БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.19K photos
8.22K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районында йәшәүселәр «Таҙа яр» акцияһына ҡушылды

Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш. Ейәнсура районында йәшәүселәр «Таҙа яр» акцияһына ҡушылып, урындағы һыу ятҡылыҡтары, йылғаларҙың ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты, биләмәләге ҡороған ағастарҙы ҡырҡты. Экологик мәҙәниәтте күтәреүгә йүнәлтелгән сара тураһында киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ үҙәк китапханаһында Рәшиҙә Мәҙәһиеваның ижад кисәһе үтте

Әйтер һүҙем етһен кешеләргә. Баймаҡ үҙәк китапханаһында Рәшиҙә Мәҙәһиеваның ижад кисәһе үтте. Унда ғәлимәнең ҡәләмдәштәре, туғандары, ижадташ дуҫтары, район китапханасылары, әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Милли кейем көнө быуындарҙы берләштерә

Әбейҙәр сыуағы башланып ҡына торған мәлдә бөтә республика халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре мөхитенә сума. Ҡала һәм ауыл урамдары милли кейемдәрҙең сағыулығы менән тулылана, ә тирә-йүндә халыҡ йырҙары көйҙәре ағыла.
Милли кейем байрамы быуындар бәйләнешен, үткән менән бөгөнгөнө тоташтыра.
3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән районында Ағиҙел буйын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмә үтте

Экологик акцияла Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, Туризмды үҫтереү үҙәге, Бөрйән районы хакимиәте етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, туроператорҙар ҡатнашты. Бөтәһе 200-гә яҡын кеше. Улар төркөмдәргә бүленеп 80 километрға яҡын яр буйын сүп-сарҙан таҙалап сыҡты. Ағиҙел буйында үткән «Таҙа Бөрйән» акцияһынан репортаж.
🔥21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң бәшмәк яратыусылар урман-яландарға юлланды

Быйыл Башҡортостанда бәшмәк уңған. Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң бәшмәк яратыусылар урман-яландарға юлланды. Берәүҙәр бәшмәкте һатыу өсөн йыйһа, икенселәр ҡышҡылыҡҡа әҙерләй. Әммә урман аҙығын насар белгәндәр өсөн һаҡ булырға кәңәш ителә-ағыулылары ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Башнефть» предприятиеһы самолет тибындағы пилотһыҙ осоусы аппараттарҙың террористик һөжүменә дусар булды

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Пилотһыҙ осоусы аппараттарҙың береһе асыҡланып, ул күҙәтеүгә алына. Предприятиеның һаҡ көстәре менән эре калибрлы атыу ҡоралынан ут асыла. Пилотһыҙ аппарат зыян күреп, завод биләмәһенә ҡолап төшә. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Производство майҙансығы бер аҙ зыян күрә, янғын сыға, әле ул һүндерелә. Бынан һуң тағы ла бер пилотһыҙ осоусы аппарат бәреп төшөрөлә, әле уның эҙемтәләр күләме асыҡлана. Барлыҡ көстәр ҙә хәрби әҙерлектә. Урында хоҡуҡ һаҡлау органдары, компания етәкселеге һәм төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре эшләй. Хәл контролдә тотола.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың пилотһыҙ осоусы аппараттарҙы күҙәтеүсе үҙенең станцияһы бар

Шулай уҡ власть органдары билдәләүенсә, оператив иҫкәртеү системаһы эше лә яйға һалынған. Йәғни, пилотһыҙ осоусы аппараттар башҡа төбәк яғынан Башҡортостан биләмәһенә йүнәлгәндә үк белгестәр уны асыҡлап күҙәтеп барған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика етәкселеге «Башкиравтодор» предприятиеһын тарҡатыуҙан һаҡлап ҡалды

Был турала бөгөн оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы белдерҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, төбәк власы юл ремонттары өсөн яуаплы төп операторҙың эшен тотороҡландырырға тырыша, тик шул уҡ ваҡытта предприятиены көрсөккә терәтергә теләүселәр ҙә табыла. Башҡортостан етәкселегенең хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектәге эшмәкәрлеге предприятиены һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итә.
👍1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Оператив кәңәшмәлә һайлау йомғаҡтары һәм медицина үҫеше ҡаралды

Уҙған йәкшәмбе Башҡортостанда үткән һайлауҙарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 13 кеше депутат мандаты алған. Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә берҙәм тауыш биреү көнөнә йомғаҡ яһалды. Төбәк етәксеһе шулай уҡ яу яланында хәбәрһеҙ юғалған Рәсәй Геройы Илдар Суфияровтың кәүҙәһе табылыуы тураһында хәбәр итте. Оператив кәңәшмәләге ошо һәм башҡа темалар тураһында киләһе репортаж.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров: Башҡортостан сәнәғәт объекттары өҫтәмә һаҡлауға мохтаж

Пилотһыҙ осоусы аппараттар һөжүменән һаҡланыуҙың ҡатнаш системаһы ярҙамында ауыр эҙемтәләргә юл ҡуйылманы. Был турала Радий Хәбиров республиканың террорға ҡаршы комиссия һәм оператив штаб ултырышында белдерҙе. Кәңәшмә эшендә төбәктең көс структуралары, министрлыҡ-ведомство, эре сәнәғәт предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.
👍21
Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһы яңыртыла

Ҡырмыҫҡалы районы Шәрипҡол ауылында фельдшер-акушер пункты асылды. Медицина учреждениеһы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты ярҙамында барлыҡҡа килде. Яңы бина заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле пациенттар өсөн шарттар булдырылған. ФАПта Шәрипҡол, Октябрь һәм Ивановка ауылдарынан 400-гә яҡын кешегә медицина ярҙамы күрһәтелә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Башҡортостандың МХО ветерандары ассоциацияһы ултырышында ҡатнашты

Радий Хәбиров Башҡортостандың махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ултырышында ҡатнашты. Унда ойошманы артабан үҫтереү, хәрбиҙәрҙең һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү мәсьләләлре тикшерелде. Төбәк башлығы билдәләүенсә, ассоциация алдында торған бурыстар иҫәбендә-һәләк булғандарҙың исемен мәңгеләштереү, инвалид ветерандар хаҡында хәстәрлек күреү, хәрбиҙәрҙе тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу, белем биреү, эшкә урынлаштырыу.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан танкистары һөнәри байрамын яу ҡырында ҡаршыланы

Рәсәй танкистары һөнәри байрамын билдәләне. Армияның көсөн һәм ҡеүәтен билдәләүсе яҡташтарыбыҙҙы байрам менән Радий Хәбиров ҡотланы. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының Советтар Союзы Геройы Сергей Зорин исемендәге танк батальоны егеттәре был көндө лә эш өҫтөндә хәрби дежурҙа ҡаршы алды. Улар махсус хәрби операцияның Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә бурысын үтәй.
👍3
Гриптан вакцина яһау өсөн сентябрь-ноябрь уңышлы һанала

Белгестәр ошо хаҡта белдерҙе. Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 200 меңдән ашыу кеше был ауырыуҙан прививка эшләткән. Вакцина ауыр эҙемтәләрҙе булдырмаҫҡа, өҙлөкмәҫкә, пневмонияны иҫкәртергә ярҙам итә. Башҡортостанда киҙеүҙән 2 миллион ярым кешегә прививка яһау ҡарала. Уларҙың 600 меңдән ашыуы балалар. Медицина учреждениеларына тейешле препараттар килтерелгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров ике үҫмергә парашют менән һикереү мөмкинлеген бүләк итте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ике үҫмергә парашют менән һикереү мөмкинлеген бүләк итте. Илназ Дәүләтов менән Максим Назаралиев республика башлығы менән уҙған йәкшәмбелә «Геройҙар биләмәһе»тип аталған үҙенсәлекле балалар өсөн слетта осрашты. Һәм бер аҙнанан һуң малайҙар парашюттан һикерҙе. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
1👍1
Башҡортостанда туристар һаны арта

Уҙған йылда 2 миллион 200 мең кеше республикаға сәфәр ҡылған. Инфраструктураны яҡшыртыуыға 1 миллион һумға яҡын аҡса йәлеп ителгән. Быйыл “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проектына ярашлы, “Янғантау” һәм “Торатау” геопарктарын үҫтереү дауам итә. Республикала “Туризм академияһы” программаһы булдырыла. Ул милли туристик маршрут һалыу, ҡунаҡханаларҙа номерҙар фондын арттырыу, профессиональ кадрҙар әҙерләүгә нигеҙләнә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө-Ырымбур федераль трассаһында капиталь ремонт башланды

Өфө-Ырымбур федераль трассаһының Стәрлетамаҡтан Ашҡаҙар ауылына тиклемге участкаһында капиталь ремонт башланды. Күләмле төҙөлөштө бигерәк тә көньяҡ райондарҙа йәшәүселәр көтөп алды. Һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашҡан.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа президиум ултырышы үтте

Парламентарийҙар көн тәртибендә мөһим закон проекттарын ҡабул итеү һорауҙарына туҡталды. Дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу, күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү, Бөйөк Ватан һуғышы осоро балаларын дәүләт органдарында сиратһыҙ хеҙмәтләндереү, мутлашыусыларҙан зыян күргән граждандарға бушлай юридик ярҙам ойоштороу һәм башҡа мәсьәләләр иғтибар үҙәгенә ҡуйылды.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Бөгөн бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Сираттағы үҙәкләштерелгән оҙатыу сараһы «Өфө-арена» алдындағы майҙанда үтте. Ватан һаҡсылары ике аҙна ялда булған. Был ваҡытты улар башлыса яҡындары янында үткәргән.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Уңышлы хәрби заданиенан һуң лайыҡлы наградалар

Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙарының бер төркөмө Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Рәсәй гвардияһы составындағы подразделение Белгород өлкәһендә хәрби бурысын үтәй. Яҡташтарыбыҙ дәүләт сиген һаҡлау, диверсия төркөмдәрен асыҡлау буйынса хәрби заданиелар башҡара. Хеҙмәттә айырыуса батырлыҡтар күрһәткән яугирҙар Шайморатов миҙалдарына тәҡдим ителгән. Беҙҙең өсөн Башҡортостан наградалары мөһим һәм ғорурлыҡ, ти Салауат Юлаев вариҫтары.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районында Юнир Дәүләтшинға арналған иҫтәлекле урын асылды

Ейәнсура районында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Юнир Дәүләтшинға арналған иҫтәлекле урын асылды. Геройҙың яҡындары көсө менән төҙөлгән баҡсаға «Хәтер» тип исем бирелгән.