This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Солтан Хәйҙәров 100 йәшлек юбилейын билдәләне
Бер быуатлыҡ юбилей уңайынан ветерандың яҡындары һәм ауылдаштары уның йорто алдында байрам ойошторҙо. Бикәй ауылында тыуып үҫкән Солтан Хәйҙәров 18 йәшендә фронтҡа китә, 1943 йылда пленға эләгеп тотҡонлоҡ михнәттәрен татый. Һуғыштан һуң тыуған яғына ҡайтып умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ҡаһарман ветеран Жуков, «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары, Шайморатов ордены менән бүләкләнгән. Уның тормош иптәше былтыр вафат булған. Ғаилә пары өс бала тәрбиәләп үҫтергән.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәктәп формаһына ҡарата яңы талаптар ғәмәлгә инде
Бөгөндән мәктәп формаһына ҡарата яңы талаптар ғәмәлгә инде. ГОСТ буйынса, уҡыусыларҙың кейеме эшлекле стилдә, уңайлы һәм матур булырға тейеш. Шулай уҡ яңы документҡа ярашлы, мәктәп формаһында дәүләт һәм патриотик символика төшөрөргә тәҡдим ителә.
Бөгөндән мәктәп формаһына ҡарата яңы талаптар ғәмәлгә инде. ГОСТ буйынса, уҡыусыларҙың кейеме эшлекле стилдә, уңайлы һәм матур булырға тейеш. Шулай уҡ яңы документҡа ярашлы, мәктәп формаһында дәүләт һәм патриотик символика төшөрөргә тәҡдим ителә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡоролтайҙа баҫма матбуғатты таратыу юлдары тикшерелде
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа баҫма киң мәғлүмәт сараларын таратыу мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Осрашыуҙа матбуғат баҫмалары менән сауҙа итеүҙе һаҡлап ҡалыу юлдары ҡаралды.

Бөгөн Боден күле өҫтөндәге фажиғәгә 23 йыл
2002 йылдың 2 июленә ҡарай төндә Өфөнән Испанияға осҡан самолет Германияның Боден күле өҫтөндә һәләкәткә осрай. Диспетчер ғәйебе арҡаһында, “Башҡортостан һауа юлдары” авиакомпанияһының “ТУ-154” лайнеры “Боинг” йөк самолеты менән бәрелешә. Фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән, 52 баланың ғүмере өҙөлә. Авиаһәләкәт булған Юберлинген ҡалаһы янында һәйкәл ҡуйылған. Ул “Өҙөлгән ынйы теҙмәһе” тип атала. Өфөләге Көньяҡ зыяратта фажиғәлә һәләк булғандар иҫтәлегенә мемориаль комплекс бар.

Бишбүләк районы Айыт ауылында Йәштәр паркы булдырыла
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы алып барыла. Бында йәйәүлеләр юлы, уйын һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлә, биләмә яҡтыртыласаҡ. Федераль проектына ярашлы, быйыл Башҡортостанда 94 биләмәне төҙөкләндереү планлаштырыла.

Өфөлә бөгөн йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни ойошмаларының Бөтә Рәсәй съезы башланды
Абруйлы форумда илдең барлыҡ субъекттарынан 1 мең 500 тирәһе йәш ғалим ҡатнаша. Сарала йәштәрҙең үҙенсәлекле фәнни асыштарын сағылдырған күргәҙмә лә ойошторолған. Съезд делегаттарын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Денис Секиринский, Дәүләт Думаһының фән һәм юғары белем буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Александр Мажуга тәбрикләне.

Өфөнән ике аҙналыҡ ялдан һуң бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Ялдан һуң йәнә хәрби позицияларға. Өфөнән ике аҙналыҡ ялдан һуң бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов егеттәргә ил алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәүҙәрен һәм иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Тантаналы сара ғәҙәттәгесә, Өфө-Арена янындағы майҙанда үтте.
Ялдан һуң йәнә хәрби позицияларға. Өфөнән ике аҙналыҡ ялдан һуң бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов егеттәргә ил алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәүҙәрен һәм иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Тантаналы сара ғәҙәттәгесә, Өфө-Арена янындағы майҙанда үтте.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яугирҙар өсөн «Сәләмәт киләсәк» онлайн-лекцияһы үтте
Йәмәғәтселеккә ярҙам итеү штабында «Сәләмәт киләсәк» федераль проекты буйынса сираттағы онлайн-лекция үтте. Сара махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм алғы һыҙыҡтан ҡайтыусы яугирҙарға медик-психологик ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
Йәмәғәтселеккә ярҙам итеү штабында «Сәләмәт киләсәк» федераль проекты буйынса сираттағы онлайн-лекция үтте. Сара махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм алғы һыҙыҡтан ҡайтыусы яугирҙарға медик-психологик ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Курск өлкәһе биләмәһендә ҡарауһыҙ ҡалған хайуандарға гуманитар ярҙам йыйыла
Башҡортостандың Ветеринария буйынса дәүләт комитеты менән «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе тарафынан ойошторолған акцияла эт-бесәйҙәр өсөн аҙыҡ, дауалау препараттары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар килтерергә мөмкин. Республиканың ветеринария учреждениелары биләмәләрендә «Изгелек ҡумталары» ҡуйылған. Мәрхәмәтлек сараһы «Хайуандар донъяһын яҡлау» партия проекты буйынса тормошҡа ашырыла.
Башҡортостандың Ветеринария буйынса дәүләт комитеты менән «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе тарафынан ойошторолған акцияла эт-бесәйҙәр өсөн аҙыҡ, дауалау препараттары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар килтерергә мөмкин. Республиканың ветеринария учреждениелары биләмәләрендә «Изгелек ҡумталары» ҡуйылған. Мәрхәмәтлек сараһы «Хайуандар донъяһын яҡлау» партия проекты буйынса тормошҡа ашырыла.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Белорет районында үлемесле авария телкәлгән
Бөгөн Белорет районында үлемесле авария телкәлгән. Силәбе өлкәһенән 47 йәшлек «Хавал» водителе йөк машинаһы менән бәрелгән. Көслө бәрелештән еңел автомобиль юлда түңкәрелгән. Хавалдың водителе ваҡиға урынында һәләк булған. Тормош иптәше менән 8 һәм 12 йәшлек балалары дауаханаға оҙатылған.

Баймаҡта һауынсылар һәм веттехниктар араһында һөнәри ярыш уҙҙы
Баймаҡ районы хужалыҡтары араһында һыйырҙы машина менән һауыу һәм яһалма аталандырыу операторҙары араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсыв үтте. Йылдағыса, йәй миҙгелендә генә уҙғарылған сарала һөнәр оҫталпры асыҡланды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Баймаҡ районы хужалыҡтары араһында һыйырҙы машина менән һауыу һәм яһалма аталандырыу операторҙары араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсыв үтте. Йылдағыса, йәй миҙгелендә генә уҙғарылған сарала һөнәр оҫталпры асыҡланды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай районында Ишем ауылының 350 йыллығына арналған байрам саралары үтте
Бай тарихлы биләмә. Ишембай районында Ишем ауылының 350 йыллығына арналған байрам саралары үтте. Кесе Ватанын ихлас яратҡан яҡташтар йыйынында үҙешмәкәр коллективтар концерт ҡуйҙы, ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо, майҙанда шулай уҡ тарихи экпозициялар әҙерләнгәйне.

Быйыл ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе арттырыу маҡсаты ҡуйылды
Республикала бының өсөн бөтә мөмкинлектәр бар, тип хәбәр итте премьер-министр Андрей Назаров. Башҡортостан ауыл хужалығында әле 76 өҫтөнлөклө проект ғәмәлгә ашырыла. Уларҙың дөйөм суммаһы 107 миллиард һум. Андрей Назаров билдәләүенсә, малсылыҡта яңы ҡорамалдар алыуға иғтибар бирелә. Һөт етештереүҙе арттырыу маҡсаты ҡуйылған. Шулай уҡ Бишбүләк районында сусҡа үрсетеү комплексы төҙөлә. Ҡошсолоҡ фабрикалары яңыртыла. Йомортҡа етештереүҙе ике тапҡырға арттырып, йылына 1 миллиард данаға еткереү планлаштырыла.

Башҡортостанда плотиналар ремонтлана
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов белдереүенсә, республика ҡарамағында 27 гидротехник ҡоролма бар. Тикшереүҙәрҙән һуң, уларҙың 25-ен ремонтлау тураһында ҡарар ҡабул ителгән. - Ҡоролмалар нығытыласаҡ, был эштәр авария хәүефен кәметеү мөмкинлеге бирә, быйыл ташҡын имен үтте, алдағы йылдарҙа ла ошоға ынтылырға кәрәк, тине министр. Башҡортостанда гидротехник ҡоролмаларҙы ремонтлау өсөн аҡса федераль ҡаҙнанан бүленде.

Башҡортостан йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни ойошмаларының Бөтә Рәсәй съезын ҡабул итә
Башҡортостан йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни ойошмаларының Бөтә Рәсәй съезын ҡабул итә. Абруйлы форум өсөнсө тапҡыр ойошторола, тәүгеһе Түбәнге Новгородта, икенсеһе Владивостокта үткән. Бөгөн башланған Өфө съезында илдең төрлө субъекттарынан 1 мең 500 тирәһе йәш ғалим ҡатнаша. Сара уларҙың остаздары- билдәле ғалимдарҙы бергә туплауы, фәнни асыштар күргәҙмәһе ойошторолоуы менән дә үҙенсәлекле. Съезд делегаттарын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Денис Секиринский, Дәүләт Думаһының фән һәм юғары белем буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Александр Мажуга тәбрикләне.

Башҡортостан газ инфраструктураһы ҡеүәтен арттыра
Башҡортостан газ инфраструктураһы ҡеүәтен арттыра. Радий Хәбиров төбәкте газификациялау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Йыл һайын төбәктә 16 миллиард кубометрҙан ашыу газ ҡулланыла һәм өҙлөкһөҙ тәьмин итеү өсөн күләмле модернизация программаһы тормошҡа ашырыла.
Башҡортостан газ инфраструктураһы ҡеүәтен арттыра. Радий Хәбиров төбәкте газификациялау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Йыл һайын төбәктә 16 миллиард кубометрҙан ашыу газ ҡулланыла һәм өҙлөкһөҙ тәьмин итеү өсөн күләмле модернизация программаһы тормошҡа ашырыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан геройҙары» проекты финалсылары билдәләнде
Махсус хәрби операция яугирҙары - беҙҙең осорҙоң төп кешеләре. Уларҙың иң көслөләре етәксе вазифаларға әҙерләнәсәк. Бөгөн Республика йортонда «Башҡортостан геройҙары» программаһының йәмәғәт советы ултырышында һайлап алыу этаптарына йомғаҡ яһалды. Маҡсат хәрбиҙәр һәм ветерандар араһынан идарасылар резервын булдырыу. Финалға сыҡҡан 70 кешенең һәр ҡайһыһы оҙайлы белем алыу программаһы үтеп, төбәктең идарасы командаһындағы остаз ҡарамағында эшләйәсәк - тармаҡты һәр кем үҙе һайлай ала. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында уҙғарылған эшлекле осрашыуҙан киләһе материал.

Алғы һыҙыҡтағы бер төркөм яугирҙар Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде
Башҡортостандың батыр улдары. Алғы һыҙыҡтағы бер төркөм яугирҙар Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Дәүләт наградаһын Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов тапшырҙы. Был юғары баһа яҡташтарбыҙҙың Ватан алдындағы ҡаһарманлығын һәм фиҙаҡәрлеген таныу булып тора.
Башҡортостандың батыр улдары. Алғы һыҙыҡтағы бер төркөм яугирҙар Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Дәүләт наградаһын Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов тапшырҙы. Был юғары баһа яҡташтарбыҙҙың Ватан алдындағы ҡаһарманлығын һәм фиҙаҡәрлеген таныу булып тора.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Йөрәгемдә һайрай һандуғас» шиғри-музыкаль кисәһе үтте
Бөгөн Зәки Вәлиди исемедәге Милли китапхана алдындағы майҙанда «Йөрәгемдә һайрай һандуғас» тип исемләнгән шиғри-музыкаль кисә үтте. Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған кисәлә шағирҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраны, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев авторҙың шиғырҙарын уҡыны.

Ейәнсура районының Ибрай мәктәбе бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне
Ейәнсура районының Ибрай мәктәбе бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Тарихы дата уңайынан төбәктә тантаналы сара үтте. Байрам көндө сығарылыш класс уҡыусыларына өлгөргәнлек аттестаттары ла тапшырылды. Теманың дауамы киләһе яҙмала.