БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.22K photos
8.33K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Геосаҡырыу» өсөнсө Халыҡ-ара геология чемпионаты еңеүселәре билдәләнде

Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ менән республика Хөкүмәте тарафынан ойошторолған сара 10 сентябрҙә старт алғайны. Ярышта ҡатнашыусылар геологик белем нигеҙҙәре буйынса тест үткәндән һуң, геологик киҫелеш, палеонтология, кристаллография кеүек айырым этаптарҙа ҡатнашты, ялан шарттарында һынауҙар үтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә робот ярҙамында онкология буйынса уникаль операция башҡарылды

Онкология сиренән уникаль операция. Бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында бәүел ҡыуығындағы яман шеш робот системаһы ярҙамында заманса ысул менән алынды. Робот менән уҡыу йортоноң ректоры, медицина фәндәре докторы, академик Валентин Павлов идара итте. Рәсәй медицинаһы тарихында тәүге тапҡыр ҡулланылған үҙенсәлекле ысул хаҡында репортаж.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда бәшмәк миҙгеле башланды

Бәшмәкле миҙгел. Башҡортостанда быйыл мул уңыш күҙәтелә.
Урман аҙығын йыйыу өсөн бәшмәкселәр тәбиғәткә ағыла. Оҫталар аҡһымға бай файҙалы ризыҡты эшкәртеү, ҡышҡылыҡҡа һаҡлау ысулдары менән уртаҡлаша. Тәжрибәле бәшмәкселәр һәм һаҡлыҡ саралары хаҡында иҫкәртеүсе эксперттар менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты.
3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районында ғаилә 250 килограмм ҡабаҡ йыйҙы

Өфөлә йәшәп, Шишмә районында баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгән Илһөйәр Һәм Таһир Төхвәтуллиндар ҡабаҡтан рекордлы уңыш йыйған. Һәүәҫкәр баҡсасылар үҫтергән ҡабаҡтарҙың дөйөм ауырлығы 250 килограмм самаһы тәшкил иткән. Хужалар әйтеүенсә, улар гигант ҡабаҡ үҫтереү өсөн артыҡ ҙур эш башҡармаған.
3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм коммерция булмаған ойошмалар ағзалары слеты үтте

Ирекмәндәр Евразия фәнни-мәғариф үҙәге майҙанында иң яҡшы тәжрибә тип табылған проекттар презентацияһын ойошторҙо. Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған 250 ҡатнашыусы өсөн бер нисә тематик майҙансыҡ эшләп торҙо. Бында коммерция булмаған ойошмалар эшмәкәрлеген киңәйтеү йүнәлешендә оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде, гражданлыҡ йәмғитен үҫтереү өсөн лекциялар тәҡдим ителде.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының 2-се мәктәбе биләмәһендә күп функциялы спорт майҙансығы асылды

Спорт ҡаҙаныштары менән билдәле белем усағында 600-ән ашыу бала уҡый. Уларҙың күбеһе төрлө кимәлдәге ярыштар еңеүсе. Мәктәп бинаһында спорт залы бик бәләкәй булғанлыҡтан, яңы майҙансыҡ төҙөү ҡарары ҡабул ителә. Объект район хакимиәте менән «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» проекты ярҙамында сафҡа индерелгән. Хәҙер физкультура дәрестәре саф һауала үтә, спорт секцияларында футбол, баскетбол һәм волейбол уйнау өсөн уңайлы шарттар булдырылған.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаранда Рима Баталова призына «Спорт легендалары» кроссы уҙҙы

Шаранда 13 тапҡыр паралимпия чемпионы Рима Баталова призына еңел атлетика буйынса «Спорт легендалары» 17-се район-ара кросс үтте. Ярышта Шаран, Туймазы һәм Мишкә райондарынан 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Һәр йәш категорияһы үҙ дистанцияһында көс һынашты.
👍6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың электр станциялары ҡеүәте артасаҡ

Бөгөн Мәскәүҙә Радий Хәбиров «Интер РАО» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе Сергей Дрегваль менән осрашты. Яҡтар республиканың энергетика инфраструктураһын үҫтереү һәм энергохолдинг менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе. Сергей Дрегваль, компания өсөн Башҡортостан төп төбәктәрҙең береһе булыуын билдәләне
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан йылытыу миҙгеленә 100 процентҡа әҙер

Һалҡын һауа торошо һаҡланһа, киләһе аҙнала уҡ яуаплы кампанияға старт бирелеүе ихтимал. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә бөтә муниципаль берәмектәр ҙә ҡышҡа әҙерлек паспорттарын раҫлаған. Федераль ҡануниәткә ярашлы, уртаса һауа температураһы биш көн рәттән 8 градус йылынан түбәнерәк булһа, йылы бирергә тейештәр.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәсәй Геройы Илдар Суфияровты һуңғы юлға оҙатасаҡтар

Иртәгә Өфөлә Рәсәй Геройы Илдар Суфияровты һуңғы юлға оҙатасаҡтар. Матәм сараһы иртәнге сәғәт 10-да «Башҡортостан» дәүләт концерт залында башлана. Илдар Филорет улын белгән һәм уның иҫтәлеген хөрмәтләргә теләгән һәр кем хушлашыуға килә ала. Матәм митингыһынан һуң Илдар Суфияров Өфөнөң Көньяҡ зыяратына ерләнәсәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Геосаҡырыу» өсөнсө Халыҡ-ара геология чемпионаты еңеүселәре билдәләнде

Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ менән республика Хөкүмәте тарафынан ойошторолған сара уҙған аҙнала старт алғайны. Ярышта ҡатнашыусылар геологик белем нигеҙҙәре буйынса тест үткәндән һуң, геологик киҫелеш, палеонтология, кристаллография кеүек айырым этаптарҙа ҡатнашты, ялан шарттарында һынау үтте.
1
Өфөлә киләһе аҙнала Ҡурсаҡ фестивале башлана

24 сентябрҙә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында халыҡ-ара сараны асыу тантанаһы үтә. Тамашасыларға Донецк академия ҡурсаҡ театры спектакле тәҡдим ителә. Фестиваль Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Программа илһөйәрлек темаһына бағышланған сәхнә әҫәрҙәренән тора. Баш ҡалала Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан театрҙары сығыш яһай. Шулай уҡ Владимир, Ырымбур өлкәләре, Татарстан, Сыуаш республикаһы коллективтары спектаклдәре ҡуйыла. Сергей Образцов исемендәге Дәүләт академия үҙәк ҡурсаҡ театры ҡунаҡ булараҡ ҡатнаша. Сараны ябыу тантанаһында был коллектив артистары “Ленинградка” спектаклен күрһәтә. Театрҙар форумы барышында ҡуйылған спектаклдәрҙе абруйлы жюри баһалай. Халыҡ-ара фестиваль президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында уҙғарыла.
Республика бәһлеүәндәре ракета комплексын һөйрәү буйынса рекорд ҡуйырға ниәтләй

“Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” исемен йөрөткән Эльбрус Ниғмәтуллин ошо турала белдерҙе. “Сара 4 октябрҙә Стәрлетамаҡта үтә. 4 кешенән торған команда “Тополь-М” ракета комплексын буксирға ала. Спортсылар: Денис Ваһапов, Рәил Бикмаев, Айҙар Байсурин һәм Руслан Садыҡов ҡуйылған маҡсатҡа ирешеренә ышанам. Асыҡ күнекмә үткәрелде”, - тине Эльбрус Ниғмәтуллин. Рекордты теркәү өсөн республикаға “Уралстронг – Рәсәй бәһлеүәндәре” федерацияһы президенты Дмитрий Кононец килә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Газпром Салауат нефтехим» предприятиеһына террористик атака һөжүме

Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Ул белдереүенсә, сәнәғәт объектына самолет тибындағы ике пилотһыҙ осоу аппараты һөжүм иткән. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Пассив һәм актив һаҡланыу системаһы эшләп, предприятиеның һаҡ хеҙмәте уларға ҡаршы ут асҡан. Зыян кимәле асыҡлана. Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында янғын һүндерелә. Барлыҡ хеҙмәттәр ҙә урында. Тулыраҡ мәғлүмәттәрҙе һуңғараҡ хәбәр итермен тип белдергән төбәк етәксеһе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика клиник инфекция дауаханаһы юбилейын билдәләне

115 йыл дауамында күҙгә күренмәгән дошман менән көрәштә. Республика клиник инфекция дауаханаһы юбилейын билдәләне. Быуаттан ашыу учреждение табиптары йоғошло сирҙәр менән көрәштә алдынғы урынды биләй. Тәүгеләрҙән булып республика халҡының сәләмәтлеген яҡлап, профессионаллек һәм фиҙаҡәрлек күрһәтә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл Башҡортостанда «Кадрҙар» милли проекты ғәмәлгә ашырыла башланы

Уның ярҙамында хеҙмәт баҙары талаптарын иҫәпкә алып әҙерләнгән белем биреү программалары буйынса уҡырға мөмкин. Халыҡта IT-өлкә, электр энергетикаһы һәм төҙөлөш өсөн әҙерлек программалары ҙур ихтыяж менән файҙалана.
🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе боронғо башҡорт әйберҙәрен тегеп кейемде милли стилдә биҙәй

Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе Гүзәл Искәндәрова Башҡортостандың халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Замандашыбыҙ ун йылдан ашыу боронғо башҡорт әйберҙәрен тегеп кейемде милли стилдә биҙәй. Уның коллекцияһында баш кейемдәренән алып аяҡ кейеменә тиклем әйберҙәр бар.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта Абдулхай Буранбаев иҫтәлегенә шахмат буйынса традицион турнир үтте

Шахматсылар спорт миҙгелен асты. Баймаҡ ҡалаһының балалар ижады үҙәгендә журналист, райондың шахмат буйынса күп тапҡыр чемпионы Абдулхай Буранбаев иҫтәлегенә шахмат буйынса традицион турнир үтте.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауатта һауала артыҡ зыянлы матдәләр теркәлмәгән

«Газпром Салауат нефтехим» предприятиеһына пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменән һуң, һауала норма сиктәрендәге коэффициенттың артыуы күҙәтелмәгән. Бөгөн заводҡа дошмандың пилотһыҙ осоу аппараты һөжүм итә. Урынға Башҡортостан башлығы килеп, оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Радий Хәбиров предприятиены һаҡлау хеҙмәте һәм илдең Оборона министрлығы вәкилдәренең һөҙөмтәле яҡлауын һәм һөжүмде кире ҡағыуын билдәләне. Әле заводта һөжүм эҙемтәләре бөтөрөлә. Бер кемдең дә зыян күрмәүе билдәле, сәнәғәт объекты штат режимында эшләүен дауам итә, технологик процестар боҙолмаған.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан халҡы Рәсәй Геройы Илдар Суфияров менән хушлашты

Ҡаһарман яугирҙы һуңғы юлға оҙатыу «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Матәм митингында Республика башлығы Радий Хәбиров, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Геройҙың туғандары, яҡындары, яуҙаштары ҡатнашты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Урман» ведомство-ара операцияһы үтә

Йәшел ҡалҡан һағында. Башҡортостанда «Урман» ведомство-ара операцияһы үтә. Рейдтар барышында урманды файҙаланыу ҡануниәтен боҙоу, ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтары асыҡлана. Шул уҡ ваҡытта халыҡ араһында иҫкәртеү эше алып барыла. Инспекторҙарҙың яуаплы эш мәлен беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте.
👍1