалары өсөн түгел, ә төпкөл ауылдарҙа, муниципалитеттарҙа эш башлаусы кәсепселәргә, ҡул оҫталарына йүнәлтелергә тейеш тип белдерҙе.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәсәй һәм Белоруссияның Банк-ара валюта советы үтте
Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Банкы рәйесе Эльвира Нәбиуллина, Беларусь республикаһы Милли банкы идаралығы рәйесе Роман Головченко һәм төбәктәр делегацияһы ағзалары ҡатнашты. Яҡтар иҡтисади үҫеш, хеҙмәттәшлек һорауҙарына туҡталды, һанлы финанс актив әйләнеше, һанлы валюталар майҙансыҡтарын киңәйтеү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Финанс регулятор етәкселәре Рәсәй-Белоруссия иҡтисад баҙарын контролдә тотоуға йүнәлтелгән килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

❤4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан инфраструктураны яңыртыу өсөн федераль аҡсаларҙы әүҙем йәлеп итә
Был маҡсатта, һис шикһеҙ, бюджет кредиттары мотлаҡ. Республиканың 71,1 миллиард һумлыҡ дәүләт бурысы ошоға бәйле. Рәсәйҙең Финанс министрлығы 2025 йылдың 1 авгусына төбәктәрҙең дәүләт бурысы тураһында мәғлүмәттәрҙе баҫтырҙы. Республика бурысы структураһының яртыһын Рәсәй Хөкүмәте төбәктәргә бик түбән ставкалар буйынса биргән бюджет кредиттары тәшкил итә. Был аҡса Өфөнөң Пугачев һәм Генерал Рыленко урамдары киҫелешендә транспорт үткәүеле төҙөүгә, аркалы күперҙе капиталь ремонтлауға йүнәлтелгән дә инде.

Республикала урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайланды
Уҙған йәкшәмбе, Берҙәм тауыш биреү көнөндә республикала урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайланды. Барлығы 652 кандидат теркәлгәйне, уларҙың 13-ө махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. Билдәле булыуынса, ветерандарҙың барыһы ла һайлауҙы уңышлы үтеп, халыҡ мәнфәғәтендә эш башлаған.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Бала саҡты ҡайтарып» фестивалендә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне
Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә социаль адаптация ойоштороу маҡсатында уҙғарылған форумда Волга буйы федераль округы төбәктәренән 215 ҡатнашыусы йыйылды. Өфөлә дүрт көн дауам иткән фестивалдә малай-ҡыҙҙар ижади конкурстарҙа, спорт ярыштарында көс һынашты, оҫталыҡ дәрестәрендә белемен камиллаштырҙы, тиҫтерҙәре менән аралашты.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары тәрбиәселәренең бишенсе форумы үтте
Өфөлә мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары тәрбиәселәренең бишенсе форумы үтте. Осрашыуҙа Волга буйы федераль округы төбәктәренән өс йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Балалар менән эшләүҙә тағы ла нигеҙлерәк программалар һәм ысулдар ярҙамында төплө белем биреүҙе маҡсат итеп ҡуйған форумда педагогтар, балалар баҡсалары мөдирҙәре эксперттар менән берлектә патриотик тәрбиә, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу һәм балаларҙы мәктәпкә психологик яҡтан әҙерләү буйынса фекер алышты.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төбәк йәмәғәт палатаһының күҙәтеү комиссияһы ағзаларына мандаттар тапшырылды
Башҡортостан граждандар йәмғиәте тормошонда мөһим ваҡиға -төбәк йәмәғәт палатаһының күҙәтеү комиссияһы ағзаларына мандаттар тапшырылды. Тантана Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың тарихи геральдик залында үтте. Башҡортостан йәмәғәт палатаһы власть менән йәмғиәт араһында хеҙмәтәшлекте нығытыуҙы дауам итә.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Өфө лимонарийының 35 йыллығына арналған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтә
Сараға Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙән тармаҡ ғалимдары, белгестәр йыйылған. Улар урман хужалығы, үҫемлекселек һәм ландшафт архитектураһы өлкәһендә фекер алыша. Был йәһәттән Өфө лимонарийының эш тәжрибәһе айырым иғтибарға лайыҡ. 1990 йылда Ташкенттан килтерелгән лимондар уңышлы һынау үткән плантацияларҙа хәҙер Башҡортостан сорттары ла сығарыла.

👍4🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Кәримов авторлығында донъя күргән китаптың исем туйы уҙҙы
«Башҡортостан - батырҙар төйәге». Салауат Кәримов авторлығында донъя күргән китаптың исем туйы уҙҙы. «Китап» нәшриәте магазинында ойошторолған кисәгә Салауат Ғайса улының ҡәләмдәштәре, хеҙмәттәштәре, мәктәп уҡыусылары йыйылды. Был авторҙың балалар өсөн яҙылған 7-се йыйынтығы.

👍2🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Шағирә Гөлкәй Исмәғилева әҙәбиәт һөйөүселәргә яңы шиғри йыйынтығын тәҡдим итте
«Туҡтап торсо, Ваҡыт!» тип исемләнгән китаптың исем туйы Федоровка районы Батыр ауылы мәҙәниәт йортонда ойошторолдо.
Йыйынтыҡҡа шағирәнең һуңғы йылдарҙа ижад иткән шиғырҙары тупланған. Гөлкәй Исмәғилева сығышы менән Күгәрсен районынан, оҙаҡ йылдар Федоровка районында йәшәп ижад итә.

👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Искәндәровтар ғаиләһе алтын туйын билдәләне
Ярты быуат бергә. Өфөлә йәшәүсе Флорида менән Әхмәт Искәндәровтар өсөн был йылдар шатлыҡ-ҡыуаныстар аша бергә атлаған юл. Уларҙың мөхәббәте ваҡыт һынауҙарын уңышлы үткән. Оло тормош юлынан бергә барған бәхетле ғаилә парын баш ҡаланың Киров районы ЗАГС-ында ла тәрбиркләнеләр

👍7❤2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатында «Көҙгө кросс» үтте
Балаларҙы спортҡа йәлеп итеү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында үткәрелгән ярышта Рәсәй чемпионатының көмөш һәм бронза призеры, лицейҙы 2020 йылда тамамлаусы Ғәҙел Булатов та ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Балаларҙы спортҡа йәлеп итеү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында үткәрелгән ярышта Рәсәй чемпионатының көмөш һәм бронза призеры, лицейҙы 2020 йылда тамамлаусы Ғәҙел Булатов та ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша төҙөкләндерелгән күпер 10 октябрҙә асыласаҡ
Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Яңыртылған транспорт объекты Республика көнөнә әҙер буласаҡ. Көн тәртибендә Радий Хәбиров баш ҡалала реконструкция үткәрелгән Ленин паркы һәм Өфө районы Шмидтов ауылындағы мәктәп төҙөлөшө менән танышты.
Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Яңыртылған транспорт объекты Республика көнөнә әҙер буласаҡ. Көн тәртибендә Радий Хәбиров баш ҡалала реконструкция үткәрелгән Ленин паркы һәм Өфө районы Шмидтов ауылындағы мәктәп төҙөлөшө менән танышты.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙә пациенттар хәүефһеҙлеге һәм сәләмәтлек үҙәктәрен популярлаштырыу аҙналығы бара
Ошондай үҙәктәрҙең береһе тәүгеләр иҫәбендә Башҡортостанда асылды. Өфөнөң 17-се ҡала клиник балалар дауаханаһында мәктәп уҡыусылары ҡыҫҡа ваҡыт эсендә комплекслы тикшереү үтеп, табиптан туҡланыу, хәрәкәт итеү әүҙемлеген коррекциялау буйынса кәңәш, профилле белгестәргә йүнәлтмә ала. Ай һайын сәләмәтлек үҙәге аша ярты меңдән ашыу бала үтә. Аҙналыҡтың маҡсаты - социаль әһәмиәтле ауырыуҙарҙы иҫкәртеү.

❤2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районы Үктәй ауылында заманса медицина учреждениеһы файҙаланыуға тапшырылды
Заманса модулле фельдшер акушерлыҡ пункты «Сәләмәтлек» милли проектының беренсел медицина звеноһын модернизациялау программаһы ярҙамында тормошҡа ашырылған. Яңы фаптың уңайлыҡтары менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты.
Заманса модулле фельдшер акушерлыҡ пункты «Сәләмәтлек» милли проектының беренсел медицина звеноһын модернизациялау программаһы ярҙамында тормошҡа ашырылған. Яңы фаптың уңайлыҡтары менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты.
❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ЮНЕСКО-ның Рәсәй геопарктар селтәре өсөн терәк майҙансыҡ була ала
Был хаҡта «Торатау» геопаркының Бөтә донъя мираҫы статусын алыуға арналған матбуғат конференцияһында билдәле булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бындай ҡарар 6 сентябрҙә Чилиҙа ҡабул ителгәйне. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, «Торатау» республикала глобаль селтәргә ингән икенсе геопарк.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың мәҙәни мираҫы объекттарын һаҡлана һәм популярлаштырыла
Башҡаланың «АртКвадрат» киңлегендә «Боронғо Өфө» 6-сы тарихи фестивале үтте. Унда килеүселәр төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, уҡтан атыу буйынса мәргәнлектә ярышты. Бынан тыш, һөнәрселәр күргәҙмәһе ойошторолдо.

👍3❤1