БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.18K photos
8.2K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда нәзәкәтлек һәм мәҙәни мираҫ байрамы үтте

Нәзәкәтлек һәм йолалар байрамы. Милли кейем көнө -Башҡортостандың мәҙәни тормошонда йылына ике тапҡыр: апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнгән үҙенсәлекле байрам. Был көн рәсми рәүештә 2020 йылда республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса булдырылды һәм милли мәҙәниәтте һаҡлауҙа, үҫтереүҙә мөһим аҙым булды. Республикала милли кейем көнө уңайынан үткәрелгән саралар хаҡында киләһе яҙмла.
2👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» радиоһы 25 йыллығын билдәләй

Юбилей уңайынан төбәктә күләмле мәҙәни саралар үтә. 25 сентябрҙә «Өфө-арена» комплексында концерт көтөлһә, бөгөндән Башҡортостан Милли музейына килеп, радионың тарихы, бөгөнгөһөнә арналған күргәҙмә менән танышырға була.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Марат Кәримов юбилейы «Һәнәк»тең 100 йыллығы менән бәйләнде

Көлә-көлә «Һәнәк» һәм уның авторҙары килә. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов менән осрашыу үтте. Сара әҙәбиәт аҡһаҡалының 95 йәшлек юбилейына һәм «Һәнәк» журналы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналды.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Максим Серафимов иҫтәлегенә тәүге клип донъя күрҙе

Беҙҙең йәштәр иң яҡшыһы һәм һәләтлеһе. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә «АМА» ижади төркөмө менән «Башҡортостан пионерҙары» төбәк балалар йәмәғәт ойошмаһы балалары уйлап сығарға проект тураһында яҙҙы. «Беҙҙең геройҙар» циклы илдең төрлө төбәктәренән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы йәш ҡатнашыусыларға арналған ете музыкаль видеоклиптан тора.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Т-80 танктары һәм башҡорт яугирҙары фронтта һөжүмде дауам итә

Броня ныҡлы, ә танкистар тағы ла нығыраҡ тора. 35-се айырым мотоуҡсылар бригадаһының танк батальоны яугирҙары Украинаның неонацистар режимын ҡаҡшата. Һөнәри байрам көнөндә лә улар ҡаршы яҡ нығытмаларына һөжүм итте. Танкистар көнө менән яҡташтарыбыҙҙы БЮТ хәбәрселәре лә тәбрикләне.
🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районы йәш армеецтары алғы һыҙыҡ өсөн маскировка селтәрҙәре әҙерләй

Иглин районы йәш армеецтары «Бөтәһе лә Еңеү өсөн» штабында ирекмәндәргә ҡушылып алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам итә. Улар маскировка селтәрҙәре, шүрәле костюмы өсөн баш кейеме,шлем аҫтынан кейә торған еңел башлыҡтар әҙерләй. Йома һайын өс төркөмгә бүленеп өлкәндәр менән бер рәттән алғы һыҙыҡтағыларға Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерәсәк.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Алдағы төндә республикала һауа температураһы 3 градусҡа тиклем түбәнәйеп ҡырау төшөүе фаразлана

Көндөҙ 14-19 градус йылы күрһәтә, яуым-төшөм көтөлмәй. Иртәле-кисле автомобиль юлдарының айырым участкаларында томан төшөп, күреү мөмкинлеге 500-1000 метрғаса сикләнә. Елдең тиҙлеге секундына 12 метрға тиклем етер тип күҙаллана. Быға бәйле белгестәр электр линиялары, ағас, реклама банерҙары һәм конструкциялар янына яҡын барыҙан тыйылырға саҡыра.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Белорет районы Ломовка ауылында теркәлгән янғында ике кешенең ғүмере өҙөлгән

Уҙған төндә күп балалы ғаилә йәшәгән ағас йортто ут ялмап ала. Янғынға ҡаршы көрәшкә 14 кеше һәм биш берәмек техника йәлеп ителгән. Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында йортта биш кеше булған. 6, 9, 16 йәшлек балалар тәҙрә аша сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың ата-әсәһе һәләк була. Әле янғын сәбәбе асыҡлана.
😢2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районында йәшәүселәр «Таҙа яр» акцияһына ҡушылды

Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш. Ейәнсура районында йәшәүселәр «Таҙа яр» акцияһына ҡушылып, урындағы һыу ятҡылыҡтары, йылғаларҙың ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты, биләмәләге ҡороған ағастарҙы ҡырҡты. Экологик мәҙәниәтте күтәреүгә йүнәлтелгән сара тураһында киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ үҙәк китапханаһында Рәшиҙә Мәҙәһиеваның ижад кисәһе үтте

Әйтер һүҙем етһен кешеләргә. Баймаҡ үҙәк китапханаһында Рәшиҙә Мәҙәһиеваның ижад кисәһе үтте. Унда ғәлимәнең ҡәләмдәштәре, туғандары, ижадташ дуҫтары, район китапханасылары, әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Милли кейем көнө быуындарҙы берләштерә

Әбейҙәр сыуағы башланып ҡына торған мәлдә бөтә республика халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре мөхитенә сума. Ҡала һәм ауыл урамдары милли кейемдәрҙең сағыулығы менән тулылана, ә тирә-йүндә халыҡ йырҙары көйҙәре ағыла.
Милли кейем байрамы быуындар бәйләнешен, үткән менән бөгөнгөнө тоташтыра.
3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән районында Ағиҙел буйын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмә үтте

Экологик акцияла Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, Туризмды үҫтереү үҙәге, Бөрйән районы хакимиәте етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, туроператорҙар ҡатнашты. Бөтәһе 200-гә яҡын кеше. Улар төркөмдәргә бүленеп 80 километрға яҡын яр буйын сүп-сарҙан таҙалап сыҡты. Ағиҙел буйында үткән «Таҙа Бөрйән» акцияһынан репортаж.
🔥21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң бәшмәк яратыусылар урман-яландарға юлланды

Быйыл Башҡортостанда бәшмәк уңған. Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң бәшмәк яратыусылар урман-яландарға юлланды. Берәүҙәр бәшмәкте һатыу өсөн йыйһа, икенселәр ҡышҡылыҡҡа әҙерләй. Әммә урман аҙығын насар белгәндәр өсөн һаҡ булырға кәңәш ителә-ағыулылары ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Башнефть» предприятиеһы самолет тибындағы пилотһыҙ осоусы аппараттарҙың террористик һөжүменә дусар булды

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Пилотһыҙ осоусы аппараттарҙың береһе асыҡланып, ул күҙәтеүгә алына. Предприятиеның һаҡ көстәре менән эре калибрлы атыу ҡоралынан ут асыла. Пилотһыҙ аппарат зыян күреп, завод биләмәһенә ҡолап төшә. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Производство майҙансығы бер аҙ зыян күрә, янғын сыға, әле ул һүндерелә. Бынан һуң тағы ла бер пилотһыҙ осоусы аппарат бәреп төшөрөлә, әле уның эҙемтәләр күләме асыҡлана. Барлыҡ көстәр ҙә хәрби әҙерлектә. Урында хоҡуҡ һаҡлау органдары, компания етәкселеге һәм төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре эшләй. Хәл контролдә тотола.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың пилотһыҙ осоусы аппараттарҙы күҙәтеүсе үҙенең станцияһы бар

Шулай уҡ власть органдары билдәләүенсә, оператив иҫкәртеү системаһы эше лә яйға һалынған. Йәғни, пилотһыҙ осоусы аппараттар башҡа төбәк яғынан Башҡортостан биләмәһенә йүнәлгәндә үк белгестәр уны асыҡлап күҙәтеп барған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика етәкселеге «Башкиравтодор» предприятиеһын тарҡатыуҙан һаҡлап ҡалды

Был турала бөгөн оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы белдерҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, төбәк власы юл ремонттары өсөн яуаплы төп операторҙың эшен тотороҡландырырға тырыша, тик шул уҡ ваҡытта предприятиены көрсөккә терәтергә теләүселәр ҙә табыла. Башҡортостан етәкселегенең хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектәге эшмәкәрлеге предприятиены һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Оператив кәңәшмәлә һайлау йомғаҡтары һәм медицина үҫеше ҡаралды

Уҙған йәкшәмбе Башҡортостанда үткән һайлауҙарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 13 кеше депутат мандаты алған. Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә берҙәм тауыш биреү көнөнә йомғаҡ яһалды. Төбәк етәксеһе шулай уҡ яу яланында хәбәрһеҙ юғалған Рәсәй Геройы Илдар Суфияровтың кәүҙәһе табылыуы тураһында хәбәр итте. Оператив кәңәшмәләге ошо һәм башҡа темалар тураһында киләһе репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров: Башҡортостан сәнәғәт объекттары өҫтәмә һаҡлауға мохтаж

Пилотһыҙ осоусы аппараттар һөжүменән һаҡланыуҙың ҡатнаш системаһы ярҙамында ауыр эҙемтәләргә юл ҡуйылманы. Был турала Радий Хәбиров республиканың террорға ҡаршы комиссия һәм оператив штаб ултырышында белдерҙе. Кәңәшмә эшендә төбәктең көс структуралары, министрлыҡ-ведомство, эре сәнәғәт предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.