БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.17K photos
8.07K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районы Яңы Киевка ауылында йәшәүселәр тиҫтә йылдар дауамында юлһыҙ интегә

Ямғырлы йәйҙә, яҙын һәм көҙөн ауылға илткән юл аҡтарылып, тәрән кәлейә хасил була, еңел автомобилдәр, автобустар йөрөй алмай. Халыҡ ашығыс ярҙам каретаһы, янғын һүндереү хеҙмәттәре ваҡытында килеп өлгөрмәй, тип зарлана. Яңы Киевкаға илткән юлдарҙан беҙҙең ижади төркәм дә үтеп ҡараны.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда киҫкен респиратор сирҙәр артасаҡ: табиптар прививка яһатырға саҡыра

Сентябрҙә республикала киҫкен респиратор вируслы инфекциялар менән ауырыусылар ике тапҡырға артып, 20 мең кешегә етеүе ихтимал. Эпидемиологтар һалҡын тейеү миҙгеленә әҙер булырға кәңәш итә. Тәү сиратта, профилактикаға иғтибарҙы арттырырға кәрәк. Әле поликлиникаларҙа прививка кампанияһы башланған. Гриптан вакцинаны өлкәндәр ҙә, балалар ҙа бушлай яһата ала. Табиптар билдәләүенсә, был сирҙән һаҡланыуҙың иң һөҙөмтәле ысулы.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт дәүләт педагогия университетында беренсе курс студенттары өсөн адаптация сменаһы бара

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында беренсе курс студенттары өсөн адаптация сменаһы бара. Өс көн дауамында юғары уҡыу йортона ингән егет-ҡыҙҙар вуз менән таныша, студент тормошона әҙерләнә. Быйыл махсус смена 9-сы йыл рәттән ойошторола.
3👍1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров эш сәфәре менән махсус хәрби операция биләмәһендә булды

Был республика етәксеһенең Донбасҡа алтынсы сәфәре. Радий Фәрит улы башҡорт һалдаттары менән осрашты. Төбәк башлығы билдәләүенсә, «Башҡортостан» полкы-иң һөҙөмтәле подразделениеларҙың береһе. Уның төп составында, башлыса, республикала тыуған ир-егеттәр хеҙмәт итә, әммә башҡа төбәктәрҙән дә яугирҙар бар. Ер аҫты позициялары ысын ҡаласыҡты хәтерләтә. Блиндаждарҙа командование пункты, ашхана, күнекмәләр залы ла бар. Радий Хәбиров яугирҙарға дәүләт наградалары тапшырҙы, шулай уҡ ғәҙәттәгесә, иҫән-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республикала 45 мең беренсе класс уҡыусыһы өсөн тәүге мәктәп ҡыңғырауы яңғыраясаҡ

Уларҙың 1 мең 200-ҙән ашыуы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары. Йәмғеһе Башҡортостан мәктәптәре 519 мең 657 малай-ҡыҙҙы ҡаршы ала. Бөгөн төбәктең барлыҡ белем усаҡтарында уҡыу йылы башланыу уңайынан дәүләт флагтары күтәрелә, тантаналы линейкалар уҙа, асыҡ дәрестәр үтә.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районы Петрово-Федоровка ауылына нигеҙ һалыныуға 100 йыл тулды

Ошо уңайҙан ауыл эргәһендәге күркәм тәбиғәт ҡосағында байрам тантанаһы үтте. Сарала биләмә үҫешенә тос өлөш индергән ауылдаштарға рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Район мәҙәниәт йорто артистары байрамға йыйылыусыларға сағыу концерт программаһы тәҡдим итте. Ошонда уҡ балалар майҙансығы эшләне, хужабикәләр милли аш-һыуҙарын тәҡдим итте.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «ӘйҙәФест» урам театрҙарының юбилей фестивале уҙғарылды

Йәйҙең һуңғы 2 көнөндә «Арт-Квадрат»киңлеге асыҡ һауалағы ҙур сәхнәгә әүерелде Тамашасылар 13 ҡаланан килгән 140 артистың 30-ҙан ашыу спектаклен һәм шоуын йылы ҡабул итте. Программала-клоунада, пластик театр, документаль постановкалар һәм иммерсив акциялар. «ӘйҙәФест» бишенсе тапҡыр билдәләнде һәм башҡалабыҙ Өфөлә артистар ҡаланы сәхнәгә, ә тамашасыларҙы үҙҙәре менән бергә уйнарға саҡырҙы.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Пигменты Урала» татуировка фестивале үтте

Йолаға әйләнгән сара татуировка сәнғәтен үҫтереү, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әйләнгән. Ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, күңел асыу программаһы әҙерләнгән. Фестиваль сиктәрендә татуировкалар конкурсы ла үтте. Жюри ағзалары «Юниор» һәм «Профессионал» номинацияларында эштәрҙе баһалап, яң яҡшыларын бүләкләне.
👎1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ярты миллион уҡыусы өсөн яңы уҡыу йылы башланды

Уларҙың 45 меңе мәктәпкә тәүгә аяҡ баҫыусы 1-се класс уҡыусылары. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙе Белем көнө менән ҡотлап, мөктәп тормошоноң һәр кемдең ғүмерендә мөһим һәм яуаплы осор булыуын билдәләне.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда унынсы полилингваль мәктәп асылды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикала иҫәп буйынса унынсы полилингваль мәктәп асылыуы тураһында хәбәр итте. 2030 йылға тиклем тағы ла ошондай ике объект сафҡа индереү ҡаралған. Белем көнөндә, Тәтешле районының Яңы Тәтешле ауылында удмурт телен тәрән өйрәнеүгә нигеҙләнгән белем усағында тәүге ҡыңғырау яңғыраны. Полилингваль мәктәп урындағы мәғариф учреждениеһы базаһында ойошторолдо. Объекттың капиталь ремонты Рәсәй президенты иғлан иткән федераль программа буйынса башҡарылғайны. Тәтешле районында күләмле төҙөкләндереү эштәренән һуң мәҙәниәт учреждениелары ла асылды.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала 45 мең беренсе класс уҡыусыһы өсөн тәүге мәктәп ҡыңғырауы яңғыраны

Бөгөн Белем көнө билдәләнә. Республикала 45 мең беренсе класс уҡыусыһы өсөн тәүге мәктәп ҡыңғырауы яңғыраны. Уларҙың 1 мең 200-ҙән ашыуы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары. Йәмғеһе, Башҡортостан мәктәптәре 519 мең 657 малай-ҡыҙҙы ҡаршы алды. Бөгөн төбәктең барлыҡ белем усаҡтарында уҡыу йылы башланыу уңайынан дәүләт флагтары күтәрелде, тантаналы линейкалар һәм асыҡ дәрестәр үтте.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө фән һәм технологиялар университеты Белем көнөн ректор менән осрашыуҙан башланы

«Асыҡ диалог» форматында үткән сараға юғары уҡыу йортона олимпиада һөҙөмтәләренә ярашлы, берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйып, йәки«Ростех ҡанаттары«маҡсатлы программаһына ярашлы уҡырға ингән студенттар саҡырылды. Яңы уҡыу йылына Өфө фән һәм технологиялар университеты 14 мең 100 студентты ҡабул иткән. Уларҙың 40-ы төрлө кимәлдәге олимпиада еңеүсеһе булһа, 11 кеше Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала МХО-ға ярҙам итеү буйынса ирекмәндәр төркөмдәре һәр ауыл һәм ҡалала ойошторола

Республикала махсус хәрби операцияға ярҙам итеү буйынса ирекмндәр төркөмдәреһәр ауыл һәм ҡалала ойошторола. Ошо көндәрҙә Туймазы районы Тимер ауылы ирекмәндәренең«Маскита» төркөмө ойошторолоуға бер йыл тулды.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләкән районы Суйынсы ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә

Объект «Сәләмәтлек» милли проекты буйынса сафҡа индерелә. Ауылда 200-ҙән ашыу кеше йәшәй. Яңы фапта пациенттар ҡабул итеү һәм процедуралар бүлмәләре, шулай уҡ дарыуҙар һаҡлау өсөн айырым урын да буласаҡ. Фап электрокардиограф, ҡандағы шәкәр кимәлен үлсәү анализаторҙары, кислород ингаляторҙары һәм башҡа ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Әлеге ваҡытта эшселәр медицина учреждениеһының тирә-яғын төҙөкләндереү менән шөғөлләнә.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө еңел атлетика буйынса «Сәләмәт Ватан» ЗоБЕГпроектына ҡушылды

Марафонда теләгән һәр кем ҡатнаша алды. 3 һәм 5 километр арауыҡтағы дистанцияларға еңел атлетиканы үҙ иткән 1500 кеше сыҡты. Яңы проект Рәсәйҙең 4 төбәгендә уҙып өлгөргән. Унда ҡатнашыу бушлай. ЗОБЕГҡа ҡушылырға теләүселәр теркәү үтеп старт номерҙары алырға, спорт формаһын тикшерергә һәм хәленән килгән дистанцияны һайларға тейеш булған.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Белем көнөндә алкоголь һатыу осрағы теркәлде

Белем көнөндә Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда берәмләп сауҙа итеү магазиндарында алкоголь һатыу тыйылғайны. Сикләү балалар, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар өсөн 1 сентябрҙә тыныс һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Республика законына ярашлы, был талап алкоголь, шул иҫәптән һыра һәм алкоголь миҡдары түбән булған эсемлектәргә лә ҡағыла. Ләкин ҡайһы бер һатыусылар, был тыйыуға ҡарамаҫтан, спиртлы эсемлектәр һатырға тырышҡан.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
1 сентябрҙә Башҡортостан мәктәптәрендә хәрбиҙәрҙең балаларына айырым ҡотлау яңғыраны

Быйыл беренсе класҡа уҡырға барған 45 мең малай-ҡыҙҙың 1 мең 200-ҙән ашыуы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары. Уларҙың һәр ҡайһыһы яңы уҡыу йылы башланыуға арналған тантаналы линейкаларҙа айырым иғтибар менән уратып алынды.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районында тәүге ҡыңғырау тантаналары райондың 22 мәктәбендә үтте

Шишмә районында тәүге ҡыңғырау тантаналары райондың 22 мәктәбендә лә үтте. Төбәктә быйыл 501 бала беренсе класҡа уҡырға килде. Дөйөм алғанда, район мәктәптәрендә барлығы 5700 уҡыусы иҫәпләнә.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Азатлыҡ урамындағы йортта сыҡҡан янғын ваҡытында кешеләр эвакуацияланды

Өс кеше янғындан ҡотҡарылған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфөнөң Азатлыҡ урамындағы күп фатирлы йортта ут сыҡҡан, ваҡиға урынына ашығыс хеҙмәттәр саҡыртылған. Янғын һүндереү-ҡотҡарыу подразделениеһы хеҙмәткәрҙәре ҡуйы төтөн араһынан өс кешене, шул иҫәптән ике баланы алып сыҡҡан, йортта йәшәүселәр эвакуацияланған. Асыҡ янғын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һүндерелгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләкән районы Суйынсы ауылында йәшәүселәр ташландыҡ мәҙәниәт йортона ҡарата борсолоу белдерә

Дәүләкән районы Суйынсы ауылында йәшәүселәр ташландыҡ мәҙәниәт йортона ҡарата борсолоу белдерә. Бер нисә йыл элек бина авария хәлендә булыуға бәйле, клубты ябыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Урындағы халыҡ беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итеп, объекттың емерелеү ихтималлығын хәбәр иткәйне. Әле мәҙәниәт учреждениеһы элекке балалар баҡсаһы бинаһында эшләй. Күптәрҙе хәүефкә һалған мәсьәлә тураһында киләһе сюжетта.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, быйыл сентябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Гидрометүҙәк мәғүүмәттәренә ярашлы, уртаса һауа температураһының норманан бер градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә. Шулай уҡ айлыҡ яуым-төшөмдөң норманан тайпылмауы күҙаллана. Алдараҡ синоптиктар көҙҙөң тәңге өс көнө республикала эҫе тороуын хәбәр иткәйне. Бөгөн көндөҙ республикала һауға температураһының-29, иртәгә 28 градус йылыға етеүе фаразлана.
🥰2🤩1