БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.19K photos
8.22K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров ике үҫмергә парашют менән һикереү мөмкинлеген бүләк итте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ике үҫмергә парашют менән һикереү мөмкинлеген бүләк итте. Илназ Дәүләтов менән Максим Назаралиев республика башлығы менән уҙған йәкшәмбелә «Геройҙар биләмәһе»тип аталған үҙенсәлекле балалар өсөн слетта осрашты. Һәм бер аҙнанан һуң малайҙар парашюттан һикерҙе. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
1👍1
Башҡортостанда туристар һаны арта

Уҙған йылда 2 миллион 200 мең кеше республикаға сәфәр ҡылған. Инфраструктураны яҡшыртыуыға 1 миллион һумға яҡын аҡса йәлеп ителгән. Быйыл “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проектына ярашлы, “Янғантау” һәм “Торатау” геопарктарын үҫтереү дауам итә. Республикала “Туризм академияһы” программаһы булдырыла. Ул милли туристик маршрут һалыу, ҡунаҡханаларҙа номерҙар фондын арттырыу, профессиональ кадрҙар әҙерләүгә нигеҙләнә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө-Ырымбур федераль трассаһында капиталь ремонт башланды

Өфө-Ырымбур федераль трассаһының Стәрлетамаҡтан Ашҡаҙар ауылына тиклемге участкаһында капиталь ремонт башланды. Күләмле төҙөлөштө бигерәк тә көньяҡ райондарҙа йәшәүселәр көтөп алды. Һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашҡан.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа президиум ултырышы үтте

Парламентарийҙар көн тәртибендә мөһим закон проекттарын ҡабул итеү һорауҙарына туҡталды. Дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу, күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү, Бөйөк Ватан һуғышы осоро балаларын дәүләт органдарында сиратһыҙ хеҙмәтләндереү, мутлашыусыларҙан зыян күргән граждандарға бушлай юридик ярҙам ойоштороу һәм башҡа мәсьәләләр иғтибар үҙәгенә ҡуйылды.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Бөгөн бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Сираттағы үҙәкләштерелгән оҙатыу сараһы «Өфө-арена» алдындағы майҙанда үтте. Ватан һаҡсылары ике аҙна ялда булған. Был ваҡытты улар башлыса яҡындары янында үткәргән.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Уңышлы хәрби заданиенан һуң лайыҡлы наградалар

Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙарының бер төркөмө Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Рәсәй гвардияһы составындағы подразделение Белгород өлкәһендә хәрби бурысын үтәй. Яҡташтарыбыҙ дәүләт сиген һаҡлау, диверсия төркөмдәрен асыҡлау буйынса хәрби заданиелар башҡара. Хеҙмәттә айырыуса батырлыҡтар күрһәткән яугирҙар Шайморатов миҙалдарына тәҡдим ителгән. Беҙҙең өсөн Башҡортостан наградалары мөһим һәм ғорурлыҡ, ти Салауат Юлаев вариҫтары.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районында Юнир Дәүләтшинға арналған иҫтәлекле урын асылды

Ейәнсура районында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Юнир Дәүләтшинға арналған иҫтәлекле урын асылды. Геройҙың яҡындары көсө менән төҙөлгән баҡсаға «Хәтер» тип исем бирелгән.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районы үҙәгендә «Рено Логан» машинаһы шартлаған

Асҡарҙа янып киткән автомобилдә зәңгәр яғыулыҡ ҡоролмаһы булған. Кибет алдында шартлаған машинаның водителе контузияланған. Ваҡиға шаһиттары әйтеүенсә, ғәҙәттән тыш хәлгә тиклем транспорт эргәһендә газ еҫе сыҡҡан. Осраҡ буйынса тикшереү ойошторолған.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Евразия фәнни-мәғариф үҙәгендә йәш ирекмәндәр өсөн «Интенсив уҡыуҙар» асылды

Өс йөҙҙән ашыу студент федераль эксперттар һәм тәжрибәле белгестәр ярҙамында белемен камиллаштыра. Егеттәр һәм ҡыҙҙар оло йәштәге граждандарға, ауыр тормош хәлендәге кешеләргә, ауырыған пациенттарға ярҙам күрһәтергә өйрәнә. Махсус курсты тамамлаған студенттар Интенсивтың финалында социаль мөһим проекттарын яҡлап сығыш яһаясаҡ.
Республикала тын юлы сирҙәрен йоҡтороусылар арта

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенең республика идаралығынан белдереүҙәренсә, һуңғы аҙнала 20 мең 300-ҙән ашыу кешегә шундай диагноз ҡуйылған. Шуларҙың яртыһы – 14 йәшкә тиклемге балалар. Башҡортостанға 500 меңдән ашыу доза вакцина ҡайтарылған. 400 меңдән ашыу кеше грипҡа ҡаршы прививка яһатҡан.
Өфө-Ырымбур федераль трассаһында капиталь ремонт башланды

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. “Беҙ республика халҡы, бигерәк тә көньяҡ райондарҙа йәшәүселәр түҙемһеҙләнеп көткән күләмле төҙөлөш башланыҡ. Стәрлетамаҡ һәм Ашҡаҙар ауылы араһында юл өлөшө 4 һыҙатҡа тиклем киңәйтелә, йәйәүләр өсөн үткәүел, йүнәлештәрҙе бүлеүсе барьер ҡуйыла һәм юл яҡтыртыла”, - тип яҙған республика етәксеһе. Әле бында коммуникацияларҙы күсереү, ер эштәре башҡарыла. Ул киләһе йыл аҙағына тиклем әҙер булырға тейеш. Радий Хәбиров “Росавтодор” һәм “Приуралье” юл идаралығына рәхмәт белдерҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Урғаҙа ауылының социаль-мәҙәни үҙәгендә икмәк һәм муллык көнө билдәләнде

«Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты буйынса ойошторолған байрам ысын мәғәнәһендә хеҙмәтте һәм уңышты данланы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ватан ҡағыҙ аҡсалары тарихынан ҡыҙыҡлы факттарға арналған экспозиция эшләй башланы

Купюралар күргәҙмәһе. Башҡортостандың милли музейында ватан ҡағыҙ аҡсалары тарихынан ҡыҙыҡлы факттарға арналған экспозиция эшләй башланы. Оҙаҡ ваҡыт илдә тәңкәләр генә әйләнештә була. Купюралар 1769 йылда барлыҡҡа килә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә беренсе халыҡ-ара ҡурсаҡ театрҙары фестивале үтәсәк

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараға Рәсәй, Үзбәкстан һәм Ҡырғыҙстандан тиҫтәләп театр килеүе көтөлә. Фестиваль программаһында спектаклдәрҙән тыш актерҙар һәм режиссерҙар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар ҡаралған.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Көйөргәҙе районы Иҫке Мораптал ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы үтте

Сара сиктәрендә ҡунаҡтар урындағы мәктәп эшмәкәрлеге менән танышты. Объект ауылда тыуып үҫкән меценат Рим Хәсәнов ярҙамы менән тәртипкә килтерелгән. Урындағы халыҡ түҙемһеҙләнеп көтөп алған байрамда журналист Тәлғәт Шаһмановтың китабының исем туйы ла уҙҙы. Ауылдаштар байрамында ҡул оҫталары күргәҙмәһе, сағыу концерт ойошторолдо.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембайҙа Юрматы ырыуы вәкилдәре йыйыны үтте

Ул йәмғеһе 400-ҙән ашыу кешене берләштерҙе. Делегаттар иң тәүҙә Торатау итәгендәге «Ырыуҙар ташы» һәйкәленә сәскә һалды. Артабан оло йыйын Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында дауам итте. Фойела байрам ҡунаҡтарына бай ээкспозиция, шәжәрәләр, халыҡ һөнәрмәндәренең ҡул эштәре һәм милли аш-һыу күргәҙмәләре күрһәтелде.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда пилотһыҙ осоу ҡоролмалары тураһында мәғлүмәт таратыу яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ

Республика башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указға ярашлы, төбәктә киң мәғлүмәт сараларында, Интернетта, социаль селтәрҙәрҙә пилотһыҙ осоу аппараттарын видеоға һәм фотоға төшөрөп һалыу тыйыла. Пилотһыҙ осоу ҡоролмаларының төрөн, осош урынын, бәрелгән урынды, траекторияһын, аппарат йүнәлтелгән объектты, зыян килгән майҙансыҡ тураһында мәғлүмәт таратыу яуаплыҡҡа тарттырыла.
Ҡағиҙәләрҙе иңҡар итеүселәргә штраф ҡаралған. Уның күләме граждандарға 3000 һумдан 5000 һумға, етәкселәргә 10 000 һумдан 30 000 һумға, юридик шәхестәргә 100 000 һумдан 500 000 һумға тиклем.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һуңғы алышта батырлыҡ өлгөһө күрһәткән яҡташыбыҙ ҡайтарыла

Батыр тыуған иленә ҡайтарыла. «Башҡортостан» полкы фронт һыҙығын алға күсереү һөҙөмтәһендә Рәсәй Геройы Илдар Суфияровтың кәүҙәһен табыу һәм эвакуациялау мөмкинлеге барлыҡҡа килде. «Хәсән» ҡушаматлы яугир былтыр апрель айында Украина ҡораллы көстәренә әсирлеккә бирелмәйенсә тиңһеҙ алышта батырҙарса һәләк булғайны. Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың һуңғы алышы тураһында уның иҫән ҡалып тотҡондан ҡайтҡан полкташы һөйләне.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Салауатта 13 йәшлек иҫерек водитель «Лексус»та ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренән ҡасырға маташҡан

Салауатта «Лексус»тың 13 йәшлек иҫерек водителе дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренән ҡасырға маташҡан. «Рулгә ултырма, малай!» социаль кампанияһы барышында юл-патруль экипажы бәлиғ булмаған баланы иномарка рулендә күрә. Әммә йәш водитель туҡтар урынға газға баҫа. Артына төшөп инспекторҙар уны ҡулға ала, ә алкотестер эскән булыуын күрһәтә. Осраҡ буйынса административ материал төҙөлә, автомобиль штраф туҡталҡаһына оҙатыла. Ата-әсәгә ҡарата сара күреү өсөн тикшереү материалдары бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға ебәрелгән.
🔥1😱1🤬1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Лекаревкалағы приют: дүрт аяҡлыларға яңы тормош башы

Берәҙәк хайуандарға йылы мөнәсәбәт. Өфө районы Лекаревка ауылындағы эттәр приюты 2021 йылдан алып эшләй. Йорт ихатаһында урынлашҡан вольерҙағы тауышҡа урындағы халыҡ күнеккән, ирекмәндәрҙең эшен ҡеүәтләп ҡабул иткән. Приют Президент гранттары фонды ярҙамы менән социаль башланғытарҙы ла тормошҡа ашырған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡурған өлкәһе Әлмән районы башҡорттарының тарихи документтарын реставрациялау тамамланды

Башҡортостан Милли архивында Ҡурған өлкәһе Әлмән районы башҡорттарының тарихи документтарын реставрациялау тамамланды. Боронғо төрки телендә ғәрәп графикаһы менән яҙылған ҡомартҡыларҙы республика белгестәре уҡыған, яңыртҡан, электрон күсермәһен эшләгән. Яҙма йәдкәрҙәр һаҡлаған ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, уларҙың әһәмиәте тураһында репортаж.